Башҡортостан Ҡыҙы

Уңғандың икмәге уңыр

Уңғандың икмәге уңырМине һәр ваҡыт көслө рухлы ҡатын-ҡыҙ һоҡландыра. Улар был донъяла нимә эшләргә тейешлеген аныҡ белә, бөгөн ни булыр, иртәгә нимә көтә, тип ҡурҡмай, алдында торған маҡсаттарға табан ҡыйыу атлауын дауам итә. Фирҙәүес Мостафа ҡыҙы Ишмәтова (Әхмәтова) – сауҙа өлкәһендә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән булдыҡлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе. Уның менән аралашҡан арала ғына ла күңелемдә әйтеп аңлатҡыһыҙ көс тойҙом. Үҙендә урғылған дәртте башҡаларға ла күсерергә һәләтле ул.

Фирҙәүес Мостафа ҡыҙының урамына аяҡ баҫыу менән был йортта тырыш, булдыҡлы хужалар йәшәгәнен төҫмөрләйһең: бөтә ерҙә тәртип, һәр нәмә үҙ урынында, хатта мал һарайы ла аллы-гөллө төҫкә буялған, тәҙрәләренә семәр һалынған. «Йәй көнө урамым шау сәскәгә күмелә», – ти тырыш ханым.

Фирҙәүес Ишмәтова Баймаҡ ҡалаһында тыуып үҫкән, шунда урта мәктәпте тамамлаған. Ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алғас, уның алдына «кем булырға?» тигән һорау баҫа. Был тәңгәлдә Фирҙәүескә сауҙа тармағында эшләп йөрөгән иң өлкән ағаһы йүнәлеш бирә: «Өфө кооператив техникумына бар. Еңгәң кеүек кассир булырһың...» Ағаһы кәңәш биреп кенә ҡалмай, Өфө аэропортынан 101-се автобусҡа ултырып, ҡайһы туҡталышта төшөргә, ниндәй урамдан ятаҡты табырға, аҙаҡ техникумға нисек барырға – һыҙмаһын һыҙып, тәфсирләп аңлатып бирә. Ҡыҙ ауырлыҡһыҙ ғына уҡырға инә һәм тамамлап та ҡуя. Өфөлә ҡалырға, уҡыуын артабан дауам итергә өгөтләһәләр ҙә, Фирҙәүес тыуған яҡҡа ҡайтыуҙы хуп күрә.

Уны яңы ғына ойошторолған, дүрт ауылды берләштергән Муллаҡай сауҙа ойошмаһына бухгалтер итеп ебәрәләр.

Тәүге эш йылдарын әле һаман айырым бер йылылыҡ менән иҫкә ала Фирҙәүес Мостафа ҡыҙы. «Эшемә тиҙ генә төшөндөм, шуғамы, минән талап ителгәнде «һә» тигәнсе атҡарып та ҡуя инем. Отчеттарҙы, ғәҙәттә, төндә яҙҙым. Икенсе көнөнә бушмын, ойошмабыҙға ҡараған магазиндар буйлап йөрөйөм. Элек-электән тик ултырып сыҙаманым. Тора-бара директор мине базаға тауарға ебәрә башланы. Бына ошо ваҡытта бухгалтерлыҡ минеке түгел, дүрт стена араһында ҡағыҙҙарға күмелеп ултыра алмаҫымды аңланым да инде...»

Сос, эшкә тилбер 25 йәшлек кенә ҡыҙҙың һәләтен етәкселек тә баһалай һәм Темәс сауҙа ойошмаһына тәүҙә урынбаҫар, унан директор итеп тәғәйенләйҙәр. Ауыр, ҡытлыҡ замандарҙа ла Фирҙәүес бирешмәй, халыҡты тауарҙан өҙмәҫ өсөн көн дә Өфө, Силәбе, Гай, Магнитогорск, Сибай ҡалалары базалары юлын тапай. Кәштәләр әйбер менән тулы булыу арҡаһында көрсөктө йырып сыға һәм, күп урындарҙа район ҡулланыусылар йәмғиәтенә ҡараған кибеттәр ябылып бөтһә лә, Фирҙәүес Ишмәтова ҡарамағындағы сауҙа нөктәләре бөгөнгө көндә лә уңышлы эшләй.

Темәс икмәкханаһы тураһында айырым әйтке килә. Баймаҡ ауылдарында ғына түгел, тирә-яҡ райондарҙа ла дан ҡаҙанған Темәс икмәге. Үҙе тәмле, үҙе арзан. Килгән ҡунаҡтар күстәнәскә тип тә алғылай. Заманында ябылыу-ябылмау мәсьәләһе килеп ҡалҡҡас, Фирҙәүесте саҡыртып, үҙ өҫтөңә алып ҡарайһыңмы әллә, тигән яңы бурыс ҡуялар. Шулай итеп, йәш директорҙың иңенә икмәкхананы һаҡлап ҡалыу ҙа өҫтәлә... Аллаға шөкөр, Фирҙәүестең эшкә яуаплы ҡарауы арҡаһында хәҙер унда икмәк, күмәс кенә түгел, печенье-рогалик, бәлештәрҙең ниндәй генә төрөн әҙерләмәйҙәр. Ҡунаҡ саҡырған, аят уҡытҡан кешегә был ҙур ярҙам: үҙең теләгән эслек менән бәлеш бешертеп алырға мөмкин. Ҡомалаҡты, эслек өсөн муйыл, еләген коллектив менән сығып йыялар. Эремсекте халыҡтан ҡабул итәләр.

Нимәгә генә тотонмаһын, ауыр, хәлдән килмәй, тип ҡул ҡаушырып ултырмай Фирҙәүес Мостафа ҡыҙы. Шулай булмаһа, эшендә өлгөрөп, халыҡтың ихтирамын яулап, бер үк ваҡытта өйөн гөл кеүек ҡарап, балаларын бағып, һөйөклө әсәй, ҡатын була алыр инеме? Бының серен һорағас: «Һәр ғәмәлгә яуаплы ҡарар кәрәк. Ниндәйҙер эшкә тотонор алдынан маҡсат ҡуйыу ҙа мотлаҡ. Шул ваҡытта дәрт тә уяна, көс тә барлыҡҡа килә. Биргән һүҙеңде тотоу айырата баһаға лайыҡ. Тәү ҡуйған маҡсатым, әлбиттә, аҙаҡ мөһим булыуҙан туҡтаны, шулай ҙа эш башлағанда икенсе ағайымдың «атҡаҙанған төҙөүсе» исеме алыуы миндә сәм уятҡайны, – ти Фирҙәүес апай. – Ул ваҡытта минең дә шундай ҙур исемгә лайыҡ булғым килде. Әммә эшкә ныҡлап егелеп киткәс, юғарыраҡ маҡсаттар күңелемде биләне. Мәҫәлән, магазиндарҙы һаҡлап алып ҡалыу, икмәкхананы үҫтереү...»

Ниндәй маҡсат ҡуйған булһа, барыһына ла өлгәшкән Фирҙәүес ханым. Был турала ул лайыҡ булған юғары баһалары һөйләй. Хеҙмәт юлында ул «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем ала, «Рәсәй ҡулланыусылар йәмғиәтендә намыҫлы хеҙмәте өсөн» билдәһе, «Рәсәй ҡулланыусылар йәмғиәтен үҫтереүҙәге өлөшө өсөн» ордены, «Өлгөлө хеҙмәте өсөн», «Хеҙмәт ветераны» миҙалдары, «Ҡулланыусылар йәмғиәтендә 40 йыл хеҙмәте өсөн» маҡтау билдәһе менән бүләкләнә. Әле 60 йәшлек юбилейы айҡанлы «Райондың почетлы гражданы» исеменә тәҡдим иткәндәр.

Тик тороп сыҙамаҫ Фирҙәүес Мостафа ҡыҙының йәнә бер һыҙаты һоҡландырҙы мине: ул, директор булыуына ҡарамаҫтан, машина менән эшкә йөрөүҙе бик өнәмәй икән. «Хәрәкәттә – бәрәкәт. Эре-эре баҫып йәйәү йөрөргә яратам, шулай ял алам», – ти ул.

Мин килгәс, Фирҙәүес апай сәй ҡуйып ебәрҙе, өҫтәлгә өс төрлө бәлеш ҡуйҙы. «Икмәкха­наныҡымы?» – тип ҡыҙыҡһындым. Өҫтөндә йөрөгәс, өйҙә бешеренеп ултырмайҙыр, тип уйланым ниңәлер. «Юҡ, үҙем бешерҙем, – тип йылмайҙы хужабикә. – Өйҙә һәр ваҡыт үҙем бешерәм. Шуның өсөн генә урыҫ мейесен боҙҙортманым, унда икмәк һәйбәт уңа».

Ишмәтовтар – Темәс ауылында абруйлы ғаилә. Марат Рәфҡәт улы менән 35 йыл татыу ғүмер итәләр. Марат мастер-төҙөүсе һөнәрен алып, 1976 йылда Темәс урман хужалығына эшкә килә һәм хаҡлы ялға киткәнсе предприятие бүлексәһе менән етәкселек итә. Ике ҡыҙҙары ла иҡтисадсы һөнәрен үҙләштергән, әле ғаиләләре менән Себер тарафтарында йәшәп, эшләп йөрөйҙәр. Фирҙәүес апай менән Марат ағай – өс ейәнгә, бер ейәнсәргә өләсәй менән олатай.

Хаҡлы ялға сыҡҡас, һәр кем үткән тормош юлын баһалап күҙ һалыусан. Фирҙәүес Мостафа ҡыҙы ла хәтирәләргә бирелеп алғандан һуң: «Аллаға шөкөр, тормош һәм хеҙмәт юлым йөҙ ҡыҙартырлыҡ булманы, – тине эске бер ғорурлыҡ, ҡәнәғәтлек менән. – Бөгөн нимәләргә өлгәшкәнмен, ниндәй юғары баһаларға лайыҡ булғанмын – быларҙың күбеһе тормош иптәшем Мараттың хеҙмәте, түҙемлеге һәм мине аңлауының да өлөшө, уға рәхмәт...»
Эйе, бер-береһен ихтирам итеп, кәрәк саҡта терәк-таяу булып, тормош юлынан ҡулға-ҡул тотоношоп бергә барыу емеше ул – Ишмәтовтар ғаиләһенең уңышы.
Гөлнара МОСТАФИНА.
Баймаҡ районы.


Теги: Ҡатын-ҡыҙ Ғаилә




Яңы һан



Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Счетчик


Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook