“Халҡым” тип йәшәне

Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы ҡыҙҙарының береһе – билдәле дәүләт эшмәкәре, фәлсәфә фәндәре кандидаты, Ленин ордены, ике тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы ордены кавалеры Фатима Мостафинаның тыуыуына 26 декабрҙә 100 йыл тула. Ул хәҙерге Һамар өлкәһе Диңгеҙбай ауылында донъяға килгән. 1955 – 1971 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы мәғариф министры булып эшләп, республикабыҙҙа мәғарифты яңы үрҙәргә күтәргән Фатима Хәмиҙулла ҡыҙын замандаштары ҡаһарман йөрәкле, алдынғы ҡарашлы, талапсан, хатта ҡорос холоҡло етәксе итеп хәтерләһә, яҡындан белеүселәр күңелендә ул ябай, бик ихлас, туған йәнле, үтә хәстәрлекле кеше булып ҡалған. Һамар өлкәһендә йәшәүсе ҡәрҙәше Әсхәт Әхәт улы ДӘҮЛӘТШИН, уҡыусыларыбыҙға был оло шәхесте бөтөнләй башҡа яҡтан асып, уның хаҡындағы яҡты хәтирәләре менән уртаҡлаша.

Фатима апайҙың әсәһе Ғәзизә инәй минең ҡәрсәйемә, атайымдың әсәһенә, бик яҡын ине – уны яратып “еңгә” тип йөрөтә торғайны. Шул мөнәсәбәт миңә лә күстеме икән – Ғәзизә инәй ҙә, Фатима апай ҙа, уның һеңлеһе Майгөл апай ҙа мине бер туғанылай күреп яратты. Өфөлә 1-се башҡорт интернат-мәктәбендә (хәҙер ул Рәми Ғарипов исемен йөрөтә) уҡыған саҡта аҙна һайын ял көндәрендә Ғәзизә инәйҙең “Мебель магазины” туҡталышындағы фатирына ҡунаҡҡа бара инем. Шунда Фатима апайҙы ла осратам. Мин, бик тыйнаҡ ауыл малайы, апайҙың һорау­ҙарына оялып ҡына яуап бирәм, үҙем уның әҙәби телдә матур итеп һөй­ләшеүен һоҡланып тыңлайым. Ә Ғәзизә инәй менән беҙ иһә үҙебеҙҙең диалектта – Ырғыҙ буйы башҡорттары һөйләшендә аралашабыҙ. Улар Һәҙиә Дәүләтшинаның әсәһе Гөлйәүһәр инєй менән бик ҡатнашып йәшәне – Фатима апай йыш ҡына уны ла алып килә торғайны. Фатима апай шул тиклем иғтибарлы – ауылдағы атай-әсәйемдең нисек йәшәүен, интернаттағы тормошто, уҡыуымды тәфсирләп һо­раша, ашарға-эсергә етәме, тип тә ҡыҙыҡһына. Осрашҡан һайын яҡшыраҡ уҡырға дәртләндерә, билдәле яҡ­таштарыбыҙҙы өлгө итеп ҡуя: Рәшит Ниғмәти – бөйөк шағир, тип һөй­ләүен хәтерләйем, “Хәмзә Дәүләтшин олатайың – техник фәндәр докторы, профессор, уны ҡыуып етергә тырыш”, – тип өндәй.

Ә минең данлыҡлы интернат-мәк­тәпкә эләгеүем сит өлкәләрҙә йәшәү­се һәләтле башҡорт балаларын Баш­ҡортостанға йыйып белем биреү, халҡыбыҙ өсөн кадрҙар әҙерләү сәйә­сәте менән бәйле булды. 1955-1956 йылдарҙа беҙҙең Һамар өлкәһе Ташбулат ауылы мәктәбенән байтаҡ бала Башҡортостанға ебәрелде, беҙ класы­быҙ менән тиерлек киттек. Мине һәм дуҫым Булат Ноғомановты, уҡыу билдәләренә ҡарап, 1-се башҡорт интернат-мәктәбенә алдылар.
Интернат-мәктәпте бөткәс, беҙ, ете малай, уйнап-көлөп, йүгереп йө­рөп, имтихандарҙы рабфактыҡылар менән алдан тапшырып, Өфө авиация институтына инеп киттек. 20 июлдә беҙ инде студент инек. 24 июлдә Фатима апай Булат менән икебеҙҙе саҡыртып алды ла былай тине: “Республикаға кадрҙар әҙерләү маҡсатында илдең абруйлы юғары уҡыу йорттарына уҡырға ебәреү өсөн Өфөлә имтихандар аласаҡтар. Әҙер­ләнегеҙ”. Исемлектә – Бауман исемендәге Мәскәү юғары техник учили­щеһы (хәҙер – дәүләт университеты), Мәскәү финанс институты, Мәскәү дәүләт университеты һәм башҡа бил­дәле уҡыу йорттары. Фатима апай етди итеп өҫтәп ҡуйҙы: “Һиңә Мәскәү коммуналь хужалыҡ институтына барырға кәңәш итәм, сөнки Өфөлә был өлкә буйынса юғары белемле белгес юҡ”. Ә минең интер­нат дуҫтарымдан айырылғым килмә­не, ипләп кенә имтихандар ҡағыҙын күрһәтеп: “Фатима апай, мин авиация институтына индем!” – тим. Ул башта аптыраны, шунан маҡтаны.

Беренсе курста уҡыуҙар башланмаҫ борон беҙҙе Благовещен ра­йонына ауыл хужалығы эштәренә ебәрҙеләр. Мин ярҙамсы итеп беркетелгән тракторсы ауырығас, уны алмаштырып, һабан тракторына ултырҙым. Ауылда дүртенсе кластан еҙнәмдең тракторында эшләргә өйрәнеүем бик ярап ҡалды. Бер-ике көндән бригадир минең үҙемә айырым “Беларусь” бирҙе. Таңдан ҡараңғыға тиклем ҡысҡырып йырлай-йырлай рәхәтләнеп эшләнем. Аҙаҡҡы көндә иҫәпләһәләр, иң ҙур хеҙмәт хаҡы – минеке. 29 августа Өфөгә ҡайттыҡ, бысраҡ көйө Майгөл апайҙарға киттем. Мине тиҙерәк ваннаға индереп ебәрҙеләр, майлы кейемдәрҙе йыуҙылар. Ғәзизә инәй менән Фатима апай килеп етте. Майгөл апай: “Бына беҙҙең тракторсы ҡайтты!” – тип көлә. Улар, тракторҙа эшләгәнемде белгәс, хайран ҡалды. Шунан Фатима апай ниндәй тракторҙарҙы белгәнемде, ҡайҙа, нисек өйрәнгәнемде һораша башланы. “Мәктәптәрҙә башланғыс һөнәри белем бирелһә, ҡайһылай яҡшы булыр ине”, – тине ул. Был уй артабан, күпмелер ваҡыттан һуң, мәктәптәрҙә һөнәри белем биреүҙе индереүгә ниндәйҙер этәргес булғандыр, тип уйлайым.

Беренсе курста уҡығанда яҙ көнө атайым, һуғыш ветераны, иллеһе лә тулмаҫ борон, яу яраларынан вафат булды. Күп кенә зачеттарҙы бирмә­гәнлектән, мине имтихандарға индер­мәнеләр. Ун алты йәшлек ауыл бала­һы инем, һөйләшә лә белмәгәнмендер инде. Шул ваҡыт Фатима апай, са­ҡыртып алып, барыһын да тәфсирләп һораша башланы. Имтиханға индер­мәгәндәрен белгәс, ректорға шылты­ратып, хәлемде аңлатып бирҙе. Шулай итмәһә, мин, ҡыйыуһыҙ малай, уҡыуҙан да төшөп ҡалыр инем...

... Студент саҡта уҡыуыбыҙ нисек барыуын белешер өсөн ул беҙҙе йыш ҡына эш урынына саҡыртып ала торғайны. Мәғариф министрлығы коридорҙары әллә ҡасан бушаған, ул бер үҙе кабинетында ултыра. Мин, эше кәмегәнен көтөп, ишеге төбөндә ултырам. Телефондан һәр мәсьә­лә­нең төбөнә тоҙ ҡойоуы, асыҡ, аңлайышлы һөйләшеүе ишетелеп тора. Ҡараһыу зәңгәр төҫтәге костюм, ихтыяр көсө яҙылған дөрөҫ йөҙ һыҙаттары, етди тауыш – уның талапсан икәнлеге беренсе ҡараштан уҡ күҙгә ташлана ине. Шул уҡ ваҡытта мин (мин генә түгел, бик күптәр!) уның яғымлы, иҫ киткес хәстәрлекле сағын бихисап күрҙем, күрҙем генә түгел, хәстәрен күп тапҡырҙар тойҙом. Уның әсәйҙәрсә ҡайғыртыусанлығы ярҙамында сит өлкәләрҙән килгән күпме балалар уҡып, дәрәжәле, ил өсөн файҙалы кеше булып китте. Киң күңеллелеге хаҡында һөйләп торорға ла түгел. Шулай булмаһа, мәр­йен булып һибелгән милләтебеҙ балаларын нисек йыйнар ине? Беҙҙең яҡтың ғына түгел, Ћарытау, Ырымбур, Силәбе башҡорттары балаларын, мәктәпте бөткәс, юғары уҡыу йорттарына, унан һуң эшкә урынлаштырыу сараһын күрҙе. Халҡыбыҙ үҫһен, алға китһен, тигән изге маҡсат менән эшләне, йәшәне ул. Айырыуса һәләт­леләрен нисек тә булһа ситкә ебәр­мәҫкә тырышты.
Уның менән тағы ла бер осрашыу күңелдә уйылып ҡалған. 1972 йылдың яҙы ине. Өсөнсө курстан һуң армияла хеҙмәт итеп ҡайтып, уҡыуымды саҡ дауам итеп йөрөгән сағым. Бер көндө дөйөм ятаҡҡа медицина институтын­да уҡыусы ауылдашым Нариман Ибраһимов килеп керҙе. “Фатима апай беҙҙе баҡсаһына саҡыра”, – ти. Улар­ҙың Дим буйындағы дачаларына кил­һәк, Абдулла еҙнә менән икәүләшеп ер ҡаҙып йөрөйҙәр. “Был министр эше түгел”, – тип шаяртып, көрәген алып, эшләй башланым. Белмәгәй­нем, был ваҡытта ул министр вазифа­һынан киткән булған икән. Апайым ҡысҡырып көлөп ебәрҙе: “Бына бит, армиянан ҡайтып етмәгән, уже ко­мандовать итә!” Эйе, мин инде оял­сан ауыл малайы түгел инем, һалдаттан ҡыйыуланып ҡайтҡайным. Шулай итеп, шаярып-көлөп баҡсаны ялт иттереп ҡуйҙыҡ. Апайым беҙҙе өйҙәренә алып ҡайтты, матур итеп һыйланы. Яҙғы ҡояшлы көндә рәхәт­ләнеп, йылы итеп һөйләшеп баҡсала йөрөүебеҙ бөгөнгөләй хәтеремдә.

Ғөмүмән, Фатима апайҙың ғаилә­һендәге татыулыҡ, йылылыҡ йөрәге­мә яғылып ҡалған. Уның үҙенә генә хас шаяртыуы иҫемдә. Абдулла еҙнә лә алсаҡ, донъяға киң ҡарашлы, белемле кеше ине. Улар бик матур йә­шәнеләр. Улдары Әнүәр, минең кеүек, авиация институтында уҡыны. Ми­һырбанлы ғаилә вафат булған туған­дарының улын тәрбиәләй ине – был егет тә шул уҡ институтта белем ал­ды. Үкенескә ҡаршы, Әнүәр яҡты донъяларҙан иртә китеп барҙы. Ә бына Майгөл апайҙың табип булып эшләгән ҡыҙы Нәфисә менән телефондан йыш һөйләшеп торабыҙ. Һөйләшкән һайын ул мине Өфөгә саҡыра, кил, ғәзиз кешеләребеҙҙең ҡәберҙәренә бергәләшеп зыярат ҡы­лырбыҙ, ти. Ғүмеремдең мөһим осоронда күңел йылыһын йомарт өләш­кән туғандарыбыҙҙың мәңгелек йортон күрер өсөн киләһе йылда Өфөгә йыйынам. Минең кеүек меңдәрсә ябай ауыл балаларының яҙмышына матур йүнәлеш биргән, киләсәк – ғилемлеләр ҡулында, тигән фекерҙе замандаштарына һеңдереп, халҡы­ның улдарын һәм ҡыҙҙарын ил инә­һеләй хәстәрләгән оло йөрәкле Фатима апай Мостафинаның ҡәберенә барып, уның яҡты рухы алдында баш эйергә теләйем.

Һүҙемде тамамлап, журнал уҡыу­сыларға бер тарихи һүрәт – Фатима апайҙың Өфөлә йәшәүсе Һамар баш­ҡорттары менән төшкән һүрәтен тәҡдим итәм. Барыһын да һанап тормайынса, бер нисәүһен генә атап үтәм. Беренсе рәттә һул яҡтан – Сә­хәү олатай Дәүләтшин һәм ейәне, Ћәҙиә Дәүләтшинаның әсәһе Гөлйәү­һәр инәй, Майгөл апайҙың ире Фәтих еҙнә һәм ҡыҙы, Фатима апай, Һылыубикә апай һәм уның ҡыҙы, Ғәзизә инәй, Харрас олатай Йәғәфәровтың улы; икенсе рәттә һулдан беренсе – Майгөл апай; өсөнсө рәттә уңдан икенсе – һеңлем Минңур Дәүләтшина, дүртенсе – ауылдашым Зөлхизә Мусина; ә мин иң өҫтә һул яҡлап дүртенсе булып баҫып торам.

Альмира КИРӘЕВА яҙып алды.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook