Башҡортостан Ҡыҙы

Хыял

Хыял
Миләүшә Ҡаһарманова

Бөгөнгө башҡорт прозаһына ҡыйыу аҙымдар менән килеп инеп, ҡыҫҡа арауыҡта үҙен раҫлап өлгөргән Миләүшә Ҡаһарманованың яҙмалары тәү сиратта тыуған Бөрйәненең ерле һөйләшенән һут алыуы, шунда һаҡланған йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе сюжеттарына йәтеш кенә итеп индереп ебәреүе менән ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле.

Хыял
Хикәйә
Яраталар Ғалимды тыуған яҡтарында. Улай тиһәң, республикаһының ҡайһы төбәгенә барып төшһә лә, аяғын ергә тигеҙмәй халыҡ, күтәреп алып йөрөгәндәй булалар. Булмай һуң. Ул бит фән донъяһында әллә ниндәй асыштар яһаған, әллә күпме баҫмалар авторы, юғары уҡыу йортонда белем биргән доктор. Ысын мәғәнәһендә Хоҙайҙан һәләт һалынған табип.
Был юлы айырата ҙурланылар. Ни тиһәң дә, юбилейын – етмешен билдәләйҙәр. Район үҙәгендә шау-шыулы, йыр-моңло кисә, сәскәләр, бүләктәр, банкет, йөҙ төрлө хәтирәләр уятҡан сығыштарҙың барыһы ла күңеленә хуш килде Рамаҙан Нуриман улының. Сәхнә ситендәге ҡәнәфиҙә сумып ҡына тамаша ҡылып ултыра ла алманы, һәр береһенең ҡулын ҡыҫып йә ҡосоп һөйөп алыу дәрте менән һикереп килде лә торҙо, килде лә торҙо. Банкетта ла бик күп йылы һүҙҙәр булды, күҙҙәргә йәш төйөлдөргәндәре лә, быуылып көлдөргәндәре лә. Иң ахырҙа дәртле ҡурай моңона һәлмәк һелкенеп бейеп, оҙон көйгә ҡушылып йырлап ҡуйҙы. Икенсе көн һуң ғына тороп ҡайтырға йыйына башлағайнылар, телефон шылтыраны.
— Сәлимгәрәев тыңлай.
— Рамаҙан Нуриманович, бында һеҙгә килгәндәр.
— Кем килгән?
Консьерж егет трубканан айырылып килеүсегә шул уҡ һорауҙы ҡабатланы ла яуабын еткерҙе:
— Кисә һеҙгә йүгән биргән кеше. Ат артынан барайыҡ, ти.
Шул ваҡыт иҫенә төштө: кисә бит уға ат бүләк иттеләр. Ат! Уның бала саҡ хыялын.
— О-о! Әйҙүк-әйҙүк, үтһен.
Әйберҙәрҙе йыйышып машинаға ташыған ярҙамсыһы менән шоферына сығып торорға ҡушып, өй халатын йәһәт кенә салбар-күлдәккә алмаштырып алды, көҙгөгә күҙ һалып сәсен рәтләне. Унан күстәнәс көткән балалай, шатлығын йәшерә алмайынса ишеккә ҡарап ҡалды. Кисәге егет шул. Оҙон буйлы, ҡара һылыу. Ул бит кисә хас уның бәләкәй саҡтарындағы әкиәттәгеләй итеп әйтеп һалды: «Бына һеҙгә йүгән. Өйөргә сығып ҡороғоңдо ҡалтырат, йүгәнеңде шалтырат. Ҡайһы йылҡы боролоп ҡарай – шул һеҙҙеке».
— Э-эй, мине атлы иткән ҡустымы был?! – оло кеше йәшенең ҡулдарын ҡармап ҡыҫты.
— Һаумыһығыҙ. Һеҙҙе ҡырға алып сығырға килдем, өйөр янына.
— Ниндәй хужалыҡ бүләк итә һуң миңә ат һынлы атты, ҡустым? – һаман егеттең ҡулын ысҡындырмай ҡарт.
— «Тарпан» шәхси хужалығы.
— Һинме уның етәксеһе?
— Юҡ, аға... олатай, мин түгел. Мин етәксенең улы булам, кинйә улы, беҙ дүрт малай унда.
— Ә-ә, бик мәслихәт, улым. Ул нишләп улай атлап ҙурланы икән мине шәхси хужалыҡ, ауырға тура килмәйме һуң үҙегеҙгә?
— Атай шулай хәл итте, мин уның ҡушыуын ғына үтәйем, – егеттең баҫалҡы йылмайыуында әллә ниндәй яҡынлыҡ, йылылыҡ тойолдо.
— Үҙе килмәнеме атайың?
Егет тағы йылмайҙы:
— Юҡ. Ул бындай сараларға йөрөмәй.
Доктор ҡулдарын йәйҙе:
— Ҡайҙа итермен икән мин ул атты?
— Белмәйем, уныһын атай менән уйлашырһығыҙ, минең бурыс һеҙҙе өйөргә алып барыу. Йүгәнде онотмағыҙ!
— Йүгәнде? Эйе лә һуң... – доктор бүләктәр өйөмө араһынан кисәге күн моҡсаға һалып бирелгән йүгәнде эҙләп алды.
Ҡунаҡты оҙатырға тип ашығып килгән хакимиәт етәкселәренә эш айышын аңлатып, егеттең машинаһына инеп тә ултырҙы ҡарт. Тау-таш араһында йөрөүгә ҡулайлаштырылған ҙур тәгәрмәсле авто ҡеүәтле геүләп алға елдерҙе.
«Ат» һүҙе менән дәртләнгән Рамаҙан ысынында бүләген ни эшләтерен дә белмәй әле. Асылда ул ат уға кәрәк тә түгел, әммә егет әйткәнсә, «ҡороғон ҡалтыратып, йүгәнен шалтыратып» өйөргә барыу, үҙенә ҡараған атты бүләккә алыу...
— Улым, «ҡороғон ҡалтыратып, йүгәнен шалтыратып» тигәнде ҡайҙан беләһең әле һин?
Руль артындағы башын бора биреп яуапланы:
— Атай йүгәнде тап шулай итеп тапшырырға ҡушты.
Муйынын яурын эстәренә тартып уҡ һеңеп ултырған ҡарт ҡаштарын һикертте:
— Хәтә-әр... Бала саҡта әсәй шундай әкиәт һөйләй ҙә, эй, минең, маңҡа малайҙың, шулайтып өйөргә барып ат алғы килә бит. Ҡайҙа инде... атайһыҙ балаға ат...
Ысынында шулай итеп тә ҡарағайны бит ул, атайлы малай­ҙарҙың аттарына элмәнләп, бер һыбай атландырыуҙарына ялланып йөрөп иптәштәренең хужалыҡ эштәренә ярҙамлашып хитлашып йөрөп арығас. Колхоз йылҡыһы ҡышлаған ауыл ситендәге һарайға килде лә, малдарҙың ялан кәртәгә сығарылған сағын көтөп алып, сүс ептән әтмәләнгән йүгәнен ялпылдатты. Ситтәге аттар тертләп ҡасты, әммә баш ҡалҡытып ҡарағаны табылманы. Арыҡ беләге арығансы һелкетте йүгәнен малай, тик кәртә ситенә яҡынлаған ат та, исмаһам, берәй ҡорсаңғы ҡолонсаҡ та булманы. Был тәжрибәһен дуҫы Саматҡа һөйләгәйне, тегеһе уйлана биреп ултырҙы ла хәҡиҡәтте асты:
— Һуң атайың юҡ та инде һинең. Атайһыҙ малайға ат килмәй инде, һин ул малды нисек көтәһең? Атай булһа, ат та була, унан, атайҙарҙың йүгәне лә былай түгел.
— Ҡалай һуң? – Рамаҙан үҙенең ҡырҡ төйнәүле еп йүгәненә ҡарап алды...

Хикәйәнең тулы вариантын журналдың 7-се (2018) һанында уҡығыҙ.


Теги: Миләүшә Ҡаһарманова




Яңы һан



Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Счетчик


Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook