Башҡортостан Ҡыҙы

Әсәйҙәр, һеҙгә ҡағыла

Әсәйҙәр, һеҙгә ҡағыла
Журналыбыҙҙы уҡыусы әсәләр үҙҙәренә ҡағылышлы теге йәки был закон, уға үҙгәрештәр хаҡында аңлатыуҙы һорап, йыш мөрәжәғәт итә. Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе идарасыһы, Рәсәй Пенсия фонды идараһы ағзаһы Фоат Ғәләүетдин улы ХАНТИМЕРОВ шул һорауҙарҙың ҡайһы берҙәренә яуап бирә.

– Күп балалы әсә булараҡ, яңы закон буйынса нисә йәштә пенсияға сығырға тейешмен икән?
Әлиә МОРАТОВА.
Бөрйән районы.


– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мөрәжәғәт итеүсе үҙенә нисә йәш икәнен, күпме балаһы булыуын яҙмаған. Биш һәм унан күберәк бала тапҡан, уларҙы һигеҙ йәшкә тиклем үҫтергән ҡатындар өсөн хаҡлы ялға сығыу ваҡыты үҙгәрмәне. Уларға пенсия элеккесә – 50 йәштән тәғәйенләнә.
2019 йылдың 1 ғинуарынан, күсеү осоро үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, өс бала үҫтергәндәр яңы пенсия йәшенән өс йылға алдараҡ сығырға хоҡуҡлы. Әсәнең дүрт балаһы бар икән – дүрт йылға иртәрәк.
Шуны билдәләп үтәм: күп балалы әсәләргә пенсияға ваҡытынан алда сығыу өсөн дөйөм 15 йыл стаж кәрәк.

– Әсәлек капиталына ҡағылышлы яңы үҙгәрештәр бар, тип ишеткәйнек. Шулар хаҡында һөйләп үтһәгеҙ ине.
Рәзилә ҠОРБАНҒӘЛИЕВА.
Саҡмағош районы.


– Әсәлек капиталын файҙаланыу мөмкинлектәре киңәйә бара. Был программа 2021 йылдың 31 декабренә тиклем оҙайтылды. Шул уҡ ваҡытта сертификатты алыу, ундағы аҡсаны тотоноу ваҡыты сикләнмәй.
Икенсе балалары 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған (уллыҡҡа алынған) ғаиләләр әсәлек капиталынан ай һайын түләүҙәр алыу мөмкинлегенә эйә. Ул түләүҙәргә һуңғы 12 айҙа йән башына табышы хеҙмәткә һәләтле кешегә йәшәү минимумының 1,5 тапҡырынан (йәғни 14247 һумдан) артмаған ғаиләләр хоҡуҡлы.
Башҡортостанда быйыл сертификаттан айлыҡ түләү 8892 һум тәшкил итә – ул 2017 йылдың II кварталында бала өсөн билдәләнгән йәшәү минимумына тиң. 2019 йылда мөрәжәғәт иткән ғаиләләр өсөн иһә түләү балаға 2018 йылдың II кварталындағы йәшәү минимумы кимәлендә буласаҡ.
Әсәлек капиталы тулыһынса файҙаланылып бөтһә йәки ғаилә йәшәү урынын алмаштырһа, сабыйға йәш ярым тулһа, түләүҙәр туҡтала. Республикала әле 373 ғаилә ул түләүҙәрҙе алып килә.
Тағы бер яңылыҡ – Дәүләт хеҙмәттәре порталынан йәки Пенсия фонды сайтындағы «Шәхси кабинет» аша электрон формалағы сертификат алыу. Башҡортостанда 30-лап ғаилә был уңайлы мөмкинлектән файҙаланып, электрон сертификатлы булған.
Уның төп өҫтөнлөгө шунда – сертификат артынан ҡабаттан килеп тороу кәрәкмәй. Пенсия фонды әсәлек капиталын биреү хаҡында ҡарар сығарғас, сертификат ғариза яҙыусының шәхси кабинетына ебәрелә. Был мәғлүмәттәрҙе экранда уҡырға, принтер аша сығарып алырға мөмкин.
Бынан тыш, ил Президенты күптән түгел әсәлек сертификаты биреү буйынса ҡарар ҡабул итеү ваҡытын 30 көндән 15 көнгә тиклем кәметеү хаҡында законға ҡул ҡуйҙы. Бала үҫтереүсе ата-әсәгә дәүләт ярҙамы етеҙерәк барып етһен, аҙ килемле ғаиләләр әсәлек капиталынан айлыҡ түләүҙәрҙе тиҙерәк алһын тигән ниәт менән ҡабул ителгән ул.


Теги:




Яңы һан



Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Счетчик


Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook