Көҙгөләр һөйөндөрһөн

Көҙгөләр һөйөндөрһөн Бер ханымдың өйөндә ҡунаҡта булырға тура килгәйне. Сығып барғанда өҫтәлдәге сағыу открытка иғтибарымды тартты. «Үҙ-үҙемә ҡотлау» тип уҡый башланым да һиҫкәнеп киттем. Танышым үткән йылдағы уңыштарын барлап сыҡҡан һәм киләһе йылда нимәгә өлгәшергә теләгәнен ап-асыҡ итеп теҙгән. «Үҙемдән дә яҡшыраҡ хыялдарымды кем белһен?» – тип һорау менән яуап бирҙе ул, ғәжәпләнеүемә.

Бәхетте лә бит һәр кем үҙенсә күҙаллай, шуға ла нисек теләйһең, шулай бәхетле бул, тибеҙ. Ә бәхетле булыу өсөн үҙебеҙ тырышабыҙмы? Үҙеңде һаҡлау өсөн аңлы рәүештә нимәләр эшләйһең? Ейгән ризығың файҙалымы, һаулығың өсөн зарарлы ғәҙәттәрҙән баш тартҡанһыңмы? Хәрәкәтләнәһеңме, ваҡытында йоҡлайһыңмы, уйҙарыңды яҡшы яҡҡа көйләгәнһеңме, балҡыймы күңел ҡояшың?

Үҙ-үҙе менән ярышыу, үткәндәге, йәшерәк, шәберәк сағы менән сағыштырып, сәмләнеү, дәртләнеү ҙә кешегә этәргес бирә. Кисәгенән хөртөрәк үҙең менән килешмәйсә ҡуйылған талаптан да ҙурыраҡ, ҡөҙрәтлерәк тағы ниндәй көс бар?!

Былтырғынан уңышлыраҡ булыр өсөн кисәге ҡуйған баҫҡыс-таяуҙарҙың ныҡлығы, ышаныслығы шарт. Ә бөгөнгөбөҙ – киләһе йылдарға сәселгән орлоҡ. Бер нәмә лә юҡтан бар булмай.

Былтырғы Әҙәбиәт йылы ошо өлкәлә байтаҡ ыңғай яңылыҡтар индерҙе. Рәсәйҙә лә, республикала ла ижад кешеләренә иғтибар һәм ихтирам тойҙортто. Быйылғы йылдың кинематография сәнғәтенә арналыуын да йәмәғәтселек хуплап ҡаршы алды. Кино – ул Ер планетаһының тарихы, кеше күңелендәге уңалмаҫтай яраларҙы имләүсе, уны бөтәйтеүсе, аңлатыусы, тәрбиәләүсе, иҫкәртеүсе. Шуға ла был өлкә ижадсылары – кешелектең үҫешенән байтаҡ ваҡытҡа алдан барыусы, күреүсе, тылсымға ышандырыусы, аң мөмкинлектәрен киңәйтеүсе. Фильмдарҙа кеше үҙен таный, хаталарын барлай, киләсәккә өмөт ышанысын яңырта, таҙарына, дәртләнә, онотола.

Тотош быуындарҙы тәрбиәләгән, намыҫ, изгелек, кешелеклек сифаттарын өҫтөн ҡуйып, аҡ менән ҡараның көрәшендә тик яҡшылыҡтың еңеренә ышанысты өҫтөн ҡуйған ғәжәйеп таҫмаларҙы пропагандалау осоро ла булһын ине ул йыл. Ерҙә изгелек тағы ла арта төшһөн, кешеләр бер-береһенә мәрхәмәтлерәк, рәхимлерәк мөнәсәбәткә күсһен. Һуғыштар, ҡан ҡойош туҡтаһын, кешеләр, Ерҙәге ябай ғына күренештәрҙән дә мөғжизә тойоп, шунан рәхәтлек, ләззәт алырға өйрәнһен. Йәшәүҙең Хоҙайҙан бирелгән иҫ киткес ҙур бүләк икәнен аңлап, йөрәктәр ябайлыҡ, сафлыҡ, ихласлыҡҡа асылһын. Бар тереклектә һау, шат балалар тыуһын! Көндәребеҙ имен, яҡындарыбыҙ эргәлә булһын!

Шулай уҡ үҙ-үҙебеҙ менән ярышта һынатмайыҡ, күңел көҙгөләре тоноҡланмаһын, һөйөнөп кенә бағырға яҙһын уларға! Йыл барыбыҙға уңышлы килһен, һөйөклө журнал уҡыусым!
Гөлназ ҠОТОЕВА.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook