Файҙалы балсыҡ

Файҙалы балсыҡ
Балсыҡ гүзәллекте һаҡлау өсөн киң ҡулланыла. Минералдар һәм микроэлементтарға бай булыуы менән тән тиреһен бер юлы туҡландырыу, дымландырыу, шымартыу сифатына эйә.

Балсыҡтан битлек майлы тире өсөн айырыуса файҙалы. Елһенеү-ҡыҙарыуҙы, һытҡыларҙы бөтөрә. Ул биттең төҫөн тигеҙләй, ваҡ йыйырсыҡтарҙы кәметә. Бер ни тиклем пилингты алмаштыра, үле күҙәнәктәрҙән таҙарта, тирене файҙалы минералдар менән туҡландыра. Балсыҡты биткә, сәскә, бөтә тәнгә лә һыларға мөмкин, целлюлиттан да ҡулланалар. Тырнаҡтар, сәстәр нығына, ебәктәй йылҡылдап китә. Косметикала файҙаланылған балсыҡ төҫө һәм сифаты буйынса айырыла.

Иң киң таралғаны, моғайын да, аҡ балсыҡтыр. Ул хатта балалар йыуыныу әйберҙәрендә, кремдарҙа ҡулланыла. Ҡиммәтле сараларҙы рекламалағанда ишеткән каолин – тап шул аҡ балсыҡ. Ел-ямғыр тәьҫиренә тиҙ бирешә торған артыҡ һиҙгер тире өсөн нәҡ ошо төрө килешә. Ул бит төҫөн матурлай, пигмент таптарынан таҙарта.

Күк балсыҡ тирене минералдар һәм микроэлементтар менән туҡландыра, йомшарта, көс бирә, һытҡыларҙан ҡотолдора, ағарта, ваҡ йыйырсыҡтарҙы бөтөрә. Ул целлюлитҡа ҡаршы киң ҡулланыла. Сәсте яҡшы үҫтерә, ҡойолоуҙан туҡтауға булышлыҡ итә. Нормаль һәм ҡатнаш тире өсөн тәҡдим ителә.

Ҡыҙыл балсыҡ та һиҙгер тиреле һылыуҡайҙар өсөн. Тиренең ҡыҙарыуын ала, һытҡыларҙан дауалай.

Йәшел балсыҡ тирене таҙарта, киптерә, шуға ла уны майлы тире өсөн ҡулланыу отошло булыр. Сәстең ҡауағын бөтөрөүгә лә һәләтле.

Алһыу балсыҡ тырнаҡты, сәсте нығытыуға булышлыҡ итә.

Һары балсыҡ йыйырсыҡлы биткә тап килә, ул барыһынан нығыраҡ тиренән токсиндарҙы сығарыуға ярҙам итә, уны кислород менән байыта.

Ҡоро тире өсөн дымландырыусы һоро балсыҡ тап килә.

Ҡара балсыҡ файҙалы матдәләр менән туҡландыра, артыҡ майҙы «һура».

Классик битлек өсөн 2-3 ҡалаҡ балсыҡҡа 3-4 ҡалаҡ һыу һалына. Быны металл һауытта эшләү кәрәкмәҫ. Балсыҡҡа һыу тулыһынса һеңеп бөткәс кенә бутайҙар, юғиһә төйөрләнеп йонсотор. Битлек эшләр алдынан тирене яҡшылап таҙартырға, макияжды йыуырға кәрәк. Биткә һылап, 5 – 15 минут ятып тороу яҡшы. Һуңынан йылымыс һыу менән йыуып төшөрәләр. Балсыҡтан битлекте йыш эшләү кәрәкмәй, аҙнаһына бер тапҡыр ҡулланыу тәҡдим ителә.

*Пәйғәмбәр тырнағы, кейәү үләне, аҡ сәскәне бер үк миҡдарҙа алып, ҡайнар һыу һалып төнәтәбеҙ. Һыуынғас, һөҙәбеҙ. Аҡ балсыҡҡа ошо төнәтмәне ҡушып болғатабыҙ ҙа биткә һылайбыҙ. Был битлек һытҡыларҙан таҙарта, шешкән, елһенгән, ҡыҙарған тирене тынысландыра.

*Күк балсыҡҡа томат һуты, әсегән һөт (барыһы ла бер үк миҡдарҙа алына) ҡушып болғатабыҙ. Биткә лә, ҡулға ла, тәнгә лә һыларға була. Ул ағартыу һәләтенә эйә.

*Таҙартыусы битлек: ҡара балсыҡҡа бер үк күләмдә лимон һуты, пәйғәмбәр тырнағы төнәтмәһен ҡушып бутайҙар ҙа биткә яғалар.

*Йыйырсыҡтарға ҡаршы: алһыу балсыҡҡа йылымыс һөт ҡушабыҙ, ҡаймаҡ хәленә еткәс, битлек эшләйбеҙ.

*Туҡландырыусы битлек: 2 өлөш йәшел балсыҡҡа 1 өлөш һоло оно, 3 өлөш һыу ҡушыла.

*Ҡоро тире өсөн: ҡыярҙы ҡырғыстан үткәреп, аҡ балсыҡ менән бутайҙар. Икеһе лә бер үк күләмдә алына.

*3 балғалаҡ аҡ балсыҡҡа 3 ҡалаҡ һөт, 1 балғалаҡ йылытылған шыйыҡ бал ҡушып бутарға. Был битлек шулай уҡ ҡоро тире өсөн яҡшы.

*Майлы тире өсөн: 3 ҡалаҡ йәшел балсыҡҡа 3 балғалаҡ урман сәтләүеге (фундук) майы, 1 балғалаҡ газһыҙ минераль һыу ҡушалар.

*2 ҡалаҡ аҡ балсыҡҡа 2 ҡалаҡ тальк ҡушалар, ҡаймаҡ хәленә етерлек итеп йылы һөт ҡоялар. Был битлек тә майлы тирегә тап килә.

*Майлы тире өсөн тағы бер ысул: 1 ҡалаҡ аҡ балсыҡҡа 1 ҡалаҡ ваҡланған диңгеҙ кәбеҫтәһен, 2 ҡалаҡ бәпембә япрағы һутын, ҡаймаҡ ҡуйылығына етерлек итеп ҡайнап һыуынған һыу ҡушып, болғатырға ла 8 – 10 минутҡа биткә һыларға.

*Нормаль тирегә битлек: 1 ҡалаҡ күк балсыҡҡа ҡаймаҡ хәленә еткәнсе һөт, 1 балғалаҡ бал, 1 балғалаҡ ҡаймаҡ һалып болғатабыҙ ҙа биткә һәм муйынға һылайбыҙ.

*Сәскә маска: йәшел сәй, аҡ сәскә йә үҙегеҙгә килешкән башҡа үлән төнәтмәһе менән күк балсыҡты иҙеп, ҡаймаҡ ҡуйылығына еткерергә лә сәс төбөнән осона тиклем, шулай уҡ баш тиреһенә һыларға. Буялмаһын өсөн шыптыр өҫтөнән таҫтамал урап, 20 – 30 минут тотҡандан һуң, йылы һыу менән йыуырға.
Гөлшат РАФАТОВА әҙерләне
.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook