Владимир Путин – мәҙәниәт тураһында

Владимир Путин – мәҙәниәт тураһындаРәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә мәҙәниәт өлкәһенә лә иғтибар бүлде.

– Төбәктәрҙә дәртле, талантлы кешеләр, үҙ эшенең энтузиастары күп көс һала. Урындағы мәҙәни инициативаларға – тыуған яҡты өйрәнеү, халыҡ ижады, илебеҙ халыҡтарының тарихи мираҫын һаҡлау менән бәйле проекттарға ярҙамды арттырырға тәҡдим итәм, – тине ул. Был маҡсатҡа Президент гранттары фондынан да аҡса тотонола. Унан тыш, “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә маҡсатлы рәүештә ауыл клубы һәм мәҙәниәт йорттары төҙөүгә һәм яңыртыуға 17 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған. Рәсәйҙең бәләкәй ҡалаларында мәҙәни үҫеш үҙәктәренә ярҙам итеү өсөн 6 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә.




Теги: послание Мөрәжәғәтнамә




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook