КӨЛ БУЛАЙЫММЫ ҺИҢӘ?..

КӨЛ БУЛАЙЫММЫ ҺИҢӘ?..
Таңһылыу ВӘЛИЕВА

Шөкөр, әҙәбиәтебеҙгә яңы һулыш өрөп, йыл һайын баҙыҡ исемдәр өҫтәлә. Ғүмер буйы Баймаҡ районында уҡытыусы булып эшләгән Таңһылыу Вәлиева ла хаҡлы ялға сыҡҡас, ҡәләменә ихлас тотоноп, халыҡсан әҫәрҙәре менән һөйөндөрә.

КӨЛ БУЛАЙЫММЫ ҺИҢӘ?..
Хикәйә

Мәфрүзәһен күреү менән ауыҙы йырыла Булаттың:
– Ал булайыммы һиңә лә
Көл булайыммы һиңә?
– Әй, булмаһаң кәрәк тә! Йырҙы боҙмай йырла, тип тораһың. Улайтып йырлағансы, йырлама. Мыҫҡыл итеп ни... Көлкө түгел инде һаман-һаман...
Мәфрүзә турһайып, башын ситкә борһа, шаяртып, танауынан тартып үҙенә ҡарата ла күҙҙәренә төбәлеп йырлап бөтөрөп ҡуя Булат:
– Ебәк сәсеңде наҙлаған
Ел булайыммы һиңә?
КӨЛ БУЛАЙЫММЫ ҺИҢӘ?..Кәләшен яратып ҡына ҡосаҡлап ала, сәстәренән һыйпай.
– Бөттө, бөттө, бүтән улай йыр­ламаҫмын.
– Башҡаларға матур йырҙарыңды йырлайһың, миңә тигәндә...
– Саз булайыммы һиңә лә наҙ булайыммы һиңә?
– Китте инде теҙеп... Нимә булһаң да ризамын, тик көл генә булма. Мин үҙем һиңә гел генә гөл булырмын.
Ошо йырҙы көйләй ҙә йөрөй Булат эш эшләгәндәме, руль артында барғандамы. Матур йырлай ул. Тауышы моңло, сылтырап аҡҡан шишмә һыуындай таҙа. Бер кемдекенә лә оҡшамаған ҡалынсараҡ тауышы менән һәлмәк кенә итеп йырлай. Ҡайһы берәүҙәр ише бит-йөҙөн дә сытырайтмай, ҡулдарын да йәй­геләмәй. Уның моңо тауышынан ғына түгел, уға ҡушылып матур ҡуңыр күҙҙәренән дә түгелә.
– Анау йырҙы белмәйһеңме, Булат? Шулай-шулай һүҙҙәре бар, шикелле, – тиһәләр, хәтерендә барлап, дуҫтары әйткән ике-өс һүҙ менән юллап табып ала йырҙы, ҡат-ҡат йырлап өйрәтә тегеләренә.
– Бындай аҫыл тауышың менән ҙур сәхнәләрҙә тороп йырларға кәрәк һиңә! Әллә ҡасан әллә ниндәй исемдәр алып бөтөр инең, – тиеүселәр күп.
– Йөрөйһөң үҙ баһаңды белмәй... Ал булайыммы, тип миңә генә йырлап, – тип көлә Мәфрүзә, – шүфир генә булып.
– Ул саҡта һине осратмаҫ инем. Һин минең сәхнәм, Мәфрүзәм. Шофер булырға ла малай ғына саҡтан теләнем.
Уныһы ла дөрөҫ. Атаһы арбаға ултыртып, улына дилбегәһен тотторһа, Булат уны руль һымаҡ итеп түңәрәтеп тотоп ала торғайны, тип көләләр хәҙер ҙә.
– Машина ене ҡағылған миңә. Юлда йырлап йөрөһәң, ваҡыт ырай.
Булаттың йырлауын район һабантуйында ишетте Мәфрүзә. Һәүәҫкәрҙәр концертын ҡарағанда. Бергә уҡыған әхирәте Дилә һабантуйға алып ҡайтҡайны уны. Теләр-теләмәҫ кенә риза булды ауылға барырға. Ҡала ҡыҙына һабантуй ҙа, әллә ниндәй күргәҙмәләр ҙә, теҙелеп киткән тирмәләр ҙә, кейенеп-яһанып, уйнап-көлөп күңел асыуҙар ҙа етди, кәрәкле сара булып тойолманы. Ат сабышынан ҡурҡа, көрәшселәрҙе йәлләй. Таҫтамал менән һыға тотоп, билдәре ҡып-ҡыҙыл булып бөтә, береһе икенсеһен баш аша ташлап ебәрһә, уныһы «һыңҡ» итеп барып төшә. Мәфрүзә устары менән битен ҡаплай.
Кеше мыжғып тора һабантуй барған яланда. Анау парашютсылар һымаҡ бейектән ҡараһаң ине был байрамды.
– Әйҙә, Мәфрүзә, сәхнәгә яҡынлайыҡ, хәҙер беҙҙекеләр сығыш яһай. Минең күршем, класташым йырлай хәҙер. Булатты тыңлайыҡ.
Мәфрүзә Диләгә эйәрҙе. Сәхнәләге йыр-бейеү донъяһы тәүҙә уны ылыҡтырманы, зәңгәр күктәге тамашанан күҙен ала алманы. Ҡапыл Мәфрүзә терт итеп ҡалды. Аңғармаҫтан баштан-аяҡ һалҡын һыу менән ҡойондорһалар ҙа улай һиҫкәнмәҫ ине. Үҙе лә һиҙмәҫтән, һауа етмәгән, тын ала алмаған кеше кеүек үҙәген тартып ҡуйҙы: «Эһһ...». Үҙе устары менән ауыҙын ҡапланы.
– Һиңә килдем, иркәм,
килдем йылдар буйы,
Һанай-һанай алыҫ саҡрымдарҙы...
Моңдоң кешегә шул тиклем тәьҫирен ҡыҙ быға тиклем бер ҡасан да кисергәне булманы. Ә кем йырлай һуң? Сәхнәгә теҙелгән ап-аҡ күлдәкле, ҡап-ҡара салбарлы йәш, мыҡты егеттәр араһында ҡайһыныһы ошо сихри бәрхәт тауыштың эйәһе? Берәүһе генә йырлай бит тәүҙә. Ҡалғандары аҙаҡ ҡушыла.
– Дилә, ә ҡайһыһы һинең класташың? Ә, күрҙем, күрҙем!
Уң яҡ ситтә торғанының ҡулында микрофон, башҡа микрофондар сәх­нәгә ҡуйылған. Ансамбль егеттәренән саҡ ҡына алғараҡ сығып баҫҡан һомғол буйлы сибәр егет үҙенең йыры менән бөтәһен дә әсир иткән.
– ... кисеп яҙмышымдың
Шатлыҡтарын,
һағыш-ялҡын­дарын.
Эргәһендәгеләре был егеттең хәлен еңеләйтергә, һағыш-ялҡын­дарын таратып ебәрергә теләй:
– Ааа - а-а - а-а... Һа-ғыш, ял-ҡын-да-а-ры-ын...
Мәфрүзә сәхнәгә мөкиббән киткән халыҡҡа ғәжәпләнеп ҡараны. Башы көмбәҙләп ябылған сәхнә тәңгәлендә тамашасылар өсөн эшләнгән ун биш-егерме рәттең дә өҫтө көплө. Был эскәмйәләрҙә ҡунаҡтар һәм ололар урын алған. Башҡалар концертты аяғөҫтө ҡарай. Сәхнә тирәләп теҙелешкән, ҡулға-ҡул тотоношоп, көй ыңғайына талғын ғына сайҡалған йәш егет-ҡыҙҙар шуны аңлай: улар әле быға тиклем белмәгән ниндәйҙер ялҡынлы, һағышлы, татлы ғазаптарға дусар итәсәк бөйөк көс-тойғо уларҙы ла йырлатасаҡ та, илатасаҡ та. Ҡайһы­ларының, аңлашылмаған, үҙҙә­ренән булмаған сәбәптәр арҡаһында айырым-айырым йәшәргә мәжбүр булыусыларҙың:
– Бик һағынып килдем... – тигән һүҙҙәрҙе ишетеп, йөҙҙәре яҡтыра.
Ана, бер оло ғына ағай ҡулъяу­лығын сығарып күҙҙәрен һөрттө.
Ҡала дискотекаларында, ярым ҡараңғылыҡтарҙа, ят йырҙарға бейеп, күңел асып үҫкән Мәфрүзәнең бындай күмәк һоҡланыуҙы, бергәләп уйланыуҙы, йырға солғаныуҙы ғүмере күргәне булманы. Йыр кешеләрҙең күңелдәренән үтә сыға ла һауала тирбәлә, тауҙан-тауға ҡаҡлыға ла офоҡ аша ҡайҙалыр тарала.
– Һиңә килдем, иркәм...
– А-а-а - а-а-а... Килдем,
и-ир-кә-әм...
Егеттәр сәхнәнең алдына килеп баш эйҙе. Халыҡ геү килде.
– Һеү-һеү! Афарин! Рәхмәт!
Ә солист егет Мәфрүзәнең алдына тура килде. Ҡулын күкрәгенә ҡуйып, тамашасыларға баш эйҙе, ә турайған саҡта ҡараштары Мәфрүзәнеке менән осрашты.
– Тағы йырлағыҙ!
– Йырла, Булат!
Булат сәхнәлә бер үҙе ҡалды. Баянсы янына барҙы ла уға ниҙер әйтте. Һабантуй туғайына тағы йыр ағылды.
– Ал булайыммы һиңә лә
Гөл булайыммы һиңә?
Был юлы Булат Мәфрүзәгә генә ҡарап йырланы, буғай. Уның тауышы, ҡарашы ҡыҙҙы наҙлы таң еле, сихри ай нуры булып иркәләне. Кискеһен Дилә менән Мәфрүзә ауыл йәштәре менән ҡырға усаҡҡа сыҡты. Ҡалай дәртле, йор һүҙле, шәп икән ауылда йәштәр. Йыр артынан йыр, шаян, мәрәкә һүҙҙәр. Егеттәр кемеһе тотһа ла гитара уйнай, ниндәй йыр башлаһалар ҙа, бөтәһе лә белә.
Мәфрүзә үҙенең исемен яратмай, әбейҙәр исеме ҡушҡандар, тип үпкәләй. Ҡалала ул – Роза.
Булатҡа ла ҡулын:
– Роза, – тип һонғайны,
– Һеҙҙең үҙ исемегеҙ матур, Мәфрүзәкәй, – тине егет. – Ә мин – Булат.
Йәйге төндөң эңере таңға эйәрә – ҡараңғылыҡ ҡанатын йәйеп тә өлгөрмәй. Һүрелгән усаҡты Булат менән Мәфрүзә һүндерергә ҡалды, башҡалар ҡушарлап таралышты.
Баҙрап ятҡан эре-эре күмерҙәрҙе таратып, Булат уларҙы көл менән уратып кәртәләне. Йылға ярына яҡын яғылған усаҡҡа бейек яр аҫтынан һут шешәләренә сылтырап ағып ятҡан һыу тултырып, Мәфрүзәгә алып биреп торҙо, ҡыҙ күмерҙәрҙе һүндерҙе.
– Булдымы, һүндереп бөттөңмө, пожарник?
– Бөттөм! Сыҡ!
Усаҡ урынын Булат таяҡ менән болғаштырҙы.
– Булған. Әйҙә, ҡайттыҡ.

Хикәйәнең тулы вариантын журналдың 1-се (2018) һанында уҡығыҙ.




Теги: Таңһылыу Вәлиева




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook