ЙӘШӘҮЕБЕҘ – МӘЛДЕ МӘЛГӘ ЯЛҒАУ

ЙӘШӘҮЕБЕҘ – МӘЛДЕ МӘЛГӘ ЯЛҒАУ «Бәләкәйҙән «Башҡортостан ҡыҙы»нда үҙем хаҡында мәҡәлә күрергә хыялландым. Был теләктең үҙенә күрә тарихы бар. Дүрт йәшемдә баҫма иғлан иткән шәл сите бәйләү бәйгеһендә ҡатнашып, йыллыҡ подписка менән бүләкләндем. Өләсәйемә эйәреп, ярышҡа маҡсатлы әҙерләндем, икебеҙҙең дә бәйләм өлгөләре, исем-шәрифтәребеҙ баҫылып сыҡты. Журнал өйгә былай ҙа килә торғайны, әлбиттә, ләкин киләһе йылға подписканы бүләккә отоуыбыҙ үҙе бер ҡыуаныс булды. Шулай бер яңы һанын ҡарап ултырҙым да, өләсәй, ә был журналда баҫылыр өсөн нимә эшләргә кәрәк, тип һораным. Ҡәҙерлемдең, «Башҡортостан ҡыҙы»нда иң егәрле, иң аҡыллы, иң матурҙарҙы ғына баҫалар, тигән яуабынан һуң уңышты ошо журнал менән үлсәй башланым. Унда сығырлыҡ кимәлдә шәп булырға тигән хыял яралды һәм ул мине һәр ваҡыт алға әйҙәне», – ти режиссерлыҡ эштәре менән Рәсәй һәм донъя кимәлендәге ҙур еңеүҙәргә лайыҡ яҡташыбыҙ, әлеге көндә Федераль каналдар өсөн документаль фильмдар эшләүсе Гөлназ Ғәлимуллина.

Гөлназ – Өфөнән, Черниковка ҡыҙы. Тамырҙары Благовещен районының Яңы Мең ауылына тоташа. Әсәһе, өләсәһе менән үҫә ул. Бишектә үк биләүҙе һөйһөнмәүен күреп, йүргәккә төрмәҫкә ҡарар итәләр, артабан да һис тыймай тәрбиәләйҙәр. Туҡтауһыҙ һорау яуҙырһа ла, битәрләмәй, һораған нәмәләрен сабыр ғына аңлатып баралар. Әсәһе ғаиләне ҡарар өсөн бар ваҡытын эштә үткәргәс, кескәй ҡыҙға күберәк өләсәй тәрбиәһе эләгә. Дөрөҫөрәге, улар икәүләп үҙ тормоштары менән йәшәй.

...Эҙәрмәндәргә ҡушылып, Бөйөк Ватан һуғышында юғалған һалдаттарҙың яҙмышын юллап, окоптарҙа ҡаҙынып, улар үткән юлдар буйлап экспедицияларҙа ҡатнаштым, ошо хаҡта фильмдар төшөрҙөм. Эшемде нисек яратыуымды һүҙ менән генә аңлатырлыҡ түгел, һигеҙ йыл отпуск та алманым», – тип хәтерләй Гөлназ.
Ҡапыл ауырып китә ул, тыны ҡыҫылып, атлай алмаҫ була. Йонсоуым еткәндер, кеше белмәһен, ояты ни, тип уйлай. Бөтөнләй хәле ҡалмағас, әсәһенә белдермәй генә эшкә такси менән йөрөй башлай. Табиптарға бара, улар, бер ни ҙә юҡ, арығанһыңдыр, ти. Ярай эшендә хәлен аңғарып, дауаханала урын белешәләр. Реанимацияла иҫенә килә. Тәүҙә әсәһенең түгелеп илауының сәбәбен аңлай алмай, бер аҙҙан шәбәйермен, тип уйлай. Яман шеш, оҙаҡ тормаҫ инде, тигәндәрен яңылыш ишетә. Бер-бер артлы операциялар үткәрә. Йомро ғына ҡыҙ утыҙ биш килоға ҡала. Шунда ла 25 йәшлек һылыу хәленең мөшкөллөгөнә ышанмай. Йәшәү өсөн көрәшеүселәр менән танышып, уларҙың ихтыяр көсөнә иҫе китә. Дауахананан сыҡҡас, улар хаҡында фильм төшөрәм, сәләмәт кешеләр был хаҡта белергә, һаулыҡтың ҡәҙерен аңларға тейеш, тип уйлай. Кеше күрмәгәндә атлап ҡарайым, тип баҫа ла иҫен юя. Коридор буйлап уны реанимацияға алып китеп барғандарында бер аҙ аңына килә, түбәлә шәп-шәп алмашынған лампочкаларҙы күреп, ҡалай шәп кадр, быны фильмда мотлаҡ ҡулланырға кәрәк, ти ҙә тағы томанға сума. Клиник үлем кисерә, йәне кәүҙәһе янында түгелеп илаған һәм уның менән хушлашҡан ғәзиз ике кешеһен күрә. Шул саҡта әле мин таҫмаға төшөрөп, кешеләргә һөйләп өлгөрмәгән күпме яҙмыш, күпме өлгөлө миҫалдар бар, юҡ, минең әле эшем күп, тип ҡото осҡанын үҙе лә яҡшы иҫләй...

... Оло һынауҙар үтеп ғүмер ҡәҙерен тойған, уңыштарҙы ҡара тир менән яулаған һылыуҙың ваҡыт ҡиммәтен аңлауы, мөғжизәле миҙгелдәрҙе тотоп фоторәсемдә һынландырырға ынтылыуы тәбиғилер. Йәшәүебеҙ ҙә бит мәлде мәлгә ялғау. Һөҙөмтәлә ниндәй биҙәктәр килеп сығыры ла күберәк үҙебеҙҙән тора...
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.
Мәскәү ҡалаһы.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се һанында уҡығыҙ.


Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook