Башҡортостан Ҡыҙы

Ҡара аҡыл

Ҡара аҡылОло йәштәге ханым мин. Туғандарым да күп. Барыһын да тигеҙ күрәм, әммә тормош ҡушыуы буйынса, бер тигеҙ дәрәжәлә аралаша алмайым. Ҡайһы берәүҙәре, бигерәк тә оло йәштәгеләре менән көн дә тиерлек шылтыратышып хәл белешәбеҙ, ғаиләләге яңылыҡтарҙы бүлешәбеҙ. Кем менәндер йыш осрашабыҙ, байрамдарҙы бергәләп уҙғарабыҙ. Ҡай берәүҙәре менән һирәк, туй, үлем-китем мәлендә генә күрешергә тура килә.

Ике йыл элек ике туған һеңлем юл фажиғәһенә юлыҡты. Эшкә китеп барғанда, иҫләмәҫтән, юл киҫелешендә машина бәрҙереп киткән. Бик сабыр һәм аҡыллы ине ул, иманы юлдаш булһын. Ал-ял белмәй офиста эшләне. Үтә сибәр үҙе, һәр саҡ зауыҡлы кейенә, ни кейһә лә килешә. Кешеләр менән бик тиҙ уртаҡ тел таба, бар нәмәгә лә өлгөрә, ҡулынан килмәгән эш юҡ ине. Ғаиләһе районға үрнәк, илдә бер: туған йәнле, ярҙамсыл. Юғары уҡыу йортон тамамлаған ҡыҙы, башлы-күҙле булып, баш ҡалала төпләнде, тиҙҙән әсәй буласаҡ. Уртансы улдары ­ төҙөлөш институты студенты. Төпсөктәре башланғыс синыфта уҡый, апай-ағаһына оҡшап, йырлай ҙа, бейей ҙә, спорт менән дә шөғөлләнә… Һөйөп-һөйөлөп туймаҫ һеңлемдең, моғайын, күҙ тейеп кенә ғүмере өҙөлгәндер… Ҡайғы менән килешмәһәк тә, сараһыҙлыҡтан, дуҫтары һәм туғандары ҡайғырышып, хөрмәтләп һуңғы юлға оҙаттыҡ. Барлыҡ йолаларҙы ла ваҡытында, ваҡ-төйәктәрен дә еренә еткереп үтәргә тырыштыҡ.

Беҙҙең яҡта мәрхүмдәрҙең ҡырҡынан һуң уның кейем-һалымын яҡындарына иҫтәлеккә таратып бирә торған ғөрөф-ғәҙәт бар. Туғанымды иҫкә алырға йыйылған Ҡөрьән табынына килгән кешеләрҙе оҙатҡас, яҡындары ғына ҡалдыҡ. Ире уның береһенән-береһе матур, күбеһен кейергә лә өлгөрмәгән әйберҙәрен ҡаршыбыҙға килтереп ҡуйҙы ла төҫө итеп һәр ҡайһыбыҙға алырға тәҡдим итте. Бөтә тәнемде ниҙер сымбырҙатып йүгереп уҙҙы. Күҙ алдыма һеңлем менән булған төрлө хәтирәләр килде. Етем ҡалған кесе ҡыҙын ҡыҙғандым. Саҡ тыйылып торған тоҙло йәштәр битем буйлап юл алды. Бер әйберен дә алғым килмәне. Кейәү тейешле кеше, һеңлемдең ире:
– Сания апай, аңлайым, берегеҙ ҙә кейемгә мохтаж кешеләр түгел. Нишләйбеҙ, йолаһы шул бит. Алығыҙ, бына бынауы пальтоғыҙ төҫөндәге йәшкелт зәңгәр итеген. Бер тапҡыр ҙа кеймәне. Кем белә, бәлки, үҙегеҙгә бүләккә тип атап алғандыр… – тигәс, баш тартырға уңайһыҙландым. Яраһына тоҙ һалаһым килмәне.

Оҙаҡ ҡына кейергә яй сыҡманы. Ауыл ерендә диңгеҙ төҫөндәге итектәр кейеп ҡайҙа бараһың инде. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә сәхнәлә хор менән сығыш яһарға тейеш инек. Теге итекте кейер әмәл сығыуына һөйөндөм. Мәҙәниәт йортонан ҡайтҡанда һыуытҡан, туңдырған ине. Тунды алмаштырғанғамы, үтәләй ел пальто эсенә кереп, бөтөн тәнемде өшөтөп, ҡалтыратып ебәрҙе. Етмәһә, бейек үксә кейеүҙе онотҡан аяғым яңылыш шыуып китте. Тигеҙлекте юғалтып, ауыр кәүҙәм менән ла­пылдап барып төштөм. Аяҡ тайған булып сыҡты. Көндәр йылынып, ер кипкәнлектән, итекте башҡа кейергә тура килмәне, кире тартмаһына һалып, аяҡ кейеме шкафына тығып ҡуйҙым.

Оло кеше һөйәге тиҙ генә төҙәләһе килмәне. Төрлөсә ҡыландырҙым, тик файҙаһы булманы. Рәтләп йоҡо туйғансы йоҡлаған, бер йүнле төш күргән юҡ — йоҡоға китеү менән һаташтыра башлай. Төрлө дарыуҙар эсеп ҡараным, йәй төрлө үләндәр бәйләштерҙем. Аяғым баштағы кеүек үлтереп һыҙламай-һыҙлауын, әммә көндөң үҙгәрәһен, яуым-төшөмдө тиҙ һиҙә. Үксәләр ярғыланып йәнемде ашаны. Шул рәүешле көҙгә керелде.

Район үҙәгенә йәш яҙыусының китап туйына саҡырҙылар. Үҙемсә килешле генә кейенеп, ҡысҡырып тормаҫлыҡ, еңелсә биҙәнеп, билдәләнгән ваҡытты самалап, такси саҡырҙым. Ул китапхананың күтәрмә төбөнә үк илтеп ҡуйҙы. Ике баҫҡыс та күтәрелергә өлгөрмәнем, итегемдең үксәһе һынды ла ҡуйҙы, ярай, йығылмай ҡалдым. Ҡаршыла юл аша ғына райондың үҙәк кибете. Һайыҫҡан һымаҡ тәнтерәкләй-тәнтерәкләй шунда йүнәлдем. Һайланып тормай, беренсе ҡарашҡа уңайлы күренгән итекте кейеп ҡараным. Һалып та тормай, хаҡ һуғыусыға аҡсаһын түләнем. Күңелемдән мәрхүмә һеңлемдән кисереүен һорап ғәфү үтендем дә ҡулымдағы үксәһе һынған теге йәшкелт зәңгәр итектәрҙе ишектән сығышлай уҡ сүп тултыра торған һауытта ҡалдырып киттем…

Минең менән булған хәлдәрҙә итектәрҙең тамсы ла ғәйебе юҡ икәнен беләм. Үҙеңде теләһә нәмәгә, ҡара аҡылға ышандырырға ярамай. Шулай ҙа… Хәҙер нисектер өҫтөмдән ниндәйҙер ауыр нәмә төшкәндәй тоям үҙемде…
Сания Шәрипова.
Бүздәк районы.


Теги:




Яңы һан



Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Счетчик


Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook