Башҡортостан Ҡыҙы

«Әйләнәм дә йәшлегемә ҡайтам...»

«Әйләнәм дә йәшлегемә ҡайтам...»«Артҡа әйләнеп, күпме генә саҡырһаң да, кире ҡайтмай шул уҙған ғүмер, — тип йылмайыу аша көрһөнә 88 йәшлек хеҙмәт һәм тыл ветераны Ғәтифә инәй. – Их, хәҙерге хозур донъяларҙа өр-яңынан тормош ҡороп, йәшлектә йәшәргә ине ул!..» Ә минең уға: «Көрһөнмәсе бер ҙә, ғүмерең һис кенә лә бушҡа үтмәгән, ул матур эштәргә арналған!» – тип әйткем килә.
Әлшәй районы Ибрай ауылында тыуып, өс йәшенән атайҙан ҡалып, әсәй менән апай ҡулында үҫкән ҡыҙ бала тормоштоң әсе-сөсөһөн күп татый. Атаһы сауҙагәр була, хәлле ғаилә башлығы яҡты донъянан киткәс, колхозға инмәгән өсөн аҙбар-ҡураларын һүтеп, бөтә мөлкәттәрен, мал-тыуарҙарын тартып алып китәләр. Ауыҙын асһа, үпкәһе күренерҙәй баланы яҡлаусы булмағас, ун дүрт йәшенән үк үҙенән ҙур апайҙар менән Нуриман районындағы урманлыҡҡа ағас эшенә оҙаталар. Башына таҡта төшөп йәрәхәтләнгәс, ҡайтырға тура килә уға. Үҫә төшкәс, Свердловск өлкәһенә торф сығарырға ла ебәрәләр. Ә шулай ҙа ауырлыҡтарға бирешмәй, юғалып ҡалмай. Колхоз эшендә лә бик әүҙем була.

Инде буй еткергән ҡыҙ күрше Дәүләкән районы Дүртөйлө ауылынан ике балалы ир Миңнулла Дәүләт­ҡоловҡа тормошҡа сыға. Алты малайға, дүрт ҡыҙға ғүмер бирә улар.

Аҡсам, әйберем юҡ, тип тормай, иҫке сепрәк-сапраҡтарҙы оҫта итеп ҡырҡып, кейем тегергә өйрәнә Ғәтифә. Балалары, күрше-күләндәре ул күңел йылыһын биреп эшләгән күлдәктәрҙе, һырыған салбар-бишмәттәрҙе кейенә лә һөйөнә. Был эштән генә ҡәнәғәт булмай, балаҫ һуғыу һөнәрен дә үҙләштерә. Ауылдаштарынан һарыҡ йөнө йыйып, уны төрлө төҫтәргә манып, келәмдәр эшләргә өйрәнә. Һуҡҡан аҫалы һәм сепрәк ҡорамаларҙан иҙән балаҫтары, күҙ яуын алып торған сағыу таҫтамалдары тирә-яҡҡа тарала, дан тота. Ғәтифә инәйҙең ҡул эштәрен, ҡыҙҙарға бирнәлеккә тип, ҡайҙарҙан ғына килеп алмайҙар. Кәзә мамығынан шәлдәр ҙә бәйләп өлгөрә ҡатын. Шулай итеп, көнөн колхоз эшендә булһа, кистәрен, балалары йоҡоға талғас, күңелен биреп, ижади шөғөлөнә тотона.

Ябай ауыл ҡыҙы 1967 йылда Мәскәү ҡалаһында уҙғарылған «Оҫталар бәйгеһе»ндә ҡатнаша һәм беренсе, өсөнсө урындарға лайыҡ була, маҡтау ҡағыҙҙары, миҙал алып ҡайта. Был турала Фәүзиә Рәхимғолова «Баш­ҡортостан ҡыҙы» журналының 1969 йылдың октябрь һанында «Аҫалы балаҫтар ҡайҙа?» исемле мәҡәләлә яҙып сыға. Баҫмала шулай уҡ балаҫ һуға торған станогы менән Ғәтифә инәйҙең фотоһы ла донъя күрә. Оҫта әлеге көндә лә ул журналды ҡәҙерләп һаҡлай.

Ҡулынан килмәгән эше булмағандыр уның йәш сағында. Хатта көслө ир заты менән ярышҡандай, мейес сығарыу эшен дә үҙләштереп, абруй яулаған ул.
«Мейес яға башлаһаң, өйгә төтөн тула, тын алырлыҡ булмай торғайны, ишек асып елләтһәң, һыуынып бөтә, ә өйҙә – бәләкәй балалар. Ни эшләйһең инде, шулай этләнгәндән һуң, бер көн мейестең төтөн юлын һүтеп ташланым да йыйып ҡараным, тағы һүттем, тағы йыйҙым, төрлө яҡҡа борғолап эҙләй торғас, дөрөҫ юлын таптым. Бына шулай өйрәнеп киттем, — тине, үткәндәрҙе иҫләп, инәй. – Хәҙерге көндәрҙә лә мин сығарған мейес усаҡтары янында йылыныусылар бихисап әле, балам. Ана, үҙемдең баҡсамда ла ултыра. Әле булһа ҡулланам, ҡаҙан аҫтына усаҡ яғып, ҡорот ҡайнатам, Ҡөрьән уҡытҡанда аш һалам».

Оҫта ашнаҡсы булараҡ та дан тота Ғәтифә инәй: «Әй, һағынам, балаҡайым, үҙем бешергән ризыҡтарҙы. Ҡосаҡҡа һыймаҫ күпереп бешкән икмәк, утлы күмер өҫтөндәге табала ҡойолған ҡоймаҡ, ҡаҙанда ҡайнатҡан ҡорот, емеш-еләктән ҡаҡ менән тәмле итеп сәй эсеүҙәре...»

«Ә аҫалы балаҫтарға килгәндә, элек Дүртөйлө ауылында биш-алты оҫта була торғайны, бер-беребеҙ менән ярышып, ырыу тамғалары һалып, сәскәләп, ниндәй генә һүрәт төшөрмәнек! – ти ул. – Һәр оҫтаның үҙ сере бар ине. Ата-бабаларыбыҙҙан күсеп килгән балаҫ, таҫтамал һуғыу нескәлеген киләһе быуын өсөн һаҡлаусы бер сылбыр булғанбыҙҙыр...»

50 йыл элек «Башҡортостан ҡыҙы»ның героиняһы булған Ғәтифә инәй Дәүләтҡолова яҙмышында үҙ быуынының фиҙакәрлеге лә, ныҡлығы ла, матурлыҡҡа ғашиҡ илаһи күңеле лә сағыла.
Зөбәйҙә ИСЛАМОВА.
Дәүләкән районы.


Теги:




Яңы һан



Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Счетчик


Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook