Еләк беште

Еләк беште
Фәрзәнә Аҡбулатова

Яҙыусы, журналист, Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Фәрзәнә Аҡбулатова – илһамланып ижад иткән егәрле ҡәләм эйәһе. Балаларҙы ла, өлкәндәрҙе лә уҡымлы әҫәрҙәре менән берҙәй ҡыуандыра ул. Әҙибәнең яңы хикәйәһе һуғыш хәтирәләрен яңыртып, тыныслыҡ һәм атай ҡәҙере хаҡында уйланырға мәжбүр итә.

Еләк беште
Хикәйә

Икенсе йыл инде илдә һуғыш бара. Ике йыл эсендә ауылдың ирҙәрен һуғыш йотто. Ә Сәмерхан ағайҙы, фронтҡа китергә тип ғариза артынан ғариза яҙған кешене, бронь менән ҡалдыра килделәр. Һин – тәжрибәле етәксе, тылда нығыраҡ кәрәкһең, тинеләр. Ул, ысынлап та, урман хужалығын ойоштороусы кеше булараҡ, тылда бик кәрәк ине. Тора-бара ундайҙарҙы, йәғни тәжрибә­леләрҙе лә фронтҡа ала башланылар.

Ҡырҡ өсөнсө йыл Ҡазыхановтар ғаиләһенә үҙгәреш алып килде. Ҡырҡ өс йәшлек Сәмерханға повестка тапшырҙылар. Эштәрен теүәлләп ҡалдырыр өсөн, ул хәҙер көнө-төнө отчет яҙа. Атаһының өйҙә булыуы беренсе синыфта уҡыған Гөлнисаға шатлыҡ. Атаһы уны күтәреп кенә йөрөтә бит, нимә эшләһә лә һуҡранмай. Бына әле лә ул баш баҫып эшләгән атаһы янына килде. Тәүҙә алдына, аҙаҡ елкәһенә үк менеп атланды, сәсен туҙҙырҙы. «На, толпар! Әйҙә, алып бар мине Ҡаф тауына!» – тип һөрән һалды. Атаһы һөйләгән әкиәттә бик матур Ҡаф тауҙары бар, ә Ҡаф тауына һәр кем артыла алмай, тиҙәр. «Алып барырмын, ҡыҙым, әйләнеп ҡайтыу менән юл алырбыҙ. Һин инде ҙурайып, атайыңды көтөп торорһоң», – тип атай кеше ҡыҙын елкәһендә йөрөтөп алды.
Еләк бештеУл арала әсәһе Йәмилә апай килеп инде:
– Ҡуйсы, балам, атайыңды йонсотма. Эшен бөтөрһөн. Өлгөрә алмай бит.
– Юҡ-юҡ, ҡыҙым миңә ҡамасау­ламай. Уйнаһын...
– Ныҡ иркәләтәһең үҙең дә, – тип Йәмилә апай ирен шелтәләп алды.
– Атайлы бала бит ул, иркәләнһен. Тиҫтерҙәренең ана күпмеһе атайҙары менән күрешеүҙән мәхрүм ҡалды. – Унан, Гөлнисаны арҡаһынан ҡағып яратып алғандан һуң, яңынан ҡағыҙҙарына сумды.

Эйе, Гөлниса – иркә ҡыҙ. Атаһы менән әсәһенең балалары тыуа торған, ауырып үлә торған. Иң бәләкәсе – Гөлниса ғына – иҫән-һау тәпәй баҫып киткән. Балаһы өсөн өҙөлөп торған оҫта ҡуллы Сәмерхан ағай ҡыҙға бер нисә сана, саңғы, тимераяҡ яһаны. Спорт менән мауығып, сынығып үҫеүен теләй ул. Ҡыҙы менән үҙе лә йөрөнө. «Иркә» ҡыҙ сыныға барҙы, бер нисә йәшкә ҙурыраҡ бала-саға менән ярышып, алдынғылыҡты һис бирмәне.
Айырылышыр көн һиҙҙермәй генә килеп етте.

– Һуғыш оҙаҡҡа бармаҫ, – тип йыуатты ғаилә башлығы ҡәҙер­леләрен.
– Һин ҡайтҡансы бирешмәбеҙ, туғандар менән бергәрәк булырбыҙ, – тине Йәмилә апай, ирен оҙатҡанда нисек тә иламаҫҡа тырышып.
– Ә һин, ҡыҙым, хәҙер әсәйеңдең ҙур ярҙамсыһы! – тине атай Гөлни­саһын ҡосаҡлап.
Сәмерхан ағай китеү менән нисектер ауыл бушап ҡалғандай булды. Гөлниса, ысынлап та, үҙен өлкәнәйеп киткәндәй тойҙо. Йәмилә апай дөйөм хужалыҡ эшенән ҡайтып инмәне. Өйҙә тынлыҡ, элекке йәнлелек юҡ...

Немец фашистары сигенә башланы, тигән ҡыуаныслы хәбәр йөрөй. Халыҡ ас-яланғас булһа ла, уларға ошо һүҙҙәр ышаныс, көс бирҙе. Сәмерхан ағайҙан хаттар килеп торҙо. Хат алған көн иң ҙур, иң оло байрамға тиң. Бер хатында атаһы еңелсә йәрәхәтләнеүе, әммә кире һуғышҡа инеүе тураһында яҙҙы, ә тағы ла бер айҙан – ҡаты яраланыуы хаҡында. Был юлы уны Н. ҡалаһына госпиталгә оҙатҡандар. «Ярам ауыр. Бүтән һуғыша алмаҫһың, тинеләр, – тигәйне ул хатында. – Оҙаҡламай ҡайтарырға тейештәр. Гөлниса ҡыҙым, мин ҡайтыуға еләк киптереп ҡуй. Үҙебеҙҙең Ҡыръялан еләген бик һағындым, ныҡ тәмле бит ул...»

Ә Н. ҡалаһы тирәһендә шул мәлдә ҡот осҡос ҡанлы алыштар булып уҙа. Был турала тылдағылар бер нәмә лә белмәй, әлбиттә. Стратегик әһә­миәткә эйә ҡала бер нисә тапҡыр ҡулдан ҡулға күсә.
– Ур-ра! Атайым ҡайта! Әсәй, мин атайым ҡайтыуға күп-күп итеп еләк тирермен. Атайым ҡалай ныҡ шатла­насаҡ! Әсәй, әле үк барып киләйемме? Бәлки, ул иртәгә таң менән ҡайтып төшөр? Хат бит оҙаҡ йөрөй! Еләкте киптерә торорбоҙ, – тип Гөлниса тырызға йәбеште.
– Кис етте бит инде. Атайыңа бер-ике услам еләк етә. Өлгөрөрһөң.
– Юҡ, бер-ике услам әҙ!
Гөлниса төнө буйы йоҡлай алманы. Атаһы ҡайтып ишек шаҡый һымаҡ тойолоп, аяҡ остарына ғына баҫып, бер нисә тапҡыр ишек эргәһенә барып тыңлап торҙо. Әсәһен беренсе булып үҙе һөйөнсөләгеһе килә ине уның...
Әсәһе иртүк уятты. Төнөн насар йоҡлаған ҡыҙ күҙен саҡ асты.
– Еләккә барып киләһеңме?
Тылсымлы һүҙ әйтелдеме ни, ҡыҙҙың шунда уҡ йоҡоһо осто. Тырызын тотоп, әхирәте Сәриәне эйәртеп, урманға ашыҡты.
Йәй уртаһы, эштең ҡыҙыу мәле. Бөтөн халыҡ колхозға бесән саба. Буш йөрөгән әҙәм заты юҡ. Бала-сағаны сөгөлдөр утауға ҡыуалар. Еләк йыйырға ла рөхсәт юҡ, бесәнлекте тапарға ҡушмайҙар. Шуға еләкте берәүгә лә күренмәй генә йыйырға тейештәр. Колхоз рәйесе Хәлфетдин ағайға тотолһалар, насар буласаҡ.

Ҡыръялан шау еләк. Был тиклем дә түшәлеп ятыр икән! Гөлниса ҡояштай балҡыны. Атаһының бәхете ниндәй ҙур һәм мул! Ике ҡыҙ еләк тирергә кереште.
– Кем һеҙгә бында йөрөргә ҡушты! Нишләп һеҙ баҫыуҙа түгел, ҡасҡалаҡтар!
Яман тауыштан ҡыҙҙар һикереп торҙо һәм таш һындай ҡатып ҡалды. Улар ҡаршыһында – атына атланған колхоз рәйесе Хәлфетдин ағай. Ҡыҙҙарҙың телдәре, гүйә, аңҡау­ҙарына йәбеште. Персиҙәтел атынан һикереп төштө лә ҡыҙҙарҙың һауыт­тарын тапарға тотондо. Иҙелгән еләктән үлән ҡып-ҡыҙыл булды. Ҡанлы еләктәр... Гүйә, үлән ҡанһырап илай. Асыулы Хәлфетдин ҡамсыһын һелтәп алды.
– Был тирәлә бүтән эҙегеҙ булмаһын! Саботажниктар, бесән тапаусы ҡоротҡостар! Баҫыуға, ҡый йолҡорға!..

Хикәйәнең тулы вариантын журналдың 9-сы (2018) һанында уҡығыҙ.




Теги: Фәрзәнә Аҡбулатова




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook