Суҡтар кейемде биҙәй

Суҡтар кейемде биҙәйТиренән тегелгән йомшаҡ биҙә­үестәр балаларға бигерәк килешә. Хәҙер йәш ҡыҙҙар ҙа, ханымдар ҙа тумалаҡ суҡ тағылған баш кейем­дәрен өҫтөн күрә. Бындай модалы башлыҡ-шарфтар бик ҡиммәт тора, ә осһоҙ хаҡҡа осрағандары иһә яһалма тиренән эшләнгән, артыҡ күҙҙе иркәләмәй. Әммә был мәсьәләне ябай ғына хәл итеү юлы бар – үҙ ҡулдарың менән әллә ниҙәр атҡарырға мөмкин бит. Биҙәүестәр өсөн иҫке тундың тиреһе ярап ҡала. Йомшаҡ шарҙарҙы әҙерләү еңел һәм тиҙ генә. Күҙ яуын алырҙай биҙәүес менән башлыҡтарҙы ғына түгел, сумканы, өҫ кейемен дә, куртканы ла, иңгә һалған шәлде лә, шарфты ла күркәм­ләндереп ебәреп була.
Суҡтар кейемде биҙәй
Һыҙма өсөн 4–10 сантиметр ҙурлығындағы түңәрәк ҡырҡырға кәрәк. Иң тәүҙә тумалаҡ суҡтарҙың ни өсөн тәғәйенләнгәнен асыҡлағыҙ. Өҫ кейемен ике ҙур йомарлам менән биҙәргә була, ә бына палантинға күп кенә бәләкәс шарсыҡтар килешер. Йоҡа һәм иркен башлыҡтарҙы ҙур суҡтар артҡа тартып йонсотоуы бар. Ә бына тығыҙ бәйләнгән ҡалын башлыҡҡа ҙур шарҙы беркетеп ҡуйғанда ла була. Шуларҙы иҫәпкә алып эшләһәгеҙ, уңырһығыҙ.
Суҡтар кейемде биҙәй
Шулай итеп, түңәрәк һыҙабыҙ. Уны тирегә күсерәбеҙ. Шунан ипләп кенә, өбөрөләрен боҙмаҫҡа тырышып, ҡырҡабыҙ. Бының өсөн канцеляр бысағы яҡшы. Энәгә ҡалын ныҡлы еп кейҙереп, түңәрәктең ситенән 0,3 сантиметр киңлегендә ҡайып сығабыҙ.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook