«НИСЕК БАРҺЫҢ, ҺИН ШУЛАЙ БУЛ!..»

«НИСЕК БАРҺЫҢ, ҺИН ШУЛАЙ БУЛ!..» Һуңғы мәлдә сәләмәт тормош рәүеше алып барыусыларҙың һаны бермә-бер артыуы күҙәтелә. Минең бөтә әхирәттәрем дә тиерлек дөрөҫ туҡланырға тырыша, спорт менән шөғөлләнә, тәбиғәткә йыш сыға. Дөрөҫөн әйткәндә, үҙем дә йыш ҡына ошо «яҡшылыҡ яғына» тартылам. Шулай уҡ кейемдә лә тәбиғи стилде ҡулланыу даирәһе киңәйә бара.

Тәбиғи стиль өсөн уңайлыҡ, ябайлыҡ, ғәҙәтилек хас. Тәү сиратта, былар нимәлер эшләгәндә, тура һүҙлелектә, үҙеңде иркен тотоуҙа, юҡбарға оялып-тартынып бармауҙа, асыҡ йөҙлөлөктә күренә. Был стилде үҙ иткән ҡатын-ҡыҙ, ҡағиҙә булараҡ, аралашыусан, эскерһеҙ, йомшаҡ күңелле, шәфҡәтле. Кемгәлер ярҙам кәрәк икән, ул шунда уҡ йүгереп сығып китергә әҙер. Тәбиғәт менән бер бөтөн булып йәшәй, хайуандарҙы ярата. Һуңғы мода яңылыҡтары ҡыҙыҡтырмай уны. Әммә был һис кенә лә, ул бөтөнләй үҙен ҡарамай, теләһә нисек кейенә, тигәнде аңлатмай. Һәр саҡ ыҫпай йөрөй, йөҙө балҡып тора, тырнаҡтары бөхтә итеп ҡырҡылған. Толомдарын тәртипкә килтереү өсөн оҙаҡ ваҡыт сарыф итергә яратмай, шуға ғәҙәттә уларҙы ҡыҫҡа йөрөтә йәки тәбиғәттән тулҡынланып торған оҙон сәстәрен йыйнаҡ итеп тарап ҡуя.
«НИСЕК БАРҺЫҢ, ҺИН ШУЛАЙ БУЛ!..»
Төҫтәргә килгәндә, тәбиғәттә осраған бөтәһе лә ҡулланыла: аҡһыл көрән, йәшел, көрән, һары, ҡыҙылһыу (терракот), зәйтүндәй һарғылт йәшел, ҡарағусҡыл ҡыҙыл, тоноҡ йәшел (фисташка)...
Тегелеше буйынса ҡарағанда, был стилдәге кейемдәр ҡатмарлы түгел, артыҡ өлөш-деталдәр ҡушылмаған. Оҙон киң итәктәр, тар булмаған уңайлы салбарҙар, оҙон еңле блузалар йыш осрай. Уларҙы тегеү өсөн, әлбиттә, етен, йөн, мамыҡ, джинса, йомшаҡ күн (замша) кеүек тәбиғи туҡымалар тотонола.
Образды тәбиғи таштарҙан эшләнгән биҙәүестәр, күн сумка йә ҡайыштар, төрлөсә үрелгән беләҙектәр тулыландыра. Аяҡ кейеме иһә ныҡлы үксәле йәки бөтөнләй яҫы табанлы. Страз, пайетка кеүек артыҡ сағыу, ялтыр нәмәләр һис ҡулланылмай. Кейемде ниндәйҙер нағыш, сигеүле буй сепрәк менән, ҡайһы саҡ макраме ысулын файҙаланып биҙәйҙәр. Шуға ла ул фольклор стиленә лә оҡшап китә. Тәбиғи стилдә кейенеү арзанға төшә, тип уйлаусылар хаталана. Киреһенсә, тәбиғи, сифатлы әйберҙәр өсөн байтаҡ ҡына аҡса сығарып һалырға тура килә.

Бөтәбеҙгә лә билдәле булған «йондоҙ»ҙар араһында ла тәбиғи стилде үҙ итеүселәр байтаҡ. Иң сағыуҙарынан Джулия Робертсты, Юлия Савичеваны, Наталья Водянованы атап үтергә була.
Тәбиғи стиль – Тургенев героинялары өсөн. Нескә, хыялдарға бирелеүсән, тәбиғәткә, әйләнә-тирәһенә ғашиҡ ҡыҙҙар улар.
Айгөл КИРАНОВА.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.


Редакциянан. «NewYorker» кибете тәҡдим иткән кейемдәрҙе М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы Гөлмира Исмәғилева кейеп күрһәтте. Әйберҙәрҙе һайлауҙа стилист-имиджмейкер Зилә Сәфиуллина ярҙам итте. Барыһына ла рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook