Йәшәү маһирлығы

Йәшәү маһирлығыӨләсәйем Фәниә Шәймөхәмәтова Балтас районының Юғары Ҡарыш ауылында йәшәй.
Өләсәйем – береһенән-береһе уң­ған, булдыҡлы, аҡыллы, белемле дүрт ул һәм бер ҡыҙҙың хөрмәтле әсәһе. “Балаларым – иң ҙур байлығым!” – тип ғорурланып ҡабатларға ярата ул. Ғорурланырлыҡ та шул: атайым Филүс – инженер, “Үҙәк” МТС-ының Балтас бүлексәһе етәксеһе, Фәнис ағай физи­ка һәм математика уҡытыусыһы, унан мәктәп һәм приют директоры булды, әлеге ваҡытта – район мәғариф бүлеге­нең үҙәкләштерелгән бухгалтерияһын етәкләй. Вәхит ағай – фельдшер, күп йылдар инде ашығыс ярҙам бүлегендә эшләй. Әлиә апай – “Яңауыл таңдары” гәзите редакцияһы хеҙмәткәре. Ильяс ағай – спортсы, гер күтәреү буйынса республика һәм Бөтә Рәсәй ярыштары еңеүсеһе, үҙе кеүек көслө һәм сәләмәт рухлы уҡыусылар тәрбиәләй.

Өләсәйем менән олатайым бөтә балаһына ла йорт һалырға ярҙамлашты. Әлеге ваҡытта Ильяс ағайыбыҙ ғаиләһе менән төп йортта йәшәй, яңы урында өй күтәрә. Ғаиләбеҙҙе йыш ҡына ҙур караптай күҙ алдына килтерәм мин. Өләсәй – уның штурвалы артында туҡталырға, ҡаршы тулҡындарға бире­шергә ирек бирмәй, тормоштоң әсе елдәренән ҡурҡмай, гел алға алып бара. Бына шундай көслө ул минең өләсәйем!

Башҡортостандың мәғариф алдын­ғыһы, хеҙмәт ветераны. 30 йылдан ашыу ғүмерен балалар тәрбиәләүгә бағышла­ған. Башланғыс синыф балаларын уҡытҡан. Уҡыусылары ла ярата уны, һаман да һағынып өйөнә киләләр. Үҙе лә мәктәптә – ҡәҙерле ҡунаҡ.

Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре менән килеп тыуған хәлдәрҙән дә сабырлыҡ һәм аҡыл менән сыға белә ул. Үткер фе­керле, љатмарлы тормошсан мәҡәлдәр, әйтем­дәр теленән һибелә генә! Өләсә­йемдән эшкә өйрәнеүе рәхәт: шундай яйлы ғына итеп аңлата, эшләп күрһәтә – еңел генә ҡоймаҡтар бешкәнен, ойоҡ­баштар бәйләгәнен һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Ул балаларын, килендәрен шулай ипле генә итеп байтаҡ эшкә өйрәткән. Хәҙер беҙҙе, үҙе әйтмешләй, тормошҡа әҙер­ләй. Һәр кәңәшен “аҡыл һандығына” һалып ҡуябыҙ. Сөнки өлә­сәй-олатайҙа­рыбыҙ исеменә тап тө­шөрмәй, нәҫелебеҙ данын киләсәктә лә яҡшы эштәр менән дауам итеүҙе бәләкәйҙән үҙебеҙ­гә маҡсат итеп ҡуй­ғанбыҙ. Беҙ яҡын кешеләребеҙҙән бер насарлыҡ күрмәй үҫтек. Тимәк, үҙебеҙ ҙә балаларыбыҙҙы ошо лайыҡлы үрнәк­тә тәрбиәләр­гә, матур йәшәргә бурыслыбыҙ.

Өләсәйем – ҡул эштәре оҫтаһы. Был һөнәргә уны әсәһе Бибинур өй­рәткән. Элек, магазин кәштәләрендә әйбер булмағанда, өләсәйемдән күлдәк тектертеп йә берәй әйбер бәйләтеп алыр булғандар. Уның яңылыҡҡа ынты­ла торған иҫ киткес матур сифаты бар. Әйтәйек, ауылда яңы биҙәкле бейәләй йәки урындыҡ япмаһы модаға керҙе, ти. Өләсәйем әхирәттәренән был алымды бик тиҙ өйрәнеп ала һәм бөтәбеҙгә лә матур итеп бәйләп бү­ләккә тарата.

Яңы сыҡҡан көнкүреш техникаһын да тирә-яҡта беренселәрҙән булып үҙ­ләштерә бара ул. Электр йөн иләгесе, кеҫә телефоны, автомат кер йыуыу машинаһы менән рәхәтләнеп ҡуллана, скайп аша балалары менән һөйләшә.

Ә өләсәйем бешергән ҡамыр аштары­ның тәмлелеге – телеңде йоторлоҡ! Унан туйҙарға, байрамдарға бауырһаҡтар, ик­мәктәр, бәлештәр бешертеп алалар.
Баҡсаһында нимә генә үҫмәй уның! Йәшерәк сағында, әле күптәр ер еләге, кәбеҫтә кеүек емеш-еләк үҫтермәгәндә, өләсәйем үҫентеләрҙе ауылдаштарына ла таратҡан. Ҡышҡылыҡҡа әҙерләгән ҡай­натмалары ла тәмле, үҙенсәлекле бу­ла уның. Түтәлдән дә һыйланырға рөх­сәт бирә: “Үҙегеҙ ҙә еләк кеүекһегеҙ, һеҙҙең өсөн үҫтерәм, ашағыҙ туйғансы!” – ти.

“Хәрәкәттә – бәрәкәт. Быуындарым яҙылһын, арымаһаң, йоҡо йоҡо булмай ул”, – ти ҡәҙерлебеҙ, беҙҙе таң ҡалдырып. Ирекһеҙҙән, компьютер янынан ҡуҙғалмай ултырған үҙеңде өләсәйҙән олораҡ итеп һиҙә башлайһың…

Өләсәйем – кешеләр менән дөрөҫ аралашыу, уртаҡ тел табыу, дуҫ йәшәү өлгөһө лә. Бер ҡасан да бер кем тура­һында ла насар һүҙ һөйләмәй. Уға ҡа­рап, мин шундай һығымтаға килдем: “Маҡта­ған һайын кеше яҡшыраҡ булырға тырыша. Маҡтау, йылы һүҙ кешене ҡанатландыра. Икешәр килен менән бергә йәшәгән саҡтары ла булған уның. Килендәрен “Алтын бағаналарым” тип атай ул.

Сирләһә лә, ауырһынып, зарланып ултырмай. Үләндәр ҡайнатып, шунда уҡ дауаланыр әмәлен таба. Һәр нәмәне яҡшылыҡҡа юрай.
Өләсәй 26 кешенән торған оло ғаи­ләбеҙҙе туплауҙы үҙенең маҡсаты итеп күрә. Мосолман байрамдарын, өмә­ләрҙе гел бергә үткәрәбеҙ. Бындай минуттар изге, йылы хистәр менән күңел­дәрҙә һаҡлана.

Өләсәйем Фәниә Ғәлимйән ҡыҙы менән олатайым Әхнәф Миңнеғәли улы Шәймөхәмәтовтарҙың 45 йыл бер­гә татыу ғүмер кисереүҙәре, һәр ваҡыт, һәр эштә бер-береһенә терәк булыу­ҙары тураһында яҙып китмәһәм, мәҡә­ләм тулы булмаҫ ине. Олатайыбыҙ – нескә күңелле, бала йәнле кеше. Ул бала сағында етемлек, аслыҡ, ҡыйыр­һытыуҙар ғазабы күреп үҫкән. Шуға ла күңеле моңло. Баянда һәм тальянда өҙҙөрөп уйнай, йөрәктәргә үтерлек итеп йырлай ул. Йәш саҡтарында улар ауылда үткән һәр мәҙәни сараның сағыу биҙәге булған.

Бына ошондай ауыл һәм район күр­ке булып, гөрләтеп йәшәгән матур кешеләрҙең ейәнсәре мин. Хоҙайҙан мин уларға йән тыныслығы, бәхетле ҡартлыҡ, сәләмәтлек теләйем!
33kv.ru
Эльвина Шәймөхәмәтова
Балтас районы


Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook