Башҡортостан Ҡыҙы

Сәйетбаба уңғандары

Сәйетбаба уңғандарыБарыһы ла һанлаған, һоҡланған, кәрәк саҡта кәңәш-терәк һорап килгән матур ғаиләләр һәр ерҙә бар. Ғафури районы Сәйетбаба ауылында йәшәүсе Лоҡмановтар ҙа – шундайҙарҙан.

…Йәнәш кластарҙа уҡып, бер урамда бер-береһен күреп-белеп үҫкән Минзәлә менән Ғәбделхайҙың дуҫлығы тора-бара ҙур мөхәббәткә әүерелә, ҡыҙ егетте армия сафынан көтөп ала, ғаилә ҡоралар. Фәнис, Филүс, Розалия исемле өс бала үҫтерәләр. Минзәлә апай ауыл советында хисапсы-кассир, бухгалтер булып эшләй, ә Ғәбделхай ағай колхозда машина йөрөтә. Көнит­мештәре башҡа ғаиләләрҙән әллә ни айырылмай ҙа. Рөхсәт ителгәндән арттырмай, ике һыйыр аҫрайҙар, күпләп ҡош-ҡорт тоталар. Колхозда эшләгәндәргә игене лә бирелә, эш хаҡын да еткереп, ҡәнәғәт донъя көтәләр. Шул саҡта берәйһе, алты тиҫтәне тултырғанда фермер булып китерһегеҙ, тиһә, ышанмаҫтар ине. Колхоздар юҡҡа сыҡҡас, нисектер ғаиләне ҡарау зарурлығы Лоҡма­новтарҙы магазин асырға мәжбүр итә. Тауарҙы алыҫтан үҙҙәре ташый, аҙағынан уны һатыу бар ваҡытты ала, етмәһә, күп нәмәне үтескә таратырға тура килә...

Балаларҙы тәрбиәләргә, өйҙәге мал-тыуарҙы ҡарарға ваҡыт та ҡалмай. Шуға ла, сауҙагәрлекте ҡалдырып, икенсе шөғөлгә тотоналар. Аласыҡта 60 күмәслек ҙур мейес сығарыла. Ҡомалаҡтан әсетке эшләп, утын яғып, ауылса икмәк бешереүгә тотоналар. Ауылдаштары икмәкте ярата, йәй көндәре ул хатта кибеткә барып етмәй, өйҙән үк килеп алып бөтәләр. Шул уҡ ваҡытта күпләп мал аҫрауҙарын да дауам итәләр. Тик итте алыпһатарҙарға биреп ебәрһәң, бик арзанға төшә, йәй буйы түккән тирең бушҡа сыҡҡан кеүек. Ғәбделхай ағай, ит тейәп, һатыр өсөн хатта Себергә барып сыға. Тауары үтә лә, тик юл сығымдары... Ә башҡаса ҡайҙа итергә ул итте? Билмән эшләп ҡарарға булалар. Күп итеп әҙерләгәс, телефон төбөнә ултырып, таныш-тоноштарын барлай Минзәлә апай. Тилбер ҡулдар эшләгән билмәнде бер тапҡыр ашап ҡараған кеше оҡшатып икенсегә килә, үҙ танышына әйтә – тик «йүкә телефон» арҡаһында ғына барлыҡ билмән һатылып бөтә. Дәртләнеп, голубцы төрәләр, борос тултыралар. Тәмен белеп алғас, ҡунаҡ саҡырғандар туңдырылған әҙерләмәләрҙе алдан уҡ һоратып ала. Һорау артҡан һайын еңде нығыраҡ һыҙғанырға, малдың һанын арттырырға тура килә. Шулай сифат менән алдырып, «баҙарҙы яулайҙар». «Йондоҙ» крәҫтиән-фермер хужалығы барлыҡҡа килә. Уңышлы эшләгән Лоҡмановтарҙы район етәкселеге лә күрә, ауылда, районда үткән йәрминкәләрҙә ҡатнашырға саҡырып торалар. «2016 – 2018 йылдарҙа БР крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары нигеҙендә ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү» маҡсатлы программаһында ҡат­нашып, 1 миллион 680 мең һумлыҡ грант оталар. Кәрәкле техника алыуға, мал һанын ишәйтеүгә йәтеш кенә булып ҡала.
Ошолай итеп һөйләгәндә барыһы ла ал да гөл, еңел генә килгән кеүек тойола, эйеме? Ә хәҙер күҙ алдына килтерәйек…
Гөлшат ҠУНАФИНА.
Ғафури районы.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 8-се (2017) һанында уҡығыҙ.


Теги: Ауыл уңғандары Сәйетбаба




Яңы һан



Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Счетчик


Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook