Башҡортостан Ҡыҙы

Имансәй

Имансәй
Сәй яны – ғаилә йәне, тиҙәр. Ысынлап та, «үпкә йөҙгәнсе» сәй эсергә әүәҫбеҙ. Халҡыбыҙҙың был эсемлекте яратыуы хаҡында мәҡәлдәр һәм йырҙар ғына түгел, тапҡыр һүҙҙәр, көләмәстәр ҙә бихисап. Ҡәҙерле ҡунағын да, йомошҡа ингән күршеһен дә сәйһеҙ сығармай башҡорт. Ҡара, йәшел сәй менән бергә үләндекеләре лә киң ҡулланыла. Мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, ҡарағат, ҡурай еләге япраҡтары һалынған сәйҙе кем яратмай! Шулар араһында алһыу ҡыҙыл сәскәләре алыҫтан уҡ күҙгә ташланып, туғай-үҙәндәрҙе биҙәп ултырған боланут айырым урынды биләй. Өфө ҡалаһында йәшәүсе Фирҙәүес НОҒОМАНОВА тап ошо үләндән сәй әҙерләү хаҡында һөйләмәксе.

Дауаланыу өсөн боланут япраҡтары сәскә атҡан ваҡытта (сәскәләре мамыҡ осорғанға тиклем, башаҡ бирә башлағанда ғына) июнь уртаһынан август уртаһына тиклем ҡояшлы көндә төшкә ҡәҙәр йыйып күләгәлә киптерелә. Сәскәһенән аҫта 3-4 япраҡ ҡалдырып, өҫтән аҫҡа һыпырып төшөрәбеҙ, быны бирсәткә кейеп башҡарыу уңайлыраҡ.

Болануттан ҡара һәм йәшел сәй киптереп була. Уны әҙерләү ысулдары күп төрлө, беҙ иң ябай һәм ҡулайлыһын һайлап алдыҡ.
Йыйып алып ҡайтҡас, үләнде сүп-сарынан таҙартып, ҙур кәстрүлдәргә һалабыҙ ҙа, таҫтамал менән ҡаплап, йылы урында бер тәүлек тирләтеп алабыҙ. Бер аҙ йомшара төшкән унлаған япраҡты бергә тотоп, әҙ генә һуты сығырлыҡ кимәлдә ике ус менән тәгәрләтеп таяҡсалар әүәләйбеҙ. Ошо һут һауа йоғонтоһонда япраҡтарҙы әсетә. Шулай эшләгәндә генә болануттың бөтә файҙалы үҙенсәлектәре һаҡлана. Таяҡсаларҙы ҡағыҙ тартмаларға тигеҙ итеп теҙеп һалабыҙ. Еүеш ҡалын таҫтамал менән ҡаплап, 15 сәғәт тотабыҙ. Ул ошо рәүешле быҡтырыла.

Япраҡтар көрән төҫкә ингәс, таяҡсаларҙы керамик бысаҡ менән (тимер бысаҡ ярамай) балдаҡлап киҫәбеҙ ҙә пергамент ҡағыҙ йәйелгән ҡалайға теҙә барабыҙ. Ҡыҙыу булмаған асыҡ мейестә киптерәбеҙ, әйләндергеләп торабыҙ. Кипкән япраҡтарҙы ҡул менән ыуалап бер аҙ ваҡлайбыҙ. Быныһы йәшел имансәй булды.

Ә ҡара сәйҙе әҙерләү өсөн күберәк көс һәм ваҡыт талап ителә. Таҙартылған япраҡтарҙы ҙур табаҡҡа 3-4 ҡуш ус һалып, ҡамыр баҫҡан кеүек ҡара төҫкә ингәнсе оҙаҡ итеп иҙеп һутын сығарабыҙ. Ҙур кәстрүлдәргә һалып 15 сәғәт тотабыҙ. Ул шул ваҡыт эсендә быҡтырыла, әсей. Уны ла йылы мейестә киптерәбеҙ. Батмустарға теҙеп бүлмәлә 1 көн елләтәбеҙ ҙә ҡапҡаслы быяла һауыттарға тултырабыҙ. Һаҡланыу ваҡыты – ике йыл.
Имансәйҙе ошолай бешерәбеҙ. Сәйнүккә 2-3 ҡалаҡ сәй һалып, 15 минут төнәтәбеҙ. Бер бешкән сәй тиҙ иҫкермәй. 3 тапҡыр, йәғни көнө буйы эсергә була. Эҫе көйөнсә лә, һалҡын хәлдә лә ул бик тәмле, ҡарағат япрағы, мәтрүшкә йә башҡа үләндәр ҡушырға мөмкин. Белгестәр фекеренсә, дөрөҫ әҙерләнгән боланут яҡшы цейлон сәйенән дә тәмлерәк һәм файҙалыраҡ».

...– Илһам улыбыҙҙың студент саҡтан танышып, дуҫлашып йөрөгән дуҫтары араһында сит илдән килгән йәштәр ҙә байтаҡ. Бигерәк тә һинд егеттәре йыш килеп йөрөнө. Улыбыҙ ҙа Һиндостандың баш ҡалаһы Нью-Делиҙа бер ай ҡунаҡта булып, һинд телен өйрәнеп ҡайтты. Һуңыраҡ бер студент егеттең ата-әсәһе Өфөнө күрергә килде. Уларҙы ла өйгә саҡырҙыҡ, улыбыҙ алдан иҫкәртеп ҡуйҙы – вегетариандар икән. Һыйыр итен Һиндостанда ашамағандарын беләбеҙ, студент йәштәр иһә тауыҡ, күркә итен генә ҡуллана. Аш-һыу беҙҙеңсәрәк, ләкин итһеҙ булһын тип, белгән рецептарҙы иҫкә төшөрөп, вегетариан табын ҡорҙоҡ. Йәшелсә-емештәрҙән төрлө турама, йәшелсә ашы бешерҙек (бер нисә ресторан тотҡан яңы таныштар алдында һынатмаҫҡа ла кәрәк бит әле).

Винегретты бик тәмле тип аша­нылар. «Ә быныһы нимә ул?» – тип сөгөлдөргә төртөп һораны егеттең әсәһе Мамта ханым. Беҙ «свекла» тип ҡарайбыҙ, улыбыҙ инглизсәһен иҫкә төшөрҙө, юҡ, аңламайҙар. Иптәшем ҡапыл балконға йүгереп сыҡты, аш бүлмәһенә барып ураны. Нишләп йөрөй икән, тимен. Баҡтиһәң, бер сөгөлдөр алып, тиҙ генә йыуып, урталайға ҡырҡып алып килгән икән күрһәтергә. Ҡунаҡтарыбыҙ икеһе бер юлы: «А-а, чокендер, чокендер!» – тип ҡысҡырып ебәрмәһенме. Беҙ урыҫса ла, инглизсә лә аңлата алмаған сөгөлдөр – чокендер булып сыҡты! Әллә ҡасан үҙебеҙсә генә әйтмәй, «свекла» тип ултырғанбыҙ. Улыбыҙ уларҙың телен ярайһы ғына белгәс, бик күп уртаҡ һүҙҙәрҙең булыуын әйткән ине инде. Табын артында тағы ла бер төрлө яңғыраған һүҙҙәрҙе барлау дауам итте: «донъя», «мөхәббәт», «таҙа һауа», «китап», «ҡәләм», «пәрҙә»... – бик күп булып сыҡты улар»...
Гөлшат ҠУНАФИНА әҙерләне.
Илһам НОҒОМАНОВ фотолары.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 8-се (2018) һанында уҡығыҙ.


Теги: Имансәй




Яңы һан



Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Счетчик


Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook