Башҡортостан Ҡыҙы

Ил башлығы халыҡ һаулығы хаҡында

Ил башлығы халыҡ һаулығы хаҡындаФедераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә туҡталып, Президент Владимир Путин төпкөлдәрҙә йыш осраҡта хатта медицина хеҙмәткәренә эләгеү ҙә ҡатмарлы булыуын билдәләне. 2020 йыл аҙағына тиклем медицина ярҙамы, ҡайҙа йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, Рәсәйҙең бөтә граждандары ала алырлыҡ булырға тейеш тигән бурыс ҡуйҙы. 2019 –2020 йылдарҙа уҡ тағы ла 1590 табиплыҡ амбулаторияһы һәм фельдшерлыҡ пункты төҙөлөргә тейешлеген белдерҙе.

Ил етәксеһе шулай уҡ “һаҡсыл поликлиникалар” форматын үҫтерергә саҡырҙы. Быйылдан Хөкүмәткә, төбәктәрҙәге иң яҡшы тәжрибәләргә таянып, һаҡсыл поликлиникаларҙың юғары стандарттарын, уларҙы аттестациялау ҡағиҙәләрен раҫларға, ә икенсе йылда медицина хеҙмәткәрҙәрен һәм идара итеүселәрҙе яҡшыраҡ эшләргә дәртләндергән механизмдар булдырырға ҡушты. 2021 йылға иң элек балалар поликлиникаларын яңы стандарттарға тулыһынса күсерергә кәрәклеген әйтеп үтте.

“Эш “Һаҡсыл поликлиника” тигән яҙыу элеп ҡуйыуҙа түгел. Иң мөһиме – кешеләрҙең, ниһайәт, үҙҙәренә, һаулыҡтарына ҡарата дәүләт тарафынан ихтирамлы, ысын-ысындан һаҡсыл ҡараш тойоуы”, – тине ил башлығы.

Бынан тыш, ул, 50 йәштән өлкән белгестәр ҙә ауылға йәки бәләкәй ҡалаға күсеп эшләй алһын өсөн, “Ауыл табибы” программаһында йәш буйынса сикләүҙәрҙе бөтөрөргә тәҡдим итте. Ауылға ҡайтҡан табиптарға бер тапҡыр бирелә торған түләү 1 миллион һум, фельдшерҙарға ярты миллион һум тәшкил итә.

Президент шулай уҡ үткән йылғы Мөрәжәғәтнамәһендә яман шеш сирҙәренә ҡаршы көрәш программаһын тормошҡа ашырырға тәҡдим итеүен телгә алды. “Алдағы алты йылда был маҡсатта кәмендә 1 триллион һум йүнәлтәсәкбеҙ”, – тине ул. Һүҙ һөҙөмтәле, ваҡытында дауалауҙы ойоштороу, был ҡурҡыныс сирҙе күп осраҡта сигендергән алдынғы технологияларҙы индереү хаҡында бара.


Теги: послание




Яңы һан



Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Счетчик


Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook