Доға ҡылайыҡ

Доға ҡылыу – ул үҙе ғибәҙәт, Аллаһ Тәғәләгә һыйыныу, буйһоноу, Уны иҫкә алыу. «Доға» – ғәрәп теленән «теләк, ялбарыу» тигәнде аңлата. Аллаһ – барлыҡ ғаләмдең, байлыҡтың хужаһы, шуға беҙ Унан нимә теләйбеҙ, байлығын да, һаулығын да, барыһын да һорап ала алабыҙ. Үҙебеҙ, ғаиләбеҙ, туғандарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ, халҡыбыҙ өсөн доға ҡылыу – хәйерле ғәмәл. Раббыбыҙ: «Һорағыҙ, бирермен!» – тигән бит. Доғаны намаҙҙан һуң да, ҡасан теләйбеҙ – шул ваҡытта, күңелдән уй менән дә, телдән әйтеп тә ҡылып йөрөй алабыҙ, уның өсөн беҙгә сауаптар яҙыла. Әммә доғаларыбыҙ ҡасан ҡабул була – уныһын Раббыбыҙ Үҙе генә белә, беҙҙең өсөн нимә яҡшыраҡ икәне Уға ғына билдәле. Әгәр ҙә доғаларыбыҙ был донъяла ҡабул булмай икән, өмөтһөҙләнеп, ҡул һелтәп ҡуйырға ярамай. Һорағаныбыҙҙы Аллаһ хәҙер бирмәһә, ҡиәмәт көнөндә уның урынына гонаһыбыҙҙы ғәфү итәсәк.
Доғаның ҡабул булыуы өсөн бәндәнең ашаған һәм эскәне хәләл, өҫтөнә кейгән кейеме таҙа, күңеле пак булырға тейеш. Рәсүлебеҙ: «Харам ашаған-эскән кешенең доғаһы 40 көн ҡабул булмаҫ», – тигән.

Доға ҡабул булһын өсөн башта тәһәрәт йәки ғөсөл алырға, ғәүрәт ерҙәрҙе ҡаплап кейенергә кәрәк. Ҡатын-ҡыҙ яулыҡһыҙ булһа, фәрештәләре ҡалдырып китә. Доға ҡыла башлағанда, Ҡибла яҡҡа ҡарап, ҡулдарҙы күтәреп һорайбыҙ, сөнки һонолған ҡулды Раббыбыҙ буш ҡалдырмай. Башта гонаһтарыбыҙ өсөн ғәфү үтенеп, тәүбә итеү лазым. Аллаһыбыҙ беҙгә биргән киң ризығы, сикһеҙ бәрәкәте өсөн мең-мең шөкөр әйтеү мөһим. Доғаны ҡылған ваҡытта, йөрәктә уның ҡабул булырына ышаныс һәм өмөт һаҡлайбыҙ. Күңелдә ихласлыҡ менән Аллаһтың гүзәл исемдәре-сифаттарын, йәғни маҡтау һүҙҙәре әйтеп, һәм Уның рәсүле Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһис-сәләмгә салауаттар уҡырға кәрәк.

Доғаның ҡабул була торған айырым ваҡыттары ла бар. Мәҫәлән, тәһәрәт алғандан һуң, фарыз намаҙҙарынан һуң, аҙан менән ҡамәт араһында, сәждә ҡылғанда, ямғыр яуғанда, зәм-зәм һыуы эскәндә, Сафа, Ғәрәфә тауында торғанда, Ҡәғбәтулла эсендә һорағанда, хаж ваҡытында таш ташлағанда, күмәкләп зекер әйткәндән һуң, Ҡәҙер төнөндә, Рамаҙан айында, ураҙа тотоусының ифтарға тиклем һәм ауыҙ асҡанда ҡылған доғалары ҡабул була. Шулай уҡ юлсының доғаһы, икенсе кеше өсөн уҡылған доға, ата-әсәйҙең балаһы өсөн һорағаны, изге баланың ата-әсәһе өсөн теләгәне, ғәҙел хакимдың һәм нахаҡҡа рәнйетелгән кешенең доғаһы ҡабул ҡылына. Йоҡларға тәһәрәт менән ятып, төн уртаһында уянып теләгән теләктәр тормошҡа аша. Әммә, сиктән сығып, Аллаһтан гонаһлы йәки ярамаған нәмәләрҙе һорарға ярамай. Был донъя өсөн генә түгел, ике донъя өсөн дә теләргә кәрәк. Беҙ үҙебеҙгә был донъя өсөн генә һораһаҡ, әхирәттә өлөшһөҙ ҡалыуыбыҙ ихтимал. Әруахтар өсөн дә сүрәләр, аяттар уҡып тороу зарур. Беҙ был донъяла ашауға нисек мохтаж булһаҡ, улар ҙа теге донъяла шулай уҡ доғаға мохтаж. Уларҙың рухтарын шатландырғаныбыҙ өсөн дә беҙгә сауаптар яҙыла. Һәр ғәмәлебеҙҙе, эштәребеҙҙе, доғаларыбыҙҙы ҡылғанда, бары тик Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн тип ихлас ниәтләү кәрәк.

Тағы ла шул: доғаның ҡөҙрәте киң, яҙмышты ла фәҡәт доға менән генә үҙгәртергә була. Пәйғәмбәрҙәрҙең доғаларына иғтибар итегеҙ. Мәҫәлән, Юныс пәйғәмбәр 40 көн буйы доға ҡылғандан һуң, Раббыбыҙ уны балыҡ ҡарынынан сығара. Мөхәммәт рәсүлебеҙ ҡылған доғалар беҙгә лә өлгө була ала.
Доғала булайыҡ, мосолман ҡәрҙәштәр! Аллаһы Тәғәлә беҙҙән риза булһын! Изге доғаларыбыҙ ҡабул булһын! Амин.

Фәнирә ҒАЙСИНА.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook