Бәхете – ҡыйыулыҡта

Бәхете – ҡыйыулыҡта
... «Эшем шул тиклем оҡшай, кеше менән аралашырға яратҡас, арымайым, киреһенсә, ял итәм», – ти Миләүшә ханым. Бәләкәс ҡыҙҙары тыуғас, уны ла, имгән сабыйҙы, туғыҙ айы тулғансы аҙна һайын үҙҙәре менән ҙур мендәргә һалып, тауар артынан Екатеринбургҡа алып йөрөйҙәр. Шунан өлкән ҡыҙҙарына ышанып ҡалдыра башлайҙар. «Оҙон юлға сыҡҡанда, бәләкәс ҡыҙымды йәлләп илап, түштәрем шешенеп ҡайтып инә торғайным. Әммә эште ташларға йә ваҡытлыса ҡалдырырға тигән уй башҡа ла инмәне. Балаларым етеш тормошта йәшәһен, үҙҙәре теләгән ерҙә белем алһын өсөн тырышам. Сәм дә бар миндә, үҙем бер тапҡыр ҙа «атай» тип кемгәлер төбәп әйтә алмаһам да, уны белеүселәр мине йәлләп түгел, «Әһә, Вәзирҙең ҡыҙы икән! Ҡара әле, бер ҙә бирешмәгән, ата-әсәһенән дә арттырып, матур донъя көтә», – тиһен ул», – тип күңел сәхифәләрен аса әңгәмәсем.

Миләүшә ханымды яҡташтары шаяртып «аяҡ кейеме батшабикәһе» тип йөрөтә. Тик уға ғына күҙ төбәп торған һатып алыусылары бар. Даими клиенттарына аяҡ кейемен көтәсәккә һатыуы, тауарҙы берәй сәбәп менән кире алып килһәләр, бушлай йүнәтеүе, һәр кемдең зауығына һәм кеҫәһенә ярашлы туфли, итек һайлашыуы менән эшҡыуар ҡулланыусыларҙың күңелен һәм ышанысын тулыһынса яулаған. Ниндәй төҫлө, тегелешле, үлсәмле аяҡ кейеме һораһалар, заказ менән тап шуларҙы һайлап алып ҡайтыуы менән дә отошло, тауарҙың юғары сифатлыһын, тик фабрикала етештерелгәнен генә һата ул.

«Хәҙер яҡшы күн итек алам тиһә, кешегә яҡынса ун меңен сығарып һалырға кәрәк. Илдәге көрсөк беҙҙең эштә лә һиҙелә, халыҡтың көнитмеше ауырайҙы. Шуға ла төрлө юлдарын табып, һатып алыусыларға ярҙам йөҙөнән бүлеп түләү һәм башҡа ысулдарҙы ла ҡулланабыҙ. Әйткәндәй, фабрикалар яһалма күндән һәм башҡа материалдарҙан да аяҡ кейеме етештерә, уларҙың сифаты бер ҙә ҡайтыш түгел. Кешеләргә төрлө аяҡ кейеменең айырмалыҡтарын һәм өҫтөнлөклө яҡтарын аңлатып, нисек дөрөҫ ҡулланырға кәңәш бирәм. Аяҡ кейеме тәү сиратта уңайлы булырға тейеш, уны ҡарап түгел, тойомлап һайларға кәрәк. Үҙем йәш саҡта үксәлегә өҫтөнлөк бирә инем, хәҙер яҫы табанлыларын һайлайым. Ғаиләбеҙ менән тик үҙ магазиныбыҙҙан кейенәбеҙ. Үҙеңә оҡшаған башҡаларҙың да күңеленә хуш килә ул», – ти Миләүшә Вәзир ҡыҙы эш нескәлектәрен асып...

...Ҡыйыулыҡ – үҙе бәхет, тигәндәре хаҡтыр. Һәр кем үҙ яҙмышын үҙе төҙөй. Кемдер уңыштың уға йылмайғанын көтөп ятһа, Миләүшә Шәрәфетдинова ише тәүәккәлдәр яңынан-яңы маҡсаттар ҡуйып, бәхетте үҙ ҡулдары менән төҙөргә ынтыла...
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.
Әбйәлил районы.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 12-се һанында уҡығыҙ.




Теги: Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙ




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook