АУЫЛ ҠОТОН ҺАҠЛАЙ ГҮЗӘЛ ЗАТ

АУЫЛ ҠОТОН ҺАҠЛАЙ ГҮЗӘЛ ЗАТУҙған аҙнала журналыбыҙҙың баш мөхәррире, шағирә, Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Гөлназ Ҡотоева менән ошо юлдарҙың авторына Баймаҡ районының Ниғәмәт һәм Билал ауылдарында халыҡ менән осрашып, журналға яҙылыу ойоштороп йөрөп ҡайтырға насип булды. Ауыл халҡына хас киң күңеллелеккә, ихласлыҡҡа, алсаҡлыҡҡа тағы бер тапҡыр һоҡландыҡ, йәнтөйәген йәмләп йәшәгән рухлы, сая, эшһөйәр гүзәл заттарыбыҙ менән ғорурландыҡ сәфәребеҙ барышында.

Ниғәмәт ауыл советы алты ауылды берләштерә. “Башҡортостан ҡыҙы” менән осрашырға тип Икенсе Этҡол һәм Байым ауылдары ҡатын-ҡыҙҙары ла килеп еткән ине. Мәҙәниәт усағының ишеге алдында беҙҙе йырлап-бейеп, күңелле таҡмаҡтар әйтеп “Һаҡмар һандуғастары” ансамбле ҡаршы алды.
АУЫЛ ҠОТОН ҺАҠЛАЙ ГҮЗӘЛ ЗАТ
Дәртле апайҙарҙың шаян таҡмаҡтарынан, ауыл китапханасыһы Гөлбикә Сафа ҡыҙы Кейекбаеваның ихлас тәбрик һүҙҙәренән күңелдәр бермә-бер күтәрелеп китте. Ул арала Ниғәмәт ауылының почта бүлеге начальнигы Гүзәл Йосоп ҡыҙы Рәсүлева фойела журналыбыҙға яҙылыу эшен ойоштороп ебәрҙе. Урындағы хакимиәттең эштәр идарасыһы Әлфиә Ибраһим ҡыҙы Мусина, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Тәслимә Харис ҡыҙы Рәхимова ҡыҫҡаса ғына ауыл тормошо, уның бөгөнгө хәле, ҡатын-ҡыҙҙарҙың ниндәй эштәр башҡарыуы хаҡында һөйләп үтте. Әйтергә кәрәк, был йәһәттән Ниғәмәт гүзәлдәренә “Афарин”дан башҡа әйтер һүҙ юҡ, бында күпселек башланғыстар тап ҡатын-ҡыҙҙарҙың әүҙемлеге, саялығы, тәүәккәллеге менән тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, Лилиә Язар ҡыҙы Иҫәнбаева Ниғәмәттә матурлыҡ салоны асып ебәргән. Бында сәс киҫтерергә, буятырға, байрамса матур прическалар яһатырға мөмкин. Салондың бер өлөшөндә кейем-һалымға ваҡ ремонт хеҙмәте булдырылған. Хәҙер, үҙҙәрендә оҫтахана булғас, ауыл халҡы салбар, итәк ҡыҫҡартыу кеүек ваҡ-төйәк мәшәҡәт менән район үҙәгенә йөрөмәй.

Гөлнара Рауил ҡыҙы Мансурова – ауылда иң тәүгеләрҙән булып эшҡыуарлыҡҡа тотоноусы тәүәккәл, сая ханым. Ул сауҙа нөктәләрен тик үтемле, халыҡ яратып ҡулланған тауар, ризыҡ төрҙәре менән тулыландырыуға ҙур иғтибар бүлә. Мансуровтар пилорама ла тота, әле ҡуртымға ер алып, игенселеккә тотонорға ниәт иткәндәр. Эштәре гел уң булһын, Алла бирһә.

Тәскирә Хәсән ҡыҙы Мостафина һалма цехы асҡан. Бында һалманы шаҡмаҡ итеп тә, оҙонсалап та ҡырҡалар. Әйтергә кәрәк, Ниғәмәт һалмаһының даны тирә-яҡҡа таралып өлгөргән инде, бик яратып һатып алалар.
АУЫЛ ҠОТОН ҺАҠЛАЙ ГҮЗӘЛ ЗАТ
Осрашыу йыр-бейеү менән үрелеп барҙы. Байым ауылының “Умырзая” төркөмөнә берләшеүсе ағинәйҙәренең халыҡсан сығыштары, Ниғәмәттән Әлфиә Иҙрисованың дәртле бейеүе кисәне тағы ла йәмләп ебәрҙе.

Журналдың баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоеваның шиғри күстәнәсен дә ауыл халҡы яратып ҡабул итте. “Башҡортостан ҡыҙы”ның тоғро уҡыусылары үҙ фекерҙәре, тәҡдимдәре менән ихлас уртаҡлашты. Мәҫәлән, Байым ауылынан мәғариф ветераны Таңһылыу апай Вәлиева журналды сыға башлаған көнөнән алдырып уҡыуы, һәр һанын йыйып барыуы, әлеге ваҡытта өйөндә республика журналдарынан торған тотош китапхана тупланыуы хаҡында һөйләне. Һәүәҫкәр шағирә тос фекерле, кинәйәле шиғырҙарын да уҡып ишеттерҙе. Сығыш яһаусылар әҙәби әҫәрҙәрҙе, дини мәҡәләләрҙе, психологияға, үҙ-ара мөнәсәбәттәргә ҡағылышлы кәңәштәрҙе яратып уҡыуҙары хаҡында әйтеп үтте.
АУЫЛ ҠОТОН ҺАҠЛАЙ ГҮЗӘЛ ЗАТАУЫЛ ҠОТОН ҺАҠЛАЙ ГҮЗӘЛ ЗАТ
Кисә барышында ғына 28 кеше “Башҡортостан ҡыҙы”на яҙылып өлгөрҙө. Алдан яҙылып, квитанцияһын тотоп килеүселәр ҙә бар ине. Вәғәҙә итеүебеҙсә, лото-уйын үткәреп, өлөшлөләргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙыҡ. Был эште атҡарып сығыуҙа Ниғәмәт урта мәктәбе уҡыусылары ихлас ярҙам күрһәтте.
Артабан Баймаҡ районы Билал ауылына ашыҡтыҡ. Бында беҙҙе алсаҡ йөҙлө китапханасы, милли матбуғаттың тоғро дуҫы Райхана Эдуард ҡыҙы Булатова һәм ауыл ағинәйҙәре йыр-бейеү, икмәк-тоҙ, яҡты йөҙ менән ҡаршы алды. Ихлас аралашыу самауырлы, һыйлы табын артында дауам итте, йыр-моң менән үрелеп барҙы.
АУЫЛ ҠОТОН ҺАҠЛАЙ ГҮЗӘЛ ЗАТАУЫЛ ҠОТОН ҺАҠЛАЙ ГҮЗӘЛ ЗАТ
– “Башҡортостан ҡыҙы”ның һәр яңы һанын ауыл халҡы көтөп ала. Бигерәк тә “Баш мөхәррир һүҙе”, “Аллаһ бәрәкәте”, “Йөрәк дәрестәре”, “Яҙмыштарҙан көслөрәк” рубрикалары аҫтында донъя күргән мәҡәләләр күңелдәребеҙгә хуш килә. Һәр гүзәл заттың күңелен имләп, йөрәгенә ҡанат ҡуйыр һүҙҙәр бар һеҙ ижад иткән мәҡәләләрҙә, – тине үҙ сығышында Райхана апай Булатова.

Артабан Билал мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы, һәр сарала әүҙем ҡатнашыусы Илүзә Әфләтүнованың уҡыусылары Гөлназ Ҡотоеваның балалар өсөн яҙған шиғырҙарын ятҡа һөйләп ишеттерҙе.

Журналыбыҙҙың былтырғы май һанының тышлығын ошо төбәк ҡыҙы, эшҡыуар ханым Гөлнара Байрамғолова биҙәгәйне. Гөлнараның әсәһе, мәғариф ветераны, Һәмән ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе урынбаҫары Ишһылыу Әминева: “Һәр өйҙө йәмләп, күңелдәребеҙҙе рухландырыусы “Башҡортостан ҡыҙы” журналына яҙылайыҡ, тыуған көндәргә, байрамдарға бер-беребеҙгә бүләк итәйек. Ошо изге башланғысты матур традицияға әйләндерәйек”, – тигән тәҡдимен еткерҙе. Шулай уҡ мәғариф ветерандары Илдүсә Әминева, Фирҙәүес Ҡаһарманова, Гөлдәр Юлмөхәмәтова үҙҙәренең сығышында матбуғат дуҫтарының күбәйеүен теләне. “Бөгөн йәшәү ауыр, аҡсаһыҙлыҡ, тибеҙ. Заман ауырлыҡтарына һылтанабыҙ. Башҡортса сыҡҡан гәзит-журналдарға беҙ яҙылмаһаҡ, милләтебеҙ бәҫен үҙебеҙ күтәрмәһәк, беҙҙең өсөн быны кем эшләр, кем хәстәрләр”, – тип әсенеп тә, борсолоп та һөйләне Билал ауылының зыялы ханымдары.

Осрашыуҙа ҡатнашҡан мәғариф ветерандары, уҡытыусылар, хужабикәләр әйткән һүҙҙәрен эш менән раҫлап, журналға яҙылып та ҡуйҙы. Был көндә бөтәһе 20 кеше яҙылды. Афарин билалдар!

Бына шундай емешле, уң сәфәрҙә йөрөп ҡайттыҡ. Тыуып үҫкән, килен булып төшкән еренә ерегеп, уның йәшәйешен йәмләргә тырышып, зарланмай, һәр нәмәнән яҡшылыҡ, яҡтылыҡ таба белгән сабыр холоҡло ағинәйҙәрҙән, сая рухлы апайҙарҙан, ихлас күңелле ханымдарҙан үҙебеҙ ҙә күңелдәребеҙгә ут, ҡот, нур алғандай булдыҡ.
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.


Баймаҡ районы Ниғәмәт һәм Билал ауылдарының гүзәл заттары хаҡында журналыбыҙҙың киләһе һандарында яҡындан таныштырырбыҙ.


Теги: журнал подписка




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook