«Үҙ юлымдан барам...»

«Үҙ юлымдан барам...»
Сәхнәнән йыр ағыла. Талғын да, аһәңле лә, тыйнаҡ та был моң күңелдең иң нескә ҡылдарына ҡағылып, һине берсә күктәргә ашыра, берсә тынысландыра, үҙ тулҡынында бәүелтеп, илһамландыра, ҡанатландыра. Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Резидә Әминеваның моңло йырҙары күптәр күңеленә хуш килә, сөнки улар мәңгелек ҡиммәттәргә арналған, һөйөү, һағыш, тормошто сикһеҙ яратыу хистәренән туҡылған.
Хозур тәбиғәтле Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылында ете балалы татыу ғаиләлә буй еткерә буласаҡ йырсы. Атаһы ла, әсәһе лә боронғо башҡорт халыҡ йырҙарын иҫ киткес моңло итеп башҡара. Резидә лә бәләкәйҙән йырлап үҫә, мәктәп, район сәхнәләрендә сығыш яһай. Ғаиләләге йырлы-моңло мөхит тә, йәнтөйәгенең һоҡланғыс тәбиғәте лә кескәй ҡыҙсыҡтың моңло күңелен ҡанатландыра. Ауылын уратып алған мәғрур тауҙарға, бормаланып аҡҡан Нөгөш йылғаһына, сылтыр шишмәләргә һоҡланыуы йөрәгенән йыр булып урғыла.


…«Миләш», «Һыу буйынан әсәй ҡайтып килә», «Балан емеше» кеүек моңло йырҙары менән тиҙ арала тамашасы күңелен яулай Бөрйән ҡыҙы. Конкурстарҙа ҡатнашып, һөнәри оҫталығын арттыра, яңынан-яңы йырҙар яҙҙыра. Концерттар, гастролдәр, алҡыштар, сәскәләр... Әммә тормошҡа сығып, ике ҡыҙға әсәй булғас, ҡапыл сәхнәнән ситләшә, арыу уҡ ваҡытҡа эстрада күгенән юғалып тора. «Йырсы, бигерәк тә сәнғәт юлын һайлаған ҡатын-ҡыҙ өсөн икенсе яртыңдың һине аңлауы, һөнәреңә хөрмәт-ихтирам менән ҡарауы бик мөһим. Ул ваҡытта ҡыйын ине, күңелем әрнеп илаған саҡтарым да күп булды. Ә хәҙер үҙемде балаларыма, музыкаль мөхәррир булараҡ радиолағы ғәҙәти эшемә арнауым, бәлки, дөрөҫ тә булғандыр, тип уйлайым. Уның ҡарауы, ҡыҙҙарым инсафлы, тәртипле булып үҫте, минең өсөн өҙөлөп торалар. Бер аҙ ҙурайғас, «әсәй, һинең бит йырлағың килә, йырла», тип дәртләндерҙеләр…

…Бына шулай, оҙаҡ йылдар дауамында радиола музыкаль мөхәррирлек эше менән йыр сәнғәтенә хеҙмәт итеүҙе бер ҡатар алып бара Резидә Рәүеф ҡыҙы. «Сәхнәнән ситләшеп торған мәлемдә, сәнғәт минһеҙ ҙә йәшәй бит, тип уйлай торғайным. Бер мәл шуны аңланым: ҡасандыр күңел талабым ҡушыуы буйынса ошо өлкәне һайлағанмын, Хоҙай Тәғәлә моң тигән илаһи тылсымдан миңә лә өлөш бүлеп биргән икән, тимәк, йырларға тейешмен. Әммә әрһеҙләшмәйем, тамашасымды ялҡытҡым, бер көнлөк йырҙар менән биҙҙергем килмәй. Үҙ баһамды белеп, үҙ юлымдан барам», – ти йырсы. Ысынлап та, Резидә Әминеваның ижадына ла, булмышына ла тыйнаҡлыҡ тигән матур сифат хас. Ундайҙар ялтырауыҡ данға ҡыҙыҡмай, шаулы шоуҙарға ылығып бармай, ә тыныс ҡына сәнғәт тигән һоҡланғыс та, ҡатмарлы ла донъяға фиҙакәр хеҙмәт итә…
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2017) һанында уҡығыҙ.


Теги: Резидә Әминева Сәнғәт




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook