Башҡортостан Ҡыҙы

ҠАЙЫН ҺЫУЫ

ҠАЙЫН ҺЫУЫ Иң һомғол ағас булып танылған ҡайындың туҙы ла, асылмаған бөрөһө лә, япрағы ла шифалы. Ә инде иртә яҙҙан беҙҙе ҡыуандырған ҡайын һыуы мөғжизәле көскә эйә. Тәбиғәт үҙе беҙгә бүләк иткән файҙалы матдәләр йыйылмаһы ул. Организм тарафынан еңел үҙләштерелеүсе В6, В12 витаминдарына, фруктоза, кальций, калий, магний, марганец, дуплы матдәләргә бай дауалы һут ҡышын бер ни тиклем миктәгән тән-йәнебеҙгә тик файҙа ғына булыр. Ул ауырыуҙарға ҡаршы тороу һәләтен арттыра, йөрәк эшмәкәрлеген яйға һала, ҡанды таҙарта, тамырҙарҙы нығыта. Мейелә ҡан әйләнешен яҡшыртыуы аҡыл эшмәкәрлегенә ыңғай тәьҫир итә. Ҡайын һыуы бөйөр һәм һейҙек ҡыуығында барлыҡҡа килгән таштарҙы ҡыуырға һәләтле. Шешенеүҙе бөтөрә, матдәләр алмашыныуын, эсәктәрҙең эшен көйләй, вируслы һәм микроблы ауырыуҙар мәлендә организмдан зыянлы матдәләрҙе йыуып сығарыу сифатына эйә. Ҡан баҫымын да тигеҙләй. Ҡайын һутын йөклө ҡатындарға, бәпес имеҙеүсе йәш әсәләргә лә эсергә тәҡдим ителә. Күремдән ҡалыу осорондағы ҡатындарға ул бик файҙалы.

Ҡайын һыуын йәш булмаған, олоно 20-30 сантиметр диаметрлы ағастан алыу хуплана. Көндөҙ йыйыу яҡшыраҡ, сөнки төнөн ул яйыраҡ аға. Һутын алғас, был урынды балауыҙ йә баҡса ыуары (ағастарҙың яраһын һылар өсөн махсус шыйыҡса), һис булмаһа мүк йә балсыҡ менән һылап китергә кәрәк. Машиналар күп йөрөгән юл буйында, ҙур ҡалалар янында үҫкән ҡайындарҙан һут йыйыу кәңәш ителмәй, уларҙа һаулыҡ өсөн зарарлы матдәләр туплана.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был шифалы һут тиҙ боҙолоп бара, һыуытҡыста ғына тотҡанда ла ул бары ике көн һаҡлана. Уны ошолай консервалайҙар. Ҡайын һутын һөҙәләр, 80 градусҡа тиклем йылыталар. Таҙа, стерилләнгән банкаларға ҡоялар, ҡапҡасын яҡшылап ябалар ҙа 70-80 градус эҫелектәге һыуҙа 20 минут самаһы тоталар. Файҙалы матдәләрен юғалтмаҫ өсөн ҡайын һыуын туңдырырға ла мөмкин.
Ҡайын һутынан төрлө эсемлектәр эшләп тә һаҡлайҙар.

ҠАЙЫН ҺЫУЫНАН КЕҮӘҪ
3 литр ҡайын һутына 25 бөртөк ҡара төҫтәге эре йөҙөм кәрәк була.
Йөҙөмдө йыуып киптерәбеҙ, һутты һөҙәбеҙ. Быяла һауытҡа ҡойоп, йөҙөмдө һалабыҙ. Ябып, һалҡынса урынға ҡуябыҙ. Ике-өс ай үткәс, кеүәҫ әҙер була, йәйге селләлә асып эсергә генә ҡала.
Йөҙөм менән бергә киптерелгән гөлйемеш, 3 ҡалаҡ шәкәр өҫтәргә лә була.

АЛМАЛЫ КЕҮӘҪ
Банканың ¼ өлөшөнә тиклем (аҙыраҡ та ярай) киптерелгән алма киҫәктәрен һалабыҙ, өҫтөнә ҡайын һуты ҡоябыҙ. Һауытты ябып, һалҡынса урында ике ай самаһы тотабыҙ.

ӘФЛИСУНЛЫ ҠАЙЫН ҺУТЫ
3 литр ҡайын һутына ¼ әфлисун, 150 грамм шәкәр, 1,5 балғалаҡ лимон кислотаһы кәрәк.
Әфлисунды түңәрәк итеп ҡырҡып, банка төбөнә төшөрәбеҙ, лимон кислотаһы, шәкәр һалабыҙ. Ҡайын һутын ҡайнатабыҙ, эҫе килеш банкаға ҡоябыҙ. Ҡапҡасын яҡшылап ябабыҙ. Һалҡынса урында һаҡлайбыҙ.
Гөлшат Ҡунафина әҙерләне.


Теги:




Яңы һан



Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Счетчик


Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook