Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА: ЯҘЫЛЫП БӨТМӘГӘН КИТАП-2

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА: ЯҘЫЛЫП БӨТМӘГӘН КИТАП-2Ишекте ун ете йәштәрҙәге ҡыҙ асты. «Айгизәнең ҡыҙы», – тип уйланы Зәһүрә. Ул ихлас йылмайырға тырышты.
– Мин Ырымбур яғынан булам. Әсәйеңдең яҡташы.
Ышандырғандыр, ҡыҙҙың йөҙө яҙылды былай. Баш ҡаҡты.
Зәһүрә, һүҙҙе артабан нисек дауам итергә белмәй, тамаҡ ҡырып алды.
– Айгизәгә оҡшап тораһың. Үҙеңә лә шулай тип әйтеүселәр барҙыр?
Ҡыҙ йәнә баш ҡаҡты.
– Исемеңде оноттом…
– Дилә.
– Ә, эйе-эйе! Әсәйең өйҙәме, Дилә?
Ҡаршылаусы баш сайҡаны. Ниһайәт, Зәһүрә тел осондағы һорауҙы бирҙе.
– Дауытҡа сәләм әйтеп ебәргәйнеләр.
Дилә терелеп киткәндәй булды.
– Дауыт ағайғамы? Яҡшы! Ниңә үҙенә шылтыратмайһығыҙ?
– Номеры яҙылған ҡағыҙҙы ҡайҙалыр ҡуйғанмын. Тапмайым.
Ҡыҙ көлөмһөрәне, тағы ла баш сайҡап ҡуйҙы.
– Шундуҡ телефонға яҙып алып булмай инеме ни?
– Ҡағыҙға яҙылғанды ҡулға тотторҙолар ҙа…
– Әсәйем хастаханала ята. Дауыт ағай, моғайын, уның янындалыр. Шылтыратайыммы?
– Юҡ-юҡ! – тиә һалды Зәһүрә. – Номерын ғына бирегеҙ. Мин үҙем һөйләшермен. Туғандарының сәләмен тапшырам да, эш тамам. Оҙаҡлай, тип борсолалар.
– Ул үҙе лә борсола.
– Йыш күрешәһегеҙме? – тип һаҡ ҡына һораны Зәһүрә.
– Әсәй янына барғанда күрәм. Былай үҙе лә хәл белешеп тора, – тип яуап бирҙе ҡыҙ телефонындағы номерҙарҙы аҡтарған ыңғайы.
Йөрәкте бушлыҡ биләне. Зәһүрә хатта өшөп, ҡалтырағандай ҙа булды. Ҡыҙыҡай әйткән номерҙы уйламайынса ҡабатланы.
– Һеҙҙең хәтер яҡшы, апай.
Зәһүрә, үҙен фашланғандай тойоп, тертләне.
– Һанға хәтерем яҡшы. Ярар, һылыу, уңыштар!
– Исемегеҙҙе әйтмәнегеҙ. Әсәйем асыуланыр, ул яҡташтарын ярата.
Уның Айгизә өйөндә булғанын Дауыт белергә тейеш түгел. Яратмаясаҡ. Хәйер, шымсыны кем ярата?
– Яҡташ тип… Мин Нуриевтарҙа ялланып эшләп йөрөүсе генә.
Таныш фамилияны ишеткәнгәме, Дилә йәнә йылмайҙы.
– Ә минең әсәйемә оҡшағанды ҡайҙан беләһегеҙ?
– Фотоларҙан! Нуриевтарҙа фотолар бар.
«Нишләп был баланы алдайым? Дауыт тураһында дөрөҫөн белеп булмаҫмы тип, әллә ниндәй хилафлыҡ ҡылам…»
– Сәй эсеп сығығыҙ.
«Белдекле. Сәйгә саҡырырға башы етте». Уңайһыҙ булһа ла, үҙен Кәримә тип таныштырыуҙы мәғкүл күрҙе. Кәримә исемле ҡатын Раузала эшләп киткәйне.
– Айгизә… Әсәйегеҙҙе сығармайҙармы әле?
Диләнең сырайы ҡараңғыланды.
– Хәле яҡшырғандыр бит?
– Уның сире ауыр.
Ҡыҙҙың ауыҙынан «әсәйем – наркоман» тигән һүҙҙе көттө ул. Ә диагнозды ишеткәс, ултырған еренән артҡа ҡайҡайып китте. Бына нисек! Дауыттың бит был турала әйткәне юҡ. Рауза апаһы Айгизәне «наркоман» тип кенә атаны ла баһа! Тимәк, алдаған? Айгизәне яратмауы аңлашыла, ләкин төптө юҡты уйлап сығарып, нишләп шул тиклем яманатлы итергә?
– Аҡыллым, мине ғәфү ит.
– Юҡ-юҡ, улай ҡарамағыҙ миңә. Әсәйем күптән сирләй, беҙ инде күнгәнбеҙ... Мин ныҡ кеше. Атайым да ташламай. Дауыт ағай уны ҡарарға ярҙам итә. Бәлки, һауығыр... Дауыт ағай килһә, әсәйемдең дә хәле яҡшырып киткәндәй була. Улар бит бала саҡтан дуҫтар. Уға ғәжәп ныҡ ышана.
Дилә әсәһенең сирен, ҡасан ауырый башлағанын һөйләгән арала Зәһүрә усы менән битен һыпырып-һыпырып алды. Көс-хәл менән бер сынаяҡ сәйҙе эсеп бөттө. Өйҙән сығып киткәндән һуң, йәйәүләп әйҙә барҙы, әйҙә барҙы. Кемдәргәлер бәрелде, төртөлдө. Кемеһелер асыуланды, кемеһелер Зәһүрәнең үҙенең хәлен һорашты. Уларға нимә тип яуап биргәнен дә белмәй, бер исемде ҡабатлаған килеш атланы ла атланы. «Дауыт!» Бына аҡтыҡ өмөт селпәрәмә килде. Әгәр ҙә эскесе йәки ал­йытҡыс үлән ҡулланыусы булһа, Дауыттың Айгизәне бағырға түҙемлеге етмәҫ, барыбер бер шартлар ине. Ә ауырыу Айгизәһен ул ташламаясаҡ. Эйе, йәштән һөйгән йәрен. Төҙәлә торған сир түгел. Айгизәне ул ҡараясаҡ. Шуның өсөндөр Рауза апаһы Айгизәне күрә алмай. Хәйер, ҡан дошманға әйләнгәстәре, Рауза нишләп Айгизә тураһында йылы һүҙ ысҡындырһын ти инде?
Тимәк… Тимәк, Зәһүрәнең Дауыт менән сәсте сәскә бәйләү тураһындағы хыялы селпәрәмә килде! Ул Айгизәһен Зәһүрәгә алмаштырмаясаҡ. Ул Айгизәһен яңғыҙ ҡалдырмаясаҡ. Зәһүрә ғүмер буйы Дауытты көтөп йәшәргә тейеш буламы? Ҡатын үҙе лә һиҙмәй:
– Һы! – тип ҡысҡырып әйтеп ҡуйҙы.
Ошоға тиклем үҙен-үҙе алдап килгән, бойомға ашмаҫ хыял менән үҙен йыуатҡан. Дауыттың: «Мин Айгизәне йәлләйем», – тигәненә әллә ни әһәмиәт бирмәгәйне. Эскесене яратып буламы ни, тип уйлағайны. Эсеүҙә түгел мәсьәлә. Дауыт өсөн йәлләү менән мөхәббәттең айырмаһы юҡ! Хәҡиҡәтте даулап килгән Зәһүрә, һиңә ҡайтыр ваҡыт етте. Ҡанатыңды һындырҙылармы? Дөрөҫөн әйткәндә, һин уны үҙең ҡайырҙың! Килмәҫкә кәрәк ине Мәскәүгә. Йә, ниндәй эш ҡырҙың? Бер тапҡыр оло зыян күреп, Башҡортостаныңа иҫән-һау саҡ-саҡ әйләнеп ҡайтҡас, Мәскәүҙә бүтән эҙем дә булмаясаҡ, тип һүҙ биргәйнең бит инде! Был сәфәреңдә лә башыңа күҫәк менән арыу ғына «тондорҙолар».
Ә икенсе яҡтан ҡарағанда, ысынды белеү яҡшыраҡ та баһа! Әтеү, өйләнешербеҙ, тип ымһынып, һаман Дауытты көтөр ҙә йөрөр ине. Хәйерсе, күҙен нурландырып бер бағыуы әллә ниндәй осошҡа әйҙәне, шул арбауыс ҡараш Зәһүрәне әллә ниндәй юғарылыҡҡа алып менде һәм шунан һис кенә лә түбәнләге килмәне... Ә хәҙер төбө төшкән кәмәлә ултыра… Төпһөҙ кәмә уны батырасаҡ. Хатта ҡауышҡан хәлдә лә, Дауыт барыбер Айгизәһен иғтибарһыҙ ҡалдырмаясаҡ. Барасаҡ. Зәһүрә уны туҡтата ла, юлын быуа ла алмаясаҡ. Алабарманды тыйыу мөмкин түгел. Ахыр килеп, айырылышып ҡуйырҙар ине... Тимәк, Дауыт ул көткән яҙмыш бүләге түгел. Ҡайҙа һин, бәхет? Ҡайҙан, ҡалай итеп табырға һуң һине? Нишләп бүтәндәр бәхетле лә, мин моңло-зарлы?
Дауыт бер ҡасан да берәүгә лә өйләнмәйәсәк! Шулай буйҙаҡ ҡартаясаҡ. Тимәк, уны көтөү – оло мәғәнәһеҙлек, үҙеңде яңғыҙлыҡҡа,байғошлоҡҡа дусар итеү. «Алданма, Зәһүрә, – тине ул үҙенә. – Етте. Fүмер былай ҙа тиҙ үтә. Дауыт менән ҡауышыу тураһындағы уйыңдан дүн». Ошо һүҙҙе әйтеү менән, гүйә, тәненә бихисап сәнскәк ҡаҙалды. Хатта усы тирләп сыҡты. Йөрәккә бойороуҙан да ауыр нәмә юҡ, ул аҡыл менән хисаплашмай!
Айгизә баҡыйлыҡҡа күскән хәлдә лә, Дауыт уны барыбер онота алмаясаҡ. Ниндәй аңлайышһыҙ мөхәббәт һуң ул? Аңлайышһыҙ?.. Мөхәббәт һи­нең «аңлайышлы-аңлайыш­һыҙ» тигән баһаңа мохтаж түгел. Шуға ла ул «мөхәббәт» тип атала. Етте, Зәһүрә. Ысынбарлыҡ менән килеш һәм тыныслан. Үҙеңә бирелгән өлөш менән ризалаш. Ситтекенә ҡул һуҙма.
Бына шулай ҡанаты ҡайырылып ҡайтып төштө ул Өфөгә. Ҡаршы алыусы Ләйлә дуҫына кисерештәрен белгертмәҫкә тырышты, көслөк менән йылмайҙы. Юл буйы ошо битлеген сисмәҫкә, шат күренергә маташты. Уға йыш-йыш ҡына ҡарап алған Ләйлә һорамай түҙмәне:
– Яҙыусы! Эй, яҙыусы ип­тәш! Нишләп ауыҙың йырыҡ? Ниндәй шатлығың бар?
Зәһүрә йырыҡ ауыҙ менән уға оҙаҡ ҡына ҡарап ултырҙы, хатта самаһыҙ ҡәнәғәтлеген аңғартып, усын усҡа ышҡыны.
– Fашиҡ булдым.
– Һм-м-м… Ә мин беләмме?
– Беләһең.
Ләйлә урынынан ҡалҡына биреберәк ҡуйҙы.
– Кит әле мынауҙы!
Ҡыҙыҡһыныуҙан күҙе янып киткән дуҫына ҡарап, Зәһүрә ҡысҡырып көлөп ебәрҙе.
– Эйе! Ҡабаттан үҙемдең иремә ғашиҡ булдым.
Дуҫының тауышы һүнде.
– Ысынды һөйләйһеңме, буштымы?
– Ысын!
– Һин, улай булғас, ысын яҙыусы.
– Уныһы нисек була? Нимә әйтергә итәһең?
– Үҙем дә белмәйем.
Байтаҡ һүҙһеҙ барҙылар. Шунан Ләйлә йәнә уның яғына йылп итеп боролдо.
– Нимә, Дауыт менән асыуланыштығыҙмы?
Зәһүрә баш сайҡаны. Моңһоу ҡарашын алыҫҡа төбәне. Дуҫтан бер нәмә лә йәшереп булмай… Тик ниндәй асыу­ланышыу ти инде? Һәр береһенең үҙ донъяһы. Уртаҡ бер нәмәләре лә юҡ. Уртаҡ мал да, уртаҡ фекер ҙә, уртаҡ ҡараш та.
– Әйт инде, – тип ныҡышты Ләйлә.
– Күпме хыялланырға була һуң? Ә ғүмер үтеп бара. Мин уның икенсе кешене яратыуҙан туҡтауын көтөп ултыра алмайым. Тормошто үҙгәртергә кәрәк. Үҙемдең тормошто.
Тауыштағы тәрән һағышты тойған Ләйлә иренен ҡымтыны.
Бүтән һорау бирмәне.

***
– Кит шул бер әҙәмде! Еҙнәйгә етәме һуң инде? Әллә кем тиерһең, ҡайҡайып көлөп ебәргән була бит әле. Ҡупырсыҡ! – Һеңлеһе, бер башлаһа, туҡтатырмын тимә.
– Гөлфиә, һин уны бер тапҡыр ғына күрҙең…
– Еткән! Ҡуй, апай, юҡ менән башыңды бутама. Тапҡан кеше! Эйе, әтеү бүтән ҡайғың юҡ ине! Еҙнәй менән аңлашырға тырыш. Апай, һиңә әйтәм, нишләп ишетмәмеш булдың?
– Эшләп ултырам бит.
– Шул ҡағыҙға йәнең индеме? Эш беҙ үлгәс тә ҡала. Әйтәм бит, бөгөн Әлфирәләргә ҡунаҡҡа барабыҙ. Эш тип, ҡапланып ултырмайһың! Аҡса ғүмерҙә лә етмәй. Илап ятҡан ун балаң юҡ. Хатта әлегә берәү ҙә юҡ.
– Тағы башланы…
– Барабыҙмы? Әлфирә һине айырым саҡырҙы, апай.
Зәһүрә, риза икәнен аңғартып, баш ҡаҡты. Гөлфиә һеңлеһе уны ҡосаҡлап уҡ алды.
– Бына, аҡылланып киләһең! Кеше күреп, ҡатышып, уйнап-көлөп ҡайтырбыҙ.
Кафела халыҡ ҡырмыҫҡа иләүендәй ҡайнай. Әлфирә тыуған көнөнә ике йөҙләп ҡунаҡ саҡырған икән. Күбеһен Зәһүрә таныманы ла. Әлфирә хатта Дамирҙы саҡырғанын да әйтмәгәйне. Уның килгәненә балдыҙы Гөлфиә ҡыуанды.
– Еҙнәй! Әйҙә, минең эргәмдән урын ал. Юҡ-юҡ, Зәһүрә апайым менән икебеҙҙең аранан!
Зәһүрәгә йылмайыуҙан башҡа сара ҡалманы.
– Дамир, ниңә бик тартынып ҡына килеп баҫтың? Ултыр. Һөйлә хәлдәреңде!
Клиенттары бында ла тынғылыҡта ҡалдырманы, уларҙың туҡтауһыҙ шылтыратыуына Гөлфиә асыулана башланы.
– Зәһүрә апай, береһенең дә хәле үлемесле түгел. Һүндер телефоныңды. Әйт, һинең ял, һин әйтмәһәң, үҙем әйтәм. Әрләшәм…
Зәһүрә айфонын сумкаһына тыҡты. Таңға тиклем күңел астылар, Дамир уның эргәһенән китмәне, икәүләшеп кинәнеп-рәхәтләнеп бейенеләр, уйындарҙа ҡатнаштылар. Бер нәмә генә саҡ кәйефен ҡырманы. Дамир көтмәгәндә ҡымтып тотоп алды ла бөтөн ғәм ҡаршыһында уны үбеп алды. Айырылышҡан ирҙең был ҡыланышы һис кенә лә оҡшаманы Зәһүрәгә. «Яҡын килмә, ишеттеңме!» тип ҡысҡырып уҡ ебәрҙе. Ярай, музыка тауышын күмде, кешеләр уның ярһығанын аңғарманы. Ләкин Дамир бөршәйеп киткәндәй булды. «Бөттө. Fәфү ит!..» Аҙаҡ Гөлфиә менән икеһен подъезға тиклем оҙатты ла шундуҡ боролоп ҡайтып китте. Арманһыҙ булған Зәһүрә инеү менән әүен баҙарына китте. Иртәгәһен Гөлфиә сәйгә саҡ уятып алды. Ни ғәжәп, бер клиенты ла уны борсоманы. Башта ҡыуанды, шунан аптырай башланы. Аҙаҡ сумкаһын аҡтарып, айфонын тапманы.
– Гөлфиә, һылыу, айфонымды күрмәнеңме?
– Берәй ҡайҙа атып бәргәнһеңдер. Килеп сығыр.
– Кисә ҡунаҡта әллә…
– Ярар, ҡуй, апай. Кемгә хәжәт һинең айфоның? Берәйһе үҙенеке менән генә бутамаһа. Асыҡланһа, килтерерҙәр. Ысын, әйтергә онотоп торам. Бөгөн кис өйҙә булмайым, дуҫтарым менән ҡырға сығабыҙ. Ҡунырбыҙ ҙа, бәлки.
Һеңлеһенең мыжыуынан ялҡып бөткән Зәһүрә ҡыуанысын йәшермәне лә.
– Ә һин минән ял итерһең, – тине унан күҙен алмаған Гөлфиә.

***
– Апайымдан сәләм! – тине иҫәнләшерҙән элек Гөлфиә.
– Шулаймы!? – Дауыт ҡояштай балҡыны.
«Сабыр бул, иптәш, ауыҙың йырылмай торһон…»
– Ну, беҙҙең халыҡта шулай итәләр бит. Кешенең сәләм әйтеүе мөһим түгел. Иң мөһиме, мин һеҙҙең апайымды хөрмәт иткәнегеҙҙе беләм.
– Нисек Ырымбур тарафтарына килеп сыҡтың, һылыу! Әллә апайың да бындамы?
«Һы, тот ҡапсығыңды…»
– Уҡытыусы дуҫтарым менән бер нисә көн инде Ырымбур яҡтарында сәфәрҙә йөрөйбөҙ. Орскиға килеп етеү менән һеҙҙе иҫкә төшөрҙөм. Апайым һеҙҙе эшҡыуар ти ине бит. Мәйтәм, был тирәнән үтешләй ҡарап китәйем әле. Нимәнең хужаһы? Донъяһы ниндәй? Такси алдым да зыйт итеп килеп тә еттем. Үҙегеҙҙе тап итермен тип уйламағайным да. Бәхет бар икән.
– Хатта такси менән!
– Эй, такси нимә! Минең еҙнәй аҡсалы. Сумарт кеше! Тик апайыңа әйтмә, ти һәр ваҡыт.
Ышанды был, ана бит күҙендәге балҡыу һүрелде.
– Әйҙә, һылыу. Беҙҙең дә самауыр һәр саҡ ҡайнаулы. Ер-һыуыбыҙ ҡандай, күрерһең! Шәп атҡа мендерермен. Шул минең байлыҡ.
– Юҡ, мин бер-ике сәғәткә генә! Таксиҙы ла ебәрмәй торам. Әйткәндәй, теге малай ни хәлдә? Динар бит әле?
– Әллә апайың борсоламы?
– Нишләп? Юҡсы! Апайым, ул йәтим бала бик даланлы булды, әл дә Дауыт ҡулына эләкте, мин улай уҡ баға алмаҫ инем, ти.
Дауыттың ҡарашы етдиләнде. Тимәк, әлеге һүҙҙәргә ышанып бөтмәй. Гөлфиә иргә ауыҙ асырға бирмәй инде көслөрәк тауыш менән һүҙен дауам итте.
– Сәләмәтлеге яҡшырғанына ҡыуана. Тик ҡайҙа һуң әле ул йәтим бала? Һеҙҙән айырылмай, ти ине апайым.
– Динарҙы кисә ҡалала ҡалдырырға тура килде.
– Зәһүрәнең, ир балаға ата ҡулы кәрәк, тигәнен мин хәҙер яҡшы аңлайым. Бына бит ҡалай шәп хәстәрләүсе бар! Хыялый бала саҡ донъяһы… Бәләкәй саҡтағы ҡайһы бер нәмәләрҙе иҫемә төшөрһәм, әле лә күңелем йомшай. – Гөлфиә күҙ йәшен һөртә-һөртә йылмайҙы. – Апайым менән еҙнәм ҡунаҡҡа ҡайтҡан саҡта… – ул бик-бик һынап Дауытҡа ҡарап алды. – Еҙнәм миңә тауҙай уйынсыҡтар алып ҡайта торғайны. Апайым, бөтөн аҡсаны тәтәйгә тотона, тип әрләй. Еҙнәй көлә, апай асыулана. Бына әле һеҙ ат тигәс, иҫкә төштө, еҙнәм миңә бер уйынсыҡ ат та алып ҡайтҡайны. Ул әле лә кәштәлә тора. Талисман. Апайымдарға ҡунаҡҡа барһам, шаярып, сынаяҡ-тәрилкәләрен ватып бөтәм. Апайым ороша, ә еҙнәй бер тапҡыр ҙа ҡаты һүҙ әйткәне булманы… Йылмая ла ҡуя. Ошо сәфәргә сығыр алдынан да апайым менән шуларҙы иҫләп, күңел нескәртеп алдыҡ. – Ул тағы ла Дауытҡа тишерҙәй итеп ҡараны. – Апайым менән еҙнәйҙең аралары бер мәл боҙолошоп торғанын беләһегеҙҙер. Хәҙер шуға үкенә апайым. Ярай, ҡалай булһа ла, хаталарын ваҡытында аңланылар.
– Һылыу, нимәне аңланылар? Миңә нимәлер аңғартырға итәһеңме?
– Ниндәй аңғартыу, ти? Күп нәмәне үҙем аңлай алмайым, тигәндәй. Хәйер, мөхәббәттең ныҡлығын аңлар өсөн һынау кәрәклеген яҡшы аңлайым. Улар ҙа һынауҙы үттеләр.
Дауыт сәйер генә ҡыбырлап ҡуйҙы. Быны күргән Гөлфиә һүҙен йәнләнеберәк дауам итте.
– Бына еҙнәй миңә ниндәй сумка бүләк итте! Крокодил тиреһенән. Әйтеп торам бит, шундай сумарт кеше! Апайым уның ҡәҙерен һуңлаңҡырап аңланы. Ваҡытлыса айырылышыу кисергәндән һуң. Уның ҡарауы, апайым яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе. Юҡһа, еҙнәй ауырлыҡ кисергән сағында йөҙ сөйөргәйне бит!
Дауыт уны бүлдерҙе.
– Зәһүрә кешене ауыр саҡта ташламай. Мин уның холҡон яҡшы беләм.
– Ташламай. Ташламаясаҡ. Мин дә шулай тием! Бына хәҙер тағы ла бергәләр. Шуны әйтәм бит инде! Динар тураһында ла: «Их, берәй туғаны табылһасы, туғанға берәү ҙә етмәй…» – тине. Эйе, туғанды берәү ҙә алыштыра алмай.
– Һин, ҡыҙыҡай, нимәнелер бутайһың!
Гөлфиә ҡысҡырып көлөп ебәрҙе.
– Юҡ, апайым бутай! Ул хәҙер баштан-аяҡ мөхәббәткә иҫереп йөрөй. Еҙнәй менән пар күгәрсендәр кеүек. Инде күҙ тейә генә күрмәһен! – Гөлфиә, уңайһыҙланған кеше һымаҡ, аҫҡа ҡарап йылмайҙы, тауышын әкренәйтеп, өҫтәне. – Үҙҙәренең балалары тураһында хыялланалар.
Дауыттың күҙен даһрайтырлыҡ хәбәр әйтте ул. Ышанмаҫҡа итә, ныҡ ҡына текләштеләр. Гөлфиә үтте был һынауҙы, күҙен дә йомманы.
– Кәйефегеҙҙе боҙорлоҡ нәмә әйтмәгәнмендер, Дауыт ағай? Ҡарашығыҙ ҡырыҫ.
– Динар ауырып тора…
– Апайыма шылтыраттығыҙмы? Әйҙә, хәҙер үк хәбәр итәйек!
– Бына икенсе көн инде ул телефонын алмай.
– Еҙнәй менән улар… урыҫ нимә ти әле? «Баллы ай», тиҙәрме?
Дауыт уның һорауын ишетмәмеш булды.
– Килеп сығам, тигәйне! Хет телефонға яуап бирергә була бит! – Дауыттың тауышында ярһыу бар ине. Уның нимә өсөн ҡыҙғанын Гөлфиә асыҡ белә. Бер ҡатлы икән, ышанды. Был уға сикһеҙ кинәнес бирҙе. «Яҡшы! Fәрләнде… Юҡ, еҙнәмдән көнләште».
– Мотлаҡ шылтыратырға кәрәк. Мотлаҡ, – тине Гөлфиә һәм үтенесле ҡарашын Дауытҡа төбәне. – Ҡана, мин үҙемдең телефондан номерын йыяйым. Һеҙҙекен алмаһа, минең номерға яуап бирер. Йыйҙым. Тотоғоҙ.
Дауыт баш тартты. «Fорур булып ҡылана, йәнәһе...»
– Онотоп торам, минең тыуған көндө апайым менән еҙнәй ниндәй шәп байрам яһаны! Мине еҙнәм ярата!.. «Балдыҙ» тип, өҙөлөп тора. Апайым башта: «Өйҙә генә ултырырбыҙ», – тигәйне, юҡ! Еҙнәм, берҙән-бер балдыҙым өсөн бер нәмә лә йәл түгел, тип, үҙе иң шәп ресторанға заказ бирҙе, – тине Гөлфиә һәм элекке көн Әлфирәнең тыуған көнөндә төшкән фотоларҙы килтереп сығарҙы. Дамирҙың Зәһүрәне үбеп торған фотоһын Дауыттың алдына һалды. – Бына, күрәһеңме, мөхәббәт ниндәй була! Шәп бит! Бөтөн кеше уларға һоҡланды. Ә мине оноттолар. Әҙерәк үпкәләп тә алдым… Ә тегеләргә ҡыҙыҡ. Эйе. Була шундай мөхәббәт! Уй, мин асыҡ ауыҙ, әллә нимәләр һөйләп ташланым. Апайым кәрәкте бирә инде… Дауыт ағай, зинһар, минең был яҡҡа һуғылғанды уға әйтмәгеҙ. Яратмаҫ. Ул гел үҙенсә йәшәп өйрәнгән. Рөхсәтһеҙ нимәлер эшләһәм, яратмай.
– Ҡурҡма, һылыу.
Гөлфиә уға күтәрелеп ҡараны. Дауыттың күҙендә шундай тәрән һағыш сағылды. Гел көлөп, янып торған күҙҙәрҙең һүнеп ҡалыуын күргәс, йөрәген нимәлер семтеп алды. Ҡыйын алдашыуы, ләкин шулай кәрәк! «Эйе, шулай кәрәк. Апайым менән еҙнәйҙең араларына кемдеңдер төшөүен теләмәйем. Минеңсә буласаҡ. Ә апайыма хәҙер «мөхәббәт» тип шашырға түгел».
Автобусҡа ултырғас, Гөлфиә иркен һуланы. Кеҫә телефонын алды.
– Але, еҙнәй! Булды, килеп сыҡты. Эйе! Нисек булмаһын, ти инде! Эшкә тотонам икән, мин уны арыу ғына итеп ослап ҡуям. Эйе, дөп-дөрөҫ, хәҙер апайыма айфонын алып барып бирһәң дә була! Бутағандар, миңә килтереп бирҙеләр, тиерһең. Атаҡ, ышана, нишләп ышанмаһын, ти! Рәхмәт әйтәсәк әле! Гөлфиә балдыҙ ҡайҙа, өйҙә юҡмы ни, тип һорарға онотма!
«Хәрәкәттә – бәрәкәт, тиҙәр. Бүтәндәр зарланған, һыҙланған, уйланған арала мин эште эшләп тә ҡуйҙым».
Дауыт янған усаҡҡа ҡарап ултыра бирҙе. Ашығырға бер ниндәй сәбәп юҡ һымаҡ. Нисектер бөтөн маҡсат ҡапыл ғына әһәмиәтһеҙгә, тормош төҫһөҙгә әйләнде лә ҡуйҙы. «Нимә һүндерҙе минең балҡып-ҡайнап торған уй-теләктәремде? Нимә ҡапыл мине зәғиф яһаны? Ар­тыҡ кәрәкмәгән кеше һымаҡ тойоуымдың сәбәбе ҡай­ҙа! Ҡалайтып әле мин үҙемде байғош итеп тойоп киттем?»
Ут телдәре лә берсә дөрләп ҡабына, ялтлай, берсә шәмәрә, быҫҡый. Һе, тормош та шулай ҙа баһа. Утты тоҡандырыр өсөн утыны кәрәк. Ә мин? Минең кемем бар?
Нисек Зәһүрә Динар тураһында шулай тип әйтә алды? «Туғандарын тапҡанда яҡшы булыр ине...» Ошо малай өсөн йәнен фиҙа ҡылды түгелме ни? Ул бит Динарҙы сикһеҙ ярата. «Туғандары табылһа…» Ире хаҡына шулай эшләйме! Бәлки, мин-минлектән түгел, ә иман юғарылығынан шулай фекер йөрөтәлер? Һәр баланың үҙ тамыры бар. Динарҙың ата-әсәһен алмаштырырҙай ҡартатаһы, ҡәрсәһе барҙыр бит? Ләкин был ҡолонсаҡ әлеге мәлдә Дауыттан нығыраҡ берәүҙе лә яратмай. Уға «атай» тип килеп һырыла. Зәһүрә «әсәй» тип әйттерә алманы. Ә Дауытҡа Динар үҙе шулай өндәште. Зәһүрәгә барырға теләмәне. Балаҡай Дауыттан бер тотам да ҡалмай. Зәһүрә лә күнде. Дауыт уны тик үҙенеке итеп күрә… Зәһүрә ире менән ҡабат ҡауышҡан булһа, ире ризалыҡ бирһә, Динарҙы үҙҙәренә алырға тырышасаҡтар. Һәм теге әҙәм Динар Дауытты онотһон өсөн бөтәһен дә эшләйәсәк. Гөлфиә нимәнелер бутай… Зәһүрә Динарҙан баш тартмаясаҡ. Әллә, берәй мәкерле план ҡороп, Зәһүрә һеңлеһен был яҡҡа сығарып ебәрҙеме, унан бөтәһен дә көтөргә була.
«Миңә алданыраҡ эш итергә, улымдың туған-тыумасаһын табырға тырышыуҙан башҡа сара ҡалманы. Юғиһә, Динарҙан бөтөнләй ҡолаҡ ҡағасаҡмын. Туғандары табылһа… Һеҙгә лә сюрприз әҙерләп ҡуяйым әле, Зәһүрә менән Дамир иптәштәр!»

***
Зәһүрә Дамир ҡалдырып киткән айфонын усына ҡыҫып ултыра бирҙе. Айфонын табып килтергән өсөн уға ҙур рәхмәт! Бына бит бисәкәйенә ярҙам итеүенә ҡыуанып, ҡанатланып ҡайтып китте. Маҙаһыҙламаны. Зәһүрә лә уның менән матур итеп һөйләште. Айырылышҡан булһалар ҙа, аралары бөтөнләй өҙөлмәй шул. «Ләкин был хәл мин уның хыянатын ғәфү иттем, тигәнде аңлатмай. Гөлфиә тырышып йөрөүҙәнме ни? Әл дә үҙе өйҙә булманы. Сәфәре килешһен, әйтәүер. Юғиһә, беҙҙе яраштырырға тырышып, еҙнәһен сығармай бер булыр ине. Уға хатта Дамирҙың килгәнен дә әйтмәҫмен! Белмәһен. Хет ҡолаҡ итемде кимермәҫ. Их, Динарҙы, балаҡайҙы, һағындым! Дауытҡа, күрешербеҙ, барып сығырмын, тигәйнем бит әле. Эй, Дауыт, шундай сәйерһең һин! Үҙең ағыу, үҙең дауа. Ҡана, иң тәүҙә һиңә шылтыратып алайым. Айфонды юғалтып, өс көн зарыҡтым бит!.. Ярай телефон бар. Хәл-әхүәлдәрен белешер кәрәк. Эһе, Дауыт үҙе лә шылтыратҡан. Динар тураһында берәй нәмә әйтергә иттеме икән? Күҙ теймәһен, яҙылды ул бала. Хәҙер минең менән ихлас итеп һөйләшә…»
Ләкин Зәһүрә күпме генә шылтыратһа ла, Дауыт телефонын алманы. Күңелде борсоу ялманы. Тағы ла Мәскәү яғындамы икән? Унда китһә, шартлап кит, яуап бирмәй… Улай тиһәң, Дауыт үҙе шылтыратҡан, уны эҙләгән! Зәһүрә бер үк номерға туҡтауһыҙ баҫты ла баҫты. Ләкин телефонды алыусы булманы.
Дауыт телефонына ҡағылманы. Кемдең туҡтауһыҙ зыңлатҡанын да белә ул. Гөлфиә быға тиклем ҡайҙа, кем янында булып киткәнен хәбәр иткәндер, ә Зәһүрә һеңлекәше Дауытҡа артыҡ хәбәр ысҡындырманымы икән, тип борсолоуҙан шылтырата. Юғиһә, өс-дүрт көн эсендә бер мәртәбә уның шылтыратыуына яуап бирер ине бит. «Дамир менән арабыҙҙа бер нәмә лә юҡ», имеш. Ышан бисәләргә. Ә фотола ҡалай ҡыҫышҡандар! Күпме халыҡ ҡайнаған байрамда! Хәйләкәр ул Зәһүрә. Ике ҡуяндың ҡойроғон бергә тоторға уйлай. Ә, бәлки, дөрөҫөн – ире менән ҡайтанан ҡауышҡандарын – әйтергә итәлер? Ләкин Дауыттың берәү менән дә һөйләшкеһе килмәй. Ҡапыл ел ҡаршыға иҫте. Дауыт төтөн япмаһы аҫтында ҡалды, күҙе түҙҙергеһеҙ әсетте. Хатта йәше атылып сыҡты. «Ҡалай яҡшы булды әле. Төтөн илатмаһа, мин үҙем һуған һыуы ағыҙып барғандарҙан түгел». Төтөндән ҡасманы, киреһенсә, эйелеп усаҡҡа утын өҫтәне. «Әйҙә, нығыраҡ әсеттерһен, миңә, ней, күптән ыҫланырға ваҡыт. Ыҫ алғас, күңел дә әҙерәк ҡатҡылланып ҡалыр, эс һыҙлауы баҫылыр, юғиһә, ап-аруҡ хисләнә төшкәйнем. Хис-тойғонан ни файҙа? Донъяны дөрөҫ аңлауҙы ҡатмарлаштыра ғына бит ул. Төтөн, ыҫла мине, ҡара ҡоромға, һөрөмгә буя…»

***
Был ирҙең күңеленә нисек итеп ауырттырғансы баҫырға белде Гөлфиә! Дауыттың эсенә «шик» тип аталған ҡорт инеп ултырҙы, артабан уны Гөлфиәһеҙ ҙә кимерәсәк. «Береһен төп башына ултырттым. Икенсеһен кәкре ҡайынға терәнем». «Әлбиттә, апайым менән нығыраҡ эшләргә тура килер. Тик ул Ырымбурҙа йөрөп ҡайтҡанымды белергә тейеш түгел. Минең бында ниндәй эш ҡырғанды белмәйерәк торһа, бер ни тиклем ваҡыттан был ике әҙәм бер-береһен күрә алмаҫ дәрәжәгә етәсәк. Мин тырыштырырмын. Дауыт үҙенә тигән әкиәтте һоғондо, ә апайым өсөн тағы ла матурырағын уйларға тура килер. Тынысланырға иртәрәк».
Гөлфиә Өфөгә бара торған автобусҡа ултырғас та апаһына бәйле уйҙарынан арына алманы. Зәһүрәнең аңра, бәләкәй бала һымаҡ ҡарауы йәнен көйҙөрә торғайны. «Бәләкәй сағымда: «себен теймәҫ – сер итер», «бәшәлке», «майғул», – тип етерлек үсекләнең. Һең­леңдең ҙурайғанын ғына аңғарманың. Бынан файҙа яһап була. Ҡайһы бер этлектәрҙе үҙеңдән өйрәндем, үҙең һәйбәт уҡытыусы булдың, апаҡай. Тәк… «Теге Мәскәүҙәге Айгизәнең ҡыҙы Дауыттыҡы икән», – тиһәмсе? Нисек итеп еткерергә был «яңылыҡты»? Ҡайһы мәл уңайлыраҡ булыр? «Һиңә кем әйтте?» – тип төпсөнәсәк. Атаҡ, «Дауыт үҙе әйтте», – тиермен! «Тик был сер. Ырымбур өл­кәһенә барғанымда һөйләне, ышанмаһаң, үҙенән һора», – тип өҫтәрмен. Дауытҡа килеп киткәнемде апайыма әйтмәҫкә ҡуштым, ул вәғәҙә бирҙе. Шулай булғас, ир һүҙен тоторға тейеш. Ыҡ-мыҡ итә башлаһа, апайымдың күңелендә шундуҡ шик яраласаҡ. Иллә йәтеш килеп сыға ла баһа! Әйҙә, бер-береһенең башын бутаһындар. Тик был хәтәрерәк план. Әллә килеп сыға, әллә юҡ. Ышандырырлыҡ итеп тағы бер нәмә уйларға кәрәк! Шунһыҙ ярамай. Әтеү апайым еңел аҡылланып, әллә кемдең йәтим балаһын йөрәгенә индереп ултыртҡан да, шуға әсәй булам, тип хыяллана! Әкәмәт кеше! Бала яратһа, ана, минең Хәлилем бар ҙа баһа. Тағы ла табырмын әле. Кеше балаһын түгел, ә ҡан туғандарын ҡарашыр. Был алйот уйынан дүнмәһә, Динарҙың туғандарын эҙләп табырға тура киләсәк. Апайымдың йыйған малын барыбер ситтәргә бирҙертмәйем!»
Квартиры посуточно в Уфе




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook