Бәләкәй бөжәктән – ҙур бәлә

Башҡортостан – талпан энцефали­ты менән сирләү ҡурҡынысы ҙур булған төбәк. Был йоғошло ауырыу бик ауыр үтә, ваҡытында дауаламаһаң инвалидлыҡ, хатта үлем менән тамамланыуы ихтимал.

Кешегә талпан энцефалитын сирле ҡан эскестәр тарата. Талпандарҙың уртаса 4-6 проценты вирус йөрөтөүсе булып тора.
Талпандан иң һөҙөмтәле һаҡланыу сараһы – вакцинациялау. Иммунитет барлыҡҡа килһен өсөн, вакцинаны бер ай арауыҡ менән ике тапҡыр индереү кәрәк. Вакцинациялау курсын тәбиғәткә сығырҙан ике аҙна алдан тамамларға. Бер йылдан тағы бер тапҡыр вакцина индерергә. Хәүеф төркөмөнә ҡараған һөнәр эйәләренә – урмансыларға, нефтселәргә, төҙөүселәргә прививка йыл һайын яһала. Башҡалар уны, табип менән кәңәшләшеп, теләк буйынса эшләтә ала.

Тәбиғәткә йәки паркка сыҡҡанда талпан эләкмәһен тиһәң, кейем ҡул беләҙектәрен, бәкәлде тығыҙ ҡаплап торорға, баш кейеме лә һеҙҙе талпандан мөмкин тиклем нығыраҡ йәшерергә тейеш. Һәр 1,5-2 сәғәт һайын үҙеңде (йәки бер-берегеҙҙе) ҡарап сығырға кәрәк, сөнки талпан эләкһә лә, ошо ваҡыт эсендә ҡаҙалып өлгөрмәй.

Талпан тешләп өлгөрһә, ипләп кенә сығарығыҙ. Уны һытырға ярамай, сөнки зарарлы вирустар булыуы, ҡулығыҙҙа бәләкәй генә йәрәхәт аша ла был вирустарҙың һеҙгә эләгеүе мөмкин.

Артабан талпанды ҡапҡаслы һауытҡа һалып, Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенә алып барырға кәрәк. Республикала Үҙәк лабораториялары түбәндәге адрестар буйынса урынлашҡан: Өфө ҡалаһы, Шәфиев урамы, 7; Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Революция урамы, 2а.
Талпандың йоғошло икәнлеге асыҡланһа, уға ҡаршы бушлай иммуноглобулин индереү өсөн яҡындағы травмпунктҡа мөрәжәғәт итеү мөһим. Талпан тешләгәндән алып тәүге өс көндә бөтә саралар күрелһә, уның зыяны ла аҙыраҡ буласаҡ.

Тешләнгән урында, ғәҙәттә, бер ниндәй үҙгәреш күренмәй. Ләкин талпан йоғошло икән, вирус лимфа төйөрҙәренән ҡанға үтә, артабан ҡан тамырҙары күҙәнәктәренә тарала. Вирус ныҡлап үрсегәс, гриптыҡына оҡшаш билдәләр барлыҡҡа килә.

Вирус йоҡтороусыларҙың күбеһен­дә был билдәләр талпан тешләгәндән һуң ике аҙна дауамында барлыҡҡа килә. Әммә инкубация осоро ике аҙнанан 21 көнгә тиклем дауам итеүе ихтимал. Ҡайһы берҙә сир бер нисек тә беленмәй, йәғни кеше үҙен һау тоя. Был осраҡта уны анализ ярҙамында ғына асыҡлап була. Ләкин күп ваҡыт ауырыу ҡапыл өшөтөп-ҡалтыратып – биҙгәк тотоп башлана, бөтөн тән ватылған һымаҡ була.Температура 38-40 градусҡа тиклем күтәрелә, баш ауырта. Артабан вирус баш мейеһен зарарлай, үҙәк нервы системаһына зыян килә. Был сирҙән ныҡлап ҡаҡшаған кеше оҙаҡ йылдар мандып китә алмай яфалана. Шуға күрә яҙлы-көҙлө осорҙа талпан эләктереүҙән бик һаҡ булырға кәрәк. Бәләкәй бөжәк тешләүҙән ҙур бәлә булыуы бар.

Эльвира ЯМАЕВА,
табип-инфекционист.


Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook