«Уңыштарымды яҡындарыма бағышлайым»

«Уңыштарымды яҡындарыма бағышлайым»«Көн һайын нимәгә булһа ла өйрәнергә, бер ниҙән ҡурҡмайынса, яңылыҡтар асырға! Кеше булдырмаған нәмә юҡ был донъяла». Өфөлә иң билдәле имиджмейкерҙарҙың береһе булған Наилә Иҫәнованың тормош девизы был.

Барыһы ла йоҡлап киткәс, серле тынлыҡта шым ғына бер ҡыҙыҡай һүрәт төшөрә. Уй-хыялдары килешле генә булып аҡ ҡағыҙға ята. Төҫтәр донъяһы, үҙенә ылыҡтырып, бар булмышын биләп ала... Ҡыҙҙарының гүзәллеккә ынтылышын, һәләтен күргән Ғәлиә Ҡотдос ҡыҙы менән Рәйес Шәрифрахман улы махсус ҡылҡәләм-буяуҙар, мольберт һатып ала, кескәй Наиләне художество мәктәбенә бирә. Осорға талпынғанда, төрлө сәбәп табып, юҡлыҡҡа, донъя мәшәҡәттәренә һылтанып, ҡанаттарын һындырмауҙары, киреһенсә, уға бар яҡлап таяныс булырға тырышыуҙары өсөн ғәзиздәренә ғүмерлек рәхмәтле Иҫәнова. Бәләкәстән етди, уйсан ҡыҙҙарының, үҫмерлек ҡорона еткәс, бер көн килеп гитарала уйнарға теләүен дә тейешенсә ҡабул итәләр. Спорт яратҡан, ҡул эштәре менән мауыҡҡан Наилә ижадҡа, матурлыҡҡа булған күңел талабын шулай ҡәнәғәтләндерә. Алдына маҡсат ҡуйып, уға табан эҙмә-эҙлекле барырға кәрәклегенә лә тап ошо осорҙа төшөнә. Бөгөнгө уңыштарының нигеҙе тап шул саҡта һалынғандыр, тип уйлай ул. «Юҡ» тигән һүҙҙе оноторға кәрәк. Барыһы ла маҡсаттар ҡуйып, шуға ынтыла белеүҙән һәм ихтыяр көсөңдән тора. Теләйем икән, эшләйем, булмағанды ла булдырам, тиергә кәрәк», – тип ҡабатларға ярата исеме республикала билдәле имиджмейкер. Бәхетле булыу өсөн нимә эшләргә, тип һораһалар ҙа, тап ошолай яуап бирә.

Үҙен белгәндән алып, матур итеп кейенергә ярата ҡыҙыҡай. Күңеле теләгән, әммә кибеттә булмағанды тегеп кейә. Урта мәктәпте тамамлауға алдында һорау тыуа: рәссамлыҡҡа уҡырғамы, әллә кейем дизайнерынамы? Яҙмыш БДПУ-ның художество бүлегенә алып килә. Артабан Мәскәү дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт университетында имиджмейкер һөнәренә эйә була.

«Бөгөнгө шөғөлөм – шулай уҡ ижад ул. Бында ла төрлө төҫтәрҙе, үлсәмдәрҙе яраштыра белеү мөһим», – ти имиджмейкер, «Эго-STYLE» стиль мәктәбе етәксеһе Наилә Иҫәнова. Матур кейенеү серҙәрен асырға теләүселәр ҙә, модаға булған ҡыҙыҡһыныуын хоббиҙан һөнәргә әйләндерергә йөрьәт итеүселәр ҙә килә бында.

Имиджмейкер эшенең маҡсаты – кемделер килешһеҙ күренгән кейемдәренән арындырып, яңыса биҙәндереү-төҙәндереүҙә түгел. Бурыс күпкә ҡатмарлыраҡ һәм етдиерәк – ҡатын-ҡыҙҙың тормош сифатын яҡшыртыу. Матурлыҡ эске тороштоң сағылышы икәнлеген төшөндөрә уҡыусыларына Наилә. Тыштан ялтырау ғына етмәй, төп шарт – сәләмәтлек, күңелең менән бай йөкмәткеле булыу. Ҡатын-ҡыҙға спорт менән дуҫ булыу бик файҙалы.
Кейемгә килгәндә, иң билдәле мода журналдары тәҡдим иткән нәмәләр ҙә барыһына берҙәй тап килеп бармай. Кәүҙәңдең, йөҙ-ҡиәфәтеңдең үҙенсәлектәрен иҫәпкә алырға кәрәк. Уныһына өйрәтеү еңелерәк. Ә бына гүзәл заттың үҙенә ышанысын ҡайтарыу күберәк көс талап итә. Бының өсөн һылыуҙарҙың күңелендә бер аҙ «ҡаҙынып» алырға ла тура килә.

– Беҙгә килгән ҡатын-ҡыҙҙар эште «Мин ынтылған образ» тигән эссе яҙыуҙан башлай, – тип һөйләй Наилә. – Тышҡы ҡиәфәт тураһында булһа ла, бөгөнгөң, киләсәгең хаҡында уйланыу ул. Яҙып ултырғанда, бөгөн үҙенең теләгәненән ни тиклем алыҫ икәнлеген күреп, илап ебәргәндәр ҙә бар. Тормош мәшәҡәттәренә батып, йыш ҡына үҙебеҙ хаҡында онотоп ебәрәбеҙ шул! Ә бит бер ни ҙә ҡылмайынса, илап ултырһаҡ, күңелебеҙ теләгәндән йыраҡлаша ғына барасаҡбыҙ. Аныҡ маҡсат ҡуйып, шуға ынтылырға кәрәклеге көн кеүек асыҡ. Ниндәй ҡатын-ҡыҙ булырға теләйһең? Психология ҡанундары буйынса, киләсәгеңде күҙ алдына килтереп, уға ышанаһың икән, был хыялдарың тормошҡа аша.

Стиль мәктәбендә дөрөҫ кейенергә генә түгел, үҙеңде тоторға, хатта нисек атларға, һөйләшергә лә өйрәтәләр. Белгес, медицина ярҙамы талап ителгәндә, кәрәкле йүнәлеш бирәләр. Тормошонда ниндәйҙер үҙгәрештәр булып, яңы баҫҡысҡа үрләгән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа йыш килә. Әйтәйек, декрет ялында ултырыусы йәш әсәләрҙең һорауы күп. Тормошондағы мөһим ваҡиға кәүҙәһен тулыһынса үҙгәрткән, ул тулыланған йәки ябыҡҡан, үҙенең хәҙерге ҡиәфәтенә күнегә алмай бер була... Кемдер оло йәштә булыуына ҡарамай, артыҡ йәштәрсә кейенеүҙән туҡтамай, үҙенең хатаһын аңлай ҙа, тик ни эшләргә белмәй... Берәү тормошон бөтөнләй үҙгәртергә теләп, кәңәш һорап килә...

Кейем кеше тураһында үҙе һөйләгәнгә ҡарағанда ла күберәкте әйтеп бирә, тип һанай стилист. Был тормошта тотҡан урыны, биләгән вазифаһы, йәше, үҙенә һәм донъяға мөнәсәбәте, холҡо... – барыһы хаҡында ла «ҡысҡырып» тора. Кейемеңә ҡарап ҡаршы алалар, тигәне лә дөрөҫ. Эйе, аҡылыңа ҡарап оҙаталар, тик һинең өсөн мөһим булған ҡыҫҡа ваҡытлы осрашыуҙа белемеңде күрһәтергә ваҡытың етәме һуң? Эшкә урынлашырға килгәндә, тәүге осрашыуға барғанда... тышҡы ҡиәфәтең үҙең теләгәнде «күрһәтергә» тейеш.

Ҡалабыҙҙың «тышҡы ҡиәфәтен» нисек ҡылыҡһырлай имиджмейкер? «Өфө халҡы тотороҡло, тыныс холоҡло, үҙенә иғтибар йәлеп итеү өсөн бик көс түкмәй. Ялтыр-йолторға ла иҫе китеп бармай. Шулай ҙа ҡатын-ҡыҙҙарҙың сағыуыраҡ кейенеүен теләр инем, – ти Наилә. – Заманса кейемдәргә милли үҙенсәлектәрҙе өҫтәге килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең модельерҙар араһында милли кейемгә, биҙәктәребеҙгә мөрәжәғәт итеүселәр һирәк».
Буласаҡ шопперҙарға (кейем һайлауҙа ярҙам күрһәтеүселәргә) дәреслек яҙыу теләге менән яна Наилә, бер нисә йыл инде «түл йыйып» йөрөй. Әлегә Рәсәй стилистарынан был эшкә тотоноусылар юҡ, ти ул. Шулай уҡ стилистар өсөн ассоциатив карталар ҙа әҙерләй.

«Ҡатын-ҡыҙ илаһи көскә эйә. Ул – ҡурсалаусы әсә, ғаилә усағын һаҡлаусы хәстәрлекле ҡатын, наҙлы һөйәркә, тыңлаусан бала, яуаплы хеҙмәткәр, кәрәк икән, уҡ-һаҙағын алып, яуға сығырға ла булдыра ала. Ғүмерҙең төрлө мәлендә был сифаттарҙың ҡайһыһылыр өҫтөнөрәк булып китеүе тәбиғи. Әммә, дөйөм алғанда, ошо бурыстарҙың һәр береһен тигеҙ алып барғанда, гүзәл зат үҙен бәхетле тип һанайҙыр. Грек мифологияһына таянып билдәләнгән архетиптарҙы өйрәнеү бик ҡыҙыҡлы. Ошо хаҡта семинар ойошторорға уйым бар», – тип ниәттәре менән бүлешә Наилә.

Журналыбыҙҙа «Камиллыҡҡа ынтылыш» рубрикаһындағы мәҡәләләре менән ҡыуандырған стилисты телевидениеға ла йыш саҡыралар. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында кәңәштәре йыш яңғырай, «Вся Уфа», «Домашний» каналдарында тапшырыуҙар ҙа алып бара ул. Бөгөн гүзәл заттарҙы матур кейенергә өйрәткән Наилә үҙе кемдән өлгө ала, кемгә оҡшарға теләй? «Кумирҙарым юҡ, – ти ул. – Һөнәри йәһәттән дә, ҡатын-ҡыҙ, әсә булараҡ та, күп уҡыйым, фильмдар ҡарайым. Психология менән ҡыҙыҡһынам, эшемдә ҡулланам».

Эйе, табыныу өсөн «йондоҙ»ҙарҙы ситтән эҙләмәй ул. Кемделер ҡабатларға тырышыу ижади кешеләргә хас сифат та түгелдер. Юғары уңыштарға ла тик үҙең өсөн генә ирешеүҙә мәғәнә юҡ, тип һанай. Барыһын да ғаиләһенә, ҡәҙерлеләренә ҡыуаныс килтереү, туғандары уның менән ғорурланһын өсөн эшләй. «Бер көн килеп, яҡын кешеләрем менән аралашыуға ваҡыт еткерә алмаған, уларға рәхмәтемде әйтеп бөтмәгән өсөн үкенеүҙән ҡурҡам», – ти ул. Хәҙер ата-әсәһе эргәлә, Өфөлә йәшәй. Йәйҙәрен иһә тыуған ерҙәрендә, Ишембай районы Һайран ауылындағы йорттарында, үткәрәләр. Наиләнең ҡыҙы Милена ла олатай-өләсәйҙәренә ҡунаҡҡа йөрөргә ярата. Ғәзиздәренең йылы өйөндә уянып, атаһы менән әсәһенең сәй эскәндә көңгөр-ҡаңғыр донъя мәшәҡәттәре хаҡында һөйләшеүен тыңлап ятырға ярата Наилә үҙе лә. Бына ҡайҙа ул бәхет, донъяның бөтөнлөгө!
Үҙ ғаиләһе менән Раевкала йәшәгән Зөлфиә һеңлеһе юрист булып эшләй. Туғандар йыш күрешеп, аралашып тора.

– Иң ҙур таянысым – тормош иптәшем, – ти Наилә. – Уның мине аңлауын, кәрәк саҡта иңен ҡуйыуын тойоп йәшәүгә ни етә! Хәләл ефетем миңә яратҡан эшем менән шөғөлләнергә мөмкинлек бирә. Ҡатын-ҡыҙҙың уңыш сере ғаиләһендәге яҡшы мөнәсәбәттәргә, бер-береңде аңлап йәшәүгә бәйле ул.
Һәр кеше күңеле ятҡан нәмә менән шөғөлләнергә тейеш, тигән ҡарашта Наилә. Кемдер яҡындарын тәмле-татлы менән һыйларға ярата, кемдер техника яңылыҡтарын тиҙ генә отоп ҡуллана ала... Яратҡан шөғөлөңдө эш кеүек тә күрмәйһең бит, буш ваҡытыңды шуға йәлләмәй бирәһең, бынан көс, дәрт алаһың. Күңел ятмаған эштә лә, кәрәк тип, тырышырға, алға китергә, етәксе булырға, күп аҡса эшләргә мөмкин. Тик үҙеңде алдап йәшәү рәхәтлек бирмәй. Ғүмерҙе күҙҙе йомоп үткән кеүек була бит ул. Һөҙөмтәлә һаулыҡҡа зыян килә, бер-бер артлы күңелһеҙлектәр башлана. Һәр кемдең ниндәйҙер һәләте бар, үҙеңә хыянат итмәй, шуны үҫтерергә генә кәрәк.

– Бына картинамды тамамлау өҫтөндәмен, – тип күрһәтә Наилә. – Был мауығыуым ғүмерлек. Кеше ҡиәфәте менән шөғөлләнгәндә лә төҫтәр, үлсәмдәр менән эш итергә тура килә. Һөҙөмтәлә, бына, хатта үҙемдең бер аҙ оҫтарғанымды, төҫтәрҙе лә яңысараҡ аса алыуымды тоям. Барыһы ла бер-береһенә бәйләнгән был донъяла...

Гөлшат ҠУНАФИНА.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook