Ҡул ҡото

Ҡул ҡото
Өфө ҡалаһынан Альбина Фәйзуллина:
«Иң ҙур күңел ялы бирә торған шөғөл ул – гөл үҫтереү. Әллә ниндәй көс етмәҫлек тәрбиә лә талап итмәй улар, бары ваҡытында һыу һибеп, тупрағын алмаштырып тороу, мәлендә күсереп ултыртыу етә. Яратып башҡарһаң, был мәшәҡәттәрҙе эш кеүектә күрмәйһең.
Инәйем дә бик матур гөлдәр үҫтерә ине. Бер саҡ саған гөлө шул тиклем шау сәскәгә күмелде. Ағас кеүек ҙур үҙе, сәскәләре аша япраҡтары ла күренмәй. Туған тейешле ағай килгәйне, эй маҡтап, һоҡланып торҙо был гөлгә. Иҫ китмәле – таң атыуға тотош сәскәләре шауҙырлап ҡойолғайны гөлдөң, аҙна тирәһендә үҙе лә ҡороно. «Күҙ тейеү» тигәне шул булалыр инде...
«Урлаһаң, гөл шәп үҫә» тиҙәр. Кешенең килгәндә шулай гөлдәрҙе йолҡҡолағанын яратмайым. Бер ҡунаҡ саҡырғандан һуң шау сәскәле бальзаминным ҡороно. Иғтибарлап ҡараһам, нисә ҡунаҡ килгән – шунса ботаҡ һындырып алынған. Ундайҙарға, кәрәк булһа, үҙемә әйтегеҙ, үҫтереп бирәм, тим. Бүләк итеп бирергә яратам гөлдәрҙе, әхирәттәрем менән дә алмашабыҙ.
Гөл үҫтергәндә артыҡ ашламалар менән мауыҡмайым, бары миләүшәләрҙе яҙын аҙ ғына туҡландырам. Һулый башлаған, ҡартайып барған япраҡтарын да төбөнән үк ҡырҡып барам. Шулай иткәндә, күп итеп сәскә ата, көсөн япраҡ үрсетеүгә бирмәй. Йылына ике тапҡыр көршәктәге тупраҡтың өҫкө ҡатын алып ташлап, яңыһын өҫтәйем. Быны аллергия барлыҡҡа килтерә торған төрлө микроорганизмдарҙан ҡотолор өсөн эшләйем. Тупраҡты һатып та алам. Ауылдан килтерһәм, шунда ихатала ултырған тимер мейестә «бешерәм». Ҡышын туңдырыуҙа яҡшы.
Кешенән артыҡ итеп әллә нимәләр эшләтмәйем, нимәләрҙер һипмәйем гөлгә. Ҡот тигән нәмәгә ышанам, өйҙөң, кешенең, ҡулдың ҡото була. Ҡулында ҡото булған кешенең сәскән һәр нәмәһе уңа, тип уйлайым».


Теги: Өйөм йәме гөл генә




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook