«Әллә ҡайҙа, алыҫ тарафтарға, Саҡыра төҫлө гәлсәр улаҡтар»

«Әллә ҡайҙа, алыҫ тарафтарға, Саҡыра төҫлө гәлсәр улаҡтар»
Тамара ҒӘНИЕВА


«Яңыраҡ ҡына кеүек ине... 50 йәшем тула, олоғаям, тип моңһоуланыбыраҡ йөрөгәйнем. Илле – яҙмыштың түбәһе бит. Яҙмыш үренә үрләү кешенән таҫыллыҡ, йөрәк һәм рухи көс талап итә. Тормош шатлыҡтарын, хәсрәтен, юғалтыу-табыштарҙы күтәрерлек көс-ғәйрәтең бармы?
Илленән һуңғы 15 йылым елдереберәк уҙған кеүек булды. Үҙемә үҙем ҡуйған талаптар ауырайҙы. Уларҙы, баҡһаң, тау түбәненән артмаҡлап төшөү бик үк еңел түгел икән. Көтөлмәгән ҡаршылыҡтар етерлек. Яҙмыш бит. Яҙғанды үтергә кәрәк. Әле бына 65 йәш тула. Ижадты дауам итәм. «Башҡортостан ҡыҙы» журналын уҡыусыларға һуңғы арала яҙғандарымды күрһәтәйем, тием», – тигән арҙаҡлы шағирәбеҙ баҫмабыҙға ебәргән хатында. Сәләмәт кенә булығыҙ, Тамара апай, яҙығыҙ! Һеҙ – йыһандағы илһам даръяһынан ябай, шул уҡ ваҡытта иҫ киткес нәзәкәтле хис-тойғоларҙы, һүҙҙәрҙе, фекерҙәрҙе һөҙөп алып, әҙәбиәт һөйөүселәргә ҡаймаҡтай итеп ҡаптыра белгән ихлас та, ҡыйыу ҙа, йомарт та, ҡотло ла ҡәләм эйәһе.


Искәндәр
Их!
Йүгерге килә...
Дәрт итәм дә йәнә яйлайым.
Мине көтә-көтә яндарымда
Килә ята алсаҡ малайым.

Хәбәр һөйләй. Күрә күңелемде,
Мәрәкәләй, рәхмәт яуғыры.
Бер ҡараһаң, ҡолон кеүек кенә,
Бер ҡараһаң, бәйге айғыры.

Һиҙеп торам: һүҙе етерлек тә,
Тик тыйылып һөйләй күбеһен.
Өләсәйем аңлап етмәҫ ул, тип,
Уйлай торғандыр ул, күрәһең.

...Йөрәк ҡаға минең. Яйлап ҡына
Килә ятҡан булам. Малайым
Аяп ҡына ҡурсып баға миңә...
Тотона ине элек итәгемә,
Уға хәҙер үрелеп ҡарайым.
Һиҙеп киләм: рәт сығасаҡ, шөкөр,
Ир етәсәк тиҙҙән малайым.


Байкал күл
Айҡала ла микән, байҡала ла
Байкал тигән күлдәр Себерҙә.
Шул тирәне һағыныр бер серем бар,
Баҫылаһы түгел ғүмерҙә.

Эстәремде өткән серҙәремде
Болоттарға сәстем. Шытманы.
Әллә ҡалай булды, ныҡ аяуһыҙ...
Уңманыҡ бит. Яҙмыш ҡушманы.

Байкал күл яғында ята йәрем,
Гүргенәһе яҡты, аҡ микән,
Себер тулы башҡорт һөйәге, тип,
Әйтеүҙәре ысын, хаҡ икән.

...Әхирәттә хәләл никах дөрөҫ,
Теге мәрйәң, хәрәм кәләшең.
Баҡса ҡапҡаһының төптәрендә
Суҡынып илар, бәлки...
Асмаҫтар шул,
Асмаҫтар шул йәннәт ҡапҡаһын.

Айҡала ла микән, байҡала ла
Байкал күлдәр – күккә көҙгөлөр.
Төштә кеүек кенә йәр яраттым,
Тас атаҡас ҡына бер ҡыҙ таптым –
Түләнеүем – тотош бер ғүмер.


Һағынам
Ҡайҙа әле, әсәй, минең шөшлө...
Рәми Ғарипов

Ҡайҙа әле минең теге кәлүш –
Һыйыр һауған саҡта кейә торған?
Унлы салғы ауыр, етеле еткән
Һелтәгәндә хушлы үләндәрҙән
Матур итеп толом үрә торған.

Теге эйәр ҡыйыҡ башындамы?
Өҙәңгегә баҫһам, етер буйым
Турыҡайға. Юртып бер үтәйем
Һырттың дүңен, Оло Ялан буйын.

Яҡтығыҙмы йыла көйәнтәне?
Тора бирһен ине... Әней төҫө.
Таңдан һыуға барһам, эҙҙәремдән
Һытылыр ысыҡ. Кәрәҙ балы төҫлө.

Тәртешкәбеҙ ҡайҙа? Ә болғауыс?
Ҡул тирмәне менән киле лә юҡ...
Кәртә-ҡура нишләп йәтим былай?
Мал-тыуарҙың эҙе, өнө лә юҡ.

...Кемдер йыйған малдың, монаяттың
Бөтә икән шулай ҡәҙерҙәре.
Иҫкегә иҫ китеү, бәлки, хөрттөр,
Әллә ниҙәр күреп һағынам никтер
Йәшәү ҡото һымаҡ әйберҙәрҙе.

***
Бейештек беҙ таҡмаҡ әйтә-әйтә,
Мәрйен итеп ҡыҙҙар теҙҙе генә.
Шулар һаман сыңлай йыһанымда,
Оялаған күңелем үҙәгенә.

Гармунсыбыҙ ҙа шул таҫыл ине.
Беләктәре нисек талмағандыр.
Кемдең генә күңеленә үҙе
Өмөт ҡатыш һағыш һалмағандыр.

Көй оттомо беҙҙән һандуғастар,
Һуғарылдыҡ беҙме моңдарынан.
Ғаләмдәрҙең арғы яҡтары ла
Илһам һөҙҙө Наҡаҫ буйҙарынан.

Һағына микән беҙҙе ауыл төнө?
Йөрөр ине бейеп арабыҙҙа.
Бер геүләтеп алайыҡмы әллә?
Һирәгәйеп кенә барабыҙ ҙа...


Мираҫ
Уттан ҡурҡҡан өркәк ҡолон кеүек,
Атылған уҡ кеүек керештән,
Сығып ысҡынғанда төйәгемдән
Хәйер бирҙе әней: “Имен йөрө!”
Баҡыр ғына менән көмөштән.

Сыбыртҡынан өрккән байтал ише
(Нужа бабай иңде йыш беште),
Ышыҡ көҫәп ҡайтһам өйөбөҙгә,
Аралаусы доғаң, хатта шелтәң
Дауаланы. Имең килеште.

Муйынын ҡамыт иҙгән ҡарт алаша
Ҡайтып килә. Тупһа дөм йәтим.
Нигеҙгенәбеҙ ҙә сереп бара...
Ә шул көйө шишмә, урман, һауа –
Затлы, әней, мираҫ мөлкәтең.


Сәскә төҫтәре
Бер мендәрем һәр саҡ артыҡ була
Түшәк йәйгән саҡта кистәрен.
Ҡушарлайым бергә. Алып ҡуям,
Һыпырып-һыйпап сәскә төҫтәрен.

Йоҡоларым хәҙер бик һаҡ минең,
Гел буталсыҡ инә төшөмә.
Өмөттәрем никтер раҫ булманы,
Мин ышанам шул ул кешегә.

Мин ышанам бит ул һүҙгә, телгә,
Төшөнмәйем хәйлә асылын.
Йөрәк менән йәшәгәнгә микән,
Һуң уяна төпкө аҡылым.

Аңғарғас та әле хаталарҙы,
Эй йонсойом һағынып хистәрҙе.
Ғәйепле юҡ, тигән булам. Бары
Яҙмыш ағыштары тиҫкәре.

Һуңғы осор яратмайым никтер
Көн һүрелгән эңер-кистәрҙе.
Күңелемде барыбер йылыта һаман
Мендәрҙәге сәскә төҫтәре.


Нишләнем
Их, асылғым килде һинең алда,
Тағатылғым килде, сиселгем.
Тик баҙаным... Яҙмыш аямауҙан
Нисәмә рәт әрнеш кисерҙем.

Нисәмә рәт ауыҙ бешерҙем мин,
Ҡыҙыу ҡурмас өттө усымды.
Әле булһа өҙә эскенәмде
Юғалтҡаным ғәзиз дуҫымды.

Әле булһа өҙә эскенәмде,
Хыялыйҙар булып йәр һөйҙөм.
Хыянатын кисерҙем дә түҙҙем,
Әрем сәйен һут тип һемерҙем.

Хыянаттан рәнйеһәм дә түҙҙем,
Сабырлыҡтың да бит бар сиге.
Типке һалдым тойғоларға.
Шымдым.
Асыҡ бары күңелем ишеге.

Шаҡының да... Их, асылғым килде.
Тағатылғым килде. Нишләнем?
Аңғармаммы йәнә күҙ алмамдың
Ҡарашыңдан өҙөлөп төшкәнен?..


Яҙ
Бәрелеп-һуғылып үҙе ярған юлдан
Һығылып-һарҡып елә йырғанаҡтар.
Әллә ҡайҙа, алыҫ тарафтарға,
Саҡыра төҫлө гәлсәр улаҡтар.

Сафландырып күңел күҙҙәремде,
Шик-шөбһәне йыуа шул һыуҙар.
Күтәрелә ҡояш. Көнҡош илһам
Ҡулын болғай кеүек уйһыуҙан.

Йәшәрер ҙә китер донъяларым,
Ерҙең битен йыуғас ҡар һыуҙары.
Ярҙан сыға яҙған күңелемдең
Сәғәҙәтле ғәмгә тулыуҙары.

Ҡар һыуҙары кеүек ярһыуҙарым,
Йәндәш юллап йырын йырыуҙарым.
Шишмә генә кеүек аҡҡан ыңғай
Рухташтарға юлдаш булыуҙарым.
Дуҫы булыуҙарым ҡыйыуҙарҙың –
Сәскә атыр тиҙҙән.
Йәнә, бәлки,
Кәрәк булыр шиғыр яҙыуҙарым.


Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook