Ғүмерҙең бер төнө

Хикәйә
Ғүмерҙең бер төнө
Яман төштән һаташа-баҫлыға төн уртаһында йөрәге ҡабынып уянған Хәләф ҡараңғыға төбәлгән килеш ауыр уйҙарға бирелеп оҙаҡ ятты. Аҙға ғына күҙҙәрен йомһа, кисәге иләмһеҙ тип­тереүҙәре йәнә күренә башлай...
...Бар ерҙәгесә Хәләфтәр ҙә – элекке моряктар – йыл яҙлыҡтырмайынса, Хәрби диңгеҙ флоты көнөн билдәләп үтәләр. Бер ауылдан йәмғеһе ете кеше үҙ ваҡытында төрлө урында, төрлө караптарҙа еңел булмаған диңгеҙ хеҙмәте юлын үткән. Был юлы ла йыйылып кә­ңәшләштеләр ҙә берәр шешә араҡы, яҡшы закуска алырға килештеләр. Әм­мә... Һәр ваҡыттағыса етмәйерәк ҡалды, закускаһы ла наҡыҫыраҡ булды. Матайҙарына атлана һалып, йәнә ҡайтып килделәр. Унан тағы, тағы... Һуңғы ҡайтыуҙарында кибет инде ябылып өлгөр­гәйне. Шулай ҙа ҡыҙып алған егеттәр аптырап ҡалманы: мул ғына итеп кө­мөшкә тапты. Юл ыңғайы ауыл осонда йәшәгән оло кешеләрҙең ояһына һу­ғылып, өс тауыҡтың муйынын бора һалып, ҡуйындарына тығырға ла баштары етте.
Тауыҡ бешә торғансы, тип көмөш­кәнән берәр рюмка йотҡандар ине, уныһы шунда уҡ мейеләрен зәғифлән­дерә һуҡты. Быҫҡаҡлап ямғыр яуырға тотондо, еүешләнделәр, өшөнөләр. Элекке дан моряктарҙың ҡоро-һары йыйып усаҡҡа өҫтәрлек тә хәле ҡалманы. Бер аҙҙан тауыҡ һурпаһы ла онотолдо. Хәләф ҡайтып китергә лә уйла­ғайны, иҫерек иптәштәрен урманда ҡалдырғыһы килмәне. Ныҡ өшөгән егеттең башында «шәп фекер» тыуҙы. Улар күңел асҡан матур түңәрәк аҡ­ландың ҡап уртаһында кәбән тора ине, Хәләф шуға ут һалды. Ошо ҡыланышы­на ғарыҡ булған дуҫтарының берәйһе һүҙ әйтһәсе! Киреһенсә, бала-саға ише тирә-яҡты яҡтыртып янған сүмәлә ти­рәләй ҡыуанышып йүгерештеләр, аҡы­рышып әҙәпһеҙ йыр йырланылар. Тфү, шаҡшылар! Аңһыҙ ҡырағайҙар ише. Хәләфтең хәҙер үҙенә йәне көйә, үҙенә үҙе имәнес. Берәүҙең этләнеп әҙер­ләгән бесәнен үртә лә ҡуйсы әле! Кәбән яндырып байрам иткәнеңде ауылда белеп ҡалһалар, ояты ни тора? Өҫтәүенә, теге тауыҡтар. Әҙәм көлкөһө бит! Көл­көһө көлкө, ҡулың менән эшләгәнде иңең менән күтәрергә тура килмәгәйе. Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да...
Бер аҙ шөр ҡалып, унан былайыраҡ, әрнеткес үкенестән Хәләф бер талай үртәлеп йөрөнө. Башҡаса иҫен юйыр хәлгә еткәнсе эсмәҫкә, тип үҙенә һүҙ бирҙе. Тәүге ҡар яуып, барлыҡ эҙҙәрҙе йәшерә башлағанда ғына тыныслана төштө ул.

* * *
Әрмеләрҙән үҙен көтөп алған бер­ҙән-бере, күрше ауыл сибәре Гөлсинә менән ошо Яңы йыл байрамында йәрәшеп, сәстәрен сәскә бәйләргә һүҙ ҡуйышҡан улар. Тәү ҡарауға әллә ҡайҙа һымаҡ күренһә лә, һөйләшкән көндәре тиҙ арала килеп тә етте. Барлыҡ туғандар, яҡындар түңәрәгендә никах мәжлесе үтте, бүләктәр бирелде, шаулап-гөрләп туй башланды, ҡыҙ ҡушылды. Туй хәстәре, оло кисерештәр, яңы той­ғолар менән янған Хәләфкә теге йәмһеҙ ваҡиға онотолғандай булды.
Йәтеш кәүҙәле, үтә яшыҡ, әммә таҡ­маҡҡа шәп, яндырай бер инәй Хәләфкә айырата оҡшаны туйҙа. Гөлсинәнең атаһы яғынан өләсәһе булып сыҡты ул. Оҙон көн буйына мәжлес уртаһында, иғтибар үҙәгендә булып ярайһы уҡ йонсоған йәштәрҙе инәй кискелеккә үҙенә алып ҡайтты. Шау-шыулы тынсыу йыйын аҙағынан аулаҡ, һалҡынса өйгә килеп инеүҙән тән дә, йән дә тынысланғандай булды..
– Туйға барһаң, туйып бар, тип тикмәҫкә әйтмәгән шул ата-бабаларыбыҙ, йүнләп тамаҡҡа ла ашап булмай бит ул туй мәлендә. – Алсаҡ инәй үҙ өйөндә оторо ҡунаҡсылланып китте, йәштәрҙең арҡаһынан алмаш-тилмәш һөйөп алды. – Әйҙәгеҙ, үҙегеҙҙе ҡоймаҡ менән һыйлап алайым, балаҡайҙар. Гөлсинә: «Бушҡа мәшәҡәтләнәһең, өләсәй», – тип ҡаршы төшмәксе ине лә, әммә әбей өҙмәне лә ҡуйманы.
– Бер мәшәҡәте лә юҡ уның, ҡыҙым, киреһенсә, балаңдың балаһына бәләкәс кенә яҡшылыҡ эшләһәң дә рәхәт булып китә. – Түрбашта ҡашығаяҡ шылтырат­ҡан әбей асылып китеп һүҙен дауам итте: – И-ии, ғүмер тигәнең! Әле генә өйләнешәһең, күҙең дә эйәрмәй, бала-сағаң үҫеп етә, унан олатай-өләсәй булғаныңды абайламай ҙа ҡалаһың. Бер-берегеҙҙең һүҙен йыҡмай, килешеп кенә, татыу йәшәгеҙ. Олатаң мәрхүм менән бер ауыҙ насар һүҙ әйтешкәнебеҙ булманы. Эшен дә емереп эшләнек, ете бала тәрбиәләп аяҡҡа баҫтырҙыҡ. Ир етеп, етеһе ете яҡҡа осто, тиер инем, бына, кинйәм, шөкөр, ауылда төпләнеп ергә еректе. Донъяның әсе­һен дә, сөсөһөн дә әҙ татыманыҡ, әммә бер-беребеҙгә төртөп күрһәтеп, үпкә­ләшә-әрләшә йөрөмәнек, иншаллаһ.
Миңлегөл әбей шулай нотоҡ уҡый-уҡый йәтеш итеп табын йүнләне. Табыны әҙер булғас:
– Әйҙәгеҙ, кейәү, ҡыҙым, яйлап ултырып, үҙебеҙ генә сәй эсеп алайыҡ, – тип ҡәҙерле ҡунаҡтарын әйҙүкләне. – Һи-и, элек кенә ул бахыр кейәү баланы өс көн рәттән ашатмай-эсермәй түҙемлеген һынарҙар ине. Хәҙер ул йола онотолдо. Әбей ике бөртөк һары тешен күрһәтеп, кеткелдәп көлдө. – Үҙ ғүмеремдә күпме туй үткәргәнмендер, иҫәбен дә әйтә алмайым, тик шуныһы: анһат түгел туй яһап, ҡоҙа һыйлауы.
– Инәй, – тип һүҙ башламаҡсы ине Хәләф, Миңлегөл әбей уны бүлдерә һалды, йәнә аҡыл өйрәтергә тотондо:
– Инәй булмайым инде мин һиңә хәҙер, балам. Ҡәйнәм, тип әйт, өлкән ҡәйнә мин.
– Ҡәйнәм, – Хәләф йылмайып ҡуй­ҙы. Ғүмерендә тәү тапҡыр әйткән һү­ҙенән ҡәнәғәт ине ул. – Яңғыҙ башыңа донъя көтөүҙәре ауыр түгелме һуң?
– Һи-и, Хәләфетдин кейәү, хәҙерге ауырлыҡ ауырлыҡмы ул! Бына элек... – Ихлас күңелсәкләнеп киткән оло ҡәйнә һуғыш осороноң, унан һуңғы йылдарҙың иң күтәрелгеһеҙ михнәттәре тураһында һөйләп алды. – Күнегелгән ул ҡыйынлыҡтарға, кейәү балаҡай. Яңғыҙ башыма бер һыйыр ҙа ике кәзә, һис ауырлығы юҡ һымаҡ. Әллә инде...
– Ни тиһәң дә һикһәнде ҡыуаһығыҙ икән...
– Кинйәбайым, ҡайныңды әйтәм, әсәй, мал көтөп аҙапланмаһаң ни була, итен-һөтөн беҙҙән алыр инең әле, ти ҙә ул, кәртә-ҡураны мәхрүм итеп буш тотҡо килмәй, әллә ҡалай һымаҡ. Унан, үҙеңдеке – үҙеңдеке инде. Үҙ аяҡтарым менән йө­рөгән сағымда ҡартым нигеҙен һыуын­дырмай айырым йәшәрмен, хәлемдән килгәнсә мал-тыуарын да тотормон, тигәнмен. Гөлсинә ҡыҙым да килеп йөрөй. Ҡулынан килгәнсе булыша, Аллаға шөкөр.
– Мәшәҡәтләнмәйсә, тыныс ҡына йәшәй алмай инде ул өләсәйем, – тип йылмая ейәнсәре, – малды шул шөғөл булһын өсөн тота.
– И-ии, мал бағыуҙары. Хайуанҡай­ҙарҙы тәрбиәләйем, тип, шуларға һүҙ ҡушҡан булып, көңгөр-көңгөр көнөң үтә. Берҙән, ойошҡан ҡаның яҙылһа, икенсенән, ҡартлыҡтан талсыҡҡан тә­нең ял итә. Йәнеңә лә сихәте бар. – Миңлегөл ҡарсыҡ һүҙгә әүрәүҙән онотола киткән ҡунаҡтарын ҡыҫтап алырға ла өлгөрә, кәрәкле хәбәрен дә табып тора: – Тик бына бесән әҙерләп алыуы ғына ҡыйынғараҡ тура килә. Балаларға абуз булмайым, тип уныһын да үҙем атҡарырға тырышам, эйе. Ниңә, ғүмер насип итеп, һаулығын бирһә ни...
Һигеҙенсе тиҫтәгә яҡынлашҡан ҡәйнәһенең, бесәнде үҙем эшләп алам, тигәненә Хәләф ихлас ғәжәпләнә, ышанмағандай, ҡалҡына биреп, Гөлси­нәһенә ҡарай ҡуя. Уныһы ашығып өләсәһе һүҙен йөпләй һала:
– Эйе, эйе, ысынды әйтә өләсәйем. Бер аҙ булһа ла ярҙамлашайыҡ, тип килһәң, ҡуй, ҡуй, юҡҡа борсолоп йө­рөмәгеҙ, үҙ эшегеҙ баштан ашҡан, тип ебәрә. Барыһына үҙе өлгөрмәксе...
– Шулай ҙа, ай-вайыма ҡарамай, Гөлсинәм быйыл байтаҡ ерҙе сабышып, йыйып күбәләшкән ине. Кәбән ҡойоу атаһынан булды, – әбей йәнә кеткелдәй. Шунан кинәт етдиләнеп: – Ике кәбән ултыртҡайныҡ та, көҙ көнө кемеһелер берәүһен яндырып киткән, хәйерһеҙ. Яңылыштанмы, әллә хаслыҡ уйлапмы, кем белһен...
Хәләфтең тәне буйлап көслө ут үттеме ни! Ауыҙына ҡапҡан майлы ҡоймаҡты сәйнәп йоторға ла онотоп, ул бер аҙға ҡатты ла ҡалды. Яңы ғына йылмайып торған йөҙө кинәт ҡомһарылды, төҫө үҙгәреп китте. Ә ҡәйнә кеше һаман һөй­ләй, Хәләфкә ул, белмәмеш булып, юрый шулай ҡылана һымаҡ тойола башлай.
– Шуға бына бенсиямдан ҡалдырып йыйып ятҡан булам әле, берәйһе осһоҙ­лата бесән һатмаҫмы икән? – Миңлегөл әбейҙең һаман һүҙе бөтмәй: – Эс, кейәү, эс, яңы йылынып, төҫөң арыулана башла­ны, йөҙөңә ҡыҙыллыҡ йүгерҙе. Шулай килешә бит ул сәй. Һай, сәйҙең шифаһы!..
Әбейҙең һуңғы һүҙҙәренән һиҫкән­гәндәй, Хәләф асылына ҡайтты.
– Бигерәк эҫе булып китте, бер аҙ тын алып инмәһәм, – тип һылтаулап болдорға сығып баҫты. Уға ысынлап та эҫе ине, эстән дөрләп яна ғына. Йә, Хо­ҙай, кемдәрҙе рәнйетеп, кемдәрҙән көл­гән ул?! Һыңар аяғы менән ҡәбер ситендә торған кәгез әбей менән йән һөйгәненең тир түгеп эшләгән эшен юҡҡа сығарып мыҫҡыл иткән! Оят! Һиҙеп ҡала күрмә­һендәр. Их, алдан белһәң ине ул ҡайҙа барып йығылырыңды...
Аҙна үтеүгә Хәләф эш хаҡы иҫәбенә яҙҙырып алған йәм-йәшел бесәнде ҙур трактор арбаһына ыҡтыра тейәне лә, өлкән ҡәйнәһенә алып китте. Яҙыҡ эшен ярлыҡау әжеренән булыр. Юлда, күңеле күтәрелеүҙән, тигеҙ гөрөлдәп барған тракторы тауышына ҡушылып, йырлап та алды. Йырламай һуң, яҡындары алдындағы оло бурыстан, унан былайыраҡ, оло гөнаһтан ҡотола бит ул бөгөн. Баш­ҡаса шулай ҡыланһамы...
Ана, кәләшенең ауылы. Ҡайҙа, ни эшл­әп йөрөй икән ошо мәлдә Гөлсинә­һе? Уны кейәү йортона әлегә оҙатып алмағандар. Март байрамына тәғәйенлән­гән ул йола.
Яртылаш ҡарға сумып, йоҡомһорап торған өйҙәрҙең барыһынан да тиерлек урғылған күкшел таҫма, һыуыҡтан ҡатып ҡалған зәңгәр һауаға туп-тура күтәрелә лә, шыйыҡ болот булып, йәйелә бара. Өлкән ҡәйнәһенең мөрйәһендә нишләп­тер төтөн юҡ. Хәйер, ошо мәлгә тиклем йоҡлап ята тиһеңме уны, мейесен әллә ҡасан уҡ бөтөрөп томалағандыр инде. Эйе, ярайһы оло булыуға ҡарамаҫтан, ғәжәп хәрәкәтсән, яндырай Миңлегөл әбей. Өҫтәүенә, һүҙҙәре йәнеңде иретер, холҡо йомшаҡ, күңеле киң, ә ҡоймағы һуң, ҡоймағы! Телеңде йоторлоҡ. Кейәү менән ҡәйнә бер-береһен өнәмәй, тигән булалар, улар тураһында һәр төрлө уй­ҙырма мәрәкәләр, ҡолаҡҡа ятмаҫ әҙәпһеҙ көләмәстәр йөрөй. Кемгә нисектер, ә Хәләф бының менән риза түгел. Бәлки, бәләкәстән әсәйһеҙ ҡалып, күберәген өләсәй ҡулында үҫкәнгә яҡын күрәлер әбейҙе, кем белә? Һәр хәлдә, өлкән ҡәй­нәһе тәү күргәндә үк күңеленә хуш килде лә ҡуйҙы. Күпме генә ҡалған тиһең аҡ әбейгә фани донъя матурлығына ҡыуа­нып, үҙе лә кеше ҡыуандырып йәшәргә? Аяҡтары менән ергә баҫып йөрөгәнендә ҡараясаҡ Хәләф өлкән ҡәйнәһен. Ныҡ ҡарар. Күпте күргән оло кеше, исмаһам, ғүмер көҙөн рәхәтлектә үткәрһен. Гөлси­нәһен оҙатып алғас, өйөнә лә алып ҡайтыр уны. Бергә-бергә йәшәрҙәр. Йоҙ­роҡтай ғына әбейҙең уҫлаптай өйҙә ни оронсоғо тейер тиһең. Унан, Хоҙай насип итеп, ҡәйнәһе әйтмәксе, атай-әсәй булып китһәләр, сабыйҙарына бер ҡарау ҙа... Ҡыҫҡаһы, рәхәтләндереп, кинәндереп өлкән ҡәйнәһен түргә генә ултыртып ҡуясаҡ Хәләф. Шуның менән ярлыҡау алып, яҙыҡ эшенән пакланыр. Еңелме ни йөрәгеңдә таш ултырған килеш йәшәүе...
Миңлегөл әбей өйө тәңгәленә еткәс, йәш кейәү шар асыҡ ҡапҡанан өс ҡарсыҡтың инеп барғанын күрҙе. Күрәһең, әхирәттәрен, ҡоймаҡлап сәйгә саҡыр­ған өлкән ҡәйнәһе, ана, ҡапҡаһын алдан асып әҙерләп ҡуйған. Хәҙер уны Хәләф шаҡ ҡатырасаҡ.
Кейәү кеше туҡтап та тормаҫтан, гөрһөлдәп барып ихатаға инеп китте. Шунда уҡ солан ишеге асылып, унан Гөлсинәһе күренде.
– Ҡаршы ал, кәләшем, бына, ҡәй­нәмә бесән килтерҙем! – тип һөрән һалды Хәләф, кабинанан башын сы­ғарып.
Шатланыу урынына тегеһе сеңләп иланы ла ебәрҙе.
– Өләсәйемә инде бесән кәрәкмәй, Хәләф. – Кәләш кейәүенең күкрәгенә ҡапланды. – Кисә кис һин дә мин йөрөп ятҡан еренән...
Хәләф, һынағастай ҡатып, телһеҙ ҡалды. Ҡапыл эсендә ниҙер өҙөлөп төшкәндәй булды, йәне ҡорошто. Хатта башы әйләнеп китте.

* * *
Хәләф менән Гөлсинә көңгөр-ҡаң­ғыр итеп, матур ғына йәшәп яталар. Ата-әсәләре ҡыуанып бөтә алмай. Шау­ҡымлы Хәләф эшендә лә ал бирмәй, донъяһын да гөрләтеп көтә. Гөлсинә бәпәй бағып, усаҡты һүрелтмәй өйҙә ултыра. Кистәрен бәләкәстәрен өләсә­ләренә ҡалдыралар ҙа, етәкләшеп клуб­ҡа йөрөргә лә форсатын табалар. Унда үткән һәр төрлө сараларҙан ситтә ҡалмайҙар. Ҡыҫҡаһы, донъялары бөтөн, көн яҡтыһына ҡыуанып, былбыл йыры­нан илһам алып, малайҙарының ай-һай баҫа башлауына әллә кем булып йәшә лә йәшә. Тик...
Тыштан һиҙҙермәһә лә, Хәләфтең күңеле китек. Әллә ҡасан ҡылынған яман эш, үтәлмәгән бурыс тойғоһо бәғерен өҙгөсләй, йөрәген ҡанһырат­ҡансы өйкәп тик тора. Ебәр­мәй ҙә ҡуя! Ғүмере буйы дауам итерме икән ни шулай?! Их, ҡәһәрле төн! Бер генә төн! Хәйер, төндөң ни ғәйебе бар бында? Тиккә генә: «Терһәк яҡын да ул, тешләп булмай», – тимәгәндер аҡыллы кешеләр. Йәшәйеште, аҙға ғына булһа ла, кире ҡайтарып булһа ине лә...

Иҙрис НОҒОМАНОВ.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook