Дилә БУЛГАКОВА: Икмәк еҫе килә ҡулдарыңдан...

Дилә БУЛГАКОВА: Икмәк еҫе килә ҡулдарыңдан...– ...Икмәк еҫе килә ҡулдарыңдан, өйөгөҙҙән, ишетә­һеңме, Гөлфәниә? Ә тәнеңдән һөт еҫе генә килеп торалыр әле, ә? – тип ҡыҙҙың күҙҙәренә баҡты Рәйес.
– Әллә нимәләр һөйләп мине оялтма әле, Рәйес ағай? – тине Гөлфәниә, алдында теҙләнгән, үҙенең оло хистәрен, серле һүҙҙәр йомғағын һүтергә, мөхәббәтен аңлатырға теләгән Рәйесте ипләп кенә этеп ебәреп. – Шулай булмай ҙа инде, көтмәгәндә килеп миңә үҙегеҙҙең мөхәббәтегеҙҙе аңлатаһығыҙ, Рәйес ағай?!
Ҡапыл ҡаушап ҡалған егет, ҡыйыуланып:
– Сеү, туҡта, үҫкәнем, минең йәнем юҡмы ни? Һинең кеүек аҫыл ҡыҙҙы һөйгөм, һөйөлгөм килмәй тиһеңме әллә? Был бит тормош, Гөлфәниә! Дөрөҫ аңла. Мин бит ысын күңелемдән, йөрәгемде йомарлап килдем һиңә...
Уңайһыҙланып ҡына ултырғысынан торҙо ла:
– Хәҙер сәй эсәбеҙ, кисә генә һалған икмәгем, эремсекле, картуфлы бәрәмәстәрем дә бар, – тип, табын әҙер­ләргә тотондо Гөлфәниә. Шунан тауышын йомшартып дауам итте:
– Һеҙ хаҡлы, Рәйес ағай, яңғыҙыма күңелһеҙ, күрше-күлән дә олоғайҙы. Һирәк-һаяљ икмәк әсеткеће һорарға ғына инеп сығалар. Әсәйем элек колхозда икмәк бешерә ине бит, хәҙер мин булаштырған булам, һораһалар, почтала ла эшләп алам.
Рәйес, Гөлфәниәнең һөйләгән һүҙҙәрен тыңлап ултырһа ла, үҙе уға әллә нимәләр әйтмәк булып килеп тә, асыла алманы шул, һөйләрмен әле, Алла бойорһа, никахтан һуң, гөрләтеп туй яһағас, тип эстән генә уйлап ҡуйҙы.
Йәнә сәйен яһай-яһай:
– Нисек юлың төштө әле беҙҙең төпкөл ауылға, ҡалайтып миңә инеп сығырға булдың әле? – тип уңайһыҙланыбыраҡ һорап ҡуйҙы ҡыҙ.
Ир уҙаманы ҡулындағы эремсекле бәрәмәсте күрһәтеп:
– Өҫтәлебеҙҙә һәр саҡ ошондай тәмле бәрәмәстәр булғанын теләйем, унан тағы үҙең дә оҡшайһың миңә, Гөлфәниә! Һинең хаҡта күп һораштым, ишеттем. Үҙең уңған, үҙең аҡыллыһың. Өҫтәүенә, атайың Исмәғилде яҡшы белә инем. Хәйер, урмансы кешене кем генә белмәҫ?! Хөрмәткә лайыҡ, оло йөрәкле, ярҙамсыл, алтын ҡуллы ҡарт ине ул. Бына бит, имәндән ниндәй өй һалып ҡалдырған. Рәхмәт яуғыры! Мине иһә заманында һеҙҙең яҡтарға комбайн, тракторҙарҙы йүнәтергә тип, йыш саҡы­рып алалар ине.
– Беләм, беләм һеҙҙе, «машиналар докторы» тип тә йөрөттөләр. Бер-ике тапҡыр күргәнем дә булды, – тип һүҙ ҡыҫтырҙы Гөлфәниә.
– Яңғыҙ йәшәмәйек әле. Теләгең булһа, һуңыраҡ район үҙәгенә күсербеҙ. Йәшерен-батырын түгел, ауыл хужалығы институтын тамамлағас, кешеләрсә йәшәрмен тип, мин дә өйләнгәйнем. Ләкин ул бик иркә булып сыҡты, бәпес теләмәне. Ҡыуманым, үҙе икенсе ҡалаға сығып китте. Шунда бер баҙарсы Кавказ кешеһенә кейәүгә барған, тип ишеттем. Ике йыл булды инде яңғыҙ ҡалыуыма. Яҙмыштыр инде, һаман бер үҙем донъя көтәм. Парһыҙ йәшәүҙәре ҡыйын шул ир-атҡа. Ә ғүмер үтә... Һин минең ярты йәнем, осар ҡанатым булып йәшәрһең, үкенмәҫһең, Гөлфәниә?! Тормошобоҙға ҡыҫылыусылар булмаҫ. Әсәйем мин бәләкәй саҡта уҡ баҡыйлыҡҡа күскән, өләсәйем тәрбиәһендә үҫтем, ул да күптән мәрхүмә инде, ә атайымды, дөрөҫөн әйткәндә, белмәйем дә...
Гөлфәниә Рәйестең ҡулын үҙенекенән ипләп кенә айырып:
– Әсәйең дә юҡ, атайың да юҡ, ҡатының да кеше балаһы буласаҡ түгелме һуң, ә? – тине шаярыбыраҡ.
Рәйес урынынан һикереп тороп Гөлфәниәне ҡосағына ҡыҫты ла:
– Рәхмәт һиңә, аҡыллым! Сәстәреңдән сәскә еҫе килә икән, беләһеңме шуны?! Мине көт! Киләһе аҙнаға килер­мен, тағы ла ике аҙнанан никах уҡытырбыҙ, йәме, үҫкәнем, Гөлфәниәм?! – тип күтәреп урындыҡҡа ултыртты. – Көт кенә, барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт һиңә! – тип, курткаһын кейеп, китергә йыйынды.
Гөлфәниә, етеҙ генә урынынан тороп:
– Туҡтағыҙ, Рәйес ағай, ашыҡма­ғыҙ, минең дә һеҙгә күстәнәсем бар, – тип аш бүлмәһенән аҡ һөлгөгә урал­ған ҙур түңәрәк икмәк күтәреп сыҡты. – Бына был әпәкәйҙе ашап бөтөүеңә тағы ла ҡомалаҡлап әсетеп, мейес тултырып икмәк һалырмын, – тине.
Рәйес:
– Икмәгең ҡояш һымаҡ түңәрәк бит! – тип ҡыуанып ике ҡулы менән тотоп күстәнәсен күкрәгенә ҡыҫты ла, Гөлфәниәнең ҡулбашына һаҡ ҡына ҡағылып, – көт мине, килермен, – тип ишектән сығып та китте.
Ул тупһанан төшөүгә көҙгө елдәр, егет менән шаярғандай, ағас япраҡтарын өҫтөнә ҡабаланып һибергә кереште. Ал яҡ ҡапҡаны тыштан ябыу менән, Рәйес ҡулындағы ҡәҙерле төр­гәген машинаға һалып, үҙе инеп ултырҙы ла, тимер атын берҙе ҡысҡыртып, ҡуҙғалып та китте. Яурынына шәл генә бөркәнеп сыҡҡан Гөлфәниә ел ҡапҡаһын бикләп, тупһаға менде лә, «бисмилла»һын уҡып, ишек келә­һен элеп тә ҡуйҙы. Йылы өйө түренә үткәс, өҫтәл өҫтөндәге Рәйесе алып килгән миләш гөлләмәһенә ҡағылып: «Бына һеҙ барыһына ла шаһит! Нимә әйтерһегеҙ? Мин иртәгә һеҙҙән муйынсаҡ теҙәсәкмен. Көтмәгәндә бәхет ҡошом килде, ә мин уға тиң булыр­мынмы икән?! Ул донъялағы иң сибәр егеттер моғайын, валлаһи, тием! Миңә лә һылыуланырға кәрәк, «ҡулдарыңдан икмәк еҫе, сәстәреңдән сәскә еҫе ки­лә», тине бит, тимәк, ул да мине оҡ­шат­ҡан, бәғеркәйем! Ярата! Ярата!
Ике аҙнанан ҡулыңды һорарға киләм, тинеме? Тимәк, мин кейәүгә сығам, Алла бойорһа. Бәй, кем менән кәңәш итергә һуң? Эх, әсәйем иҫән булһа... Ауыл осондағы Бибисара инәйгә барайыммы икән? Әллә күрше Сания апайға сер сисәйемме? Юҡ, юҡ, йә ул Исмәғил ҡыҙы аҙған, егете килеп ҡунып йөрөй, тип ғәйбәт таратыр. Юҡ, Хоҙайым үҙе һаҡлаһын! Туҡта әле, үҙем генә әҙерләнәйем!
Никахтан һуң атай нигеҙен ҡалай ғына итеп ташлап китермен һуң?! Үҙ ҡулдары менән һалған өй бит, уның йылы, яғымлы ҡараштары йорттоң һәр бүрәнәһенә һеңеп ҡалған! Ә парлы-парлы сыйырсыҡ оялары?! Нишләргә һуң?» – тип уйлана-уйлана һауыт-һабаны нисек йыйыштырғанын да аңғарманы ул.
Һуңынан йылы, йомшаҡ түшәгенә барып ятҡас ҡына таң атҡансы үҙ-үҙенә кәңәштәр биреп, хыялланып ятты. Икенсе килеүгә мунсаңды яғып тор, тине бит әле, хәстрүш. Юҡ шул, Гөлфәниәне белмәйһең әле, уның әле бер тапҡыр ҙа ирҙәр ҡосағында ҡалып йоҡлап ҡарағаны юҡ. Ул шундай уйҙар менән төнөн борсолоп, борғаланып үткәрҙе...
Дилә БУЛГАКОВА: Икмәк еҫе килә ҡулдарыңдан...
Иртәгәһенә урынынан һуң ғына торҙо. Кәзәһе тауыш бирмәһә, бәлки, әле ул йылы, йомшаҡ яҫтығына иркәләнеп, Рәйесе менән хыялланып, оҙаҡ та ятҡан булыр ине. Етеҙ генә ҡалҡынғас, ҡаршыһындағы көҙгөгә ҡарап, оҙон ике толомон төшөрөп, үҙ-үҙенә һөйләнде: «Һин күрмәйһең шул, Рәйес. Сәстәремде яратырһың микән, ә?! Ҡырҡ йәшем тулырға ла күп ҡалманы бит миңә. Наҙлы яҙ килгәс биттәремде тап, һипкел баҫып киткәнен күрһә, ул... Йә икеләнеп ҡалыр. Шуның өсөн риза, ике аҙнанан мин уныҡы булам да ҡуям. Бөгөн үк мунсамды яғып сәстәремде йыуам, ҡайын япраҡтарының һыуы һәм шифалы үләндәр менән генә сайҡатырмын. Сәстәреңдән сәскә еҫе килә, тине бит ул, күгәрсенкәйем!»
Гөлфәниә Аҡбикәһен һауырға тип, һарайға инеп киткәндә лә, үҙенең буйы етмәҫлек матур хыялдары менән, үҙ-үҙенә йылмайып, ҡанатланып, көтөп алған никах кисе тураһында ғына уйланды. Һарайға инеү менән Аҡбикәһе ҡаршы алды, ҡулындағы иләк эсендәге тәмле икмәк киҫәктәрен ике аяғына баҫып еҫкәне лә, мекерҙәп хужабикәһенең ҡулдарын ялап алды... «Үәт, рәхмәт, бына мин һиңә тәмле һөтөмдө түҙемһеҙлек менән йыйҙым. Тиҙерәк булсы, һаусы! Нимә булды һиңә? Шундай шатһың, матур­һың, хатта нәфис эске сигеүле күлдәгеңде лә һалмай халат кейгәнһең, әйтсе?» – тигәндәй, йәнә үрелеп алдына икмәген һалғанда Аҡбикәһе хужабикәһенең битен яланы... «Хәҙер, хәҙер, сабыр булсы, барыһын да һөйләрмен», – йылы һыу менән Аҡбикәнең һөткә тулышҡан еленен йыуып, һөртөп һауғас, ул эргәләге ултырғысҡа ултырып ҡына: «Һөтлөбикәм, ниңә һөрән һалып ҡысҡыраһың, ә? Әле минең турала бер ни белмәйһең бит. Миңә бит Рәйес ағайың килеп китте. Ул шундай сибәр, сибәрҙәрҙән дә сибәр. Белеп тор, көттөрһәм, һуңыраҡ һауырға сыҡһам, разбуй һалып ҡысҡырма?! Әҙерәк түҙемлерәк булырға кәрәк булыр һиңә. Мин кейәүгә сығам бит!!! Аңлашылдымы?» – тип, кетерҙәтеп икмәк ашаған кәзәһенең янбашына ҡағылып: «Һиңә күңелһеҙ түгел, күпме тауыҡ, ә әтәсебеҙ ниндәйерәк ҡылансыҡ, бүреген ҡырын һалған, тауыҡтарҙың йомортҡаларын алырға сыҡҡанда минең арттан да баҫтырып ҡыуалаған була, хәстрүш! Йәшәһен әле, көслө тауышы менән уятһын беҙҙе! Йәм өҫтәп тора бит ул һарайға, Аллаға шөкөр! Әл дә һеҙ бар һөйләшергә, йән киҫәккәйҙәрем!!! Уйлайым да, әй, Һөтлөбикәм, һин дә тиҫкәре булып сыҡтың бит әле. Яҙ һалпы ҡолаҡты яныңа алып килгән инек, тәки мыҫҡыл иттең бит, ҡолаҡтарын тешләп-сәйнәп, мөйөшкә ҡыҫып һөҙөп, меҫкенкәйем, иртән һарайҙы асыуым булды, уҡ кеүек атылып сығып та китте. Ә быйыл һинең бәрәндәрең үҫеп бөткән булырҙар ине. Хәйер, яратманың һин һалпы ҡолаҡты, нишләйһең инде күңелеңә оҡшамағас, һин дә тере йән шул, ғәйепләп булмай.
Мине лә һоратманылар түгел, һораттылар. Теге остағы Һары Сабирҙың улы Самат килгән ине – мәхлүк! Бер һүҙендә лә «р» хәрефе юҡ. Танауын тартып ултыра шунда, ни һөйләшеүе, ни төҫ-башы. Үҙе тағы һабантуйҙа ярыштарҙа ҡатнашып, бағанаға менеп ҡыҙыл әтәс алды, бер йылды көрәшеп һарыҡ та алған ине. Бешмәгән, йылтыр яулыҡ тотоп килгән бит әле. Бик кәрәк ине миңә. Оҡшаманы, йәнем һөймәне – «р»һыҙ Һары Саматты. Өйләнде Миңзәләнән килгән, ултырған ҡыҙға. Малайҙары бар. Ул да «р»һыҙ тиҙәр, дөрөҫ булһа. Шулай оҡшамаһа нишләргә һуң, һинең һымаҡ. Ә бына Рәйес ағайыңды күрҙем дә юғалып ҡалдым. Ҡулыма ҡағылып үткән ине, күҙ алдарым ҡараңғыланып китте. Тәнемә ут ҡапҡандай йылылыҡ йүгерҙе. Әй, шуны аңлатып буламы һуң... Аҡбикәм, ике аҙнанан алып китәм, тине. Нишләргә һуң, Һөтлөкәйем? ! Нигеҙебеҙ, тағы Аҡтүшебеҙ нишләр инде мин киткәс, ә? Аҡтүшебеҙ аҡыллы бит. Атайым уны, бүре нәҫеленән, тигәйне бит – шуны оноторға ярамай. Ә мунсабыҙ ниндәйерәк бит! Шыршы еҫе генә килеп тора, яңынан ҡырып йыуҙым – ялт итеп ҡалды. –Ҡыҙ ултырған урынынан торҙо ла, – Рәхмәт, Ћөтлөбикәм, тыңланың», – тип, тәмләп икмәк ашаған кәзәһен һыйпап ҡуйҙы. Кәзәһе, хужабикәгә рәхмәт әйткәндәй, ашауынан туҡтап, мекерҙәп ҡуйҙы. Гөлфәниә, калуштарын һөйрәп, һөтөн күтәреп, һарайҙан сыҡты ла, ашығып: «Үәт, мин йүләрмен, бары һанаулы көндәр генә ҡала, мин бит кейәүгә сығырға йыйынам, минең өсөн кем әҙерләнергә тейеш һуң, бирнәмде ҡарап ҡуйырға кәрәктер бит», – тип йоҡо бүлмәһендәге ҙур һандыҡ өҫтөндәге өйөлгән мендәрҙәрен икешәрләп ҡосаҡлап карауатҡа алып ҡуйҙы ла, бирнә һандығын асып ебәрҙе. Еҙ ҡалайҙар менән нағышлап биҙәлгән боронғо һандыҡ! Был мәлен бик оҙаҡ көтөп, ниһайәт, теләгенә ирешкән һандыҡ йылмайғандай тойолдо Гөлфәниәгә!
«Бына һиңә лә асылырға ваҡыт етте, эсеңдәге хазиналарың менән танышырға, маҡтанырға. Йә әле, сер булмаһа, әсәйем нимәләр һалды икән, ә?!» – тип һандығының йоҙағын асты. Ни күҙҙәре менән күрһен, рәт-рәт итеп теҙелгән сигеүле һөлгөләр, әсәһе ҡыҙ сағында һырыған парлы-парлы яҫтыҡ тыштары. «Бына быныһын да таныным, өләсәйемдән ҡалған ашъяулыҡ, икмәк япҡысы, күкрәксәһе, ә тәңкәләре көмөш буғай, быныһын Рәйесемә айырым күрһәтермен. Бына сәсәкле сымылдыҡ-шаршауҙар, ә бынауы нимәгә кәрәк икән, әсәкәйем! Хәҙер элекке һымаҡ өйҙө бүлеп шаршау тартмайҙар бит ул».
Бирнәләрҙе диван, көҙгө, ултырғыстар, шкаф ишектә­ренә берәм-берәм алып элде Гөлфәниә. Ана уртала сигелгән япмалар эсендә бәләкәс кенә аҡ һөлгөгә уралған төргәк! Асып ҡараһа, ни күҙҙәре менән күрһен – изге китап – Ҡөрьән китабы. «Ҡыҙғаныс, уҡый ғына белмәйем шул!» – тип түшенә ҡыҫып изге китапты оҙаҡ итеп тотоп торҙо. Күкрәге буйлап тәненә йылылыҡ таралғандай бул­ды. Шунан ипләп кенә ҡулындағы китапты үбеп, төрөп, өҫтәлгә ҡуйҙы ла, йәнә һандыҡтағы бирнәләрен аҡтарыуын, танышыуын дауам итте. «Өс бармаҡлы бейәләйҙәр, сигелгән ҡулъяулыҡтар – кәрәк булыр микән былар?» – тип уйлап ҡуйҙы. «Бына һабантуйҙа ун пар ойоҡ алған инем, атай мәрхүмгә лә кәрәге теймәне. Шуны ла өҫтәп ҡуяйым әле», – тип тороп, шкаф тартмаһынан алып, өс бармаҡлы бейәләйҙәр эргәһенә һалды. «Ҡалғаны тураһында кендек әбекәйем Бибисара менән кәңәшләшмәй булмаҫ. Ә һөлгөләр, әйҙә, өйөмдө биҙәп, Рәйесемдең имен генә килеп етеүен теләп торһон». Үҙе боронғо тимер ҡоршаулы һандығының биҙәктәрен иғтибарлап ҡарап, ҡулдары менән ҡағылып: «Бәй, был ялтыр баҡыр биҙәктәр өҫтөнә көмөш селтәр йүгертелгән дәһә, үәт ғәжәп! Бер тапҡыр ҙа тәфсирләп ҡарағаным юҡ ине, һандығым ни гел ҡалын япма менән ҡапланып, өҫтөндә түшәк-яҫтыҡтар өйөлөп тора шул. Ғәжәп, һоҡланғыс итеп уны кемдәр нағышланы икән, ә?! Бәлкем, Аҡ өләсәйемдәрҙән ҡалған серле һандыҡтыр әле», – тип Гөлфәниә уның төбөн аҡтарҙы. Ҡараһа, ғәжәп, бәләкәс кенә уҡлау! «Нимәгә һалды икән уны әсәкәйем?! Мин шул тиклем моңһоҙ булғанмын да ул... Ә, моғайын да, килен булып төшкәс, өҫтәлең икмәкле булһын, ҡулыңдан уҡлауың төшмәһен, тип әйтергә теләгәндер». Ҡыҙ тағы ла хазина һандығы төбөнә эйелде, был юлы киндер янсыҡ тартып сығарҙы ла һаҡ ҡына ауыҙын асты. Ни күҙҙәре менән күрһен – ҡара көмөш йүгерткән көмөш пар беләҙек. Нескә ауҙай биҙәк һырылған көмөш балдаҡтар, тирә-яҡҡа тоноҡ ҡына нурын бөркөп торған ташлы йөҙөк, үрелгән көмөш сылбыр һәм батша баштары төшкән бер-нисә тәңкә – был көтөлмәгән, үҙе лә күрмәгән зиннәтле әйберҙәрҙе йәнә киндер янсыҡҡа һалды ла һандыҡҡа төшөрҙө. «Был биҙәүестәр, тимәк, ҡарт өләсәйемдән ҡалған. Уны, бик йыйнаҡ, уңған ҡарсыҡ булды, тип һөйләгәндәре иҫтә. Өләсәй уны, ҙур мөғәллимә булды, үҙе үләндәр менән балаларҙы ла дауаланы, тип хәтерләй торғайны. Ә әсәйем һуң, ҡайһы арала был хәтлем хазина туплап өлгөрҙө икән, ғүмеренең ҡыҫҡалығын алдан тойҙомо икән әллә? Кем белә, был мөғжизәле донъяның серҙәрен бер кем дә асмағандыр әле, йә Хоҙай! Рәйесем күрһә, ни тиер икән? Үәт бай кәләшем булды, тиер микән, ә? Юҡ, юҡ, был иҫке, борон замандағы әйберҙәреңде, сиккән һөлгөләреңде ҡуй, музей асырбыҙ. Ә бына һин үҙең миңә ҙур хазина, тиер, моғайын», – тип үҙ-үҙен тынысландырҙы Гөлфәниә.
Таң, гүйә илап, ысыҡ тамсыларын үлән, япраҡтар өҫтөнә ҡоя-ҡоя, көнгә тоташты, уныһы ҡараңғы төнгә ҡарай ашыҡты, шунан төн пәрҙәһе, йондоҙҙарын тағып, тәҙрәләргә ҡапланды...
Дилә БУЛГАКОВА: Икмәк еҫе килә ҡулдарыңдан...
Ә яңғыҙ ҡыҙ, ҙур өмөтөн төрлөсә хыял ынйылары менән биҙәп, аҙнаһына икешәр тапҡыр мунсаһын яғып, аштар бешереп, мейес тултырып икмәк һалып, өмөтләнеп Рәйесен көттө лә көттө...
«Ике аҙна ла үтте, нишләргә һуң, бәлки, ул кире уйлағандыр, кем белә? Хәйер, ышанырға ярамай шул ир халҡына, ул бүләк иткән миләш гөлләмәһенән муйынсаҡ теҙеп ҡуйҙым, иҫтәлек булыр... Ирҙәр матур һүҙле була, тиҙәр, дөрөҫтөр, күрәһең. Әллә эшендә, бәлкем, юлында көтмәгәндә берәй сибәр, йәш ҡыҙҙы осратҡандыр, кем белә? Ул бит ир кеше! Һылыу, ике ҡашы бергә ҡауышҡан, күҙҙәре ҙур ҡара көрән, көлгәнендә бит алмалары ла соҡорланып китә бит». – Шик-шөбһәгә төшөп, егеттән бер хәбәр булмаһа ла, Гөлфәниә өмөтөн өҙмәне, көттө лә көттө...
Көҙ, тәҙрәгә һөйәлеп, ниндәйҙер ярҙам һорағандай, Гөлфәниәнең күңеленә шом һалып, үкһене лә үкһене. Һөйгәнен өҙөлөп тә көткән ҡыҙ ҙа көҙ менән бергә һүҙһеҙ генә һыҡтаны. Өмөтләнеп, ел ҡапҡаһын да бикләмәй ике аҙна түгел, ике ай көттө ул. Вәғәҙәләр биреп, иркәләп киткән Рәйесе килмәне шул, килмәне. Гөлфәниә, бергә үткәрер көндәрен күҙ алдына килтереп, күңеленән уны иркәләп, матур һүҙҙәр менән нағышлап, киләсәк тормошон матур итеп ҡороп ебәрергә өмөт­ләнгән ине лә... Ҡыҙ, ашауҙарынан яҙып, хыялланып йәшәне, ярты йыл эсендә танымаҫлыҡ булып ябығып, тартылып китте, ҙур ҡара күҙ алмаларына хужа булып һағыш тантана итте...
Рәйес килмәһә лә, ниңәлер эсендәге өмөт уты һүрелмәне Гөлфәниәнең.
Донъяһын үҙгәртерлек ваҡиғалар булып алыуға алты ай тигәндә, күрше ауылға Ҡөрьән ашына саҡырҙылар уны. Мулла бабай, табын өҫтөндә доға ҡылып, амин тотҡандан һуң, өй хужаларына һәм яҡын нәҫел кешеләренең рухтарына доға ҡылғанда, Рәйес Абдулла улының тыныс ятыуына, ятҡан урындары йомшаҡ яҫтыҡ булһын, белмәйсә һәм белеп ҡылған гөнаһтарын Аллам ғәфү итһен, тип әйтеүгә, Гөлфәниә, ниндәйҙер тәрән ярҙан тәгәрәгәндәй, тын алырға һауа етмәгәндәй, ҡайҙалыр осоп киткәндәй булды ла, бар тәне ҡыйралғандай һиҫкәнде, йөрәк әрнеүҙәре – түҙә алмаҫлыҡ ине. Артабан ни һөйләгәндәрен, нимә булғанын да аңламаны, ипләп кенә урынынан тороп, йоҡо бүлмәһенә сығыу менән аңын юғалтты... Бер аҙҙан, аңына килеп, үҙ-үҙен ҡулға алырға тырышты. Кеше араһына сыҡты, әбейҙәрҙең хәбәренә иғтибар итте. Рәхмәттәрен әйтеп, хужа абыс­тайға хәйер биреп, ауылына ҡайтырға сыҡты...
Гөлфәниә ҡар йырып йылға яры буйлап ҡайтырға булды. Ҡыҙ, ҙур ҡайғыға батып, иҫкән елде лә, һирәк кенә һибәләгән эре ҡар бөртөктәрен дә һиҙмәйенсә атланы ла атланы һәм юл ыңғайы үҙе белгән доғаһын уҡырға тотондо. «Әғүүҙү билләһи мин-әш-шайтанир ражиим. Бисмиллаһир-рахмаанир-рахиим. Аллаһу лә иллаһа һууал-хәййүл-ҡәйүүмү ләә... ...Мәң зәлләзии». Өйөнә ҡайтып еткәнсе уҡыны ла уҡыны ул. Саҡрым ярым араны үтеп, күҙ бәйләнгәнсе ҡайтып етте ул тыуған өйөнә. Уны оҙата килгән ҡышҡы елдәр, пальто итәгенә тотоноп, ҡояш нуры йөҙөнә һарылып, берсә алдан йүгереп, берсә артына төшөп, ҡот осҡос хәбәр ишеткән ҡыҙҙың иғтибарын төрлөсә үҙҙәренә йәлеп итергә, хәлен еңеләйтергә тырыштылар. Хыялый ҡыҙҙың уйылмаҫ, юйылмаҫ уй-хистәре менән байрам иткән өмөтлө күңеле уртаһына ҡара болоттар ябырылып, гөл баҡсаһына көтмәгәндә ел-дауыллап боҙ яуҙырҙы ла яуҙырҙы.
«Ишетәһегеҙме, ни өсөн, ниңә һуң ул яңылышҡан яҙмыш минең тәҡдиремә туҡталған? Юҡ, нисек тә бирешмәҫкә кәрәк. Дөрөҫ, был донъяла беребеҙ ҙә мәңгелек түгел, беҙгә тиклем дә бер-береһен һөйгәндәр яратҡандары хаҡына тауҙар күсерерлек көстәр тапҡан. Ниндәй генә хәлдәр булмаһын, ысын һөйөү үлмәгән, йәшәгән, юғалмаған! Яҙмышыма зарланырға минең хаҡым бармы һуң? Ниндәй оло хистәр менән көтөп алған көндәремде биҙәп оҙаттым бит! Рәхмәт кенә әйтеп, риза булып йәшәүемде дауам итергә кәрәк! Атайым әйткән бер һүҙ иҫемдә, барыһына ҡарағанда ла артығыраҡ күреп бер Аллаһы Тәғәләбеҙҙе һөйөргә кәрәк, тигәйне ул. Эйе, әйе, бына хәҙер ул өйрәткән ғәрәп хәрефтәрен яңынан ҡабатлап, ентекләп өйрәнергә, белгән доғаларымды уҡырға ла уҡырға һәм эш менән онотолорға. Мин үҙем Рәйесемә айырым доғаларымды уҡырмын, әй, Раббым, уның гөнаһтары булһа – ярлыҡа, тип, теләп, илап-илап Хоҙайымдан һорармын. Теләктәрем ҡабул булыр, сөнки минең ҡулдарымдан икмәк еҫе килә бит!» – тип, ел ҡапҡаһын бикләп, әрнеүле йәштәренә төйөлдө һылыу.
Өй алдын тотош ҡар баҫҡан, мунсаһына һәм Аҡбикәһе йәшәгән һарайына һалынған кәзә һуҡмағын да ҡар ҡаплап киткән, өй алдында ултырған, башына ҡылысһыҙ күнәк кейгән Ҡыш ҡыҙына ҡарап: «Әллә һин дә мине көтөп бойоҡҡанһың инде. Нишләргә һуң беҙгә? Йә, сис башыңдан һыуыҡ биҙрәне – мә, йылы башлыҡ кей», – тип, йәнһеҙ өйәмәне хәстәрләүҙән булһа ла йыуаныс табып, үҙенең кәпәсен алып кейҙерҙе, муйынындағы кәзә мамығынан бәйләнгән шарфын да уға бәйләгәс: «Үәт, хәҙер ысын Ҡарһылыуға оҡшаның», – тип, үҙенсә ҙур эш эшләгәндәй, тупһанан күтәрелеп, өйөнә инеп китте Гөлфәниә.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook