Ауыл ҡотон һаҡлай гүзәл зат

Ауыл ҡотон һаҡлай гүзәл затТәбиғәт күкрәп сәскә атҡан, донъя йәшеллеккә күмелгән хозур бер мәлдә журналыбыҙҙың баш мөхәррире, шағирә Гөлназ Ҡотоева менән ошо юлдарҙың авторына бәрәкәтле Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылында халыҡ менән осрашып, журналға яҙылыу ойоштороп йөрөп ҡайтырға насип булды. Ауыл халҡына хас киң күңеллелеккә, ихласлыҡҡа, алсаҡлыҡҡа тағы бер тапҡыр һоҡландыҡ, йәнтөйәген йәмләп йәшәгән рухлы, сая, эшһөйәр гүзәл заттарыбыҙ менән ғорурландыҡ.

…Лилиә Язар ҡыҙы Иҫәнбаева Ниғәмәттә матурлыҡ салоны асып ебәргән. Бында сәс киҫтерергә, буятырға, байрамса матур прическалар яһатырға мөмкин. Салондың бер өлөшөндә кейем-һалымға ваҡ ремонт хеҙмәте булдырылған. Хәҙер үҙҙәрендә оҫтахана бар, ауыл халҡы салбар, итәк ҡыҫҡартыу кеүек ваҡ-төйәк мәшәҡәт менән район үҙәгенә йөрөмәй. Лилиәнең тағы ла бер яратып башҡарған шөғөлө – милли кейем тегеү, биҙәүестәр яһау.Ауыл ҡотон һаҡлай гүзәл зат

Гөлнара Рауил ҡыҙы Мансурова – ауылда иң тәүгеләрҙән булып эшҡыуарлыҡҡа тотоноусы тәүәккәл, сая ханым. Ул сауҙа нөктәләрен тик үтемле, халыҡ яратып ҡулланған тауарҙар, ризыҡтар менән тулыландырыуға ҙур иғтибар бүлә. Гөлнара менән Фирғәт Мансуровтарҙың ғаиләһендә ике ул үҫә. Йүнсел хужа таҡта бысыу цехы асып ебәргән, әле ҡуртымға ер алып, игенселеккә тотонорға йөрьәт иткән, бихисап кешегә эш урыны булдырған...Ауыл ҡотон һаҡлай гүзәл зат

…Ауылдың йәшәйешенә ҡот та, йәм дә, нур ҙа өҫтәүсе ойошманың етәксеһе Тәслимә апайҙың яҙмышы һәм булмышы – үҙе бер сәхифә. Иртә таңдан кискә тиклем мәктәп, йәмәғәтселек эшендә йүгерә, бер ыңғайҙан донъяһын да гөл итеп көтә. Улы менән ҡыҙына матур тәрбиә, белем биреп, гөрләтеп туйҙар үткәреп, оло тормошҡа оҙатҡан. Апаһы менән еҙнәһе бер-бер артлы мәрхүмә булғас, атай-әсәйһеҙ ҡалған Миләүшәне үҙ тәрбиәһенә алып, уға йөрәк йылыһын йәлләмәй бүлә. Быйыл урта мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған ҡыҙҙың күңеленә ятҡан һөнәр алып, үҙ урынын табырына, яҡшы кеше булырына ышана. Тәслимә Рәхимова – журналыбыҙ үткәргән «Әсә йөрәге» шиғриәт бәйгеһе еңеүсеһе, күңелендә тулышҡан мөлдөрәмә хистәрен шиғри юлдарға һалыуҙан йөрәгенә ял, дәрт-дарман ала. Уның етәкселегендәге ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһына берләшеүсе Ниғәмәт гүзәлдәре – Зөһрә Абайдуллина, Розалия Рәхмәтуллина, Әлфиә Иҙрисова, Рәзилә Рәхимова, Гөлкәй Ырыҫмөхәмәтова, китапханасы Люциә Мусина – һәр сараның уртаһында ҡайнай, ауылдаштарының тормошон йәмләү өсөн көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй. Ауыл хакимиәте, ҡатын-ҡыҙҙар советы, мәҙәниәт йорто үткәргән сараларҙа тәмле ҡамыр аштары бешереп Әминә Һиҙиәтуллина, Фатима Мәүлитова, һөт ризыҡтары менән Таңһылыу Ҡаһарманова, ҡайнатмалары менән Фирҙәүес Хәсәнова ихлас ҡатнаша. Йыр-моңға ғашиҡ апайҙарҙан торған «Һаҡмар һандуғастары» ансамбле – бөтә байрамдарҙың биҙәге. Уның алмаштырғыһыҙ етәксеһе, «Ағинәйҙәр» клубы рәйесе, мәғариф ветераны Фәрзәнә Мөхәмәтшина яңы йырҙар өйрәнеү, мәҙәни саралар ойоштороу, милли кейемдәрҙе пропагандалау буйынса күп эштәр башҡара. Әле Фәрзәнә Йәүҙәт ҡыҙы менән Тәслимә Харис ҡыҙы Ниғәмәт мәктәбендә милли мөйөш булдырып, уҡыусылар менән «Өләсәйем һандығы» проектын башлап ебәргән...

Ауыл ҡотон һаҡлай гүзәл зат… Байым ауылынан мәғариф ветераны Таңһылыу апай Вәлиева журналды сыға башлаған көнөнән алдырып уҡыуы, һәр һанын йыйып барыуы, әлеге ваҡытта өйөндә республика журналдарынан торған тотош китапхана тупланыуы хаҡында һөйләне. Һәүәҫкәр шағирә тос фекерле, кинәйәле шиғырҙарын да уҡып ишеттерҙе…
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.
Баймаҡ районы.
Автор фотолары.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 7-се (2017) һанында уҡығыҙ.


Теги: Ауыл һулышы




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook