«Мин ғәйепле тимә, башың түбән эймә…»

Һәр кемгә үҙ ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла ғәйеп тойғоһон кисерергә тура килгәне барҙыр. Әммә «ғәйепле булыу» һәм «үҙеңде ғәйепле тойоу» төшөнсәләре араһында бик ҙур айырма ята, сөнки һуңғыһы күпселек осраҡта кешенең иркенән тыш барлыҡҡа килә һәм ысынбарлыҡта бөтөнләй булмаған ғәйепкә нигеҙләнеүе лә ихтимал. Был тойғо нимәнән һәм нисек тыуа һуң?

...Район үҙәгендә йәшәгән, тиҫтә йылдан ашыу никахта ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләгән ханымды психологка ғәйеп тойғоһо алып килгән. «Иптәшемдең эсеүенән, бер ҡайҙа ла эшләмәүенән, етмәһә, ҡул күтәреүенән арып, биҙеп, балаларымды алдым да, өйҙән сыҡтым да киттем. Минең нисек йәшәүемде яҡшы белгән ҡустым буш торған фатирына индерҙе. Балалар менән һәүетемсә йәшәп киттек, мин эшләйем, улар уҡый. Өйгә йүгереп, ашҡынып ҡайтам. Балаларым моңайып ултырмаһын тип, уларға тәмле ризыҡтар бешерәм, кистәрен бергәләшеп уйындар уйнайбыҙ, шаярабыҙ-көләбеҙ. «Шауламағыҙ, өнөгөҙ ҙә сыҡмаһын!» – тип ҡысҡырып ултырған иҫерек атай булмағас, улар ҙа нисектер күңелләнеп, йөҙҙәре асылып киткәндәй. Әммә: «Балаларымды атайҙарынан айырып дөрөҫ эшләнемме? Уларҙы атайлы килеш күрәләтә етем иттем түгелме? Әллә кире ҡайтырғамы икән?» – тип икеләнә башланым. Ошо турала үҫмерлек осорона аяҡ баҫҡан өлкән улыма әйткәйнем, ҡырҡа ҡаршы төштө, «юҡ, әсәй, ҡайтмайбыҙ», – тип мине бөтөнләй аптырауға һалды. Үҙемдең дә тормош иптәшемә шул тиклем күңелем ҡалған, унан төңөлгәнмен, әммә был аҙымды яһап, дөрөҫ эшләнемме, тигән икеләнеү, балаларым алдында үҙемде ғәйепле тойоу күңелемә һис тынғылыҡ бирмәй…»...

...Хәл-ваҡиғаны үҙгәртә алмаһағыҙ, уға ҡарата ҡарашты үҙгәртергә мөмкин бит. Иртәгәһе көндө нимә буласағын алдан берәү ҙә белмәй, әммә еңеүҙәре менән тыуһа ла, уңышһыҙлыҡтарға дусар итһә лә – был беҙҙең тормош тәжрибәбеҙ. Иң мөһиме – ошо тәжрибә бөгөнгө көнөбөҙҙә нимәнелер аңларға ярҙам итһен, яҡты, бәхетле киләсәк ҡорорға ынтылыш бирһен!..
Ғәлиә СӘЛИХОВА.


Теги: Психолог




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook