Белгең килһә минең хәлгенәмде

Уңған ҡатын
Белгең килһә минең хәлгенәмде
Тыуған төйәгемдең сылтырап аҡҡан йылғаларына, йәшеллеккә төрөлөп үҫкән урман-тауҙарына, ер аҫты байлығына һоҡланмаған кеше юҡтыр. Халҡы ла изге кү­ңелле, эшһөйәр уның. Бына бө­гөн шундай уңғандарҙың береһе хаҡында һүҙем. Зимфира Рәшит ҡыҙы Хөсәйенованың балалыҡ йылдары Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылында үтә. Өфөгә күсеп килгәс, 20-се башҡорт мәк­тәбен тамамлай. Яҡшы билдә­ләргә генә уҡыған, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ҡыҙ артабан уҡы­уын Өфө сауҙа техникумында дауам итә. Тәүге мө­хәббәте – Рифаты менән сәстә­рен сәскә бәй­ләйҙәр. Улдары Динар һәм ҡыҙҙары Айһы­лыуҙы тәрбиәләп үҫтерәләр.
Зимфира ҡайҙа эшләһә лә, һы­натмай. Тик тормошта барыһы ла ал да гөл генә булып тормай бит. Ауыр 90-сы йылдар, эш урындары кәмей, өмөттәр һүнә барған осор. Зимфира ла, күҙ йәштәренә ирек бирмәй, яңы юлдар эҙләй. Шулай баш ҡалабыҙҙың Үҙәк баҙарында тундар һата башлай. Йәйге эҫелә лә, ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа ла асыҡ һауала эшен дауам итә… Уң­ған ҡатын “Уйна, гармун” тапшырыуында ҡатнашырға ла, “Юлдаш” радиоһында “Хеҙмәтеңдә – хөрмәтең” бәйге­һендә ҡатнашып, “Иң гүзәл һәм нәзәкәтле ҡатын-ҡыҙ” һәм “Йырсы һандуғас” номинацияларында еңергә лә, балалар йортонда тәрбиәләнеүселәргә ярҙам ҡулы һуҙырға ла өлгөрә. Мөләйем йөҙө, йылы һүҙе, моңло көйө менән әсир иткән уңған ҡа­тын ул Зимфира Хөсәйенова.

Рафиѓа ВЄЛИТОВА.

Әсәйебеҙ –тормошобоҙ йәме

Яратыу, бер-береңә йән атыу, матур ғаилә ҡороу – йәшәйештең ғәжәйеп бер мөғжи­зәһе. Бәхетле парҙар, ти­гәндә, иң беренсе Саҡ­мағош районы Яңы Ҡото ауылында йәшәүсе­ ҡә­ҙерлеләребеҙ – әсәйем Алма Әмирйән ҡыҙы һәм атайым Фәнил Мирзиәхмәт улы Нуриевтар тора. Улар 51 йыл оҙон ғүмер кисереп, бер-береһенә те­рәк булып, һоҡланырлыҡ итеп донъя көтє. Улар­ҙың аталары, беҙҙең олатайҙар, һуғыш ҡырҙарында ятып ҡалғандар. Бала саҡтары һуғыштан һуңғы ауыр замандарға тура килгән.
Атайым ошо ауыл егете, тырыш, уңған булып үҫә. Бала саҡта, үҫкәс, шофер булам, тип үҙенә һүҙ бирә. Бәләкәй генә булыуына ҡа­рамаҫтан, асы буран тимәй, боҙло ҡар яуһа ла, бата-сума урмандан ботаҡ-сатаҡ ташый, сөнки һыуыҡ өйҙө йылытырға кәрәк. Ике апаһы, әсәһе колхоз эшенән бушамай…
Әсәйем Учалы районы ҡыҙы, Көҙәй ауылында донъяға кил­гән. Ул бәләкәйҙән эшкә өй­рәнеп үҫә, бесән дә саба, утын да киҫә, көтөү ҙә көтә. Ун биш йәше тулғас, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатына руда бушатыусы булып эшкә керә. Ябыҡ ҡына, тал сыбыҡтай нәҙек кенә беләкле ҡыҙҙың шул тиклем ауыр эштә эшләгәненә ғәжәплән­мәгән кеше ҡалмай. Һуңынан төҙө­лөшкә күсә. 1961 йылда Саҡмағош егетенә тормошҡа сыға. Йәштәр бергә колхозда эш башлап ебәрә­ләр. Бәләкәстән эшкә сынығып үҫкән ҡыҙ себештәр ҡарай, төҙө­лөштә лә, шәкәр сөгөлдөрөн­дә лә, колхоз баҡсаһында ла эшләй.
Атайым – шофер, колхозда алдын­ғылыҡты бирмәне. Таңғы 4-5-тәрҙә сығып китер, төнгө 2-3-тәрҙә генә ҡайтыр ине. Беҙ, балалар, атайҙы өйҙә һирәк осрата инек. Әсәйебеҙ иһә, йоҡламай, уның ҡайтыуын көтөп ултыра. Йылы ашы һәр саҡ әҙер. Беҙ, биш бала, әсәйебеҙҙең итә­генә йәбешеп үҫтек.
Атайыбыҙҙың эштә алдынғы булыуында әсәйебеҙҙең өлөшө ҙур. Ул, ғаиләбеҙҙең усағын һүн­дермәйенсә, йортобоҙ ҡотон, татыулыҡ­ты һаҡлап ҡала белде. Беҙҙе лә бер-беребеҙ өсөн өҙө­лөп торорлоҡ итеп тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Бишебеҙҙе лә уҡы­тып оло юлға сығарҙылар. Фә­һим һәм Алмаз ағай­ҙарым атайыбыҙ юлын һайланы, улар ҙа шофер. Беҙ, өс ҡыҙ – Альми­ра, Эльвера, Венера – бухгалтер һөнә­рен үҙләштерҙек.
Атай-әсәйемде ауылда барыһы ла хөрмәт итәләр. Йортобоҙҙо ба­һалап, “Өлгөлө йорт” исеме бирелде. Әсәйем бәйләй, тегә, сигә, матур итеп мандолинала уйнай, картиналар төшөрә. Шиғырҙары ла гәзит биттәрендә донъя күреп тора. Мал тоталар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, үҙҙәре үҫтергән йә­шелсә-емештәрҙән мул уңыш алалар. Баҡсала, тәҙрә төптәрендә ге­нә түгел, ҡапҡа бағаналарында ла сәскәләр үҫә. Балаларына, 15 ейән-ейән­сәренә бәхет, шатлыҡ теләп, барыбыҙға оло маяҡ булып йәшәй ҡәҙерлеләребеҙ.

Альмира ТАЋИРОВА.
Мәсетле районы.

Бөтә синыф менән
Туған телебеҙҙә сыҡҡан баҫ­маларҙы алдырып уҡып барабыҙ. Быйыл бөтә синыф менән «Баш­ҡортостан ҡыҙы»на яҙылдыҡ. Журнал бик бай йөкмәткеле, фә­һемле. Ҡыҙҙар өсөн әҙәп, тәрбиә темалары яҡтыртылыуы бик отошло, аш-һыу әҙерләү, ҡул эштә­ренә өйрәтеү ҙә яҡшы. Һеҙгә ижади уңыштар, ныҡлы һаулыҡ теләп ҡалабыҙ.
З.К.Иҫәнбаева.
Бөрйән районы,
Байғаҙы ауылы.
Һеҙҙән шәл бәйләргә өйрәндем

Мин яратҡан журналымды сыға башлағандан бирле уҡып барам. Бер һанын да ҡалдырға­ным юҡ. 1968 йылда миңә ун өс йәш ине. Ҡәҙимге иҫ белә башла­ған ҡыҙсыҡ, тәүге һанды ҡулға алғас та, журнал тышындағы һы­лыу ҡыҙға иҫем киткән ине. “Их, ошондай һылыу еңгәй булһасы!” – тип тә уйланым. Үҙем гел малайҙар араһында үҫкәнгәме, матур ҡыҙҙарға һәр саҡ һоҡланам. Шул ваҡыттан бирле ғәҙәтем: иң тәүҙә тышлыҡтағы ҡатын-ҡыҙ­ҙың кем икәнлеген асыҡлайым һәм уның тураһында уҡыйым. Артабан башҡа ҡыҙыҡлы мәҡәлә­ләр менән танышам.
Шуныһы ҡыҙыҡлы: шәл оҫталары менән дан алған Ейәнсура яҡтарынан булһам да, шәл ситен яратҡан журналым аша бәйләргә өйрәндем. Хәҙер ҙә биҙәктәрҙе ҡарап барам. Элегерәк һәр һа­нын йыйып бара инем, хәҙер үҙем уҡыйым да, таныш-белештәремә, һылыу­ҙарыма биреп ебәрәм. Кә­рәкле мәҡәләләрҙең күсермєћен алып ҡалам, әлбиттә!

Венера АЙЫТЉОЛОВА.
Баймаҡ районы,
Иҫке Сибай ауылы.

Бәпес ҡарарға ла ярҙам итә!
Минең исемем Алһыу, 27 йәштәмен. Ҡаҙан ҡалаһында йә­шәйем һәм эшләйем. Үҙем Октябрьский ҡыҙымын. Йыраҡта йәшәһәм дә, яратҡан журналымдан айырылмайым. Башта әсәйем менән атайым уҡый, шунан миңә ебәрәләр. Баҫ­маларҙы ташламайбыҙ, һәр һанын йыйып барабыҙ. Журналдан тормош өсөн бик күп файҙалы кәңәш­тәр алырға була. Былтыр сентябрь айында ағайым менән еңгәмдең бәләкәс ҡыҙҙары тыуҙы. 2009 йыл­ғы һандарҙы табып, һеҙҙең кәңәш­тәр буйынса бәпескә дауалаусы гимнастика яһайбыҙ. Күршеләргә, дуҫтарға биреп торабыҙ, улар ҡыҙыҡһы­нып үҙҙәре лә яҙылдылар.

Алһыу ҒЄЛИУЛЛИНА.
Ҡаҙан ҡалаһы.

Өләсәйемә һоҡланам
Минең өләсәйем Мәйсәрә Насырулла ҡыҙы “Башҡортостан ҡы­ҙы”нан бер генә өҙөлгәне юҡ. Китапханасы булып эшләгән сағында ла һәр йылдың һәр һанын йыйып барҙы. Журнал иғлан иткән бәйге­ләрҙә ҡатнашып, уңыш яулағаны булды. “Аллы-гөллө, селтәрле” алъяпҡыстар конкурсында ҡатнашып алған Маҡтау грамотаһын әле лә оло аманаттай ҡәҙерләп һаҡлай.
Стәрлетамаҡ мәҙәниәт ағартыу техникумын уңышлы тамамлаған йәш белгесте Матрай районына (хәҙерге Йылайыр районы) эшкә ебәрәләр. Юлдыбай мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып эшләй. Унан Һабыр ауылы мәҙәни­әт йорто етәксеһе итеп тәғәйенләй­ҙәр. Мәҙәни саралар ойоштороу менән ғына тынысланмай, ауылда китапхана ла асып ебәрә. Ҡышын ат санаһында, йәйен ылау менән район үҙәгенән төрлө китаптар ташый.
Һабыр ауылында тыуып үҫкән Сәлихйән Ҡотой улы Атан­ғоловҡа тормошҡа сығып, дүрт балаға ғүмер бүләк итәләр. Ҡартатайым хужалыҡта идарасы һәм агроном булып эшләне. Тырыш хеҙмәте өсөн Маҡ­тау грамоталары һәм миҙалдар ме­нән бүләк­ләнгән.
Мәҙәниәт өлкәһендә 40 йылдан ашыу эшләү дәүерендә төрлө фә­һемле саралар, осрашыуҙар ойоштора. Ата-әсәһе эскән балаларҙы ҡурсалаусы ла, килә­сәктәренә өмөт осҡоно һалыусы ла, дәрт өҫтәүсе лә ул була. Ауылдаштарын уҡыуға ылыҡтырыу өсөн ижади кисәләр, күргәҙмәләр үткәрә. Үҙенең дәрте, сәме, тырышлығы, һәләте, моңо менән ауылдаштарын әйҙәп, уларҙа йәшәүгә өмөт, дәрт уятып, мә­ҙәни донъяға, рухи ҡимәттәргә әйҙәй ул.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡарта­тайыбыҙ арабыҙҙа юҡ инде. Әле өләсә­йебеҙ кинйә улы менән матур ҡартлыҡ кисерә. Һигеҙ ейәне, биш ейән­сәре, өс бүләһе, ике бүләсәрен дә ҡарашырға ярҙам итә. Буш ултырырға яратмай: иртә яҙҙан баҡса ултырта башлай. Өй алдын хуш еҫле сәскәләр менән биҙәй. Көҙөн йәшелсә-емештәрҙән төрлө тәм-томдар әҙерләй. Оҙайлы ҡыш көндәрен­дә ҡул эштәре менән мәшғүл.

Алмас ҠУЖАБӘКОВ.
Йылайыр районы.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook