«Күгәрсенем минең»

«Күгәрсенем минең»
Тормошта бөтә нәмә осраҡлы, ваҡыт ҡына мәңгелек. Күптән түгел Матбуғат йортона барғанымда йөҙөндә йылмайыу балҡыған һөйкөмлө ханымды осраттым. «Башҡортостан ҡыҙы» журналының әлеге мәлдәге баш мөхәррире икән. Һүҙгә һүҙ ялғанды, ҡасандыр ошо баҫманың башланғысында тороуым менән ғорурланыуымды белдерҙем. «Улай булғас, беләһегеҙҙер инде: тиҙҙән журналдың сыға башлауына 50 йыл тула бит!» – тине мөхәррир ханым. Был һүҙҙәрҙән «аһ» иттем. Шул көндәрҙән ярты быуат үтеп тә киткәнме ни?! Уйҙарым үткәндәргә йүгереп, хәтер төпкөлдәрендә һаҡланған ҡыҙыҡлы ла, сағыу ҙа, танһыҡ та иҫтәлектәрҙе барланы...


«Күгәрсенем минең»... 1967 йыл аҙағында мине КПСС-тың Өлкә Комитеты секретары Таһир Ахунйәнов саҡыртып алды. Юл ыңғай әйтеп үтәйем: ул ваҡытта Таһир Исмәғил улы комитеттағы иң йәш етәксе ине, әлеге вазифаһына тиклем «Ҡыҙыл таң» гәзитенең баш мөхәррире булып эшләгән. Идеология, мәҙәниәт, матбуғат өлкәләре өсөн яуаплы секретарь, хәҙерге заман теле менән әйткәндә, бик креатив кеше ине. Матбуғатҡа иғтибарлы булды, төрлө яңы башланғыстарҙы күтәреп ала белде. Республикала ҡатын-ҡыҙҙар өсөн журнал сығарыу идеяһын да тәү башлап ул хупланы.

– Киләһе йыл ғинуарҙа «Башҡортостан ҡыҙы» журналының тәүге һаны донъя күрәсәк. Баш мөхәррир итеп шағирә Кәтибә Кинйәбулатова тәғәйенләнде. Коллегалары ла – шағирҙар. Уларға фотограф кәрәк, бына шул эшкә тотон әле, – тине миңә Өлкә Комитеты секретары.
– Юҡ, Таһир Исмәғилевич, булдыра алмаҫмын, мин бит башҡорт телен белмәйем...
– Өйрәнерһең, – тип өҙә яуапланы ул. – Шағирәләр һине башҡортсаға тиҙ өйрәтер... Шәп фототехника бирәбеҙ, төҫлө фотоһүрәт эшләүҙе үҙләштерергә тейешһең...

...«Башҡортостан ҡыҙы» редакцияһында ике йыл эшләнем. Шул ваҡыт эсендә аҙмы-күпме башҡортса һөйләшергә өйрәндем, талантлы, һоҡланғыс кешеләр менән таныштым, тормош тәжрибәһе тупланым. «Ағиҙел ярындағы ҡала» тип аталған фоторәсемдәр китабы сығарҙым. Минең өсөн бәхетле, матур мәл булды ул йылдар.

Ҡулыма тулҡынланыу һәм шатлыҡ хистәре ҡатыш «Башҡортостан ҡыҙы»ның тәүге һанын алған көндән илле йыл ваҡыт үткән. Әле булһа ҡасандыр миңә редакция коллективы уйлап тапҡан псевдонимды ҡулланам: Аҡман-Тоҡман – башҡорт далаларындағы яҙғы буран... Бай тарихҡа, һоҡланғыс мәҙәниәткә, ғөрөф-ғәҙәттәргә, үҙенсәлекле менталитетҡа эйә башҡорт халҡы, уның күңел матурлығы менән яҡындан танышыу мөмкинлеге биргән хеҙмәттәштәремә, яҙмышымдың бәхетле боролошона әле булһа рәхмәтлемен...
Аҡман-ТОҠМАН.
(Вячеслав СТРИЖЕВСКИЙ).


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се (2017) һанында уҡығыҙ.




Теги: Башҡортостан ҡыҙына 50




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook