Башҡортостан Ҡыҙы

Тәүге сәйәсмәнебеҙ

Тәүге сәйәсмәнебеҙҠатын-ҡыҙ башҡорт йәмғиәтенең тормошонда элек-электән мөһим роль уйнаған. Ырыуҙар һәм халыҡтар араһында тыныслыҡ урынлаштырған Бәндәбикәнең, ил азатлығы өсөн ҡорал тотоп көрәшкән Ырғыҙҙың ауыҙ-тел ижадында һаҡланған образдары – бының асыҡ миҫалы. ХХ быуат башында ҡатындарҙың һәр яҡтан да ирҙәргә тиң булыуын арҙаҡлы дин белгесе һәм философ Ризаитдин Фәхретдин дә яҡлаған. Әммә ҡатын-ҡыҙҙың ысын мәғәнәһендә тулы хоҡуҡ алып, ижтимағи тормошта ҡатнаша башлауын Рабиға Йомағолованың эшмәкәрлеге менән бәйләргә кәрәктер. Уның ғүмере, оҙон булмаһа ла, бәләкәй мәҡәлә түгел, ҡалын роман сюжеты була алыр ине.
Рабиға Йомағолова 1901 йылда элекке Һамар губернаһы Хәсән ауылында донъяға килгән. Был ауыл данлыҡлы Ырғыҙ йылғаһының үрге ағы­мында урынлашҡан. Легенда буйынса, күптәребеҙгә билдәле “Ир-ҡыҙ” нәҡ ошо ауылда йәшәгән. Рабиғаның атаһы Янғол бай һәм абруйлы кеше булған. Ул Имеләй олоҫоноң старши­наһы вазифаһын башҡарған. Яратҡан ҡыҙын тәрбиәләүгә Янғол старшина бик етди ҡараған һәм ҡаланан гувер­нанткаларҙы саҡыртып, үҙ йортонда уға заманса белем бирә алған. Старшинаның ҡыҙы өсөн рус һәм сит ил телдәре, музыка һәм башҡа фән дә­рестәре үткәрелгән. Шулай итеп, Рабиға Йомағолованың белем кимәле заманы өсөн юғары булған. Уҡыған ваҡытта уҡ уның уйсанлығы һәм ғә­ҙеллеккә ынтылыуы сағыла башлаған.
Ҡыҙҙың донъяға ҡарашы ҡаршылыҡлы шарттарҙа формалашҡан. Бер яҡтан, атаһы Рабиға өсөн бер нимә лә йәлләмәгән. Икенсе яҡтан, һылыу тирә-яҡтағы халыҡтың ярлылығын, кешеләрҙең тигеҙһеҙлеген, ҡатын-ҡыҙҙың иҙелгәнлеген асыҡ күргән һәм аңлаған. Өсөнсө яҡтан, атаһы­ның ауылға яңы идеялар алып килгән туғандары Ғиләж һәм Харис ҡыҙға ҙур йоғонто яһаған.
Ғиләж Йомағолов 1905-1907 йылдарҙағы революцияла ҡатнашҡан, Һамар губернаһы Имеләй олоҫо баш­ҡарма комитетының беренсе рәйесе булған. Ул башҡорт халҡынан сыҡҡан беренсе коммунистарҙың береһе тип һанала. Харис Йомағолов иһә 1917-1922 йылдарҙағы милли-азатлыҡ хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡан, Баш­ҡорт хәрби-революцион комитетының беренсе рәйесе булған. Атаһы­ның туғандары Рабиға Йомағолованың шәхес булып формалашыуына бик көслө тәьҫир иткән.
Ғиләж ағаһының кәңәше буйынса, ун биш йәшлек Рабиға ата йортонан ҡасырға булған. 1916 йылда ул Ырғыҙ буйындағы Үтәкәй ауылында уҡытыу­сы булып эшләй башлаған. Ауыл халҡының уны нисек ҡаршы алыуы тураһында мәғлүмәттәр юҡ, әммә бер йыл үткәс, Ырғыҙ башҡорттары уны беренсе башҡорт ҡоролтайына делегат итеп һайлаған. Рабиға Йомағолова ҡоролтайҙа ҡатнашыусылар араһында берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ булған. Ҡоролтайҙың көн тәртибенә ҡатын-ҡыҙ мәсьәләһен ҡарау индерелмәй. Ун алты йәшлек делегат ойоштороусыларҙан быны төҙәтеүҙе талап иткән һәм сығыш яһарға әҙер булыуын белдергән. Ҡоролтай уға һүҙ биргән.
Үҙенең сығышында Рабиға Йома­ғолова ҡатын-ҡыҙҙың халыҡтың яртыһын тәшкил итеүенә, ил киләсәгенең әсәләрҙең мәҙәни кимәленә бәйле булыуына баҫым яһап, ҡатын-ҡыҙ мәсьәләһе буйынса айырым ҡа­рар ҡабул итергә тәҡдим иткән. Ун алты йәшлек Ырғыҙ ҡыҙы үҙ тәҡдименең шәриғәт ҡанундарына ярашлы булыуын да дәлилләп аңлатҡан.
Рабиғаның сығышынан һуң бәхәстәр ҡупҡан. Күптәр, айырыуса ҡәҙимсе дин әһелдәре, ҡыҙҙың тәҡдимдәренә ҡырҡа ҡаршы сыҡҡан, икенселәр уны иҫке ҡанундарға яраштырыуын талап иткән. Әммә йыйылған халыҡтың күпселеге Йомағолова ме­нән ризалашып, уның фекерҙәрен яҡлап сыға башлаған. Һөҙөмтәлә Ҡо­ролтай ир-ат менән ҡатын-ҡыҙҙың тигеҙлеген, башҡорт республикаһында ҡатындарҙың һайлау хоҡуғына эйә булыуын таныған һәм “Ҡатын-ҡыҙ мәсьәләһе” тигән ҡарар сығарған. Шулай итеп, Рабиға Йомағолованың тормошонда яңы бит асылған.
1917-1918 йылдарҙа Рабиға Йомағолова тыуған яғында балалар уҡытыуын дауам иткән. 1919 йылда ул, Ырымбурға күсеп, унда мөғәллимә булып эшләгән. Шул уҡ йылдың аҙағында Рабиға Йомағолова Кесе Башҡортостандың үҙәге Стәрлетамаҡ ҡалаһында урынлашҡан.
Ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтары өсөн кө­рәшкән Рабиға Йомағолова бер ҡасан да тәбиғәт ҡанундарына ҡаршы сыҡма­ған. Ғаилә һәм әсәлек уның өсөн һәр ваҡыт та изге төшөнсәләр булып тор­ған. Шуға күрәлер, сәйәсмән ҡатын был ике бәхеткә лә ирешә алған. Ырымбурҙа йәшәгән саҡта Рабиға Йомағо­лова үҙ тормошон Рәхмәтуллин тигән кеше менән бәйләгән. Уларҙың Стәрлетамаҡҡа юлланыуының төп сәбәбе – ғаилә башлығының был тарафтан бул­ғаны. Әммә Рәхмәтуллиндарға ғаилә бәхете менән ләззәтләнергә насип ит­мәгән: Рабиға Йомағолова-Рәхмәтуллинаның ире тиҙ арала вафат булған.
Кесе Башҡортостандың баш ҡала­һында Рабиға Йомағолова йәмәғәт эштәренә сума, кантон ҡатын-ҡыҙ бүлегендә эшләй. Граждандар һуғы­шынан һәм 1921 йылғы аслыҡтан һуңғы Башҡортостанда эш етерлек булған. Ата-әсәһеҙ, ас ҡалған балаларҙы табып, балалар йорттарына урынлаштырыу, уларҙы тәрбиәләү һәм уҡытыу, яңы балалар йорттарын асыу – егерменсе йылдарҙа был эш­тәрҙең күпселеге ҡатын-ҡыҙ бүлек­тәре тарафынан башҡарылған.
1920 йылдың сентябрендә Стәрлетамаҡта Беренсе бөтә Башҡортостан эшсе һәм крәҫтиән ҡатын-љыҙҙар конференцияһы үткән. Рабиға Йома­ғолова уны ойоштороуҙа ҡатнашҡан, ҙур теләк менән үҙ тәжрибәһен баш­ҡалар менән уртаҡлашҡан. Бер йыл үткәс, республикабыҙҙан Туғыҙынсы бөтә Рәсәй Советтар съезына делегаттар һайланған. Рабиға Йомағолова, улар­ҙың араһында берҙән-бер ҡатын булып, Мәскәүгә юлланған. Делегаттарҙы ҡаршы алған революция етәксеһе Владимир Ильич Ленин, милли костюм кейгән башҡорт ҡыҙы­на иғтибар итеп, уның менән бер нисә минут һөйләшкән һәм бергә фотоға төшкән. Был осрашыу сәйәс­мән ҡыҙҙың күңеленә юйылмаҫлыҡ тәьҫир яһаған.
Йәш ҡатынға матбуғат майҙанына ла сығырға тура килгән. 1921 йылдың ноябрендә Стәрлетамаҡта “Азат ҡа­тын” баҫмаћының беренсе һаны донъя күргән. Был баҫма республика­быҙҙа гүзәл заттарға тәғәйенләнгән беренсе киң мәғлүмәт сараһы булған.
Ижтимағи һәм сәйәси эш араһында Рабиға Йомағолова шәхси тормош өсөн дә ваҡыт таба алған. 1922 йылдың майында ул башҡорт дәүләт эшмәкәре Хафиз Ҡушай улы Ҡушаевҡа кейәүгә сыға. Шул уҡ йылда Ҡушаевтар Оло Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөгә күсә. Бында ул ижтимағи тормошта ҡайнап йәшәүен дауам итә: 1924 йылда Өфөлә бөтә Башҡортос­тан ҡатын-љыґґар съезын, өс йылдан һуң Беренсе бөтә Баш­ҡортостан советтар ағзаһы ҡа­тын-љыґґар йыйынын ойоштора.
Шул уҡ ваҡытта Рабиға Йомағолова йәмәғәт эштәрен баш­ҡарыу менән сикләнмәй, ул ярат­ҡан һөнәренә, йәғни уҡытыусылыҡҡа ынтыла һәм Шәһит Хоҙай­бирҙин исемендәге балалар йортоноң директоры итеп тәғәйенлә­нә. Бында ул 1929 йылғаса эшләй.
Был йылда башҡорт халҡының милли-азатлыҡ көрәшендә ҡатнашҡан етәкселәрҙе тыуған яҡтан айырып, Советтар Союзының баш ҡала­һына төрлө “яуаплы” вазифаларға са­ҡыртыу башлана. Хафиз Ҡушаев шундайҙарҙың рәтенә инә. Мәскәүҙә Рабиға Ҡу­шаеваға партия яуаплы һәм үҙенсәлекле йомош бирә: уны туҡыу фабрика­һына урынлаштыралар ҙа унда эшләүсе Кавказ һәм Урта Азия ҡатындары ара­һында аңлатыу эше алып барыуҙы йөкмәтәләр. Әммә профессиональ уҡытыусы булып етешкән Рабиға Ҡу­шаева балалар менән эшләргә ынтыла. Уның теләген иғтибарға алып, баш­ҡорт активисткаһын РСФСР-ҙың мә­ғариф халыҡ комиссариатына саҡы­ралар. Унда уға Надежда Крупская етәк­селеге аҫтында эшләргә тура килә.
Утыҙынсы йылдарҙа Рабиға Ҡу­шаева мәғариф өлкәһендә эшләүен дауам итә. Ул Рәсәй Федерацияһы Балалар йорттары идаралығында инспектор вазифаһын башҡарып, илдең төрлө өлкәләрендә урынлашҡан балалар йорттарын тикшерә, команди­ровкаларға ла йыш йөрөй.
1937 йылдың йәйендә Рабиға Ҡуша­ева Калинин өлкәһендәге командиров­канан тормош иптәшенең йәйге йортона ҡайта. Йортҡа яҡынлашҡанда, ул билдәһеҙ кешеләр тарафынан атып үлтерелә. Өс айҙан һуң уның ире Хафиз Ҡушаев һәм ағаһы Харис Йомағолов ҡулға алынып, нахаҡҡа ғәйепләнә һәм үлем язаһына хөкөм ителә. Ни бары утыҙ алты йәшлек Рабиға Йомағолова был ғаи­ләнән беренсе сәйәси золом ҡорбаны була. Халҡы өсөн янып йә­шәгән сәйәсмән ҡыҙ исеме иң алдынғы шәхестәребеҙ менән бер сафта тора һәм мәңгелек данға лайыҡ.

Искәндәр СӘЙЕТБАТТАЛОВ.


Теги:




Яңы һан



Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Счетчик


Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook