Хәфсә анабыҙ

Хәфсә анабыҙ
Бисмил-ләһир-рахмәнир-рахим. Хәфсә анабыҙ Мәккә ҡалаһында, рәсүлебеҙгә пәйғәмбәрлек килеүгә өс йыл ҡалғас, донъяға килгән. Заманына күрә уға һәйбәт ғилем алыу бәхете тейә. Аҡыллы, ихтыяр көсө ныҡ һәм тоғро ҡатындың әйткән һүҙҙәре ҡылған ғәмәлдәренән бер ваҡытта ла айырылмаған.

Хәфсә хөрмәтле хәлиф Ғүмәр ибн Хаттабтың ҡыҙы була, атаһы менән бер ваҡытта ислам динен ҡабул итә. Аҙаҡ ул Хунайс бин Хузафа тигән сәхәбәгә кейәүгә сыға. Тормош иптәше менән беренсе мосолмандарға ҡушылып Эфиопияға, һуңынан Мәҙинә ҡалаһына күсәләр. Хәләл ефете Хунайс Бәҙәр һуғышында ҡаты яралана һәм Мәҙинә ҡалаһына ҡайтҡас баҡыйлыҡҡа күсә. Шулай итеп, Хәфсә йәшләй генә тол ҡала.

Ғүмәр хәҙрәт ҡыҙын йәлләй һәм уны тиҙерәк яҡшы ғына кешегә кейәүгә бирергә теләй. Шул ниәт менән дуҫы Усманға барып кәңәшләшә, тик уныһы: «Уйларға бер аҙ ваҡыт бир», – ти, ә икенсе тапҡыр осрағанында ғәфү үтенә һәм: «Әлегә өйләнергә әҙер түгелмен», – тип баш тарта. Был хәлдән һуң Ғүмәр дуҫы Әбүбәкергә мөрәжәғәт итә, уныһы өндәшмәй ҡала. Сөнки Усман да, Әбүбәкер ҙә рәсүлдең Хәфсәгә өйләнергә теләгәне хаҡында алдан ишетә, шуға ла, сер һаҡлап, өндәшмәүҙе хуп күрә.

Ныҡ асыуы килгән Ғүмәр хәҙрәт пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллалаһу-ғәләйһис-сәләмдең алдына килеп баҫа һәм ике дуҫының да уның һорауын кире ҡағыуы хаҡында әйтә.

Рәсүл йылмайып: «Эй, Ғүмәр! Хәфсәгә Усманға ҡарағанда ла яҡшы иш насип буласаҡ, ә Усманға – Хәфсәгә ҡарағанда ла», – ти.
Был һүҙҙәрҙән һуң Ғүмәр хәҙрәт ҡыҙыҡһынып китә, Усманға ҡарағанда ла кем яҡшыраҡ кейәү булыр икән, тип бер нисә көн аптырап, уйланып йөрөй. Ә һуңынан рәсүл уға: «Хәфсә ҡыҙыңды миңә кейәүгә бир, ә мин Усманға ҡыҙым Өммөгөлсөмдө вәғәҙә итәм», – ти.

Ғүмәр хәҙрәт был яҡшы хәбәргә ныҡ шатланған, тиҙ арала туйға әҙерләнеп, хижрәнең өсөнсө йылында, шәғбән айында Хәфсә пәйғәмбәрҙең хәләл ефете булып китә.

Хәфсә радыйаллаһу ғәнһү дини һорауҙарҙы яҡшы һәм дөрөҫ аңлаған була, күп ғибәҙәт ҡыла, төндәрен намаҙ уҡып, көндәрен ураҙа тотоп үткәрә. Әгәр уға бүләк йә хәйергә ризыҡ бирһәләр, үҙе ашамай, рәсүлгә ҡалдырыр булған. Бер ваҡыт уға бер мискә бал бүләк итәләр, уны Хәфсә хатта ауыҙ ҙа итмәй, пәйғәмбәребеҙгә тапшыра.

Пәйғәмбәребеҙ вафатынан һуң, хәлиф Әбүбәкер заманында Ҡөрьән сүрәләре, аяттары айырым бер китап булып туплана. Һуңынан йыйынтыҡ Ғүмәр хәлифтә һаҡлана, ул ҡаты яраланғас, шул берҙән-бер Ҡөрьәнде ҡыҙы Хәфсәгә һаҡларға ҡуша. Шулай итеп, Хәфсә мосолмандарҙың киләсәк быуындарға тапшырыласаҡ изге китабы – Ҡөрьәнде һаҡлаусы булып, оло бәхеткә һәм ҡөҙрәткә өлгәшә. Усман хәлиф булғас, ошо Ҡөрьәндән тағы бер нисә нөсхә күсерелеп яҙыла.

Хәфсә радыйаллаһу ғәнһүнән алтмышлап хәҙис ҡалған. Мәҫәлән, пәйғәмбәр йоҡларға ятҡанда уң ҡулын баш аҫтына һалған һәм: «Эй, Аллаһ Тәғәләм, Мине һәм ҡолдарыңды Ҡиәмәт көнөндә язанан һаҡла!» – тип өс тапҡыр ҡабатлар булған.
Хәфсә анабыҙ хижрәнең 45-се йылында, 60 йәшендә мәрхүмә була. Ул Мәҙинә ҡалаһында, пәйғәмбәребеҙҙең башҡа ҡатындары менән бер зыяратта, «Йәннәт әл-Баҡый»ҙа ерләнә.
Фәнирә Ғайсина.
(Мостафа Эриштың «Пәйғәмбәр ҡатындары» китабы файҙаланылды.)


Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook