Бала яҙмышын әсә яҙа

Үткән һандарҙың береһендә бәләкәстәрҙең үҫеш баҫҡыстары хаҡында яҙғайныҡ. Унда яңы тыуған сабыйға ниндәй ҡатмарлы һынауҙар үтергә тура килгәнен белдек. Әгәр ҙә үҙебеҙҙе бәләкәстәребеҙ тулҡынына көйләп, йөрәгебеҙгә йышыраҡ ҡолаҡ һалһаҡ, уларҙың кисерештәрен тойорға өйрәнер инек, буғай. Күптәребеҙ, ваҡыт юҡлығына, эш күплегенә һылтанып, мөһим әйберҙәргә әһәмиәт бирмәй. Ә бала саҡ донъяһы төрлө төҫтәрҙән, күп ҡырлы сағылыштарҙан хасил. Һәр кем сабыйының бары изге, матур сағылыштарҙы, ҡылыҡтарҙы ғына үҙләштереүен теләй.

Әсә – ғаиләнең генә түгел, ә бар Йыһандың үҙәге, тип әйтергә ярата психологтар. Балаға ғүмер биреүсе лә, уйҙары менән уның киләсәген ҡороусы ла – әсә. Баланың тормошто, яҡындарын, хатта атаһын нисек ҡабул итеүе, тәү нәүбәттә, уның әсәһе менән мөнәсә­бәтенә туранан-тура бәйле, тигән фекерҙә улар. Әсә, аңһыҙ рәүештә, сабыйының тәүге йәшәү матрицаһын булдыра, шул йәшерен тәғлимәттәр уны ғүмере буйына оҙата барасаҡ.

Баланың тамағы туҡ, тәтәйҙәре күп, кейеме заман модаһына ярашлы булып, етмәһә, уны берәй түңәрәккә йөрөтһә, шуның менән тәрбиә тамам, тигән фекерҙә ҡайһы бер әсәйҙәр. Бәләкәстең күңел донъяһына иғтибар биреп, уның ижади хыялын, аңын, һәләтен үҫтереүгә әллә ни көс һалмайҙар. Улдарының йә­ки ҡыҙҙарының өйҙә артыҡ әүҙем булы­уына, эшкә ҡамасаулауына, мыжып, хәлде алыуына, аяҡ аҫтында уралып йөрөүенә, туҡтауһыҙ мәшәҡәтләүенә зарланыусылар байтаҡ. Ә үҙҙәре иһә баланан әйткәнде ҡаршылыҡһыҙ үтәүҙе, йыш ҡына уға оҡшамаған эште башҡа­рыуҙы талап итә. Тәбиғәтенә, холоҡ-фиғеленә, уй-фекеренә әһәмиәт бир­мәй, сабыйҙы уйынсыҡтай күреп, үҙебеҙ­гә нисек ҡулай, шулай йәшәтергә тыры­шабыҙ. Бәләкәстең тормошо «теймә», «ҡарама», «асма», «йонсотма», «алдама», «ярамай» тигән киҫәтеүҙәрҙән туҡылған. Туҡтауһыҙ кире ҡылыҡтарҙы иҫкәртеп, үҙебеҙ яман яҡҡа йүнәлтеп торабыҙ, әй­терһең. Тулыһынса үҙ иркебеҙгә буй­һондороп, ихтыярын һүндереп, йәмғиәт­тә аңһыҙ бәндәләр, ҡолдар тәрбиәләү маҡсатын алға һөрәбеҙ, тип уйларға мөмкин. Бәләкәсте яратыу, уның үҙенсә­леген хөрмәт итеү, етешһеҙлектәрен сабыр ҡабул итеү мөһим. Бының өсөн, тәү сиратта, әсәй менән атайҙың күңел донъяһы бөтөн, бер-береһенә булған хистәре ысын, тулы булыуы ла зарур. Әйткәндәй, үҙебеҙ ҙә бит – иҫәпһеҙ бурыстар йөкмәтелеп, тыңлауға күндерелеп үҫкән дәүер балалары. Асылыу, ихласлыҡҡа өлгәшеү, үҙ асылыңды аңлау өсөн дә байтаҡ белем, тормош тәжри­бәһе тупларға тура килә шул.

Балалар психологтарының тағы бер нисә мөһим кәңәше:
*Кире хис-тойғоларығыҙҙы бала алдында күрһәтеп бармағыҙ, сөнки ул фә­һемле кәңәштәрегеҙгә, өгөт-нәсихәттә­регеҙгә ҡолаҡ һалмай, һәр осраҡта һеҙҙе ҡабатларға тырышасаҡ.
*Әгәр бала үҙен йәмһеҙ, насар тота икән, уға алама ғәҙәтенең эҙемтәләрен тойорға һәм хаталарын төҙәтергә мөмкинлек бирегеҙ.
*Бәләкәсте һәр ваҡыт иғтибар һәм ҡыҙыҡһыныу менән тыңлағыҙ, уның күңел донъяһын аңлауығыҙҙы, яратыуығыҙҙы белгертегеҙ.
*Баланы һәр яҡшы ҡылығы өсөн маҡ­тап, дәртләндереп тороғоҙ. Әммә «Һин – иң яҡшыһы» йәки «Иң матуры» тип әй­тер урынға: «Һин көн һайын үҫә, аҡылла­на һәм матурлана бараһың», – тиеү отош­лораҡ булыр.
*Башҡалар менән тигеҙ, дөрөҫ мөнә­сәбәт ҡороп өйрәнһен өсөн уның менән һәр саҡ дуҫтарса яғымлы һөйләшегеҙ.
*Бәләкәстән өй эштәренә йәлеп итегеҙ, бала үҙенең мөһимлеген, кәрәклеген тойоп үҫһен.

Нисек кенә ауыр булмаһын, бала ха­ҡына матур, яҡты, илаһи уй-ниәттәр ме­нән күңел донъяңды балҡытып тотоу – йәшәйештең төп бәхет асҡысы ла ул. Яҡтылыҡ менән һуғарылған уйҙар, һүҙ­ҙәр йәшәйешебеҙ асылына туранан-тура тәьҫир итеп, киләсәгебеҙҙең ныҡ­лығын, уңышлылығын билдәләй. Ниәт – ярты ғәмәл, тиҙәр. Ә әсә ниәте – ул ту­лы ғәмәл – бойомға ашасаҡтың һөҙөм­тәһен билдәләүсе аныҡ күрһәткес. Әсә уйы ышаныс ҡына уятмай, ә ысынбарлыҡ­ты тыуҙырыусы ғәмәлгә лә нигеҙ һала.

Миҫал өсөн үҙ тормошомдағы бер ваҡиғаны бәйән итмәксемен. Бер мәл ике улымдың бер-береһенә асыулы, хатта нәфрәтле мөнәсәбәтенә хайран ҡа­лып, нимә эшләргә белмәй йөрөй инем, ҡулыма бер яҙма килеп эләкте. Хоҙай шул хәтлем мәрхәмәтле: ысынлап нимә теләйһең, шуны алдыңа ҡуя, тигән ябай ғына һүҙҙәр мине уйланырға мәжбүр итте. Ҡыҙыҡ, ә мин нимә теләйем һуң? Балаларымдың үҙ-ара мөнәсәбәтен нисек күҙ алдына килтерәм икән? Тиҙ генә башымды насар уйҙарҙан азат итеп, балаларымдың бер-береһенә ярҙамсыл, дуҫтарса мөнәсәбәтен һүрәтләгән матур күренеште күҙ алдыма баҫтырҙым. Ошо торошто ысын икән тип аңыма һеңдер­ҙем дә, артабан ваҡиғаларҙы үҙ ағышына ҡуйып, ул хаҡта бөтөнләй оноттом. Бер аҙ ваҡыт үтеүгә бәпестәрем араһындағы йылы, мәрхәмәтле мөғәмәләгә шаһит булып ҡыуандым.

«Минең ғаиләм – иң гүзәл бәхет утрауы», «Донъям камил һәм Хоҙай нимә телә­йем, шуны алдыма ҡуя», «Мин бәхетле һәм йәшәү көсөм ташып тора!» Тормош маҡ­саттарын ошо мәғәнәле һүҙбәйләнеш­тәргә ҡороп, уйға ныҡлы беркетеү генә лә ҡатмарлы тойолған әллә күпме мәсьә­ләләрҙе еңел генә хәл итергә ярҙам итә­сәк. Бары тормошобоҙҙоң тап шундай яҡты сатҡыларҙан хасил икәненә тамсы ла шик ҡалырға тейеш түгел. Әсәй ма­һирлығына, аҡылына, зирәклегенә, егәр­лелегенә атай ныҡлығын, хәстәрен һәм тотороҡлоғон да өҫтәһәң, баланың уңыш­лы киләсәгенә ышаныс ны­ғына ғына.

Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.


Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook