Туҙҙырылған оя

Туҙҙырылған оя Нәрисә Уйылданова Әбйәлил районы Рауил ауылында йәшәй. Башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эшләй. Әҙәби ижад менән мәктәп йылдарынан шөғөлләнә. «Йәншишмә» (элекке «Башҡортостан пионеры») гәзитенең йәш хәбәрсеһе булды. Тормош иптәше Тәлғәт менән дүрт бала үҫтерәләр.

Хикәйә
Яҙғы сыуаҡ иртәлә кескәй Әмиләне тәмле генә йоҡоһонан сыйырсыҡтың өҙҙөрөп һайрауы уятты. Нимәгәлер ҡыуанғандай һуҙҙы ла һуҙҙы ул яҙғы моңон. Ҡыҙ күҙен аса биреп ҡуйҙы ла торорға иренеп ята бирҙе. Шул ваҡыт әсәһенең эргәһенә һаҡ ҡына килеп баҫҡанын шәйләне, йомшаҡ ҡына ҡулдарының йылыһын тойорға теләп, күҙен нығыраҡ йомдо, йәнәһе, йоҡлай уның иркә ҡыҙы.
– Бәпесем, тор инде, ҡояш, күптән күтәрелеп, һине генә көтә, өҫтәлдә ҡоймаҡ та көтөп арыны.
Ҡыҙ, күҙен асып, әсәһенең наҙлы ҡосағында туймаҫтай булып иркәләнде.
– Әсәй, – тине ул, – мин һине бик-бик яратам, анау сыйырсыҡ та ҡошсоҡтарын, ә ҡошсоҡтар әсәләрен минең кеүек шулай ныҡ яраталармы икән? – тип һорап ҡуйҙы ул.
– Әлбиттә, ҡыҙым, һәр бала – әсәһен, ә әсә үҙ балаларын ныҡ ярата, ҡоштар ҙа шулай, тик улар һөйләшә генә белмәй, шуға яратыуҙарын моң аша белдерә.

Иҫ киткес өҙҙөрөп һайрай ҙа баһа, тимәк, ысынлап ныҡ яраталыр сыйырсыҡ ҡошсоҡтарын. Етмәһә, сыйырсыҡтар ҡыуанһын өсөн, ана, атаһы менән ниндәй матур оя эшләп ҡуйҙылар бит. Күп тә үтмәне, ҡоштар йылы яҡтан тыуған ерҙәрен һағынып ҡайтты, сыр-сыу килешеп үҙҙәренә оя эҙләне. Уларҙың мәж килеүен көн дә күҙәтте Әмилә. Тик, ниңәлер, яңы оя булғанғамы, ятһынғандай оҙаҡ һайландылар. Ә аҙаҡ, шул бер ояны бүлешә алмай, сыр-сыу килделәр. Ҡыҙыҡ та инде был ҡоштар, ана, берәүһе оя ҡороп, шунда балаһын баҫып сығарыу өсөн ипләй, үлән-фәлән ташый, шул әҙергә килергә теләүселәр һәләк күп.

Кешеләр ҙә, ҡайһы саҡ шулай нимәнелер бүлешә алмаһа, ҡоштар ише, зыҡ ҡуба. Ояға хужа булған сыйырсыҡҡа ниңәлер тынғылыҡ булманы, шуғамы уны тыштан икенсеһе һаҡлар булып китте. Уныһы, моғайын, атаһы булғандыр.
Ана бит, өйҙә уның атаһы хәс тә һаҡсы кеүек. Ул булмағанда, әсәһе лә ҡурҡҡан төҫлө тойола ҡыҙыҡайға. Тәҙрәнән күҙен дә алмай, тилмереп көтә атаһының эштән ҡайтыуын. Ул ҡайтһа, ҡояштай балҡып ҡаршы ала. Гөр килеп, табын тирәләй ултырып, тәмле итеп ашайҙар, атаһы менән әсәһе яңылыҡтары менән бүлешә, алдағы көндәргә ниәт ҡора. Бер-береһенә йылмайыуҙарынан ғына ла тирә-яҡҡа һоҡландырғыс йылылыҡ һирпелә. Күгәрсендәр гөрләүен хәтерләтә уларҙың бәхетле ғаиләһе. Их, гел генә шулай күңелле булһа икән…

Тиҙҙән, йәйҙәр үтеп көҙ етеүгә, Әмилә уҡыуға барасаҡ! Бына ошо турала уйлаһа, ҡыуанысы эсенә һыймай, ҡасан ғына етер шул көн, тип сабырһыҙлана.
Мәле еткәс, сыйырсыҡ та үҙ ҡошсоҡтарын осорҙо. Яңы ғына моронлап сыҡҡан ҡошсоҡтарына әсәһе бер туҡтауһыҙ ҡорт-селәүсен ташыны. Сыйырсыҡ шулай көн дә балаларын һыйланы. Улары, үҫеп, сыр-сыу килеп осорға өйрәнде лә таралышты.
Тормош дауам итте. Әмилә лє, бер башҡа үҫеп, икенсе синыфты тамамланы. Ҡояштың йылы, сағыу нурына мансылған яҙғы көндәрҙең береһендә уларҙың өйө шатлыҡҡа сумды. Әмиләнең һөйөклө әсәһе бәләкәс кенә бәпәй – тумалаҡ ҡына ҡусты алып ҡайтты. Эй нисек ҡыуанды ул шул саҡта! Мәж килделәр шул бәләкәс менән. Таһир ҡустыһы бар хәҙер бәхетле ҡыҙҙың.
Бала хәстәренә сумған әсәһенең дә Әмиләне иркәләп торорға ваҡыты булмай башланы. Ҡыҙ быға бер ҙә үпкәләмәне. Ҡустыһы бер аҙ ҙурайыуға, Әмилә лә ҡул араһына инде.

…Бер көндө, уҡыуҙан ҡайтһа, әсәһе күрше Әсмә инәй менән сәй эсеп ултыра. Улар нимәлер тураһында ҡыҙып-ҡыҙып сөкөрләшә.
– Ошо сибәрлегең һәләк итер инде үҙеңде. Һаҡ бул, Кәримә килен, ояңды туҙҙырма, бынау балалар йәл бит, – күрше Әсмә инәһенең ошо һүҙҙәрен ишетеп ҡалды ул, тик бер нәмә лә аңламаны.
Күрше инәйҙе өләсәйҙәй яҡын күреп ярата ул. Тик Әсмә инәһенең ниңәлер балалары булмаған. Үҙенә тәғәйен эштәрҙе бөткәс, Әмилә тыш­ҡа сыҡты. Яҙ көнө күңелле. Бөгөн ниңәлер әсәһенең яратып иркәләүе иҫенә төштө һәм күрше Әсмә инәһенең әйткән һүҙҙәре күңеленә тынғы бирмәне.

Әмилә әсәһенең иҫ киткес сибәр икәнен ҙурая төшкәс кенә аңланы, бығаса бөтә әсәйҙәр ҙә шулай матур булырға тейеш кеүек тойола ине. Эйе, уға һоҡланмаған кеше юҡтыр. Күп тапҡыр үҙе лә ишеткәне бар: “Уф, ошо Кәримәнең һылыулығы, ҡашыҡҡа һал да йот инде”. Сәстәрен тағатып ебәрһә, Һыуһылыуға оҡшай ҙа ҡуя. Йөҙө ап-аҡ, йылмайыуынан өй нурға сорналғандай була. Әмиләне лә әсәһенә оҡшаталар. Эх, матур ғына булып үҫеп килә, күҙ генә теймәһен, тип ебәрәләр. Ҡыҙҙың уйҙарын әсәһе бүлдерҙе:
– Әмилә, ҡыҙым, Таһир ҡустыңды ҡарап тор әле, мин һыуға барып киләйем.
– Хәҙер, әсәй, – тине лә ҡыҙ ҡустыһы янына йүгерҙе.
Биҙрәләрен көйәнтәгә элеп, етеҙ хәрәкәттәр менән Кәримә һыуға илткән юл буйлап атланы. Шул саҡ ҡапыл янына кемдеңдер яҡынайыуын һиҙҙе.
– Һаумы, Кәримә һылыу! – алдына әллә ҡайҙан Ирназар пәйҙә булды.
– Һаумы! – ҡоро ғына һаулығын алды Кәримә.
– Шунан, ҡасан минең ҡатыным булаһың?
– Кит, юҡты һөйләмә, үҙ оям бар минең, – тип ҡаты ғына өндәште лә үҙ юлынан атлауын белде ҡатын.
– Һин барыбер минеке буласаҡһың, Кәримә-ә-ә-ә! – бөтәһе лә ишетелерлек итеп ҡысҡырып ҡалды Ирназар.
Ҡайтҡас, үҙ-үҙенә урын тапманы Кәримә, уфтанып бер булды.
Нисек ҡотолорға был һағыҙаҡтан, тип уйлап та өлгөрмәне, бала илаған тауышҡа һиҫкәнеп китте.
– И-и-иии, бәләкәс кенәһе, шул арала әсәһен һағынып та өлгөргән, – улҡайын ҡулына алды, асыҡҡан бала әсәһенең эйеп киткән түшен шапылдатып имә башланы.
– Балаҡайҙарым, Хоҙай бәхеттән айырмаһын үҙегеҙҙе, – шул һүҙҙәрен эстән генә ҡабатланы ул. Күҙенән йәш бөрсөктәре атылып сыҡты. Тыйылманы Кәримә, ниңәлер бөгөн танһығы ҡанған­сы илағыһы килде. Нимәлер һиҙенгән­дәй йөрәге дөпөлдәп типте, изгегә генә булһын, тип теләне. Хәҙер Сабиры эш­тән ҡайтыр, өйҙө рәтләп, аш-һыу хәс­тәрләр кәрәк. Аш та беште, өй ҙә йыйыштырылды, тик һөйөклөһө генә ниңәлер ҡайтманы ла ҡайтманы. Тамам көтөп арыған ҡатынды йоҡо баҫты.
Ҡапыл ишек шар асылды. Аңҡы-тиңке булып, аяғында саҡ баҫып торған лаяҡыл иҫерек Сабир күренде. Ауыҙ эсенән ниҙер мығырлай, ҡарашында – йөрәкте өтөр һалҡынлыҡ. Ирен бындай хәлдә күреп өйрәнмәгәнгә, Кәримә эҫеле-һыуыҡлы булып китте.
– Ҡайҙа йөрөйһөң улай? – һорамай түҙмәне ҡатын.
– Эшең булмаһын миндә, үҙеңде бел, бөтә ауыл, ана, миңә төртөп күрһәтә, тәтәй бисәңде Ирназар аласаҡ, тиҙәр. Бар, сығып кит уның янына!
– Бушты һөйләйҙәр, тормошобоҙҙан көнләшәләрҙер, – тип аңлатырға тырышты ла, тик эскән иргә әйттең ни ҙә, әйтмәнең ни. Ярай, әрләшмә, айныҡҡас һөйләшербеҙ, тип иҫерек ирен йоҡларға һалды. Үҙе Әмиләһе янына ятты.
Әмиләгә әсәһенең янында иҫ киткес рәхәт ине. Һыйынып ҡына иҙерәп йоҡланы ул. Шундай ҡаты йоҡлаған, хатта ниндәйҙер тәрән упҡынға осҡандай тойҙо үҙен.
…Төш күрә. Имеш, яҙ көнөндә ниңәлер бурап ҡар яуа, күҙ асҡыһыҙ буран. Атаһы менән икәүләп эшләгән ояла сыйырсыҡ өҙҙөрөп һайрамай, ә бесәй кеүек мыяулай, имеш. Бәй, был ни хикмәт, ә-ә-ә күрше урам Ирназар ағайҙың дәү бесәйе лә баһа. Ана, бағана буйлап үрмәләп, сыйырсыҡтың ғәзиз ҡошсоҡтарын алмаҡсы.
– Аһ, теймә ҡошсоҡтарға! – Әмилә йүгерергә итә, тик аяҡтары тыңлашмай. – Их, әрәм генә итә инде ҡошсоҡтарын, – тип үртәлә ул.
Харап итте… Оя туҙҙы, ҡошсоҡ­тарҙың таланған йөндәре ара-тирә осоп йөрөнө лә буран менән юҡҡа сыҡты.
– Әсәй! Атай! – тип әсәһе менән атаһын ярҙамға саҡырып та ҡараны, тик уны бер кем дә ишетмәне…
Әмиләне бөгөн ҡояштың йылы нуры ла, сыйырсыҡтың өҙҙөрөп һайрауы ла, әсәһенең яғымлы тауышы ла түгел, ә атаһының ҡаты әрләшеүе уятты. Әсәһе шым ғына илай, уны күрше Әсмә инәһе йыуата. Атаһы ишекте шарт ябып сығып китте. Өй эсе шул тиклем туҙған. Әмилә, ҡустыһын эҙләп, бүлмәгә йүгереп инде, ул бер нимә белмәй мышнай-мышнай йоҡлай.
– Әсәй, ниңә илайһың? – ҡурҡышынан ғәзиз кешеһенә һырылды ҡыҙ. Әсәһе, уны ҡосаҡлап, иланы ла иланы. Уларға был минутта түҙеп торғоһоҙ ауыр ине…

Атаһы шул китеүҙән ҡайтманы. Әсәһе һөйләүенсә, ул икенсе ҡатын менән күрше ауылда йәшәй, имеш. Тимәк, уның хәҙер үҙ ояһы бар. Әсмә инәһенең, ояңды туҙҙырма, тиеүенең мәғәнәһенә төшөндө Әмилә. Тик кемдең ғәйепле икәнен аңлай алманы.
Атаһы киткәс, бөтөнләй икенсе тормош башланды. Әсәһенең ҡулы етмәгәндә, Әмилә лә ярҙамлашты. Шул арҡала уҡыуы бер аҙ һүлпәнәйҙе. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт, өйҙәге тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эштәр, бәләкәс ҡустыһы – барыһына ла өлгөрөргә кәрәк ине.
…Көттө Әмилә атаһын, көн дә ике күҙен юлға төбәп көттө. Уға хат та яҙып ҡараны. Тик адресын таба алманы. Әсә­һенән атаһы тураһында һораша башлаһа, уның ишеткеһе лә килмәй, йөҙө уйсанлана ла, башын түбән эйеп, иларға керешә. Һуңғы арала үтә биреш­те, элекке шәплегенең кәре ҡайтты. Әҙ һөйлә­шеүсәнгә, йомоҡҡа әйләнде. Төҫө ҡас­ты, хатта бер аҙ ҡартайып, һурылып киткәндәй тойолдо ул Әмиләгә.

…Их, ҡайҙа икән бәхетле саҡтары?.. Атаһын һағына ул, өҙөлөп һағына. Әмиләкәйем минең, тип яратып елкәһендә алып йөрөтөүен, икәүләп санала шау-гөр шыуыуҙарын, йәйен йылғала һыу инеүҙәрен хәҙер һағынып иҫләргә генә ҡалған. Шул ваҡыттарҙы кире ҡайтарып булһа икән… Ул ҡайт­һа, бәлки, әсәһе лә былай бойоҡмаҫ ине.
Көн артынан көн үтте, ҡустыһы ла имгәкләй башланы, тиҙҙән тәүге аҙымдарын да яһар. Әсәһенең, әлдә һеҙ бар, балаҡайҙарым, нимә эшләр инем, – тип ҡыҫып-ҡыҫып ҡосаҡлап яратыуы Әмиләнең үҙәгенә үтеп, йөрәккәйен һыҙлатты. Тик…
…Бәлә яңғыҙ йөрөмәй, тигәндәре хаҡтыр инде. Бер көндө мәктәптән ҡайтһа, әсәһе үрге ос Рабиға инәй менән ултыра. Өй йыйыштырылмаған. Өҫтәлдә – ике ялтыр шешә. Әмиләнең йөрәге «жыу» итеп ҡалды. Ә Таһир ҡустыһы ҡайҙа? Әмилә тиҙ генә уның карауатына күҙ һалды. Ул, бер ни булмағандай, уйынсыҡтары менән мәж килеп уйнай ине. Апаһын күреү менән йылмайып, уның муйынына һырылды. Әсәй иҫерек бит, инде нимә эшләрмен, тигән уй йөрәген һыҙып үтте.

Шулай башланды әсәһенең шешә менән дуҫлығы. Эсергә кешеһе лә, шешәһе лә, һылтауы ла табылып торҙо. Ашарға бешерергә Әмилә үҙе өйрәнеп алды. Яңғыҙына мал ҡарауы ауырлашты. Әлдә ҡаршы урамда йәшәгән Сәмиға еңгәһе шәп, көн дә инеп хәлен белешер, ҡайһы ваҡыт ашатып сығарыр булды. Ире малын ҡарашты. Күрше Әсмә инә­һе лә хәленән килгәнсә ярҙамлашты. Бер көндө түҙмәне Әмилә, ултырып иланы, эш тә, өйҙәге мәхшәр ҙә үҙәгенә үткәйне. Нығынып та бөтмәгән беләк­тәре һыҙланы, унан да бигерәк йөрәге ныҡ әрнене уның. Бер көндө йәндәй күргән ғәзиз әсәһе лә, атаһы кеүек, уларҙы бөтөнләй ташлап сығып китте, йәғни сираттағы эсергә китеүенән ҡайтманы.

Йоҡонан уяныуға уларҙың өйөнә бер нисә кеше килеүен абайланы ҡыҙ. Ҡурҡып китте.
– Һеҙҙе алып китәбеҙ, йыйынығыҙ, – тине бер апай, яғымлы ғына итеп.
– Ниңә, һеҙ кем булаһығыҙ? – тип һораны ул ҡурҡыу ҡатыш аптыраулы тауыш менән.
– Һеҙҙе балалар йортона тапшырасаҡбыҙ. Үҙегеҙ генә йәшәй алмаясаҡһығыҙ, – тине мөләйем апай. Шул саҡ ҡыҙ үҙе лә аңғармаҫтан:
– Оябыҙ туҙғасмы? – тип үкһеп илап ебәрҙе.
Документтар йыйнағансы ярты сәғәттәй ваҡыт үтте. Шул арала күрше Әсмә инәй күренде. Әмилә илап, уға ташланды:
– Инәй, әсәйем ҡайҙа?
– Эй, балаҡайҙар, ҡошсоҡҡайҙар, әсәйең Ирназарҙа, тәки үҙенекен эшләне, мәлғүн. Туҙҙырҙы ояғыҙҙы аҙғын, иблес, – тип һыҡтанды инәй.
Шул саҡ Ирназар бесәйенең ҡош ояһын туҙҙырыуы тураһындағы төшө күҙ алдына баҫты ҡыҙҙың. Хоҙай уға барыһын да алдан аңғартҡан булған түгелме?
Ҡустыһы менән айырылышыуҙы уғата ауыр кисерҙе Әмилә. Таһир ҡайҙа ғына икән, тип ҡайғырып илай торғас, күҙе шешмәкләнеп бөттө.
Әмилә үҙе лә балалар йортона өйрәнә алмай яфаланды. Атаһы менән әсәһен, ҡустыһын өҙөлөп һағынды. Өмөтөн өҙмәй көн дә көттө, тик берәү ҙә килмәне. Бер нисә тапҡыр күрше Әсмә инәһе килеп ураны. Уның килеүе лә әйтеп аңлатҡыһыҙ ҙур шатлыҡ ине. Әсәһе тураһында һорашты.
– Әсәйең һаман эсә, балам, эскелек һаҙлығына батҡан инде, әйткәнде бөтөнләй ҡолағына элмәй. Ә атайың тураһында бер нәмә әйтә алмайым шул. Бирешмә, ҡыҙым, – инәһе ауыр һулап хушлашты.
Икенсе тапҡыр килеүендә уға үҙ яҙмышын һөйләне.
–…Һинең кеүек мин дә ата-әсәйемдең иркә ҡыҙы булдым. Тик тормош беҙҙе иркәләмәне. Ул ваҡыттағы аслыҡ-яланғаслыҡ, һуғыш афәте беҙҙең ғаиләне лә урап үтмәне. Алты йәшемдә атайымды һуғышҡа алдылар. Уның ҡара ҡағыҙын ғына алдыҡ. Һуғыш бөткәс, барыбыҙ ҙа яңы тормош ҡороу өсөн бар тырышлығыбыҙҙы һалдыҡ, бирешмәнек, ҡайғы-хәсрәттәрҙе эш менән баҫтыҡ.
Миңә ун йәштәрҙә әсәйем ҡаты сирләп китте. Ауыр эш, ҡайғы-хәсрәт, һуғыш афәте эҙһеҙ үтмәгән, күрәһең. Өс йыл буйы түшәктә ятҡан әсәйемде ҡараным. Һинең кеүек сағымда әсәйем гүр эйәһе булды. Ә һин, балаҡайым, әсәйле көйө етемһең. Шуға бигерәк йәнем әрней.

Мине лә ошондай балалар йортона килтерҙеләр. Һеҙҙе лә, алырға килгәс­тєре, үҙемә бирегеҙ ҡошсоҡтарымды, тип үтенгәйнем дә, тик бирмәнеләр шул, уның өсөн күп ҡағыҙ тултырырға кәрәк, етмәһә, ҡартһың, тинеләр.
Балалар йорто сыныҡтырҙы, тәрбиә бирҙе, ашатты-кейендерҙе. Тик ата-әсә наҙына, яратыуына, тәрбиәһенә етәме һуң?.. Шулай, етемлектең әсе һурпаһын татып үҫтем мин, аҡыллым.
– Ә артабанғы яҙмышың нисек булды, инәй?
– Эй, баланы әйтәһеңдер инде. Тыңла улайһа.
…Үҫеп буй еткергәс, балалар йортонан ҡошсоҡтар кеүек таралыштыҡ. Мин бәләкәйҙән тегенсе булырға хыяллана инем. Уҡыған осорҙа Сәлихйән­де осраттым. Бер-беребеҙҙе тәү күреү­ҙән оҡшаттыҡ. Күп тә осрашманыҡ, ул миңә кейәүгә сығырға тәҡдим яһаны. Тик тәҡдимен кисектерә килдем, йәнә­һе, уҡып бөтәйем. Ул көттө. Тик яҙмыш тигәнең һин теләгәнсә генә буламы һуң?..
Уйламағанда юлыма икенсе егет осраны. Ул әле мәрхүм булған Насип бабайың инде. Вәт, иҫәр, тоттом да шуға кейәүгә сыҡтым. Үҙем дә аңламай ҡалдым. Ә Сәлихйәнем, бәғеркәйем, миңә шул тиклем рәнйегән, күрәһең, Әсмәнең бер ваҡытта ла балаһы булмаһын, тип әйткәнен еткерҙеләр. Ышанманым, сәмләнеп тигәндәй, гөрләтеп донъя көттөм. Тик балабыҙ ысынлап булманы. Хоҙайҙан күпме һораһам да, бала бағыу, әсә булыу бәхетенән мәхрүммен. Йөрәк йылымды башҡаларға өләштем. Кем инһә лә, кире борманым, хәлемдән килгәнсә ярҙам иттем. Тегеп биргән әйберҙәрем өсөн кешеләрҙән рәхмәт һүҙҙәре ишетеп һөйөндөм. Бушлай теккәндәремдең дә иҫәбе-һаны юҡ ине. Сәлихйәндән ғәфү үтенергә күпме уҡталдым, тик бер ҙә юлыма осраманы. Хоҙай беҙҙе башҡаса осраштырманы. Ул минең тәүге мөхәббәтем булып хәтеремдә ҡалды…
Шулай, балам, һинең ата-әсәңде әйтәм, ҡанаттары ла нығынмаған ҡошсоҡтарын яҙмыш еленә быраҡтырҙы­лар, Хоҙай биргән оло бүләктең ҡәҙе­рен белмәнеләр.

…Их, әгәр миңә Хоҙай шундай бүләк бирһә, мең рәхмәттәр уҡып, шул балаларҙы етемлектең әсе зарына дусар итмәй, ҡәҙерләп кенә үҫтерер инем дә… Тик мөмкин түгел шул. Бына ҡарт көнөмдә япа-яңғыҙмын.
Әсмә инєйҙең күҙҙәре йәшләнде. Әсе күҙ йәштәрен тиҙ генә ҡулъяулығы менән һөрттө лә бер ни булмағандай:
– Ҡыҙым, мал-тыуарығыҙҙы һаттым. Аҡсаһын тәрбиәсе ҡулына тапшырҙым. Кәрәк саҡта тотонорһоң,– тине.
– Рәхмәт, инәй, изгелегеңде һис онотмам, – күҙ йәштәре менән оҙатып ҡалды ул Әсмә инәһен.
Үҫеп еткәс, ғаилә ҡороп, үҙем әсәй булғас, бер ваҡытта ла оямды туҙҙырыр­ға бирмәйәсәкмен, ағыулы араҡыны ауыҙыма ла алмаясаҡмын, тип үҙ-үҙенә һүҙ бирҙе йән әрнеүе менән Әмилә…


Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook