Әҙәм вә Һауа

Әҙәм вә Һауа
Гөлнур Яҡупова

Арҙаҡлы шағирә, билдәле прозаик, рухиәтебеҙҙә күренеш тип баһаланған «Ҡатындар» трилогияһы авторы, бар хеҙмәт юлын башҡорт матбуғатына һәм әҙәбиәтенә арнап, инде емешле етмешенә аяҡ баҫҡан Гөлнур Яҡупова – һәр яҡлап та матур кеше. Был хозурлыҡ, күңел яҡтылығы, моғайын да, уның ҡатын-ҡыҙ асылына тоғролоғонан киләлер. Ижадының төп темаһы ла тап шул тормошҡа ғашиҡ итер матурлыҡ һәм батырлыҡ хаҡында.

Әҙәм вә Һауа
Поэма

Төн ауыша таңға...
Йоҡом hиҙгер.
Йоҡламайым, серем генә итәм,
Баҡый таңға баҡый серем hүтәм...
Таң еленең тылсым-ҡанатында
Һушты юйыр наҙ-тат елпенә:
Төн иҙрәгән алма еҫенә.

* * *
– Ике битең – алма!
– Әйтмә, гонаh!
– Ике түшең – алма!
– Теймә, гонаh!
– Ожмахта юҡ был тәм!
– Үпмә! Гонаh...
Үп! Аh...

* * *
– Иҫеңдәме, Һауа, иҫеңдәме?!
– Әҙәп боҙған Әҙәм онотоламы?
– Ҡоторттоң бит үҙең, арбаның –
Ал, тип ул тыйылған алманы.
– Йә, биғәйбә, йәнем. Иҫемдә…

* * *
...Иблис-йылан ҡотҡоhона дусар
Өгөтләне Һауа, еңеште:
– Ожмах түрендәге алмағастан
Өҙөп алайыҡсы емеште!
Беҙгә мәңге бикле сер асылы
Йомолған, ти, йомро алмала,
Ҡанун ҡаты шуға: алмағасҡа
Яҡын барма, асыш даулама!

Еңде Һауа. Әҙәм йөрәгендә
Ҡайнаны сәм, сабыр ҡалманы,
Мөғжизәне ул киҫәне сикһеҙ –
Өҙҙө-алды сихри алманы.

Ожмах алмағасы ябай түгел,
Алмаhында – аҡыл орлоғо.
Йыhани аң менән ярышырмы
Әҙәмиҙең зиhен йорлоғо?!

Уныhы – артыҡ...
Тәҡәтеңде еңә,
Тыя алмағас, бәндә, хөкөм бер:
Үҙ көнөңдө ары үҙең күрең,
Йәннәттән hин Ергә hөрөлдөң!

* * *
Төн ауыша таңға.
Таңдарымда яҙам
Хәтер хатын.
Үткәндәрҙе,
Бәйләп бөгөнгөгә,
Йәшәтеүсе асыл
Мин ул – ҡатын.
Ҡәләм алам ҡулға,
Осон манам ҡанға,
Гүйә ҡанға,
Хәтер ғәме – ҡанда.

* * *
Тәүге ҡараш, тәүге ҡауышыуға,
Тәүге гонаh, тәүге сауапҡа –
Күпме ваҡыт?
Хисап баралыр?
Тартылырмын бер көн яуапҡа...

– Кем hин?
– Һауа.
– Гонаhың?
– Һөйөү.
– Сауабың?
– Һөйөү!

Ярлыҡарhың, Раббым?!
Бер яҙыҡтың
Мең язаhын күндәм күтәрҙем,
Мәңге күтәрермен...
Ҡанундары
Ғәҙел тип инанам Күктәрҙең.

* * *
– Ике битең – алма,
Баллы алма...

– Алма, гонаh! Ал, аh...
Кисер, Аллаh!

* * *
Һөйөү – наҙлы.
Һөйөү – татлы.
Түләтә ул –
Ҡатлы-ҡатлы,
Хаҡлы-хаҡлы...

* * *
– Туғыҙ ай тере йөк ҡарыныңда.
Түлә – туғыҙ тулғаҡ әсеhен!
Бер йөрәгең көсөн икәү өсөн
Көсөргәндер, түлә, Әсә hин!

– Әсәлектә сабырлыҡтар бирсе,
Һинең ҡөҙрәтеңдә, Йә, Раббым,
Ғәзиз балам, йөрәк ҡаным минең,
Үҙәгемдә, йәндә яралған –
Йәшәhен ул, зинhар, ялбарам!

– Түләрhең.

–Уның хаҡынамы?
Үлермен!..

– Буш hүҙ!
Ерҙә кем үлемhеҙ?
Тыуым-үлем – тәҡдир,
Әйттемме бер?

– Кисер, Аллаh, кисер!
Түләрмен.

* * *
...Йоҡламайым, серем генә итәм.
Бәпесемдең сәңгелдәген сиртәм.
Таң алдынан тауыш ишетәм:
– Алма hуты тама түшеңдән!

– Сеү, уятма, сабый төш күрә...
Еңмешләнмә!
Иҫкә төшөрмә...

Ирендәрең бит алмама тейҙе...
Таңғы иләҫ-миләҫ моңға тулды.
Ҡулдарыңдың таныш наҙҙарынан
Туғыҙ тулғаҡ уты онотолдо...

* * *
Күктәр беҙҙе мәңге күҙәтәләр.
Иҫтән сыҡмай ожмах хозуры.
Ерҙе йәннәт итеп булмаhа ла,
Оҡшаш итеү – хыял заруры.

Әлеге шул тыйыла белмәҫ дәғүә –
Күп белергә, күпте аңларға!
Бәндә бәләләре боларғанда,
Күҙ терәргә Үргә – Аллаға.

Миhырбаны
Уның сикhеҙ:
Уймы – рөхсәт.
Хисме – даръя.
Моңмо – hайра.
Ижад – мәйелең.
Һөйөү – мәлең...
Рөхсәт, рөхсәт –
Пәйғәмбәргә
Тиңәлмә тик!

Рәхмәт, рәхмәт!!!

Поэманың тулы вариантын журналдың 6-сы (2018) һанында уҡығыҙ.


Теги: Гөлнур Яҡупова




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook