Башҡортостан Ҡыҙы

«ЙОМШАҠҠАЙЫМ!» – ТИЕП ӨНДӘШ...

Һәр нәмәгә ижади ҡараған уңған һәм һәләтле кешеләр күп арабыҙҙа. Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, шағирә, «Тамыр» балалар телеканалы мөхәррире Рәзилә САЛАУАТОВА – шундайҙарҙан. Шиғри күңелле ҡыҙ өйҙә шаршау, салбар, күлдәктәр тегә. Бөгөн журнал уҡыусыларға тәҡдим иткән кейемдәрҙе лә үҙе уйлап тапҡан.

«Мине Ғәйшә өләсәйемә оҡшаталар. Ул тегенергә әүәҫ булған, матур биҙәүестәр яратҡан.
Бер мәл әсәйем үҙе кеймәгән матур ҡара тунын миңә бирҙе. Берәй нимә эшләт йә берәйһенә бир, кейерҙәр, тине. Модалы тиреле жакет тегеп ҡарарға булдым», – тип һөйләй Рәзилә.

Зауыҡлы кейемдең нигеҙе булып көләпәрәле, молния ҡаптырмалы ҡара кофта хеҙмәт итә. Тунды буй-буй итеп ҡырҡып ала ла шул кофта өҫтөнә тегеп сыға. Матур төймәләр беркетә, зәңгәр ялтырауыҡтар менән биҙәй. «Эй, рәхәтләнеп кейәм мин ул жакетты!» – тип ҡыуанысын йәшермәй егәрле ҡатын.
Ҡара ҡуян тиреһенән тағы нимә тегергә була икән? Тундың ҡалған яғына ҡарап, уйланып торғанда, башына шәп фекер килә – унта тегергә! Йәһәт кенә эшкә тотона, бер сәғәттә унтаны тегеп тә ҡуя.

Бының өсөн ул самалап үлсәп, аяҡ оҙонлоғона һәм киңлегенә тап килтереп, тирене киҫә лә ситен торба рәүешендә тегеп сыға. Өҫ яғына резинка үткәрә. Эстән, йылы булһын өсөн, бер ҡат туҡыма уратып тегә. Шулай итеп, йылы һәм уңайлы унталар хасил була. Ул гетраны хәтерләтә – йәнең теләгән аяҡ кейеме менән кейергә мөмкин.

«Жакет менән унтаның ҡайҙан барлыҡҡа килгәнен белгәс, әсәйем «ыһ!» итеп ҡалды. Ҙур оҙон тунды әрәм иттең, тимәне былай. Ҡыҙының бер әйберҙе тулғандырып, икенсегә әйләндереп тегеүенә күнеп-өйрәнеп бөткәндер инде. Мине нисек бармын – шулай ҡабул итеүенә әсәйемә мең рәхмәт!» – ти тәүәккәл оҫтабикә.

Ғәҙәти сумкаға төлкө тиреһен тегеп сыҡҡас, ул шунда уҡ күҙҙең яуын алып торған зиннәтле аксессуарға әйләнә.
Шуныһын билдәләп үтергә кәрәк: Рәзилә әллә ниндәй махсус ҡулайламалар тотонмай, барыһын да ҡул менән, ябай энә ярҙамында башҡара. Модалы, зауыҡлы кейенәм тиһәң, әллә күпме аҡсалар сарыф итеү мотлаҡ түгеллеген тағы ла иҫбатлай был эштәр.
Әйткәндәй, кибеттә бындай жакеттар 10 – 55 мең һум, ә унталар ете мең һум самаһы тора...
Гөлшат РАФАТОВА.


Теги:




Яңы һан



Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Счетчик


Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook