Башҡортостан Ҡыҙы

Шәфҡәтлелек илсеһе

Шәфҡәтлелек илсеһе
Изгелекле, алтын йөрәкле, йөҙҙәренән нур бөркөлөп торған үҙ һөнәренең ысын оҫталары – шәфҡәтле табиптарға һоҡланабыҙ ҙа: «Эх, ниңә генә табип һөнәрен һайламағанмын!» – тип үкенеп тә ҡуябыҙ. Сирҙең сәбәптәрен ваҡытында дөрөҫ асыҡлай белгән, әжәлде кисектергән, мең төрлө сырхауға дауа тапҡан, үлем менән көрәшеүселәрҙә лә йәшәүгә өмөт уята алған, кеше ғүмерҙәре һағында торған аҡ халатлыларҙы йыш ҡына фәрештәләргә тиңләйбеҙ. Әммә был аҡлыҡ артында күпме тынғыһыҙлыҡ, эҙләнеүҙәр, күҙ йәштәре, йоҡоһоҙ төндәр һәм борсолоуҙар йәшеренгәнен күптәребеҙ аңлап етмәй. Хоҙай ебәргән тәҡдирҙе үҙ иңендә лайыҡлы күтәргәндәр һәр кемгә иғтибарын, йөрәк йылыһын тигеҙ бүлеп, тормошто күпкә ҡурсыулы, ышаныслы итә. Мәсетле районының «Ҡарағай» шифаханаһы терапевы һәм ультратауыш тикшереүе белгесе, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Фирҙәүес Маҙһар ҡыҙы Әхмәтшинаны ла тап шундай көслө, мәрхәмәтле, ярҙамсыл булғаны өсөн хөрмәт итә яҡташтары.

Шәфҡәтлелек илсеһе...Мәсетле районының Йонос ауылында Мәҙинә Мулланур ҡыҙы менән Маҙһар Абдулхаҡ улының мөхәббәтле ғаиләһендә көтөп алынған тәүге бала булып донъяға килә Фирҙәүес. Алдынғы ҡарашлы, маҡсатлы, илһөйәр атаһына гел яуаплы етәкселек эшен ышанып тапшырғанға, Сафиндар ғаиләһе ауылдан ауылға күсенеп йөрөргә мәжбүр була. Райондағы әллә күпме колхозды алдынғылар рәтенә күтәрә фиҙакәр рәйес. Мәҙинә апайҙың да һөнәре еңелдән түгел, йомшаҡ ҡуллы, татлы телле, шәфҡәтле фельдшер-акушерҙың хеҙмәт сәғәттәре көн менән генә билдәләнмәй, йыш ҡына төндәрен йә таңдарын саҡырталар. Тиҙ арала йүгереп барып, үҙ ҡулдары менән сабый ҡабул итеп, өйөнә лә һуғылмай, тура эшкә ашыҡҡан мәлдәре лә аҙ булмай уның.
Яңы Яуыш ауылына күсенгәс, икенсе ҡыҙҙары Гөлшат тыуа. Күҙ ҡараһылай яратып ҡына үҫтергән ике ҡыҙында ла эшһөйәрлек, яуаплылыҡ, кешелеклелек, миһырбанлылыҡ сифаттары тәрбиәләй атай менән әсәй...

...Бәләкәстән һәр йән эйәһен йәлләп, уларҙы дауаларға яратҡан Фирҙәүес табип булыу хаҡында хыяллана. Дыуан-Мәсетле урта мәктәбен уңышлы тамамлаған һылыу, әсәһенең юлын дауам итеү ниәте менән, Башҡорт дәүләт медицина университетына юллана. Дауалау факультетында йотлоғоп белем ала ул...

...1997 йылда Фирҙәүес Маҙһар ҡыҙын район үҙәк поликлиникаһы мөдире итеп үрләтәләр. Яҡташтарының сәләмәтлеген ҡайғыртҡан оло йөрәкле етәксе туҡтауһыҙ белемен камиллаштыра, диагностикалау ҡорамалдарын яңыртыуҙы хәстәрләй. Ультратауыш тикшереүе буйынса махсус курстар үтә. 1999 йылда тәжрибәле табипты райондың «Ҡарағай» шифаханаһына эшкә саҡыралар. Унда терапевт, ультратауыш тикшереүе белгесе һәм дауалау буйынса директор урынбаҫары вазифаларын атҡара...

...Тормош иптәше Айҙар Алкин улы Әхмәтшин – Мәсетле районы хакимиәте башлығының финанс мәсьәләләре буйынса урынбаҫары. Абруйлы атай менән әсәй улдарына ла матур тәрбиә биргән. Илдар Өфө дәүләт авиация техник университетын ҡыҙыл дипломға тамамлап, әле уҡыуын Екатеринбург ҡалаһында дауам итә. Илшат – Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультеты студенты...

...Әйткәндәй, Фирҙәүес Маҙһар ҡыҙының әсәһе лә, өләсәһе лә иҫән, улай ғына түгел, икеһе лә гөрләтеп айырым донъя көтә. 72 йәшлек Мәҙинә апай менән өләсәһе – 92 йәшлек Мәнәүәрә инәйҙең йәштәргә биргеһеҙ йәшәү ҡомары һоҡландыра. Күркәм юбилейы – 50-һенә аяҡ баҫҡан Фирҙәүес Маҙһар ҡыҙы үҙе лә бик йәш һәм теремек. Тормошо мөхәббәтле, күңеле шишмәләй саф, ғәмәлдәре изге булғанға, ул матур һәм һөйкөмлө, ти бер тауыштан һеңлеһе Гөлшат һәм әхирәттәре Флиза менән Эльвира...
Альбина Ғөбәйҙуллина.
Мәсетле районы.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы (2018) һанында уҡығыҙ.


Теги: Татыу ғаилә - ил күрке




Яңы һан



Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Счетчик


Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook