«Әсәйемә ҡарап кәләш һайланым...»

«Әсәйемә ҡарап  кәләш һайланым...» Ҡамсат бүрек, аҡ елән… Билдәле башҡорт боксеры Денис Шафиҡовты рингта бер кем менән дә бутау мөмкин түгел. Мейәс ҡалаһы егете майҙанға һәр саҡ милли кейемдә сыға. Еңелеү белмәҫ Сыңғыҙхан. Шулай тип яҙалар уның хаҡында төрлө спорт күҙәтеүселәре.

«Ата-әсәйем Силәбе өлкәһе Ар­ғаяш районынан, атай – Ураҙбай­ҙыҡы, әсәй – Ҡуйһары ауылы ҡыҙы. Мин йәйҙәрен өләсәй-олатайҙарҙа, ауылда була торғайным. Ә инде бүтән миҙ­гелдәр ҡаланан ҡалаға, өлкәнән өлкәгә йөрөп күнекмәләр, ярыштар, көрәш­тәр, уҡыуҙар менән үтә ине. Шуға тыуған ҡаламдағы йәштәштәрем, мил­ләттәштәрем менән яҡшы танышмын, аралашып йәшәйем тип әйтә алмайым. Бокс секцияһына атайым етәкләп алып барҙы, ул саҡ әсәй ҡаршы булды, шулай ҙа йөрөнөм. Бер нисә йылдан, ялҡып, ташлап ҡуйҙым. Урта синыфтарҙа уҡығанда әсәйем, башлаған эште шулай ташламайҙар инде, һин бит булдыра алаһың, тип ҡанат ҡуйҙы. Спорт­ҡа яңынан ылығып киттем. Миңә был тормошта бер баҫҡыс та еңел бирел­мәне. Әле бына 28 йәштәмен, шуға инандым: һәр нәмәлә сабырлыҡ һәм тырышлыҡ төп этәргес булып тора. Мөғжизәгә ышанһам да, уны көтөп ултыра торғандарҙан түгелмен. Ысынбарлыҡты үҙең, уйҙарың, ғәмәлдәрең менән тыуҙы­раһың. Кәләш һайлағанда, әсәйемдең һүҙҙәренә ҡолаҡ һалдым. Ул һәр ваҡыт, килен үҙебеҙҙең кеше булһын инде, ти торғайны. Бер тапҡыр, ауылға ҡайт­ҡанда, тыныс, ипле һылыуға башымды юғалтып ғашиҡ булдым, оҙаҡҡа һуҙмай ғына тәҡдим дә яһаным.
«Әсәйемә ҡарап  кәләш һайланым...» Эльмира – Байғаҙы ауылы һылыуы, әсәйемә ныҡ оҡшаған, йыш ҡына уның ҡыҙы икән, тип уйлайҙар. Артем улым, Юлиә ҡыҙым үҫеп килә, Аллаға шөкөр. Уларҙың да спорт менән дуҫ булыуҙарын теләр инем. Ләкин ниндәй төрөн һайлау үҙҙә­ренән торор, күңелгә ятмаһа бит, спортта алдырып булмай. Кәлә­шемә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, донъя көткәндә, йорт тирәһендә бөтөн­ләй ярҙамлаша алмайым. Минең бар ваҡыт спорт залында үтә. Йорт йылыһы, бөхтәлек кенә түгел, ҡай­һы бер ҡатмарлы мәсьәләләр ҙә Эльмира­ның иңенә төшә. Уның өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен. Ауырһынғанын, зарланғанын ишет­кәнем юҡ, кәләште дөрөҫ һайлағанмындыр, тием. Әммә ҡатын-ҡыҙҙың ҡайһы берҙә үҙен көсһөҙ итеп тойоуы ир-егет өсөн бик мөһим. Артыҡ көслө булмаһындар ул, улайһа, уларҙы яҡлау, ҡурсалау теләге ҡайҙан тыуһын? Мин тормош юлдашымды икенсе юҫыҡта ҡурсаулы итәмдер, матди ауырлыҡтар тоймай, үҙенең ышаныслы кешелә ирҙә булыуын белеп йәшәһен, тип тырышам.
Мине арҡалы, ныҡлы итеп тәр­биәләгәндәре өсөн әсәйем Бүләкәй Ғәли ҡыҙына, атайым Фуат Исрафил улына ҙур рәхмәтлемен. Рингка сыҡ­ҡанда гел уларҙы хәтергә төшөрәм, Хоҙайҙан ярҙам һорайым. Тән яралары алыуҙан бөтөнләй ҡурҡмайым, улары уңала ул, әммә еңелеүҙән, күңел яралары алыуҙан ир-егет булараҡ барыбер ҙә ҡурҡамдыр. Үҙем дә улымды артыҡ иркәләтмәҫкә тырышам. Миңә ҡарап, сәләмәт тормошҡа ылығыуын, иманлы, батыр рухлы, көслө ир-егет булып үҫеүен теләйем», – тип тамамланы әңгәмәне Ҡытайҙың Макао тигән тө­бәгендә донъя чемпионатына әҙер­ләнеп йөрөгән баһадир милләттә­шебеҙ.
Гөлнара БУРАНҠАЕВА.


Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook