Шәл биҙәге семәрле...

Махсус станоктарҙа һу­ғылған дебет шәлдәре менән беҙҙең әсәй-өлә­сәйҙәр элек дан тотҡан. Әммә, ваҡыт үтә килә, күп нескәлек һәм оҫталыҡ талап иткән был мәшәҡәтле шөғөл нисектер онотолоп ҡала һәм уның урынын ҡулдан бәйләнгән мамыҡ шәлдәр яулай. Ошоға тиклем беҙҙең районда Әбү­бәкер ауылында 100 йыллыҡ һуҡма шәл бер данала ғына аманат итеп һаҡланып, уны күргәҙмәләрҙә генә күрергә насип булһа, хәҙер инде бындай нәзә­кәт­лек өлгөһө Вәзәм ауылында етештерелә башланы.

Ауылда был эштең нисек башланыуы тураһында беҙгә «Вәзәм» һуҡма шәлселәр клубын ойоштороусы Гөлназ Сурина бәйән итте. «Былтыр августа ауылыбыҙ килене, билдәле яҙыусы һәм журналист Сәрүәр Сурина, Вәзәм ҡатындарының дәртлелегенә, бөтә сараларҙа әүҙем ҡатнашыуына һоҡланып, «Гөлназ, әйҙә, ошондай шәп ҡатындарға ятыраҡ та, аҡса эшләрлек тә берәй шөғөл уйлайыҡ», – тип тәҡдим индерҙе. Уйлап ҡара­һаң, беҙ­ҙекеләр барыһы ла бәй­ләүгә маһир, сәйлән менән дә уларҙы аптыратырлыҡ түгел. Бер йыл районда үткән шәл бәйләү конкурсында Әбүбә­керҙән Шәрифә Билалованың өләсәһенең 100 йыл һаҡ­ланған һуҡма шәлен күргә­нем иҫкә төштө. Сәрүәр Сурина быны эләктереп алғас, миңә лә ике әйтеү кәрәкмә­не, шәл һуғыу станогы эҙләп сығып та киттем. Ауылды урап сыҡтым, бе­рәүҙә лә юҡ. Һабантуйҙарға күргәҙмә итеп алып йөрөгән балаҫ һу­ғыу станогы бар ине, уның да күп өлөштәре етмәй. Ауылдашыбыҙ Рәйхана Сурина өләсәһенән ҡал­ған кө­рөҫ, тараҡ, тәпәйлек алып килде, мәктәп музейынан һоҫа алып ҡайттыҡ. Улар ҡулланырлыҡ түгел, әммә өлгө итеп алып яңыһын эшләргә була ине. Ниһайәт, детал­дәрен теүәл итеп эшлә­теп ал­һаҡ, ҡора белмәйбеҙ, уны­һын Фәүзиә Кәримова өйрә­теп китте», – тип һөйлә­не ул.

Гөлназ Сурина яңы шөғөл буйынса эш башлау өсөн ауылдың барлыҡ ҡатын-ҡыҙ­ҙарын ҡуҙғыта. Һөҙөмтә­лә егерме ҡатын-ҡыҙ клуб ағза­һы булып китә һәм кеме­һелер дебет һуғырға-ҡабартырға, икенселәре оҫта итеп иләргә, бәғзеләре станокта һуғырға тотона. Әммә иҫке станок ме­нән эш ырамай.
– Дебетте ауыл буйлап йыйҙым. Тетеп, шуны болғаттыҡ, һуғыуы ла мәшә­ҡәтле генә булды. Станокта эш башлау ҙа еңел түгел ине, инде башланыҡ тиһәк, ебе өҙөлә лә ҡуя. Берәүебеҙ шәл һуҡһа, икенсебеҙ уның эргә­һендә өҙөлгән епте ялғай, уныһы сеймәлә йәки рәте юғала... Юҡ, эш сыҡмай. Беҙҙең мә­шәҡәттәрҙе тормош иптә­шем Риф ситтән генә тыңлап йөрөй, әммә өндәшмәй. Тора-бара ул да ҡыҙыҡһынып китеп, икәүләп эҙләнә башланыҡ.
Был башланғысыбыҙҙа беҙ яңғыҙ булманыҡ, инициативаны район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Л.Р.Мәм­бәтова, район мәҙәниәт йортоноң халыҡ ижады буйынса методисы М.И.Ишемғолова һәм район тыуған яҡты өйрәнеү музейы етәксеһе Р.Ф.Байғусҡаровалар күтә­реп алды һәм ярҙам итте, – тине Гөлназ.
Районда ғына түгел, республикала берҙән-бер һуҡма станок авторы Риф Сурин һөйләй:
– Шәлселәрҙең иҫке станок менән ныҡ яфаланғанын, ҡатынымдың көнө-төнө шуның менән булашыуын күреп йөрөйөм. Гөлназға кәңәш би­рә торғас, мин дә ҡыҙыҡһы­нып киттем. Кеше эшләмәгән нәмә түгел, үҙем тырышып ҡарайым, тип эшкә тотондом. Ҡул аҫтындағы таҡтаны, кәрәкмәгән велосипед һәм башҡа әйберҙәрҙең детал­дәрен файҙаландым. Тарағы өсөн бамбук ағасы йәтеш булды, хәҙер магазинда материалдар күп, шуға ул яҡтан этлек булманы. Ике аҙна эсендә өр-яңы станокты эш­ләп ҡуйҙым. Машинала бер ҡайҙа алып барабыҙ тиһәк, уны уңайлы ғына ысҡындырып, аҙаҡ кире йыйып була. Ҡулайлаштыра торған эштә­ре лә күп әле. Бындай ҡоролманы тағы ла 5-6-ны эшләргә уй бар. Унда эш шәп китәсәк, бер аҙнала бер шәл әҙер буласаҡ. Бынан тыш, елән, камзул, шарф, балаҫ һәм башҡа әйберҙәр һуғырға мөмкин буласаҡ. Хәҙергә сығымы күп, әлбиттә, әммә киләсәктә килем дә үҙен көттөрмәҫ, тип ышанабыҙ.

Беҙ ҙә эш барышында Вәзәм ҡатындарының кемеһелер нескә итеп еп иләгәнен, икенселәренең дебет теткәнен ҡарап, Тәнзилә Күскилдинаның станокта таһыллы итеп шәл һуҡҡанын күҙәттек. «Эшләй-эшләй оҫ­тара инде кеше. Һәр кем үҙ ваҡытына, яйына ҡарап килә. Беҙҙең йәштәге ҡатындарға бындай станок таныш, сөнки һәр кемебеҙ бала саҡта өләсәләренә ярҙам итеп, уның нисек эшләгәнен күңеленә һалып йөрөгән. Хужалыҡ бөткәс, ауылда ҡатын-ҡыҙға эш юҡ, шуға күңелгә ятырлыҡ шөғөл кәрәк ине. Хәҙер инде, Аллаға шөкөр, ҡышҡы оҙон кис­тәрҙә эшебеҙ ырамлы бара. Иң мөһиме – дәрт бар, барыбыҙ ҙа дебет эшен яҡшы белә. Ә һуҡма шәлде йыуып, киреп-киптереп алһаң, ул еп-еңел булып, ҡул менән бәй­ләгәнгә ҡарағанда ла нығы­раҡ ҡабара, сөнки тындары иркен. Киләсәктә шәлде үҙебеҙсә, төрлө биҙәктәр һалып та, шаҡмаҡлы итеп тә эшләргә уйыбыҙ бар», – тип һөйләне ул.
Бына шулай ауыл уңғандары дебет һуғыу, иләү, сиратыу кеүек мәшәҡәтле эште байрамға әүерелдереп, һуҡ­ма шәл кеүек боронғо шө­ғөлдө тергеҙеүгә тотонған. Хәҙер инде күмәкләгән эштең һөҙөмтәһе лә бар – бына тигән ҡупшы шәлдәр улар­ҙың ҡулында. Башҡорт һуҡма һәм мамыҡ шәлдәре сәнғә­тен тергеҙеүгә йөҙ мең һум президент гранты алғандар. Был аҡсаға тағы ла станоктар эшләргә уйлайҙар. Киләсәк­тә улар етештергән шәлдәр һәм башҡа әйберҙәр юғалып ҡалмаҫ, билдәлелеге артыр, тигән өмөт бар. Беҙ ҙә Хәй­булла ҡатындары ябынған затлы һәм һирәк осрай тор­ған һуҡма шәлдәр барыһын да таң ҡалдырыр әле, тигән ышаныста ҡалдыҡ.

Мәрйәм ИМАНҒОЛОВА.
Хәйбулла районы.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook