Башҡортостан Ҡыҙы

Байрам менән!

Байрам менән!Ватанды һаҡлаусылар көнө элек-электән атайҙар, ғәйрәтле, ҡурҡыу белмәҫ ирҙәр байрамы тип ҡабул ителгән. Тыуған еребеҙгә дошман килһә, тап улар, ғәййәр бөркөттәр, алға баҫҡан. Шуға ла тап ошо көндә ил, халыҡ, киләсәк, тыныс таңдар өсөн баш һалған ҡаһармандарыбыҙ рухына доға ҡылайыҡ, йәндәре ожмахта булһын!

Әле тыныс тормошта кешелек донъяһында изгелек, матурлыҡ артһын, муллыҡ булһын өсөн көрәшеүселәр ҙә Ватаныбыҙҙы, Еребеҙҙе һаҡлай. Уларға ла рәхмәт әйтеп, баш
эйәйек.

Уларға алмаш булып үҫеп килеүсе балапандарыбыҙ үҙҙәрен бөйөк эштәргә әҙерләй, тәнен һәм йәнен сыныҡтыра, ил һаҡсыһы булырға әҙерләнә. Уларға ла иң изге теләктәребеҙҙе юллайыҡ һәм бәхетле яҙмыш юрайыҡ.

Ғәййәр ирҙәр менән бер рәттән Ватанды һаҡларға баҫҡан, Ватанды һаҡлаусыларыбыҙға ҡаҡшамаҫ тыл булған гүзәл заттарыбыҙҙы ла ҡотларға онотмайыҡ!

Иртәләребеҙ аяҙ, күгебеҙ тыныс, күңелебеҙ бөтөн булһын! Барығыҙға ла һаулыҡ, бәхет, эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!
Гөлназ ҠОТОЕВА.


#башҡортостанкызы #башкортостанкызы #ҡотлау #ГөлназҠотоева #23февраль #Ватандыһаҡлаусыларкөнө


Теги:




Яңы һан



Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Счетчик


Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook