Башҡортостан Ҡыҙы

Башҡорт шәле тигән мөғжизә

Башҡорт шәле тигән мөғжизә
ХАЛЫҠ ӘЙТӘ:
Кискә ҡарай шәл башлама.
Шәл башлайым, еңел аяҡлы кеше килһен.
Шәл ситен башлағанда, өс тел бәйләмәйенсә, туҡтарға ярамай.
Йома көндө шәл башлама, эш уңмай.


ДЕБЕТЕМ ЕБӘК КЕҮЕК
Кәзә аҫрауҙың рәт-сиратын теүәл үтәү, мамығын эшкәртеүҙең һәр аҙымын ентекле башҡарыу, уларҙың үҙенсәлеген, ваҡытын белеү – һәммәһе лә был кәсептең халыҡ тормошонан айырылғыһыҙ һәм борондан билдәле булыуында. Кәзәнең мамығын тарау, уны бөтә сүп-сарҙан айырыу, ҡыллау, тетеү, кәрәк икән, уны буяу (ғәҙәттә сөм-ҡараны һайламайҙар, күберәк күкһел, һорғолт, һоро төҫтө эҙләйҙәр). Шунан аялау йәки шапалау (йәки «ҡабалау»,«тәпәләү») (ая һәм шапалаҡ, ҡаба тигән махсус эш ҡоралдары бар), аялаған саҡта дебетте ойота, эретә торған алама төпрә – сүп-сар, ваҡ, ҡыҫҡа мамыҡ ая тарағына эләгеп ҡала. Аяланып бөткәс, ысҡындырып алғанда дебет ебәк кеүек таҫланып торған, усҡа һыйырлыҡ ҡына гәләбәләргә бүленә («бүлкә», «ләпәшкә», «уҫлама»). Дебетте иләү, иләнгәнгә еп ҡатлау (ҡатлыҡ йәки кизе-мамыҡ еп ҡушыу, «челнок», «ойоҡ»), артабан сиратыу (орсоҡтоң оҙонорағын һайлайҙар), йомғаҡлау (бер шалға сама менән уртаса тығыҙлыҡтағы алты йомғаҡ әҙерләйҙәр, дүрт-биш йөҙ грамм самаһы булһа ярай), шунан инде сит башлау, ситтең телдәрен һанай-һанай, биҙәктәрен барлай-барлай бәйләү, урта теҙеү һәм бәйләү, дүрт яғынан сит ҡушыу, йылымыс һыуҙа һабынһыҙ ғына сайҡау һәм еләҫ урында киптереү, телдәрен берәмләп яҙып-тартып ҡаҙауҙарға элә-элә дүртмөйөшлө киргескә киреү... Һәр аҙымдың үҙ тәртибе аныҡ һәм мөһим. Әҙер шәлде ҡояшҡа күрһәтеү, елләтеү, ямғырға йәки буранға сығарып элеп сафландырыу, таҙартыу – һәр оҫтаның үҙ зауығында һәм мәйелендә. «Өбөрҫөгә шәл тапау» тигән бер күренеш бар: шәлде яңы яуған һалҡын өрпәк ҡарға сумдырып-бутап, хатта тапап алалар ҙа, дүрт мөйөшөн тигеҙләп тотоп, ныҡ итеп һелкеп, киптерергә эләләр. Яңы дебеттән бәйләнгән шәл, хас тере кәзә өҫтөндәге кеүек, тәбиғәттең һәр миҙгелен ярата һәм «шатланып» ҡабарып-ҡалҡып-өбөрһәләнеп китә...

Башҡорт шәле тигән мөғжизә
ХАЛЫҠ ӘЙТӘ:
Ай тулғанда — кәзә тара.
Ҡулымда дебет — астан үлмәм бит.
Кәзә әҙ ашай, күп бирә.
Кәзәһе һимеҙ — дебете тигеҙ.


Башҡорт шәле тигән мөғжизә«ҺЫЛЫУҠАЙ» ШӘЛ ЯРАТА
Өфөнөң бер күрке булған «Һылыуҡай» студияһы ҡыҙҙары (етәксеһе – Линара Таһирова) дебет шәлдәрҙең төрлө өлгөләрен ябынып күрһәтә. Һылыуҙарҙың иңендә аллы-гөллө заманса үәл (үтә күренмәле йоҡа биҙәкле шәл, элегерәк «паутинка» тип йөрөтөлә ине) һәм йылы шәлдәрҙең нәжәғәйе балҡый. Эшҡыуар Алһыу Әпсәләмова коллекцияһынан алынған был күркәм шәлдәр бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Ул Мәскәү, Ханты-Мансийск, Хабаровск яҡтарында «Башҡорт шәле» магазиндарын асып, республика оҫталарына шәлдәрен һатырға ярҙамлаша. Әйткәндәй, Алһыу Әпсәләмова һәр фестиваль, конкурс һайын шәлселәр менән яҡындан танышып, яңы шәл үрнәктәрен һайлап ала, үҙ бизнесында эш урыны тәҡдим итә. Улар уйлап тапҡан зауыҡлы биҙәктәрҙе таратыу, оригинал һәм сифатлы авторлыҡ эштәрен пропагандалау ҙа кәрәк бит әле. «Дөрөҫөн әйткәндә, бик яҡшы шәлдәр бәйләгән ҡатын-ҡыҙҙар ысын мәғәнәһендә авторлыҡҡа дәғүә итә ала», – ти эшҡыуар. Мәҫәлән, бер нисә йыл рәттән район һәм республика кимәлендә Гран-при яулаған Зөлфиә Бикбулатова, Роза Кәлиева, Фәнүзә Яубаҫарова (Ейәнсура ра­йонынан) бәйләгән зауыҡлы, күңелле, сифатлы шәлдәр айырым каталогҡа индереүгә, ә оҫталар үҙҙәре айырым дәүләт наградаларына лайыҡ. Уларҙың энәһенән төшкән башҡорт шәлдәре иң юғары талаплы халыҡ-ара күргәҙмәләргә, һөнәрмәнлек музейҙарына ҡуйырлыҡ. Зөлфиә Бикбулатова – Өмбәт ауылыныҡы, Иҫәнғолда тора. Уның үҙенең шәлдәре тураһында фекере бик ҡәтғи: «Бөтә серем шунда – мин ашыҡмайым, һәр күҙәнәкте еренә еткереп бәйләйем. Эшемдең йәнә бер үҙенсәлеге һәм өҫтөнлөгө – үҙебеҙҙең яҡтың иң яҡшы дебетен һайлап алам, Ҡарғалы, Байыш ауылдарында һатыла ул мамыҡтар. «Башҡорт шәле» фестивалдәре беҙҙең шәлселәр өсөн оҫталыҡ дәресе, күңелде үҫтерә, яуаплылыҡ һәм дәрт бирә, кеше араһында йөҙөбөҙ яҡты, хөрмәт күрәбеҙ. Бындай йыйындарҙы ойоштороп йөрөгән яҡташыбыҙ Нәзирә Кәримова, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре мең йәшәһен».
Сәрүәр СУРИНА,
РФ һәм БР Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы.


Материалдың тулы вариантын журналдың 11-се (2018) һанында уҡығыҙ.


Теги: Башҡорт шәле Милли биҙәк




Яңы һан



Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Счетчик


Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook