«Елберҙәй тик йөрәк түрҙәрендә Йәм-йәшел тыу...»

«Елберҙәй тик йөрәк түрҙәрендә Йәм-йәшел тыу...»
Тамара Искәндәриә

Билдәле шағирә, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Тамара Искәндәриә бәҫле ғүмер миҙгеленә аяҡ баҫа – алтмышын ҡаршылай. Затлы ҡәләм эйәһенең ижад һандығында әүәлдән еңел-елпе, яһалма фекер-ептән туҡылған бер көнлөк яҙмаларға урын булманы. Уның шиғырҙары һәр күҙенә мәғәнәле, танһыҡ нағыш һырылған туҙыу белмәҫ таҫтарҙар ише. Юбилярҙың яңы шәлкеме лә күңел урҙаларығыҙҙы биҙәкле һөлгөләй йәмләһен!


Ете ҡыҙ
Тулған айҙың яҡтыһында
Ойоп бейей ете ҡыҙ.
Керпегенән нур тамғанын
Тойоп бейей ете ҡыҙ.
Бер һағышлы көйҙө йәнгә
Уйып бейей ете ҡыҙ.

Күтәрелеп ҡарамаҫтар
Һылыуҙар һеҙҙең күҙгә.
Башҡорт ҡыҙҙары ғорур, тип,
Баҫмағыҙ, тиеп, теҙгә,
Әйтеү әйтерҙәр мәңгегә,
Әйләнерҙәр ҡарһүҙгә...

Күл өҫтөндәге көҙгөлә
Йөҙөп бейей ете ҡыҙ.
Күңелдәрҙән моң даръяһын
Һөҙөп бейей ете ҡыҙ.
Сеү! Әүернә тамғаһын бит
Төҙөп бейей ете ҡыҙ!

Бына улар ҡапыл бергә
Ҡараштарын күтәрҙе.
О, ул ҡараш! Тетрәтер ул
Хатта аяҙ күктәрҙе.
Фатихаһын биреп, үтте
Улар һуңғы күперҙе...

Асылғандай тарихтағы
Фасыл ғына – ете ҡыҙ.
Намыҫ көслө үлемдән, ти,
Аҫыл ғына ете ҡыҙ.
Тормош әүернәһен беҙгә
Васыят ҡыла ете ҡыҙ.

Ай, ете ҡыҙ, ете ҡыҙ!..

***
Ҡоштар ҡайта.
Күскенселәр ҡайта.
Барып етә алмай адресатҡа
Ҡайта хаттар.
Һуғыш яландарын үтеп иҫән-аман,
Илгә ҡайтҡан берҙән-бер арғымаҡ
«Керчь-Ҡарлуғас» ҡушаматлы саптар һымаҡ,
Ҡайта аттар...

Кире ҡайтмай ләкинүткән байрам.
Күтәрелмәй музейҙағы байраҡ.
Кире ҡайтмай,
шартлау, төтөн аша юл таба алмай,
янғындарҙа ҡанаттары көйрәп,
туптай ергә осоп төшкән ҡоштар.
Алмағастың хуш еҫле аҡ сәскәһенә әүрәп,
Ултырырҙар ине лә һайрап...

Бар донъям – ап-аҡтан.
Ҡайтманы ҡоштар һинең яҡтан.

Юлын бормай ваҡыт, мөмкин түгел
Кире ҡайтыу!..
Елберҙәй тик йөрәк түрҙәреңдә
Йәм-йәшел тыу.

***
Әүешкүлдә бер утрау бар —
Торғаны бер йөрәк үҙе.
Хоҙай һалған билдәме ул,
Еремәме һөйөү һүҙе?

Әүешкүлде көҙгө итеп
Баҡҡан микән Хаҡ тәғәлә,
Бауыр баҫҡан ерем, тиеп
Һалған микән тамға әллә?

Ни ғәжәптер, урынынан
Күсеп йөрөй ошо утрау.
«Һаҡланыңмы мөхәббәтте?» —
Киң күктәрҙән яуа һорау...
Ҡамыр баҫҡан ҡатын
Ҡамыр баҫҡан ҡатын көсһөҙ булмай,
Көслө була уның беләге.
Бисмиллалы уның күңел түре,
Һөйөү тулы уның йөрәге.

Ҡамыр баҫҡан ҡатын бәхетле ул,
Урап үтә уны бәләләр —
Ҡулдарынан уның ҡот, бәрәкәт
Тамып торғанлығын беләләр.

Ҡамыр баҫҡан ҡатын — тамырҙары
Тәрән киткән, гүйә, бер имән...
Шундай ҡатын баҡҡан ғаиләнең
Килер көнөн, Раббым, ит имен!

Бәрәкәт
Көнөм тулы бәрәкәт,
Бәрәкәт — ул хәрәкәт!

Ҡуба күрмәһен афәт,
Урап үтһен ғәрәсәт.

Ҡот-иманлы донъяларҙа
Йәшәү — үҙе бәрәкәт.

Бәпкә үлән
Келәмме ни — табанымды
Наҙлай бәпкә үләне.
«Минең дә бар йәмем!» — тисе
Һаҙ буйының күрәне.

Тыуған яҡта күңел бөтөн,
Хисләнеп йөрөп ятам.
Зыяратта — фатихалы
Ағайым, әсәм-атам.

Әллә ниндәй уйҙар килә,
Һәр көн мәңгелек кеүек.
Сынъдонъя — баҡыйлыҡ өсөн
Фани ғүмер — тик күбек?

Шул күбек эсендә беҙҙең
Яратыу, нәфрәтләнеү,
Ихлас бәхет кисереүҙәр,
Ҡайғынан дәһшәтләнеү?..

Әллә инде беҙҙең ғүмер —
Баҡыйлыҡҡа тупһамы?
Кемдәр тотҡан ишектәге
Буҙ семәрле тотҡаны?

Быуат-быуат ишетелгән
Бында Ҡөрьән һөйләме...
Табаныма «бип-бип» төртә
Бәпкә үлән келәме.

***
Ос, йөрәгем, ос сәскәгә,
Сәскә ғүмере ҡыҫҡа.
Хәҙер күкрәп атҡан була,
Хәҙер ҡойола усҡа...

Ос, ғүмерем, ос сәскәгә,
Үтмә, ғүмерем, зая!
Ҡибла тапмаған бер йәндәй
Булмайым, мине ая.

Хуш еҫтәрен бөркөп көтә,
Илертә балҡыу төҫө.
Бал ҡортон тарта сәскәләр,
Мине – хыялым көсө.

Булайымсы бал ҡортондай,
Егәрле лә, зирәк тә.
Мәл ҡәҙерен беләйемсе,
Белеүселәр һирәк тә.

Гөл йомолор, мәле еткәс,
Ҡойор балҡышлы тажын.
Бал ҡорто бал алып ҡалыр,
Ә йөрәгем ҡылып ҡалыр
Сәскәгә нурлы хажын!




Теги: Тамара Искәндәриә




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook