Берҙәмлектә – көсөбөҙ!

Берҙәмлектә – көсөбөҙ!Силәбелә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең хәл-әхүәлен белергә, йыш булмаһа ла, йыл да юл төшөп тора. Осрашыуҙар ваҡытында, беҙҙе онотмаһағыҙ ине, туған моңдарға, тел-лөғәт алмашыуға һыуһайбыҙ, бер күрешеү – үҙе бер ғүмер, тип өҙөлөп өндәшеүҙәре йөрәк түренә яҙылып ҡуйылғанғамы, саҡырыуҙары була, шундуҡ юлға ҡуҙғалырға, иң ҡуйырға, рухи яҡтан күтәрмәләргә ынтылып ҡына тора ҡәләмдәштәрем, рухиәт һаҡсылары.
Бынан бер нисә йыл элек Башҡорт әҙәбиәте көндәре сиктәрендә Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәте китапханаһында китап һөйөүселәр менән осрашыу үткәреү, Ҡоншаҡ, Арғаяш райондары китапханаларын бер итеп йөрөп сығыу, Бикҡол ауылында шағирә Кәтибә Кинйәбулатованың һуңғы төйәгенә барып, ҡәберенә сәскәләр һалыу, уның рухына аят бағышлау, Ҡолой урта мәктәбенең тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында булыу, ауыл китапханаһында ойошторолған осрашыуҙар үҙе бер яҡты иҫтәлек булып хәтергә уйылған.


Был юлы ла ҡәләмдәштәрем – Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире Салауат Ғайса улы Кәримов һәм «Юлдаш-Ҡатай ауылы һәм билдәле ҡатайҙар», «Азия һәм Европа араһында» тигән рус телендә нәшер ителгән китаптар авторы Әсләм Ислам улы Арыҫланов менән юлдабыҙ. Ниәтебеҙ – Арғаяшта Башҡорт әҙәбиәте көндәрендә ҡатнашыу.

Юлайҡан Бакал ҡалаһына ваҡытлыса ғына килгән Рәми Ғариповтың тәүге мөхәббәте – Мариат ханым менән осрашыуҙан ҡанатланып, журналға ниндәй матур мәҡәлә буласағын уйлап, Арғаяшҡа кисләтеп кенә килеп инәбеҙ. Беҙҙе Силәбе дәүләт университетының Арғаяш вәкиллеге директоры, тарихсы Рәшид Шәүкәт улы Хәкимов ҡаршы ала.

Ҡойма ямғыр яуып торғас, иртәгәһен Кәтибә Кинйәбулатова ҡәберенә барыуҙы кисектереп, райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары һәм әҙәбиәт һөйөүселәр йыйылған Ҡолой ауылындағы Павленков модель китапханаһында осрашыу башлана.

Берҙәмлектә – көсөбөҙ!
«Башҡортостан ҡыҙы»ның тәүге сыҡҡан һанынан башлап күҙәтеп барған арғаяштарҙың ҡыҙыҡһыныуы аңлашыла – беренсе мөхәррир Кәтибә Кинйәбулатова баҫмабыҙға мөхәббәт уятҡан. Яҡташтары уның сәс тарағына тиклем ҡәҙерләп һаҡлай. Бына уның ҡулъяҙмалары, ул әҫәрҙәрен баҫҡан машинка. Материалдар йылдың-йылы күбәйә бара. Шағирәнең шәжәрәһе төҙөлгән. «Атай тауышы» повесының прототиптары хаҡында йыйылған мәғлүмәттәр ҙә үтә ҡиммәтле. Сентябрь айында Кәтибә Кинйәбулатова көндәрен үткәреү йолаға ингән. Быйыл да шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе гөрләп уҙған. Матди базаһы ныҡ китапханаға бөтә райондан тартылалар, өлкә күләмендәге Павленков уҡыуҙары икенсе тапҡыр инде ошонда үтә.
Ҡолой ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Әкрәм Көнтыуар улы Әлмөхәмәтов ҡунаҡтарға арғаяштар исеменән рәхмәт әйтте.

Берҙәмлектә – көсөбөҙ!
Күп кенә әҙәби саралар Силәбелә төпләнгән Учалы егете Ҡамса Дәүләтбай улы Мортазин арҡылы башҡарыла. Үҙе етәкләгән «Аҡмулла» берекмәһе һәм Арғаяш ижадсыларын туплаған «Таң нурҙары» әҙәби түңәрәге ағзалары был юлы уны 50 йәшлек юбилейы менән ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерҙе.

Берҙәмлектә – көсөбөҙ!
Арғаяш районының почетлы гражданы, районда «Ҡолой моңдары» фольклор ансамблен ойоштороусы Зәйтүнә Ҡәйүм ҡыҙы Хәйруллина, Ҡуйһары мәктәбендә эш башлаған уҙамандың илһөйәрлек, телһөйәрлек сифаттарын, ойоштороу һәләтен билдәләп, милләтебеҙ киләсәге өсөн янып йәшәүсе шәхескә һоҡланыуын белдерҙе.

Берҙәмлектә – көсөбөҙ!
Ҡолой сәнғәт мәктәбе етәксеһе Зилә Сәйфулла ҡыҙы Һаҙыева ҡуйған бейеүҙәрҙе күреп «аһ» иттек. Бына ҡайҙа рух, миллилек! Ул ойошторған «Палитра» бейеү ансамблендә шөғөлләнеүселәрҙең башҡорт бейеүен тойоп, күңел һалып башҡарыуынан хушландыҡ.

Артабан Ҡолой урта мәктәбе уҡытыусылары менән осрашыу көтә ине. Гөлсөм Усман ҡыҙы Әлмөхәмәтова бында директор булып 2008 йылдан эшләй. Беҙҙе самауырлы табында тәмле сәйҙәр менән һыйлап, йәнен әрнеткәнен дә әйтеп һалды тынғыһыҙ етәксе.
Берҙәмлектә – көсөбөҙ!
Мәктәптең ойошторолоуына 155 йыл, бында 494 уҡыусы белем ала, 49 педагог иҫәпләнә. Көслө, берҙәм коллектив тупланған. Рәсәй Мәғариф министрлығы тәҡдим иткән исемлектә башҡорт теле буйынса дәреслек булмау сәбәпле, башҡорт телен факультатив рәүештә өйрәнергә мәжбүрҙәр. «Башҡортостан программаһы менән уҡый алмайбыҙ, халҡыбыҙ руслашҡан. Үҙебеҙгә яраҡлаштырылып төҙөлгәне, аҙнаһына 1-2 дәреслеккә иҫәпләнгән программа төҙөү зарур. Кадрҙар юҡлығы ла бәкәлгә һуға. Башҡорт теле беҙҙең балаларға сит тел кеүек. Әммә милли аңды уятыр өсөн халыҡ менән эшләйбеҙ. Ошо ҡыйынлыҡтар арҡаһында башҡорттар йәшәгән төбәктә туған телебеҙҙе уҡытыуҙан бөтөнләй баш тартҡан мәктәптәр бар», – ти ул.

Башҡорт китаптарының килеп етмәүе, БЮТ каналында башҡортса тапшырыуҙарҙың ҡарарға уңайһыҙ ваҡытҡа ҡуйылыуы ла борсой силәбеләрҙе. Силәбе башҡорттары өсөн һигеҙ мең данала баҫылған «Уралым» гәзите генә телгә, әҙәбиәткә булған ихтыяжды ҡәнәғәтләндерә алмай, әлбиттә. Ең һыҙғанып эшкә тотонған мөхәррир Нурия Иҡсанова әйтеүенсә, баҫмала мәҡәләләр күберәк рус телендә сыға, сөнки үҙ телендә уҡыусылар әҙерәк.

Ә Ҡамса Мортазин, шарттарға ҡарамай, үҙ милләтен, телен пропагандалаусы, ижадҡа дәртләндереүсе, үҙ иҫәбенә башҡорт телендә китаптар нәшер итеүсе уҙаман, заманыбыҙҙың Аҡмуллаһы булып алға баҫа. Ҡәләмдәшебеҙ өсөн йән атып, әллә нисәмә саҡырымдар үтеп килә алыуыбыҙ менән сикһеҙ бәхетлебеҙ. Йәндәшлектә, ҡәрҙәшлектә, кешенең шатлығын уртаҡлаша белеүҙә лә бит беҙҙең көс.
Гөлназ ҠОТОЕВА.
Силәбе өлкәһе.


Теги: Силәбе Кәтибә Кинйәбулатова




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook