Башҡортостан Ҡыҙы

Әсә күңелендә күпме наҙ...

Әсә күңелендә күпме наҙ...
Рәзилә Ырыҫҡужина

Рәзилә Ырыҫҡужина шиғриәте – үҙенең булмышы ише ипле һәм йәмле ижад яланы, унда йәш әсәнең, һөйөклө ҡатындың донъяға өмөтлө, яратыулы ҡарашы сағыла.

Доғаларым – балам хаҡына
Әйтегеҙсе, бер мин генә шулай
Баш тартаммы алтын-көмөштән?
Урынына, Хоҙай, һаулыҡ, тәүфиҡ
Бир балама иң ҙур өлөштән.
Ялтыр-йолтор сылбыр урынына
Муйынымдан балам ҡосһон ул.
Күҙҙәренә, гәүһәр ише балҡып,
Бәхет осҡондары боҫһон ул.
Зәһәр тундары ла бер тин тормай
Донъялағы Әсә затына.
Шикле байлыҡтарға ҡыҙыҡмайым,
Доғаларым – балам хаҡына.

* * *
Күгүләнгә баҫһам, шәбәйермен,
Тиеүеңә, атай, ышандым!..
Мин дә һинең кеүек йәйҙе көтөп,
Ҡояш нурҙарында ҡыш яндым...
Ана, үләндәрең йәшелләнде –
Шатланмайым улар төҫөнә...
Иҫем китмәҫ инде ҡар ятһа ла,
Эҫе йәйҙә ерҙең өҫтөнә.
Йәйһеҙ түгел, һинһеҙ ҡалдыҡ, атай,
Гармуның да моңһоҙ туҙына..
Үҙебеҙ ҙә, әле бөгөнгәсә
Өйрәнмәйбеҙ һинең юғыңа...
Йәнең тыныслығын бирһен Аллам,
Уның рәхмәтендә бул ғына...
Йылы йәйҙәй минең йөрәгемдә
Мәңге йәшәрһең һин... шул ғына...

Ҡыҙым тыуһа ине
Ауаздарын һалып, ҡыҙым тыуһа,
Гөлкәй булыр уның исеме…
Атаҡайы аптырар ҙа инде:
«Ҡурсаҡмы ул, ысын кешеме?!»
Ағайҙары ҡулдан ысҡындырмай,
Иркәләүҙән туймай уйнарҙар.
Кескәй бармаҡтарын һыйпай-һыйпай,
Устарына усын ҡуйырҙар…
Ә мин ситтән генә күҙәтермен,
(Йөрәк бындай бәхет көтмәгән!)
Кеткелдәшеп көлгән тауыштарын,
Һағынып та бөттөм күптәнән.
Ауаздарын һалып, ҡыҙым тыуһа,
Салбар кеймәҫ инем бүтәнсә…
Биҙәнергә хатта йыбанмаҫмын,
Сәсем үҫер билгә еткәнсе…
Улҡайҙарым, хыялымды һиҙеп,
Һеңле һорап башты ҡатыра:
«Әсәй, атай, беҙгә Гөлкәй кәрәк,
Ҡайҙа бәпес-ҡыҙҙар һатыла?!»

Әсә күңелендә күпме наҙ...
Миңлегөл Тайсина

Миңлегөл Тайсинаның ижады йәйғор кеүек, ҡыҙыҡһыныусан сабыйҙарға ла, әсәлек һәм туғанлыҡ тойғоларына битараф булмаған хисле өлкән уҡыусыларға ла зауыҡ ҡандырыр баҙыҡлыҡ бар унда.

Бәпәй еҫе
Бәпәй еҫе — иң танһыҡ еҫ,
Иң тәмле еҫ донъяла.
Татлы ғына сабый бала
Үҫһен ҡотло ояла.
Бәпәй еҫе — аҡлыҡ, паклыҡ,
Иң таҙа, иң саф хистәр.
Шул еҫкә төрөнөп үтһен
Иртәләр, көндәр, кистәр.
Бәпәй еҫе — ҡыуаныстың
Артып ҡына килеүе.
Байлыҡ-шөһрәттән дә ҡиммәт
Сабыйыңдың көлөүе.
Бәпәй еҫе — иң ләззәтле,
Иң ҡәҙерлеһе ерҙә.
Ошо бәхет кешелекте
Урап үтмәһен бер ҙә!

Ҡара күҙкәй генә ҡарағаттар...
Тыуған баҡсам биҙәккәйе булып,
Ҡарағаттар үҫә теҙелешеп,
Ҡара күҙкәй генә емештәре
Киткәндәр шул ергә түгелешеп.
Һирпелергә тора гәлсәр йәштәр,
Тама инде япраҡ осона...
Кескәй генә ҡулым һыйынғандай
Олата(йы)мдың йылы усына.
Бала саҡтың йомғаҡ-хәтирәһен
Еләҫ елкәй генә тағата.
Әйтерһең дә, бешкән емештәрҙе
Олатайым беҙгә тарата...
Хуш еҫтәрен һибә япраҡтары,
Әскелтем дә генә тәмдәре.
Һутлыҡай ҙа ғына ҡарағаттар,
Һеҙҙә икән баҡса йәмдәре.
Олата(йы)мдың яҡты төҫкөнәһе –
Ҡара күҙкәй ҡарағаттар үҫә,
Дауалары күңелемде нурлай,
Шифалары йөрәгемә күсә.

Өс ҡыҙсығым – өс миҙгелем
Өс ҡыҙсығым – өс йондоҙом минең,
Һөйөүемдең татлы емеше.
Күңелемдең серле хазинаһы,
Затлынан да затлы көмөшөм.
Өс ҡыҙсығым – өс миҙгелем минең:
Тулҡын сәсле йомарт Көҙһылыуым,
Иркә генә ҡупшы Ҡарһылыуым,
Нәзәкәтле һомғол Яҙһылыуым.
Өс ҡыҙсығым – өс мөғжизәм минең,
Гөл баҡсаһы, ожмах һарайы.
Таң ысығы менән битем сайып,
Күркәм холоҡ, тәүфиҡ һорайым,
Бәхеттәрен бирсе, Хоҙайым!


Теги: Рәзилә Ырыҫҡужина Миңлегөл Тайсина




Яңы һан



Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Счетчик


Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook