Ғөсөл

ҒөсөлТәндең (кәүҙәнең) бер ҡоро ерен ҡалдырмаҫлыҡ итеп йыуыныуҙы ғөсөл тиҙәр. Бәлиғ булған малайҙарҙың енси ағзаларынан еүешлек килһә (поллюция), ҡыҙҙарҙың ай һайын булған күременән (менструация) һуң мотлаҡ ғөсөл ҡойонорға кәрәк.

Ғөсөл алмай тороп:
а) намаҙ ҡылынмай;
б) Ҡөрьән ҡулға алынмай;
в) Ҡөрьән уҡылмай;
г) Ҡәғбәне тәуаф ҡылынмай;
ғ) мәжбүриәт булмағанда мәсеткә инмәйҙәр.
Күрем хәле бөтөүгә ғөсөл алыу (йыуыныу) фарыз һанала. Ҡыҙҙар күрем хәле көндәрендә уҡылмаған намаҙҙарын ҡылмай, бары нисә көн тотмаған ураҙаларын ғына ҡаза итеп, һуңынан шунса көн тотоп ҡуялар.
Ғөсөл алырға мәжбүр итә торған хәлдәр булмағанда ла йома һәм байрам көндәрендә ғөсөл тәһәрәте алыу (йәғни йыуыныу) сөннәт һанала. Аллаһы Тәғәлә мосолмандарҙың таҙа йөрөүен ярата.

Ғөсөл фарыздары:
1) ауыҙға һыу алып, боғаҙға ҡәҙәр сайҡатыла;
2) танауға һыу тартыла һәм йыуыла;
3) бөтөн тән (энә осо ҡәҙәр ҙә ҡоро ер ҡалмай) йыуыла.
Ғөсөлдөң фарыздарынан башҡа сөннәттәре лә бар. Хәҙер, фарыздарын һәм сөннәттәрен еренә еткереп, нисек ғөсөл алыуҙы өйрәнәйек.

Ғөсөл нисек алына:
*Ғөсөл аласаҡ кеше иң элек «Бисмилләһ» уҡып йыуынырға ниәт итә. Ҡулдарын терһәктәргә ҡәҙәр йыуғандан һуң, оят ерҙәрен йыуа.

*Бынан һуң, уң усы менән ауыҙға өс мәртәбә һыу алып, һәр ҡабатында ла ауыҙҙың эсен боғаҙға ҡәҙәр яҡшылап сайҡата. Ураҙалы булһа, тамағына һыу китмәһен тип иғтибар итә, һуңынан, уң усы менән танауға өс мәртәбә һыу алып, һәр ҡабатында һул ҡул менән һемгереп, танауын таҙарта.

*Бынан һуң, юғарыла аңлатылған кеүек, тәһәрәт алына. Тәһәрәт алынып бөткәс, иң элек өс мәртәбә – башына, унан һуң өс мәртәбә – уң, өс мәртәбә һул яурынына һыу ҡойола. Һәр ҡойоуҙа тәндең ҡул еткән һәр тарафы ышҡып йыуыла. Энә осо ҡәҙәр генә ҡоро ер ҡалдырмай, тәндең һәр тарафы өс мәртәбә яҡшылап йыуыла.

Йыуынғанда:
*Кендек, ҡолаҡтарҙың эсен, алҡа тишектәрен, теш араларын сылатыуға айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк. Ғөсөл алғанда доға уҡылмай, өҫтөндә алъяпҡыс булмаһа, ҡибла тарафына боролоу ҙа, кәрәкһеҙ һүҙ әйтеү ҙә хупланмай. Фарыздарына һәм сөннәттәренә тура килтереп алынған ғөсөл ошо рәүештә башҡарыла.

*Ғөсөлләнергә тейеш булған кеше, ауыҙына һәм танауына һыу алып сайҡағандан һуң, аҡҡан һыуға, диңгеҙгә йәки ҙур бассейнға инеп, тәндең һәр тарафын сылатһа, ғөсөл алған булып һанала.
Фәнирә ҒАЙСИНА төҙөгән
«Балалар өсөн рәсемле намаҙ» китабынан.


Теги: Ғөсөл




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook