Гөрләй орсоҡ өмәләре!

Гөрләй орсоҡ өмәләре!Ейәнсурала беҙҙе район мәҙәниәт йорто директоры Альфред Ғәли улы Ваһапов ҡаршы алды. Республикала ал бирмәгән оҫта шәлселәрҙе күрергә килдек, тигәс, беҙҙе аҙаштырмай алып йөрөргә китапхана методисы Лариса Ғабдулла ҡыҙы Абдрахманованы беркетеп ҡуйҙылар. Шулай булғас, район китапханаһын ситләтеп үтмәҫкә ҡарар иттек. Директор Альбина Данил ҡыҙы Хәмитова әйтеүенсә, бында 19 меңгә яҡын кеше йөрөй. Фонд яңы китаптарға ҡытлыҡ кисерә, ул 2014 йылдан бирле тулыландырылмаған. Йыл башынан китапханалар селтәре район хакимиәте менән берлектә Ғаилә йылына арнап «Иң күп китап уҡыусы ғаилә» бәйгеһен иғлан иткән һәм йомғаҡ яһау тантанаһына еңеүселәрҙе саҡырған. Шулай итеп, был исемде Башҡорт Үргене ауылынан Янбаевтар яулаған. Беренсе урынға Ишемғол ауылынан Пляксиндар лайыҡ тип табылған. Икенсе урынды Күгәрсен ауылынан Аҙнабаевтар, өсөнсө урынды Иҫәнғол ауылынан Йәмғоровтар бүлешкән. Финалға сыҡҡан туғыҙ ғаилә лә төрлө номинацияларҙа билдәләнеп үтелгән. Китап, журнал уҡыуға ылыҡтырыу, был мөһим эшкә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү өсөн бына шундай алым уйлап тапҡан ейәнсуралар. Ул тотош ғаилә бай­рамына әйләнгән. Еңеүселәрҙе бүләкләүгә, махсус призын тапшырып, «Башҡортостан ҡыҙы» ла үҙ өлөшөн индерҙе.

Иҫәнғолда йәшәгән Зөлфиә Рәхмәт ҡыҙы Бикбулатоваға инмәй китеү яҙыҡ булыр ине. Беҙҙең килерҙе алдан көтөп, әҙерләнеп ултырған бит ул! Уның һымаҡ оҫта шәлсе юҡ, тип уға барырға кәңәш иткәйнеләр. Сөнки Зөлфиә ханым бәйләгән шәлдәр бер ҡасан да оҙаҡ ятмай, тиҙ генә эйәһе табыла икән. Гөлдәр үҫтереү менән дә мауыға уңған ҡатын. «Ҡарағаттарым шул хәтлем уңа, йәй килегеҙ беҙгә!» – тип оҙатып ҡалды ул.

Артабан мөғжизәүи әкиәт донъяһын хәтерләткән, ҡышҡы бәҫ араһынан йымылдап күренеп ултырған Ҡарғалы ауылына юлландыҡ. Юлдашыбыҙ Лариса Ғабдулла ҡыҙы үҙе лә Ҡарғалынан икән. Урта мәктәпте ошонда тамамлаған. Шәлсе апайҙар элекке мәктәп бинаһында урынлашҡан клубта беҙҙе көтә инеләр инде. «Башҡортостан ҡыҙы»ның бер битен дә ҡалдырмай уҡыйбыҙ, ошонда килеп фекер алышабыҙ, хатта 50 йыллыҡ юбилейын да бергәләп билдәләп үттек», – тиеүҙәре йөрәккә май булып яғыла.

Ҡарғалы ауылы китапханасыһы Әминә Миңлехан ҡыҙы Ҡорманаева һөйләүенсә, улар районда үткәрелгән шәл бәйгеләрендә 2013 йылдан ал бирмәй. «Орсоҡ өмәһе»н бик тәьҫирле итеп сәхнәләштереүгә ирешкәндәр.

Тәүге йылда район кимәлендә «Иң семәрле шәл» дипломына лайыҡ тип табылалар. 2014 йылда Шәрифә апай Ҡорманаева Гран-при ала. Әминә ханым 2013 йылғаса башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй, мәктәп ябылғас, китапханасы булып күсә. Аҙна һайын Иҫәнғолға йөрөү ҡыйын тип, күптәр ғаиләләре менән район үҙәгенә күсенә. Әле Ҡарғалыла 42 өйҙә кеше йәшәй.

Ҡарғалыны Тыныш йылғаһы һыулай. Донъя көтөргә рәхәт, иркен. Ҡалаға уҡырға киткән балалар ҡайтырға атлығып тора бында. Иҫ киткес тәбиғәт, саф һауа үҙенә тарта. Ҡаҫмарт йылғаһына балыҡҡа йөрөйҙәр. «Ҡыҙыл китап»ҡа ингән дөр-дөр йәки баҡса гөлө (пион) ошонда ғына үҫә. «Ҡып-ҡыҙыл итеп сәскә атҡан ваҡытта хуш еҫенән баштар әйләнә. Сит-ят күҙҙән был урынды һаҡлайбыҙ, һөйләп, күрһәтеп бармайбыҙ», – тиеште апайҙар.

Биш бала әсәһе, мартта 70 йәшен туйлаясаҡ Зифа Ильяс ҡыҙы Фәйзуллина тормош иптәше Йәмил ағай менән 51 йыл татыу ғүмер итәләр. Үҙе совхозда төрлө эштә эшләгән, ире мал ҡараған. Шәхси хужалыҡта ла мал тоталар. Ҡымыҙын да үҙҙәре яһаған, ҡорт үрсеткәндәр. Үргендән дүрт күс алыуҙарын да ҡыуанып бәйән итте Зифа апай. «Беҙҙәге бал да, һутлы үлән ашап үҫкән малдың ите лә тәмле. 6 йәштән бәйләргә өйрәндем. Дебет тәнгә тейеү менән йылыта башлай бит ул!» – тип әңгәмәгә ҡушылды районда һәм республикала үткән бәйгеләрҙә ике тапҡыр лауреат, 2-се урынға диплом, Гран-при алған Зифа Ильяс ҡыҙы. Метр етмешкә метр етмешлек ғәләмәт ҙур шәлде нисек яңылышмай бәйләгәндер ул!

Мәғүзә Ниғәмәт ҡыҙы Һөйөндөкова Иҙәштән килен булып төшкән. Китапханасы, бухгалтер ҙа, хеҙмәт буйынса инспектор ҙа булып эшләй. Әле хаҡлы ялда. «Шалды тыуа-тыуғандан бәйләнем. Үткән быуаттың 90-сы йылдары балалар уҡытҡанда тап ошо шөғөл ярҙам итте», – ти ул. Уның яңы ғына энәнән сыҡҡан йылҡылдап торған шәлен, ҡулыма килеп эләккәс тә, бер ҙә һалғым килмәне. Һатып алырға килештек. «Иптәшем Ғабдулла механизатор, әле пенсияла. Бергәләп өс бала үҫтерҙек. Ә ҡатын-ҡыҙҙар менән ошолай ара­лашып йәшәү ҙә үҙе бер ғүмер», – ти Мәғүзә апай.

«Иң оҫталар – Ҡарғалыла тиеүҙәре менән килешәһегеҙме?» – тигән һорауыма апайҙар, беҙҙән дә оҫтараҡтар, бәлки, барҙыр ҙа, әммә беҙ үҙебеҙҙе оҫта тип һанайбыҙ, тиештеләр.

Апайҙар араһында иң олоһо, 73 йәшен артылған Шәрифә Низаметдин ҡыҙы Ҡорманаева Ҡарғалыны ташлап бер ҡайҙа ла китмәй. Тормош юлдашы 41 йәшендә генә мәрхүм була. Дүрт бала менән тол ҡалған Шәрифә инәй шәл, мал көсө менән балаларын аяҡҡа баҫтырған. Ейәнсурала бер тапҡыр, республика буйынса ике йыл рәттән – 2017, 2018 йылдарҙа Гран-при эйәһе лә ул. Иҫ киткес ҙур шәлде биҙәктәрен нисек буталмай бәйләй алыуы менән ҡыҙыҡһындым. «Күҙе төшә инде, яңылышыуым шул», – ти ул.

Клуб мөдире Гөлсөм Рәзәп ҡыҙы Асҡарова байтаҡ ваҡыт Салауат ҡалаһында йәшәп, балаларын үҫтереп, ире Рәйес менән ауылға ҡайтып төшә. «Ниңә йәшерәк ваҡытта ауылға ҡайтманыҡ икән, тип үкенәбеҙ. Мал тотабыҙ. Һыйыр быҙауланы. 2015 йылда йәшәп ҡарайыҡ та, оҡшаһа, ҡайтырбыҙ, тип уйланыҡ, себештәр алдыҡ, картуф ултырттыҡ. Тананы ҙурайтып һуйып, картуф йыйғас ҡайтырбыҙ, тинек. Ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләнек. Һуғымдан һуң Яңы йыл етте. Өс айҙан яҙ бит инде, тип ҡышҡылыҡҡа тороп ҡалдыҡ. Мейескә яғабыҙ. Һыуҙы ташып эсәбеҙ. Таныштарыбыҙ: «Ауылда нимә юғалттығыҙ?» – ти. Ә беҙгә оҡшай», – тип бәйән итә Гөлсөм Рәзәп ҡыҙы. Ҡарғалыла шундай матур йола бар: ситтән килгән кешегә, тернәкләнеп йәшәп китһен өсөн, берәр баш мал бирәләр. Гөлсөм менән Рәйескә лә ауылдаштары өлөш сығара. Шулай итеп улар кәзә-һарыҡлы була. Гөлсөмдөң Рәми Ғарипов шиғырҙарын һөйләүе, иренең гармунда уйнауы ҡарғалылар күңеленә хуш килә.

Ейәнсура районы Мәзит ауылында йәшәүсе, 2018 йылда республика шәл бәйгеһендә шулай уҡ Гран-при алған алты бала әсәһе Фәрзәнә Сәфәрғәле ҡыҙы Атнағолова биҙәкләп бәйләү оҫтаһы булараҡ танылған. Тубығы менән яфаланған апай ҡатмарлы операцияға йыйына ине. Ғүмере буйы һатыусы булып эшләгән Фәрзәнә ханым үҙе бәйләгән шәлдәрҙең баһаһын белә. Уның тәҡдим иткән тауарын Баймаҡ тарафтарында бигерәк яраталар, үҙен «Шәл апай» килә, тип көтөп алалар.

Башҡорт шәленең данын һәм баһаһын күтәреүсе көләс йөҙлө, тилбер ҡуллы уңған апайҙар тап Ейәнсурала йәшәгәненә инанып, ҡайтырға сыҡтыҡ.

Гөлназ ҠОТОЕВА.
Ейәнсура районы.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.


Гөрләй орсоҡ өмәләре!Гөрләй орсоҡ өмәләре!
Гөрләй орсоҡ өмәләре!




Теги: Башҡорт шәле Ейәнсура районы




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook